30 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

“Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды
  Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына ҡарата “Георгий таҫмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы башланды. Белеүебеҙсә, ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың иҫтәлегенә арналған һәм патриотизм символы булып тора.
  Акция беренсе тапҡыр 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә башланғайны. Шунан алып 60 миллиондан ашыу “Георгий таҫмаһы” таратылған.
 
Автомарафон уҙасаҡ

  Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса ойошмаһы инициативаһы менән 6 һәм 7 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап автомарафон үтәсәк. Маршрутҡа Белорет, Баймаҡ, Сибай ҡалалары һәм Асҡар, Аҡъяр ауылдары ингән.
 
Рейдтар башланды
  Муниципаль район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән административ комиссия кисә ауыл биләмәләрендә  көтөү ойоштороуҙы тикшереү өсөн район буйлап рейд ойошторҙо. Малын дөйөм көтөүгә ҡушмаған хужалар Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы кодексының 7.3-сө статьяһы буйынса яуапҡа тарттырылды. Бындай рейдтар даими ойоштороласаҡ.
 
Баймаҡтар икенсе урында
  23 апрелдә инвалидтар ойошмаларының шахмат буйынса төбәк ярышы үтте. Унда Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһынан командалар көс һынашты. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса баймаҡтар икенсе урынды яуланы. Р.З. Үтәев һәм Б.В. Семенов – үҙ таҡталарында беренселеккә, ә Н.П. Семенов икенселеккә сыҡты.
 
“Таҙа кесаҙна”
  Аҙна һайын ҡалала һәм ауылдарҙа “Таҙа кесаҙна” акцияһы үтә. Уның һөҙөмтәһе күҙ алдында – тирә-яҡ йәмләнә, таҙара, матурая. Юл буйҙарындағы сүп-сарҙы йыйыу буйынса ла эш әүҙемләште. Бөгөнгә ҡоймаларҙы буяу, йәшелләндереү буйынса эштәр ҡалып бара.
  С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында ла экологик өмәләр үтте. Унда Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары эшләне.
  Л. ТАКАЕВА.

РӘСМИ БҮЛЕК

Хеҙмәт бәйгеһе иғлан ителде
 
Яҙғы баҫыу эштәре осорона район хеҙмәт ярышы ойоштороу тураһында
  Яҙғы баҫыу эштәрен оптималь ваҡытта һәм сифатлы итеп атҡарып сығыу маҡсатында ауыл хужалығы бүлеге яҙғы баҫыу эштәре осорона коллективтар һәм айырым хеҙмәткәрҙәр араһында район хеҙмәт ярышы үткәрергә ҡарар итте, бәйге шарттары раҫланды. Ярышҡа йомғаҡ “Һабантуй-2012” байрамында яһаласаҡ.
  Приказда билдәләнеүенсә, хужалыҡ етәкселәре, профком рәйестәре, диспетчер хеҙмәттәре механизаторҙарҙың көндәлек эш күләмен теүәл иҫәпләп барыуҙы тәьмин итергә һәм кәрәкле формала “Сәсеү-2012” район штабына ваҡытында тапшырып барырға тейеш. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре һәм профком рәйестәренә яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусыларға юғары етештереүсәнле һәм хәүефһеҙ хеҙмәт өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙырырға, хужалыҡ эсендә хеҙмәт ярыштары ойошторорға, киң мәғлүмәт сараларына сәсеү барышын даими яҡтыртырға тәҡдим ителде.

