3 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

“Ветерандарға – ярҙам!” акцияһы
Йәштәр эштәре буйынса сектор хеҙмәткәрҙәре ветерандарға ярҙам итеү акцияһын ойоштора. Был мәрхәмәтлелек сараһына студенттар йәлеп ителгән. Акция ваҡытында йәштәр ололарҙың хәлен белешә, уларға йорт эштәрендә ярҙам күрһәтә.
 
Ҡабул итеүҙәр
4 майҙа 9-ҙан 11-гә тиклем “Медента” ЯСЙ-һы бинаһында (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 2-Д) һәм 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында (Тыныслыҡ урамы, 1) мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса  граждандарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләләре буйынса  консультация үткәреләсәк. Ҡабул итеүҙе Башҡортостан мотлаҡ медицина страховка фондының Сибайҙағы филиалы баш белгесе, врач-эксперт А.И. Пономарева алып бара.  
Г. Иҫәнгилдина. 

Баш ҡала кубогына
Үткән шәмбелә Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы кубогына арналған милли көрәш үҙенә Урал аръяғынан 7 команда, 80-дән ашыу спортсыны йыйҙы. Темәс ауылының мәҙәниәт йортонда ике келәмдә үткән көс һынашыуҙа командалар иҫәбендә беренсе урынды Баймаҡ, икенсене – Әбйәлил, өсөнсөнө Ейәнсура райондары алды. Юғары кимәлдә үткән ярышта баймаҡтар шәхси беренселектә лә һынатманы, яҡшы сығыш яһаны. 
 
Йүгеректәрҙең ярышы
Баймаҡ — Ҡуянтау араһында еңел атлеттарҙың традицион ярышы һәр ваҡыттағыса һөҙөмтәле һәм массалы үтте. 130-ҙан ашыу кеше 6 һәм 12 км араға йүгерҙе. Ярыштың үҙенсәлеге – балаларҙың әүҙем булыуы. 9 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан, Семеновск ауылынан килгән Данил Моталлапов өлкәндәр менән бер рәттән ун ике саҡрымды үтеп, “Иң йәш ҡатнашыусы” исеменә лайыҡ булды.
А. ИШНАЗАРОВ.

Байрамдар

Яҙ һәм Хеҙмәт тантана итте
 
Көндөң һыуытып, ямғырлап тороуы ла байрам кәйефен төшөрмәне. Иртә менән ҡулдарына шар, сәскәләр тотҡан халыҡ ҡаланың үҙәк майҙанына – 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын билдәләргә йыйылды.


Тантананың рәсми өлөшөн муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов башлап:
– Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлап, изге теләктәремде еткерәм, – тине. – Ошондай уҡ ҡотлау сәләмдәренә ситтә йәшәгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҙә ҡушыла. Районда фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән хөрмәт, абруй ҡаҙанғандар бик күп. Уларҙың һәр береһенең хеҙмәте оло баһаға лайыҡ.
Артабан тәбрикләү һүҙҙәре менән Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов та телмәр тотто. Унан һуң сәхнәгә үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары, халыҡ ижады үҙәге артистары күтәрелде һәм матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны.


Үҙәк майҙанда сауҙа нөктәләре лә эшләне. Һалҡын көндә һәр кем эҫе сәй, бәлештәр, шешлек менән һыйланды.
Киске Баймаҡты эстрада йондоҙҙарының сағыу йыр-моңдары биҙәне. Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Иҙел Нурғәлин, Рәил Өмөтбаев, Рафаэль Сәғитов, Юнир Һағынбаевтар тамашасыларға дәртле йырҙарын, бейеүҙәрен бүләк итеп, күңелдәрҙе күтәрҙе.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Тағы ун ғаиләгә — дәүләт яҡлауы



Кисә муниципаль район хакимиәтендә ауыл хужалығы һәм социаль өлкәлә эшләгән 10 ғаиләгә төҙөлөп ятҡан йорттарын тамамлау өсөн сертификаттар тапшырылды. Уларҙың 7-һе “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль, ә 3-һө – “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” республика маҡсатлы программалары буйынса сертификаттарға эйә булды.
Был бәхетле ғаиләләргә дәүләт ярҙамының мәнфәғәтен күреп, төҙөлөш эштәрен тиҙерәк тамамлап, яңы өй туйларға яҙһын.

Айгөл Иҙелбаева.
Һүрәттә: Төркмәндән Шакировтар ғаиләһе.

Таҙалыҡ һәм тәртип өсөн

Тереләрҙең ҡәҙерен бел,
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...


