27 апр. 2012 г.

2012 йылдың икенсе ярты йыллығына «Һаҡмар» гәзитенә яҙылыу кампанияһы старт алды. Район-ҡала тормошо, яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барырға теләһәгеҙ, почта бүлексәһендә йәки почтальондар аша

«һаҡмар» гәзитенә яҙылығыҙ!
Гәзиттең индексы - 50772
Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 316 һум 86 тин.

Яңылыҡтар

Йылылыҡ энергияһын ҡулланыусылар иғтибарына!
Йылытыу миҙгеле тамамланыу сәбәпле, 27-28 апрелдә йылылыҡ трассаларын планға ярашлы опрессовкалау үткәрелә. Биналарға селтәр ингән урында арматураны ябыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Йылылыҡ селтәре.

Граждандар ҡабул ителә

Бөгөн Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы бинаһында сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем РФ-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ағзалары граждандарҙы ҡабул итәсәк.
Алдан яҙылыу өсөн муниципаль район хакимиәтенең дөйөм бүлегенә һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлеге штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин.  
 
Малыңды көтөүгә ҡыу!
27 апрелдән йәйге-көҙгө көтөүгә халыҡтан йәш мал йыйыу ойошторола. Көтөү урыны Ольховка янында (Баймаҡ – Семеновск юлынан һул яҡта 1 км ара) билдәләнгән. Шулай уҡ ялан партияһы янында һауын һыйырҙарын тәүлек әйләнәһенә көтөү ойошторолған. Мал һәр хужанан килешеү буйынса ҡабул ителәсәк.
Ҡала биләмәһе.
 
“Яҙҙар булып кил, ғүмерлеккә кил”
Ошо исем аҫтында 1 майҙа үҙәк майҙанда  Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Иҙел Нурғәлин, Рәил Өмөтбаев, Рөстәм Шаһыбалов, Илнур Ғайсин, Юнир Һағынбаев үҙҙәренең шоу-концерт программаһын тәҡдим итә. Тамаша киске 9-ҙа башлана.
 
Һунар миҙгеле асылды
21 апрелдән ата өйрәк, ҡор, һуйыр, ҡаҙ, ҡурпысыҡтарға яҙғы һунар асылды. Бер үк ваҡытта һунарсы билеттарын яңыртыу дауам итә. 
А. Ишназаров.

Башҡаларға үрнәк күрһәтеп

Ленин исемендәге АХК
сәсеүҙе ойошҡанлы алып бара


Хужалыҡтың профком рәйесе М.Х. Ишкинин оҙатыуында 129 гектар биләгән “Ҡараморон” баҫыуына килеп туҡтағанда, республиканың атҡаҙанған механизаторы Айрат Бүкәнбаев агрегаты бер йыллыҡ үләндәр сәсеүгә әҙерләнеп йөрөй ине. Баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов иһә сәскестәрҙе көйләү эштәре менән мәшғүл булып сыҡты. Айрат Шәһәрғәзе улының ярҙамсыһы Илсур Сәғәҙәтов, орлоҡ ташыусы Зәки Ҡотлоғужин менән һөйләшкән арала, икенсе сәсеү комплексы – республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтановтың агрегаты килеп тә етте. Күренеп тора, егеттәрҙең кәйефе шәп.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы үтте
Кисә халыҡ ижады үҙәгендә муниципаль район Советының 42-се ултырышы булды. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
Иң тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рәил Әбүбәкиров районда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеше, уларға дәүләт ярҙамы, ошо тәңгәлдәге республика программаларын районыбыҙҙа тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне. Район буйынса дөйөм ауыл хужалығы продукцияһының 62 проценты шәхси хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тарафынан етештерелә. Дөйөм һөрөнтө ерҙәрҙең 22 проценты крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡулында.

Йыйылыштар

Ҡатын-ҡыҙҙар советына – 25!
 