СӘСЕҮ-2012

ЯҢЫ ТЕХНОЛОГИЯ ҠУЛЛАНЫЛА
 
“Рассвет” АХК-һы заманса алымдарҙы файҙаланып эшләй
  А.Б. Шәрипов етәкләгән “Рассвет” АХК-һы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урынды биләй. Предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ производстволарын уңышлы ойоштороп ҡына ҡалмай, ә ошо тармаҡтарҙы яңы технологияларға ярашлы үҫтереү юлдары өҫтөндә эшләй, алдынғы алымдарҙы ҡуллана. Яҙғы баҫыу эштәрен дә коллектив яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды.
  Хужалыҡ техник потенциалды яңыртыу, яңы миҙгелгә тейешенсә әҙерләү тураһында даими хәстәрлек күрә. Быйыл да техника-агрегаттарҙы әҙерлек һыҙығына баҫтырыуға ярайһы сығымдар түгелгән – 400 мең һум самаһы аҡса тотонолған. Бынан тыш, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың орлоҡ фондын элиталыһы менән яңыртыу сараһы ла күрелгән – 6 тонна ҡарабойҙай, 12 тонна борсаҡ, 15 тонна арпа, 7 тонна рапс һәм донник һатып алынған. Шул уҡ ваҡытта минераль ашламалар ташыу дауам итә, ул бөтәһе 70 тонна тәшкил итәсәк.
  А.Б. Шәрипов һәм баш агроном Р.Ғ. Рәсүлев менән беҙ ужым арышына минераль туҡландырыу барған баҫыуҙа осраштыҡ. Был эшкә алдынғы механизатор Александр Борисов йәлеп ителгән. “Яҙғы баҫыу эштәре өсөн бүленгән  льготалы ярҙам беҙгә орлоҡ яңыртыу, минераль ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары алыу мөмкинлеге бирҙе, –ти Азат Булат улы, – был, әлбиттә, үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаясаҡ”. “Яҙғы сәсеүҙе 2450 гектарҙа атҡарасаҡбыҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Радик Ғәйнислам улы, – шуның 2429 гектары – иген культуралары. Шул иҫәптән бойҙай – 1000, арпа 919 гектарҙы биләйәсәк. Ҡалғанын һоло, кәрешкә, борсаҡ, ҡарабойҙай тәшкил итәсәк. Тәүге тапҡыр етен сәселәсәк – ул 100 гектарҙа планлаштырыла, орлоҡ алынған. Рапс иһә  70, донник 250 гектар буласаҡ”.


  Хужалыҡтың барлыҡ участкаларында яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлы бара. Әле 597 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр тырматылған, 140 гектарҙа арыш, 40 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр туҡландырылған, 57 гектарҙа дым ҡапланған. Һоло 100 гектарҙа сәселгән. Баҫыу эштәрендә Сергей Осипов, Юрий Горюнов, Александр Борисов, Александр Гаврилов, Әхәт Ильясов, Венер Ҡангилдин, Максим Баскаков алдынғылыҡты бирмәй. Шулай уҡ ырҙын табағы, ашхана, МТМ хеҙмәткәрҙәренең эше маҡтауға лайыҡ. Агрономия, инженер-техник хеҙмәттәр ҙә үҙ участкаларындағы эште яҡшы ойошторған.
  Шуныһы үҙенсәлекле, хужалыҡ етәкселеге яңы алымдарҙы  ғәмәлгә индереү өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара. Нуль технологияһын үҙләштереүҙе унда былтыр башлағайнылар. Быйыл яңы технология буйынса бойҙай сәсеү өсөн 200 гектар ер әҙерләнгән. Көҙ иһә ошо уҡ система буйынса 200 гектарҙа ужым арышы сәселәсәк. Был алым үҙен аҡлаясаҡ, тигән өмөттә хужалыҡ белгестәре.
  Кооператив техник потенциалды нығытыуҙы быйыл да дауам итәсәк – матди-техник база тиҙҙән ике МТЗ-82.1 тракторы, сәсеүлектәрҙе химик утау өсөн ике һиптергес менән тулыланасаҡ. Был иһә хужалыҡтың иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индерәсәк.

 Азамат МӨХӘМӘТШИН.
 
Автор фотоһында: А.Борисов, А.Шәрипов һәм Р.Рәсүлев арыш баҫыуында.

28 АПРЕЛЬ – БӨТӘ ДОНЪЯ ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ КӨНӨ

Эш хәүефһеҙ булырға тейеш

1989 йылда Америка һәм Канада эшселәре беренсе тапҡыр эш урынында ҡазаланған йәки һәләк булған хеҙмәттәштәрен хәтерләү көнө уҙғара. 2003 йылдан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тәҡдиме менән был көн эш биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәтселек иғтибарын производствола йәрәхәт алыу һәм хәүефле эш шарттары проблемаларына йүнәлтеү, шулай уҡ ошо проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә башлай.

  Халыҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын донъяла 2,3 миллион ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ эш урынындағы бәхетһеҙ осраҡтарҙа йәки эше менән бәйле ауырыуҙарҙан вафат була. Был көнөнә 5 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша тигән һүҙ. Башҡортостан Республикаһында 2011 йылғы эш йомғаҡтары буйынса производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙа һәләк булыусылар һаны 10 процентҡа, ауыр йәрәхәт алыусылар 13 процентҡа артҡан. Эштә бәхетһеҙ осраҡтарҙа 213 хеҙмәткәр ауыр тән йәрәхәте алған, 87 кеше вафат булған. Ағымдағы йылда ла производствола йәрәхәт алыу осраҡтары күбәйә бара.
  Шуға  ла һәр ойошмала “Хеҙмәтте һаҡлау көнө” үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Эш урындарының хәүефһеҙ булыуын тикшерергә, етәкселәр һәм белгестәр, профсоюз активы ҡатнашлығында һәр хеҙмәткәрҙең эштә хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәүен тәьмин итер өсөн хеҙмәт һағы һәм хеҙмәт ҡануниәте тураһында әңгәмәләр үткәрергә кәрәк. Әлбиттә, бындай саралар йыл әйләнәһенә дауам ителергә тейеш.
Беҙ эш биреүселәргә мөрәжәғәт итәбеҙ
  Практика күрһәтеүенсә, хеҙмәт хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар биргән предприятиелар баҙарҙа конкурентлылыҡҡа иң һәләтлеләрҙән һанала. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса производствола бәхетһеҙ осраҡтар һәм ауырыуҙар һөҙөмтәһендәге сығымдар донъя иҡтисадының эске тулайым продуктының 4 процентын тәшкил итә һәм, аҡса теле менән әйткәндә, 1,25 триллион долларға тиң. Һөҙөмтәле, рентабелле производство һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеге бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Һәр етәксенең эш көнө производстволағы хәүефһеҙлек торошон белешеү менән башланып, матур традиция барлыҡҡа килһен ине. Хеҙмәт ҡануниәте нормаларын күҙәтеүҙе ирекле декларациялау проектында ҡатнашып, “Ышаныс сертификаты” алығыҙ һәм үҙегеҙҙең юғары социаль яуаплылығығыҙҙы һәм хеҙмәт культурағыҙҙы раҫлағыҙ!
Беҙ хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итәбеҙ
  Эш биреүселәрҙең хеҙмәт һағы нормаларын боҙоуы,   шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яҡлауға пассив мөнәсәбәте, хеҙмәт хәүефһеҙлеге һәм хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын үтәмәүҙәре – бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәптәре. Производствола йәрәхәт алған хеҙмәткәрҙәрҙең 11 процентынан ашыуы шәхси һаҡланыу саралары менән ҡулланмаған һәм хеҙмәт дисциплинаһын боҙған өсөн зыян күргән. Ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә Һеҙҙең ғүмерегеҙ һәм һаулығығыҙ иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе булып ҡала һәм күп осраҡта һеҙҙең шәхси хәүефһеҙлегегеҙгә булған мөнәсәбәтегеҙгә бәйле. Эш биреүселәр тарафынан хеҙмәтте һаҡлау нормаларын һәм ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймағыҙ, үҙегеҙ ҙә уларҙы теүәл үтәгеҙ.
  Тик уртаҡ көс, берҙәмлек менән генә производствола хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына зыян килеү һәм үлем осраҡтарын кәметергә була.

  Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.

2012 – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

Йылъяҙмалар бөртөкләп йыйыла

  Рәсәй тарихы йылы, шулай уҡ Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы уңайынан Башҡортостан Республикаһының “Белая река” нәшриәте тарафынан яҡташыбыҙ Азамат Тажетдиновтың “Оло юлда Юлыҡ” исемле тарихи хәҙистәрҙән торған йыйынтығы донъя күрҙе. Ул Юлыҡ ауылының 230 (1781 – 2011), Юлыҡ мәктәбенең 200 (1810 – 2010) йыллыҡ юбилейҙарына арналып, мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға, студенттарға, крайҙы өйрәнеүселәргә, ғөмүмән, Юлыҡ ауылының тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға сәйәси-тарихи мәғлүмәт сығанағы сифатында тәҡдим ителә.