Районда тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр дауам итә. 6 майҙа, Бөйөк Еңеү көнө алдынан, бөтә районда экологик өмә ойошторола.
7 майҙа, муниципаль район хакимиәте инициативаһы менән, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, яҡындарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү буйынса дөйөм өмә иғлан ителә. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, имам-хатиптар, “Атайсал”, “Ағинәйҙәр” клубтары ағзалары, депутаттар был эште башлап йөрөүселәр булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Ҡыйшайған ҡәбер ташын төҙәйтергә, кәртәләнгән булһа, уны һипләп йүнәтеп ҡуйырға, буярға дин тыймай. Ҡәбер янындағы сүп-сарҙы йыйып алырға, ҡороған үләндәрҙе, ағастарҙы йолҡоп ташларға мөмкин. Бөгөн ҡәберлектәрҙә ҡый-һай йыйылып китеүе – динебеҙгә ят булған төрлө ырым-ышаныуҙың һөҙөмтәһе, ә ялҡауға сәбәп кенә.
Хөрмәтле райондаштар! 6 һәм 7 майҙа иғлан ителгән өмәләрҙән бер кем дә ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Тирә-яҡ биләмәне генә түгел, мәңгелек йортто ла төҙөкләндереп, туғандарыбыҙҙың рухтарына аяттар бағышлатып, сауап алайыҡ.

Рейд

Байрам һәм ... бер ҡалаҡ дегет
 
Бөтә ғаләм 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын тантана иткәндә ҡалалағы учреждение, ойошма, предприятиеларҙың да байрамса биҙәлеше мөһим.
Пенсия фонды, хәрби комиссариат, Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, “БИП “Комфорт+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, БТИ биләмәләре матур биҙәлеше менән һоҡландырҙы. Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы флагтары, лозунгылар ҙа урынлаштырылған.
Ә хәҙер бер ҡалаҡ дегет хаҡында: Баймаҡ АТП-һы, район китапханаһы, ҡала электр селтәре, “Газ-сервис” ЯСЙ-һы, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы, район суды, “Водоканал” ЯСЙ-һы биналарында дәүләт флагтары ҡуйыу менән генә сикләнгәндәр, лозунгылар хаҡында уйлап та бирмәгәндәр. Ә инде ЮХХДИ, ит эшкәртеү комбинаты, “Баймакгазспецстрой”, “Бизнес-партнер” ЯСЙ-һы, тоҡомсолоҡ предприятиеһы, район ветеринария станцияһы, “Фармленд” дарыуханаларында бер биҙәлеш тә юҡ. Күпселек сауҙа нөктәләре: “Мегаполис”, “Имамов”, “Азатлыҡ”, “Ассоль”, “Аҡъял”, “Альфа”, “Өй эйәһе”, “Хыял”, “Зөфәр”, “Рәхәт”, “Виктория”, “Океан”, “Диксон”, “Евросеть”, “Флагман”, “Маяҡ”, “Ольга”, “Ләйсән”, “Надежда”, “Яна”, “Юничел”, шулай уҡ автозапчастар менән һатыу иткән магазиндар, АЗС-тар ҙа (Сибай ҡалаһынан ингән юлдағынан тыш) был саранан ситтә ҡалған. Ленин урамындағы “Башспирт” магазинында дәүләт флагтары дөрөҫ урынлаштырылмаған.
Байрамдарҙы тейешенсә ҡаршылау һәм билдәләү мөһим. Байрам кәйефен үҙебеҙ булдырмаһаҡ, ситтән бер кем дә килеп эшләмәҫ.
 
Р. Ишембәтов, муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы;
Л. Такаева, хәбәрсе.

Хужалыҡ етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар иғтибарына

Субсидия юлларға ашығығыҙ!
2012 йылға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһын (ул БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 29 мартындағы 84-се ҡарары менән раҫланған) бойомға ашырыу барышында ағымдағы йылдың 26 апреленән Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре эшҡыуарҙарына түбәндәге финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан, инфраструктура ойошмаларынан документтар ҡабул ителә башланы:
  • яңы эш башлаусы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡорамал лизингы (сублизингы) килешеүе төҙөгәндә беренсе (беренсе, аванс) иғәнәне түләүгә гранттар (субсидиялар);
  • яңы эш башлаусы йәш эшҡыуарҙарға (һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға һәм студенттарға) гранттар (субсидиялар);
  • кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһы өлөшөн субсидиялау;
  • лизинг түләүҙәре өлөшөн субсидиялау;
  • күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу буйынса сығымдар өлөшөн субсидиялау;
  • энергия һаҡлау һәм электр селтәре хужалығы объекттарына тоташыу (500 кВт-ҡа тиклем) программаларын тормошҡа ашырыу менән бәйле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының сығымдарын субсидиялау.
Шуға иғтибар итегеҙ: субсидия биреү лимиты сикләнгән.
Документтар Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 3-сө ҡат (БР бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды бинаһында) адресы буйынса ҡабул ителә.
Эш ваҡыты ял һәм байрам көндәренән тыш көн һайын сәғәт 10-дан киске сәғәт 5-кә тиклем (тәнәфес: 13.00 – 14.00).
Финанс ярҙамы алыу тәртибе, талаптары һәм шарттары тураһында мәғлүмәт БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында ла (www.mbis.bashkortostan.ru) бар.