Үткән аҙнала Өфөлә республика ҡатын-ҡыҙҙар советының ойошторолоуына 25 йыл тулыу айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. Унда республикабыҙ райондарынан делегациялар ҡатнашты. Беҙҙең райондан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина, үҙәк ҡала дауаханаһынан Л.В. Хисмәтуллина, Байыш һәм Ярат ауылдарынан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Ә.И. Юлыева, Г.М. Монасипова ҡатнашты.
Сарала йәмәғәт ойошмаһының сирек быуатта башҡарған эштәре барланған, хәҙерге заман проблемалары күтәрелгән, киләсәккә пландар билдәләнгән. Тантаналы өлөштә БР Хөкүмәте тарафынан ҡатын-ҡыҙҙар советында оҙайлы йылдар уңышлы эшләп килгән ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнгән. 
Беҙҙең район делегацияһы әйтеүенсә, йыйылыш юғары кимәлдә үткән. Айырыуса Өфө протез-ортопедия предприятиеһына экскурсия, уларҙың эше, продукцияһы менән танышыу ыңғай тәьҫораттар ҡалдырған. “Бындай күркәм сарала ҡатнашыу, Хөкүмәтебеҙ тарафынан йылы һүҙҙәр ишетеү беҙгә киләсәктә тағы ла тырышып эшләргә көс бирҙе, яңы уй-хыялдар тыуҙы”, – ти Баймаҡ районы делегацияһы вәкилдәре.
Йәмғиәтебеҙ тормошона битараф булмаған, заманыбыҙҙың аҡыллы, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙарына тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Хоҡуҡ һаҡлау

Малығыҙ еңел табышҡа әүерелмәһен!
 
Ауыл кешеһе өсөн малының юғалыуы – оло ҡайғы. Сөнки йыш ҡына ул ғаиләнең төп йәшәү сығанағы булып тора. Шуға күрә Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаттарының береһе – мал урлау енәйәтен булдырмау, була ҡалһа – уны асыу. Граждандарҙың сходында ошо проблема һәр саҡ күтәрелә, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар ни өсөн йыш ҡабатланыуы тикшерелә. Халыҡты иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, мал урлауҙар дауам итә.
Үкенескә ҡаршы, бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙа күпселек осраҡта кешеләр һәм ауыл хужалығы етәкселәре үҙҙәре ғәйепле. Төп сәбәп – малды ҡарауһыҙ йөрөтөү. Һөҙөмтәлә, хужаларҙың ҡырҙа көтөүсеһеҙ йөрөгән малы үҙе ҡайтыр әле тигән өмөтө аҡланмай һәм улар полицияға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, былтыр дежур часть ошондай енәйәт тураһында 148 хәбәр алған. Шуларҙың 136 осрағында мал көтөүсеһеҙ йөрөгән булған. Бер нисә көн кешеләр “ҡайтыр әле” тип көткән, унан бер нисә көн үҙҙәре эҙләгән, һуңынан ғына полицияға мөрәжәғәт иткән. Бер нисә көндән, хатта аҙналарҙан һуң ғына юғалған мал тураһында мәғлүмәт алған хоҡуҡ һаҡсылары һәр осраҡ буйынса тикшереү-оператив төркөмө төҙөй, эҙләү эштәре алып бара. Ҡайһы саҡта малды полиция хеҙмәткәрҙәре таба. Был кешеләрҙең үҙ һыйырын хатта эҙләп тә ҡарамай, хоҡуҡ һаҡсыларына шылтыратыуы тураһында һөйләй.

Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә 26 йыл

“Донъялар имен торһон...”
чернобыль... 1986 йылдың 26 апрелендә был ҡурҡыныс һүҙ бөтә планетаға мәғлүм булды. XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте “тыныс атом”дың хәүефен күрһәтә, ә Япониялағы былтырғы ер тетрәүҙәрҙән һуң “Фукусима-1” АЭС-ы быны йәнә иҫбатланы. Бөтә донъяны атомдан ҡурҡыу, “ядро фобияһы” солғаған әлеге осорҙа, 26 йыл элек Украина Полесьеһында булған ваҡиғаларҙы беҙ оноторға тейеш түгел. ЧАЭС һәләкәте тәбиғәткә ихтирамлы булырға, уның байлыҡтары менән һаҡсыл ҡулланырға кәрәклекте асыҡ күрһәтә. 


Совет иле фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҙур эштәр башҡара. Хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡыйыулыҡ өлгөләре күрһәткән “ликвидатор”ҙар Бөйөк Ватан һуғышы осоро яугирҙарына тиңләшә. Беҙ ҙә ошо “атом яугирҙары”ның береһе, дозиметрсы булған Р.Байғотлин менән осраштыҡ.  
Баймаҡта тыуып үҫкән Рәфҡәт Хужиәхмәт улы Чернобылгә хәрби комиссариат аша 1987 йылдың ғинуарында саҡырыла.

БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ

Тупраҡтың уңдырышлылығын нисек күтәрергә?
Сәсеү әйләнешенә күп йыллыҡ үләндәрҙе индереү үҙен аҡлай
Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә агросәнәғәт комплексына матди сығымдарҙың кәмеүе, машина-трактор паркының туҙыуы, минераль ашламаларҙың йүнләп ҡулланылмауы тупраҡтың уңдырышлылығына ныҡ йоғонто яһаны. Әгәр ҙә 1981 – 1985 йылдарҙа Урал аръяғында тупрағында гумус нисбәте 6,9 процент булһа, 2006 йылға инде ни бары 6,4 процент тәшкил итте. Был хәлгә органик ашламалар ҡулланыуҙың ҡырҡа кәмеүе (ошо йылдарҙа 1 гектарға индерелгән күләм 4 тоннанан 0,8 тоннаға ҡәҙәр кәмегән) сәбәпсе.
Яҡын арала совет осорондағы кеүек ашлама индереү күләмен тергеҙеү мөмкинлеге булмауын иҫәпкә алып, ғалимдар тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙең ресурс һәм энергия һаҡлаусы технологияларын индерергә тәҡдим итә. Улар күп йыллыҡ үләндәр, сидераль культуралар, һалам ҡалдыҡтарын һ.б. файҙаланыуға ҡайтып ҡала.

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

Тупһаны атлап сыҡҡан кеүек был ғүмер...
 
Мин иҫ белгәндән алып, әсәйемдең, атайымдың, өләсәйемдең уфтана-уфтана шул ҡәһәрле һуғыш михнәттәрен һөйләгәнен ишетеп үҫтем. Ҡартатайым – әсәйемдең атаһы Шәрифйән Рысҡужа улы Ярҡынбаев – һуғышҡа 1942 йылда китә, 1946 йылдың октябрендә генә әйләнеп ҡайта. Алған яраларынан яфаланып, 1972 йылда донъя ҡуя. Атайым Бәғәҙәт Юнысбаев һуғышта булмаһа ла, ағаһының яуҙан әйләнеп ҡайтмауына, һуғыш арҡаһында белем ала алмауына йыш зарланды.

Әсәйем Сәрүәр Юнысбаева ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Ул, күҙ теймәһен, әле лә аш-һыуға оҫта, йүнсел, егәрле. Уның тормош хәтирәләрен гәзит уҡыусыларға еткерергә теләйем.
“Киске уйындарға, һабантуйҙарға Юлыҡ йәштәренә йөрөй торғайныҡ. Ҡайта һалып, күлдәк алмаштырып, эшкә йүгерәбеҙ. Өс ҡыҙ – Мәүлихә, Хәсибә һәм мин – бесән күбәләй торғайныҡ. Кәбән осона мине мендерә инеләр. Уны ослап бөткәс, Әбүбәкер еҙнәй Барлыбаев: “Сәрүәрҙе йырлатмайынса төшөрмәгеҙ”, – ти торғайны, мин «Сәлимәкәй»ҙе йырлайым, шунан төшөрөп алалар. “Уҡыуың яҡшы – дауам ит”, – тиһәләр ҙә, атайым фронтҡа киткәс, уҡып булманы. Ике ҡустымды ҡарай торғайным. Күршеләргә иҙән йыуып, икмәк, ҡатыҡ алам да, үҙем ашамай, уларға алып ҡайтам. Кәфиә еңгәй күреп ҡала ла : “Үҙең аша, ҡороғор, уларға алып ҡайтма”, – тип әрләй. Кешегә әйтеремде эсемдә һаҡлап йөрөмәнем, ғәйбәт һөйләмәнем. Сөнки ғәйбәт һөйләү – кеше итен ашауға тиң. Тупһаны атлап сыҡҡан һымаҡ ҡына был ғүмер...”
Аллаға шөкөр, атайым-әсәйем бик уңған, заманының шәп кешеләре булған. Донъя ҡыуып, байлыҡ йыйып ултырмаған минең атайым, ә килгән һәр бер кешегә ярҙам итеп ебәрер булды. Ул: “Сәрүәр, һин үлмә, әсәле бала етем булмай”, – ти торғайны. Хәҙер уйлайым да, етемлек, әсәһеҙлек үҙәгенә үткәнгә әйткәндер инде. Әсәйем дә, атайымдың әсәһе булмағас, “йәлләнем, шуға кейәүгә сыҡтым” ти торғайны. Бесән күбәләп кәбән һалыумы, үгеҙ көтөп мал ҡараумы, һарыҡ бәрәсләтеү, кәзә көтөп уның дебетен тарау һәм башҡалар – барыһы ла  әсәйемдең иңенән үтә. Һуңғы йылдарҙа дауаханала санитарка, ашнаҡсы, магазинда йыйыштырыусы, бесән мәле булһа – ашнаҡсы булып эшләй. Уңған, 10 йәшенән хеҙмәт юлын башлаған әсәйемә матур тормошом өсөн рәхмәт әйтеп, оҙон ғүмер теләйем.