  Китапҡа баш һүҙҙе Баймаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов яҙған. “Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың был беренсе китабы түгел. Һуңғы йылдарҙа “Беҙ – байымдар”, “Шәһәрғәзе сәсән”, “Ел-дауылдар аша”, “Ғүмерем ағыштары – ғаиләм яҙмыштары”, “Сәсәндәр иленә сәйәхәт”, “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән...” исемле китаптарының баҫылып сығыуы авторҙың төбәкте өйрәнеү өлкәһендә ҙур ғына уңыштарға өлгәшеүе, уның талантының үҫеүе тураһында һөйләй. Авторҙың төрлө яҙмаларын даими рәүештә республика һәм район матбуғаттары биттәрендә лә уҡып барабыҙ.
  Юлыҡ ауылының үткәнен, бөгөнгөһөн барлаған “Оло юлда Юлыҡ” йыйынтығы барлыҡ китап уҡырға яратыусылар, райондаштар араһында киң танылыу һәм ҡулланыу табыр, тип ышанам”, – тип яҙа Илшат Хәмит улы.
  Китап Юлыҡ ауылының картаһы менән асыла. Инеш һүҙҙә автор: “Китап “бер кем дә, бер ғәмәл дә онотолорға тейеш түгел, сөнки уларҙан тарих биттәре асыла, киләсәк быуынға аманат ҡала” тигән принциптан сығып яҙылды”, –ти. Ауылдың тарихын байҡағанда, был ерҙән үҫеп сыҡҡан йөҙәрләгән уҡытыусы, табип, сәнғәт, мәҙәниәт, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, тиҫтәләгән ғалимдар, журналистар, рәссамдар, дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәре, башҡа күп төрлө һөнәр эйәләре лә телгә алына, Юлыҡ ауылының дәрәжәһен, ауылдаштарының абруйын күтәргән заттарҙың иҫтәлегенә лә тейешле урын бирелә.
  “Юлыҡ ауылы тарихы, ауыл халҡының үткән оло юлы, быуындар алмашыныуы тураһындағы был китапты туплауҙа ҡулланылған мәғлүмәттәрҙе – документтар, иҫтәлектәр, хәтирәләр, ҡулъяҙмаларҙы тәҡдим иткәндәрҙең барыһына ла, фотоматериалдарҙы йыйыуҙа ярҙам иткән Юлыҡ ауылының мәҙәниәт йорто мөдире Әҙеһәмова (Алтынбаева) Рәсимә Ғәйнетдин ҡыҙына, музей етәксеһе Ғәббәсова Динә Салауат ҡыҙына, тарихи мәғлүмәттәрҙе тикшергәндә биргән кәңәштәре өсөн тыл ветерандары Фәтхетдинов Шәкирйән Фәхри улына (1928), Зәбитов Фәһим Ғәйфулла улына (1928), Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғоловҡа, шулай уҡ китапты туплағанда һәм төҙөгәндә ҡулъяҙмаларға, иҫтәлектәргә, тарихи документтарға, фото һәм архив материалдарына иғтибарлы булып, уларҙы тәғәйен һәм урынлы ҡулланып, бәйән ителгән хәл-ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелеген тәьмин итеүҙә ярҙамы өсөн Урал Сабирйән улы Мостафинға рәхмәтлемен”, – тип тамамлай Азамат Әғзәм улы инеш һүҙен. Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты Урал Мостафиндың “Йылъяҙмалар бөртөкләп йыйыла” исемле яҙмаһынан автор тураһында тулы мәғлүмәт алырға була.
  Китапты асҡас та күҙгә салынған ике һөйләмдән күңелдәр тулып, был йыйынтыҡ үҙенән-үҙе ҡәҙерле булып киткәндәй. “Балаларымдың һөйөклө әнейе, ҡатыным Люциә Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Китапты нәшер итеүҙә ярҙам иткән улдарым Нурға, Илшатҡа, Наилгә, ҡыҙым Гөлнурға һәм ейәнсәрем Гөлфиәгә ҙур рәхмәт”.
  Йыйынтыҡты боронғо ла, заманса ла төҫлө фотоһүрәттәр, документтарҙың күсермәләре, шәжәрәләр һүрәттәре биҙәй.
  Китаптың эстәлеге, жанрының ни өсөн “тарихи хәҙистәр” тип аталыуы хаҡында тәфсирләп яҙып тормай, уны тулыһынса уҡыусы ҡарамағына тапшырайыҡ. Ҡыҫҡаһы, уҡығыҙ!
 
 Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

30 АПРЕЛЬ – ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР КӨНӨ

Именлек һағында торалар
 
30 апрель ер йөҙөндә иң мәрхәмәтле, иң ҡыйыу һөнәр эйәләре  – янғын һүндереүселәр көнө. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса 15-се янғын хәүефһеҙлеге отряды тәүлек әйләнәһенә йәшәйешебеҙҙең һағында тора.
  Баймаҡ янғын һүндереүселәр гарнизоны хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын лайыҡлы ҡаршылай. 15-се янғын хәүефһеҙлеге отрядының 114-се янғын һүндереү часы Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан.


  Бөгөн Дәүләт янғын һүндереү хеҙмәте – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Хәүеф тураһында сигнал алыу менән ул экстремаль ситуацияларҙы, ут стихияһын туҡтатырға, кеше ғүмерен хәүефтән ҡотҡарырға ашыға. Бөтә көстө янғынды булдырмаҫ өсөн профилактик эшкә, утты тиҙ арала һүндереүгә, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға йүнәлтә.
  Һуңғы йылдарҙың ҡоро килеүе, урман янғындары янғын һүндереүселәргә өҫтәмә мәшәҡәттәр өҫтәне. Шуға күрә был хеҙмәт коллективына һәр саҡ уяу булырға тура килә. Ҡарауыл начальнигы Наил Байғотлин, водителдәр Нәғимйән Сирусин, Илгиз Дәүләтшин, янғын һүндереүселәр Илгиз Ғөбәйҙуллин, Марсель Ибраһимов, диспетчер Хәлит Илсебаевтар тырыш хеҙмәттәре менән абруй яулаған. Отрядтың баш бухгалтеры Люциә Аҙнағолова менән янғын һүндереүсе Иван Марков тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәк. Фиҙаҡәр һәм оҙайлы хеҙмәттәре өсөн, һөнәри байрамдары уңайы менән улар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Ҡаҙаныштары өсөн” знагы менән наградланды. Люциә Ғабдуллажан ҡыҙы үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ коллективта абруй ҡаҙанған. Көн дә тиерлек үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индерелгән норматив акттар, закондар менән ваҡытында танышып, дөрөҫ эш итә белеүе һоҡландыра. 


  И.В. Марков иһә янғын һүндереү хеҙмәтендә 1985 йылдан. Һәр ситуацияға ваҡытында дөрөҫ баһа биреп, сара күреүе менән айырылып тора. 2008 йылдан алып Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән райондарында сыҡҡан урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
  Янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ғаилә именлеге, тыныс дежурлыҡ теләйбеҙ.

 Л. РАЗГИЛЕВА.
 Автор фотоларында И.Марков, Л.Аҙнағолова.

ТАҘАЛЫҠ ҺӘМ ТӘРТИП ӨСӨН

Күлтабан ҡасан сүп-сарҙан арыныр?
 