Муниципаль район хакмиәте.

Күсмә ҡабул итеүҙәр

Йәмғиәтебеҙ тыныс булһын өсөн


Кешеләрҙең хоҡуғын яҡлау, уларға  ярҙам итеү өсөн хәҙер дәүләт учреждениелары ғына түгел, ә йәмәғәт ойошмалары ла уңышлы эшләй. Граждандар ауыр хәлдә ҡалғанда уларға мөрәжәғәт итеп, күп мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Ошо көндәрҙә Баймаҡта РФ-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары граждандарҙы ҡабул итте. Тәүҙә советтың яуаплы сәркәтибе, эске эштәр майоры Ғ.Р. Ғәйнетдинова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Г.А. Шабаев, Диниә назараты идаралығы вәкиле Ә.М. Ниғмәтуллин, протоирей В.М. Кулинич, БДМУ-ның суд медицинаһы кафедраһы мөдире А.Ә. Халиҡов урындағы Йәмәғәт советы, Баймаҡ участка уполномоченныйҙары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары менән осрашты. Уның барышында милли һәм дини мөнәсәбәт, экстремизм, терроризм, коррупция проблемалары күтәрелде. Студенттар Йәмәғәт советы ағзаларына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарын бирҙе.

Халыҡ иғтибарына

Ҡоралыңды тапшыр һәм аҡса ал
Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ эске эштәр министрлығы етәкселеге, Баймаҡ районы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығы бүлеге законһыҙ ҡорал, хәрби припастар, шартлатҡыстар һәм шартлатҡыс ҡоролмалар һатып алыу, биреү, һатыу, һаҡлау йәки йөрөтөү, шулай уҡ браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе асыҡлау буйынса ҙур эштәр алып бара.
Һунарсылыҡ инспекциялары менән берлектә браконьерлыҡ һәм законһыҙ һунар итеүселәрҙе асыҡлау маҡсатында саралар күрелә. Ай һайын рейдтар ойошторола. Практикала күренеүенсә, улар үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Бөйөк еңеүҙе ҡаршылап

Минең ҡаһарман олатайым
 
Минең олатайым Әкрәм Динислам улы Исҡужин армия сафына алынғанда уға 18 йәш тә тулмаған була. 1942 йылда саҡырылған йәш һалдаттар Калинин өлкәһенә килеп еткәндә, унда ҡаты һуғыштар бара. Яңы ойошторолған частарҙы (уларҙың береһендә Темәс ауылы егете лә була) ут эсенә индерәләр. Смоленск янында ул йәрәхәтләнә. Мәскәүҙә дауаланып сыҡҡан элекке пулеметсы танк часына эләгә, автоматсы булып китә. Һәр танк броняһында бишәр кеше ултыра. Уларға ел-ямғырҙан, пуляларҙан һаҡланыр урын булмай, шуға ла “тере сәп” тип йөрөтәләр. Һалдаттар аяуһыҙ ҡырыла, әммә олатайымды Хоҙай Тәғәлә аралай. Бынан тыш ул дүрт тапҡыр ҡамауҙан сығыуҙа ҡатнаша. Һуңғы тапҡыр Берлиндың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡамауға эләгәләр, әммә батыр башҡорт егете бында ла һынатмай.