Шәһиҙә ЮНЫСБАЕВА.
Йомаш ауылы.
Һүрәттә:  С. Юнысбаева, Б. Юнысбаев.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Йылы усаҡ ҡабыҙған төҙөүселәр
Тыуған төйәгебеҙҙе матур кешеләр һәм, әлбиттә, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте биҙәй. 1937 йылда Икенсе Этҡол ауыл советының Ҡуяндар ауылында донъяға килгән Бибинур Кәлимулла ҡыҙы Ғарипованың тормошо ла районыбыҙға, уны үҫтереүгә бәйле. Һәр тиҫтеренә эләккән тормоштоң әсе нужаһын уға ла етерлек татырға тура килә. Бәләкәй саҡтан әсәһенә фермала һыйыр һауырға ярҙам итә. Эшһөйәр ҡыҙ нимәгә тотонһа ла, ҡулынан осҡондар сәсеүе менән кешеләрҙе һоҡландыра. 


1955 йылда Бибинур Кәлимулла ҡыҙы үҙенең мәңгелек мөхәббәте—Нәзиф Ғариф улы Ғариповты осрата. Йәштәр күп тә үтмәй өйләнешеп, бәхетле ғаилә ҡора. Икеһе лә төҙөүсе булып эшләй. Бибинур инәй ул йылдарҙы һағыш менән хәтеренә ала. Ысынлап та, өйҙә лә, эштә лә гел бергә булған, бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙарҙы хәҙерге ваҡытта бик һирәк осратырһың. Оҙаҡ йылдар төҙөүсе булып эшләгән осорҙа Н.Ғ. Ғарипов районды урап сыға, социаль-мәҙәни әһәмиәткә эйә булған объекттар һала, мал ҡуралары һәм торлаҡ йорттар төҙөй. Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа Бибинур Кәлимулла ҡыҙы менән Нәзиф Ғариф улының алтын ҡулдары менән тиҫтәләгән объект, өйҙәр ҡалҡып сыға.

СПОРТ

Көрәшсе һәм ҡурайсы рухы хөрмәтенә
Ш.Ғәлин исемендәге призға милли көрәш буйынса
ярыш йыл һайын ойоштороласаҡ   

Үткән шәмбелә Байым ауылында районыбыҙҙа билдәле шәхес, атаҡлы көрәшсе, республикала танылыу яулаған ҡурайсы Шәкирйән Фәйзрахман улы Ғәлиндың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге уҙҙы. Уны шәхестең туғандары, район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторҙо. Был ярыш Баймаҡ еренең көрәшселәр төбәге икәнлеген һәм спорт комитетының был йүнәлештә маҡсатлы эшләүен йәнә бер ҡат иҫбатланы.


...Спорт залына инеүселәрҙе Шәкирйән Фәйзрахман улының сәхнәлә ҡурай уйнап торған ҙур һүрәт-баннеры ҡаршы алды. Тамашасылар һәм спортсылар иғтибарына шәхестең тормош һәм ижади юлына арналған стенд та тәҡдим ителде.
Ярыш алдынан Байым ауылының аҡһаҡалы Зәйнетдин Ғәлин ҡурайсының иҫтәлегенә аят бағышланы. Унан һуң мәктәп директоры Ә.Вәлитов спортсыларҙы тәбрикләп, уңыштар теләп сығыш яһағас, һүҙҙе район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса сектор мөдире И.Н. Хәмитов алды. Ул сараны ойоштороусы Ш.Ғәлиндың туғандарына рәхмәт әйтте, ошондай ярыштар менән балаларҙы милли көрәшкә йәлеп итеү бик шәп күренеш, тип белдерҙе.