  Муниципаль район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән административ комиссияның күсмә ултырышы 23 апрелдә Күлтабан ауылында үтте. Р.З. Ишбулатов етәкселегендә комиссия тәүҙә ауылдың торошо менән танышты.
  Күргәндәр, әлбиттә, ҡот осмалы! Беҙгә, журналистарға, район буйлап йыш йөрөргә тура килә. Ләкин бындай хәлдәге ауылды беренсе тапҡыр күреүебеҙ ине. Күлтабанда төҙөкләндереү эше бик түбән кимәлдә. Районда ғына түгел, бөтә республикала старт алған экологик өмәләрҙең бында тамсыһы ла күренмәй.
  Комиссия үҙ эшен балалар баҡсаһы, мәктәп, ауыл клубы, фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан социаль-мәғариф комплексы биләмәһен ҡарауҙан башланы. Комплекс бинаһы былтырғы үләндәрҙән, сүп-сарҙан, төҙөлөш ҡалдыҡтарынан таҙартылмаған. Ә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының атамаһы яҙылған таштың ергә үк сәнсеп ҡуйылыуы комиссия ағзаларын  ғәжәпләндерҙе. Был “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законына ҡаршы килә. Объекттың ҡыйыҡтары өлөшләтә айырылып төшә башлаған, тупһалар ҙа емерелгән.
  Урамдарҙағы күренеш беҙҙе тағы ла нығыраҡ аптыратты. Һыу колонкалары алып ташланған ҡоҙоҡтар һәр кемгә, бигерәк тә балаларға, ҙур хәүеф менән янай: улар ауыҙын асып үҙ ҡорбанын көтөп ятҡан аждаһаға оҡшаған! Ҡоҙоҡтарҙан ғына түгел, һыу башняһынан аҡҡан һыу ҙа урам буйлап йылға булып аға! Ҡайһы бер ҡоҙоҡтар ҡый түгеү урынына әйләнгән. Хәйер, урамдарҙа барлыҡҡа килгән санкцияланмаған ҡыйлыҡтар ҙа бихисап.
  Бөтә ауылды былтырҙан ҡалған ике метрлыҡ шайтан таяҡтары баҫып алған! Йәйҙәрен бөтә халыҡ яратып һыу ингән урында ла шул уҡ хәл. Был ерҙе төҙөкләндерергә, ҡыйҙан таҙартырға айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәк. 
  – Көндәр йылыта башлау менән күл буйына ситтән ял итергә килеүселәрҙән тынғы юҡ, урам ап-аҡ саңға күмелә, тын алыуы ауырлаша, йыуылған керҙәрҙе тышға сығарыр әмәл юҡ, – тип зарын белдерҙе ауыл халҡы. – Урам буйлап елдергән иҫерек “ҡунаҡтар” арҡаһында балаларҙы уйнарға сығарыуы ла ҡурҡыныс.
  Артабан административ комиссияның ултырышы урындағы ауыл клубында дауам итте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин да ҡатнашты. Ултырышҡа Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы С.Х. Шәғәлин, хакимиәттең ер эштәре буйынса белгесе Н.Н. Йәноҙаҡов, участка уполномоченныйы Р.Р. Ғабдуллин, мәктәп мөдире З.Х. Шахмөхәмәтов, клуб мөдире Е.Е. Корнева, балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Ф.З. Иҫәнгилдина саҡырылды.
  – Районда икенсе аҙна экологик өмәләр бара, ләкин Күлтабанда уның бер ниндәй ҙә һөҙөмтәһе күренмәй, – тине Р.З. Ишбулатов. – Кипкән үләнде былтыр уҡ йыйыштырып, сығарып түгергә мөмкин ине. Социаль-мәғариф учреждениеларҙың өс йыл элек яңы объектҡа күсеүенә ҡарамаҫтан, бында йәшелләндереү буйынса бер ниндәй ҙә эш алып барылмаған.
  – Матурлыҡты һаҡлап ҡалыр өсөн авария хәлендәге мәктәптәрҙә лә даими төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре алып баралар, – тине И.Ә. Зәйнуллин һүҙҙе дауам итеп. – Бында иһә хужаһыҙлыҡ хөкөм һөрә.
  Комиссия ағзалары рейд барышында асыҡлаған етешһеҙлектәргә анализ яһап, физик берәмектәрҙе һәм вазифалы кешеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы һәм уларға 2011 йылдың 23 июнендә донъя күргән Башҡортостан Республикаһының “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Кодексының 6.3-сө статьяһына ярашлы штраф һалынды. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә бер аҙна ваҡыт бирелде.

Лилиә ТАКАЕВА.