Олатайым “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана, командованиеның рәхмәт хаттарына лайыҡ була. Һуңғы наградаһы – ”Батырлыҡ өсөн миҙалы” – һуғыш тамамланыуға 49 йыл үткәс кенә эҙләп таба. Уға яугир “Берлин” операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Олатайым тыуған яғына 1947 йылда әйләнеп ҡайта. Комбайнсы булып эшләй, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн исеме Почет таҡтаһынан төшмәй. Шул йылдарҙа сыҡҡан совхоз һәм район гәзиттәрендә уның ҡаҙаныштары тураһында бик күп яҙыла. Хәрби наградаларына “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары ла өҫтәлә.
Олатайым тәнендә Смоленск ерендә эләккән снаряд ярсыҡтарын йөрөтмәһә, һуғышты иҫкә лә алмаған булыр ине. Балалары, ейәндәре, тыуған ере өсөн ҡан ҡойған яугир иҫ киткес ябай, баҫалҡы ла ине. Ул өләсәйем Фәрхизә Ғәббәс ҡыҙы менән 2 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улы Әхтәм Темәстә ата йортонда донъя көтә, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Әғзәм Баймаҡта йәшәй, Мәрхәбә Сибайҙа ғүмер итә. Улар ҙа икешәр бала тәрбиәләй.
Олатайымдың ҡаһарман юлы, батырлығы беҙҙең бар быуыныбыҙ өсөн үрнәк булып тора. Уның йәшләй генә михнәтле йылдар кисереүен уйлап, “бер ҡасан да һуғыш булмаһын” тип теләйем. Беҙҙең тыуған тупраҡ, Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған, унда алған яраларынан йәшләй вафат булған яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, тереләренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек. Илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған һалдаттар—ысын батырҙар ул.

Варис ИСҠУЖИН, Темәс мәктәбе уҡыусыһы.

Күңел түренән

Беҙгә бар район ярҙам итте...
Быйыл февралдә беҙҙең ғаиләгә көтмәгән ҡаза килде. Уйламағанда бар донъябыҙ янып китте. Беҙҙе ауыр, уңалмаҫ хәсрәткә һалып, янғындан һуң тормош иптәшем Нәсибулла Әхмәҙулла улы вафат булды. Кесе улыбыҙ Баймаҡ дауаханаһында оҙайлы ваҡыт дауаланып сыҡты.
Ҡышҡы селләлә яланғас көйө урамда тороп ҡалдыҡ. Бындай ҡазаны Хоҙай Тәғәлә бер кемгә лә күрһәтмәһен.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы
«Матур парҙар менән һоҡланабыҙ...»

Ғаиләне балаларыбыҙ өсөн һаҡлайыҡ... Ошо исем аҫтында район ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы, беренсенән, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналһа, икенсенән, йәмғиәттә никахтарҙың күпләп тарҡалыуы, тере етемдәр артыуына ишара ла булды. Шуныһы әһәмиәтле, үҙенсәлекле сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Төхвәт улы Бикбаев та ҡатнашты.


Сараның тәүге өлөшөндә “Ғаиләне балаларыбыҙ өсөн һаҡлайыҡ” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үтте. Унда район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһап, Баймаҡ ерлегендә күп балалы ғаиләләр, уларҙы һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында сығыш яһаны. Илшат Хәмит улы: “Районыбыҙҙа матур йолаларҙы йәшәү рәүеше иткән, бар булмышы менән балаларына ғына түгел, башҡаларға ла үрнәк булған ғаиләләребеҙ менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ”, – тине.

Конкурстар

Ҡайҙа һеҙ, йәш ғаиләләр?
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов тарафынан 2012 йыл – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде һәм шуға ярашлы саралар планы ҡабул ителде. Шуларҙың береһе – республикала “Йәш ғаилә-2012” конкурсын үткәреү. Ошо ҙур бәйгелә Баймаҡ намыҫын яҡларлыҡ йәш ғаиләне һайлап алыу маҡсатында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов районда “Йәш ғаилә-2012” конкурсын уҙғарыу тураһында махсус бойороғон (2012 йыл, 22 март, №806) булдырҙы. 


Положениеға ярашлы, ярыш алты төбәктә үтергә һәм һәр ауыл биләмәһе үҙҙәренең лайыҡлы тип табылған йәш ғаиләһен бәйгегә сығарырға тейеш ине. Тәүге төбәк ярышы Темәс зонаһында булды. Был хаҡтағы мәҡәлә гәзитебеҙҙең 40-сы һанында донъя күрҙе.

Хәтер

Ир уҙаманы ине...
Ағайым Миңнәхәт Миңнеғәле улы Килдеғошовтың тормош юлын, шәхси сифаттарын, кешелеклеген иҫкә алғанда, үҙенә талапсан, өлкәндәрҙе хөрмәтләй белгән, кеселәрҙе эшкә һәм тормошҡа ылыҡтыра алған, ауылда, районда һәм республикала танылған шәхестәрҙең береһе итеп күҙ алдыма баҫтырам.

Быйыл уға 76 йәш тулған булыр ине. Тик ул беҙҙең аранан 65 йәшендә, үҙенең хеҙмәт емештәрен татып, дуҫтарына, туғандарына ярҙам итеп йәшәгән осорҙа ҡаты ауырығандан һуң баҡыйлыҡҡа китте.