10 мая 2012 г.

Тантаналар

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған
 
Бөйөк Еңеү күмәк көс менән яуланды: яу яланында батыр һуғышсыларыбыҙ дошман менән алышһа, тылда балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар әсе тирен түгеп, яҡты көндәрҙе яҡынайтыуға күп көс һалды. 67 йыл эсендә һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы күргәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған.
3 майҙа халыҡ ижады үҙәгендә тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда районыбыҙҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙҙәренең эшләгән ойошмалары юҡҡа сығып, ҡурсалауһыҙ ҡалған 152 тыл ветераны саҡырылды, күстәнәстәр таратылды. Байрам кисәһендә ҡала биләмәһе башлығы Исмәғил Бураншин, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Татьяна Денисова, район ветерандар советы рәйесе Төхвәт Бикҡолов, Пенсия фонды идаралығының бүлек начальнигы Роза Мараканова  ҡотлау һүҙҙәре әйтте, күстәнәстәр таратылды.
Байрам тантанаһы Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм халыҡ ижады үҙәге артистары ҡатнашлығында бик матур концерт менән үрелеп барҙы.

Айгөл Иҙелбаева.

Баймаҡ ҡалаһына 75 йыл тулыуға ҡарата

Техникум юбилейға әҙерләнә

Мәғлүм булыуынса, киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Был тантанаға әҙерлек алып барыу маҡсатында башҡарыласаҡ саралар планы ҡабул ителде. Шуларҙың береһе – Баймаҡ тау-металлургия техникумы булараҡ быйыл 80 йыллығын билдәләйәсәк Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында бөтә яҡлап та әҙерлек алып барыу.


3 майҙа был уҡыу йортонда муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендә күсмә кәңәшмә үтте. Унда ҡалалағы  учреждение, ойошма, предприятие етәкселәре ҡатнашты. Колледж филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова тәүге һүҙҙе алып:
– Беҙҙең уҡыу йорто урынлашҡан бина ҡалалағы иң иҫке объекттарҙың береһе, 1932 йылда төҙөлгән, – тине ул. – Төрлө йылдарҙа үҙгәртеүҙәргә дусар булып, Баймаҡ тау-металлургия техникумы 2004 йылдан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы булараҡ эшләй. Уҙған йылда колледжда Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, Баймаҡ ПМК-һы ярҙамы менән байтаҡ төҙөкләндереү саралары атҡарылды, уның өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ләкин башҡарыласаҡ эштәр ҙә бихисап, – тине.

Рәсми бүлек

Субсидия юлларға ашығығыҙ

Баймаҡ субсидия биреү бүлеге халыҡҡа торлаҡ йортҡа һәм коммуналь хеҙмәт өсөн субсидия биреү буйынса әүҙем эш алып бара.
Субсидия ул – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн бюджет иҫәбенән бирелгән дәүләт ярҙамы. Аҡса алты ай буйына ҡулланыусының иҫәбенә күсеп бара.
Субсидия күп ҡатлы фатирҙарҙа, шулай уҡ шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә лә бирелә. Уның күләме һәр ғаиләгә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләнгән суммаға ҡарап, айырым билдәләнә. 2012 йылдың 1 мартына ҡарата йәшәү минимумы хеҙмәткә яраҡлыларға – 5781 һум, балаларға – 5292 һум, пенсионерҙарға 4410 һум тәшкил итә.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм талап ителгән документтарҙы тапшырыу өсөн түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: Баймаҡ ҡалаһы, Пименов урамы, 81. Иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске 6-ға тиклем. Төшкө тәнәфес: 1-се яртынан 2-гә тиклем. Телефон: 2-26-11.
 
Л. Мезина,
Баймаҡ районы субсидиялар биреү бүлеге начальнигы.

Төҙөкләндереү

Күсмә вымпел – Таулыҡайҙа

Ауыл биләмәләре араһында төҙөклән-дереү буйынса иғлан ителгән экологик өмәләргә ай һайын йомғаҡ яһаласаҡ. Апрель айы өсөн муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөкләндереү буйынса Күсмә вымпелына Таулыҡай ауыл биләмәһе лайыҡ булды.
– Беҙ был һөҙөмтәгә даими экологик өмәләр ойоштороу арҡаһында өлгәштек, – тине биләмә башлығы М.С. Сәғәҙәтова. – Премия төҙөкләндереү буйынса яҡшы күрһәткескә өлгәшкән ойошмаларға бүлеп биреләсәк. Күсмә вымпелды артабан да үҙебеҙҙең ҡулда алып ҡалыр өсөн тағы ла тырышып эшләйәсәкбеҙ.


Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы шул уҡ ваҡытта проблемалары, киләсәккә пландары менән дә таныштырып үтте. Һәр кем тәбиғәткә, Ер-Әсәгә ҡарата ҡарашын үҙгәртһен, яҡшы мөнәсәбәттә булһын ине, тине ул. Аҙна һайын “Таҙа кесаҙна”лар ойошторола, ләкин шул уҡ көндә кискә юл буйҙары, тирә-яҡ ҡайтанан сүп-сарға күмелә башлай. Бәғзеләр үҙ ихатаһындағы ҡыйҙы, үлгән мал емтектәрен тоҡтарға тултырып, юл буйҙарына ташлап китергә лә тартынмай. Яҡын арала Һаҡмар, Ярмайылға, Күсәбә йылғалары буйын таҙартыу буйынса тағы ла өмәләр ойоштороу күҙаллана.
Таҙартҡанға түгел, ҡыйламаған өсөн таҙа, тиҙәр. Муниципаль район хакимиәте башлығының Күсмә вымпелын яулау өсөн бөтә ауылдар ҙа ҙур тырышлыҡ һалырға тейеш. Май айында уға ниндәй ауыл биләмәһе лайыҡ булыр?

 
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: М. Сәғәҙәтова: “Күсмә вымпел – беҙҙә!”

Акциялар

Ветерандарға ишектәр һәр саҡ асыҡ

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы бүлектәренең барыһында ла ветерандар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” акцияһы дауам итә. Әйткәндәй, был акция 2010 йылдың 14 апрелендә Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан иғлан ителде һәм уның ваҡыты сикләнмәгән.
“Асыҡ ишектәр көнө” – һәр шаршамбы (техник көндә) уҙғарыла. Идаралыҡ белгестәре бар иғтибарын һәм ихтирамын Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына йүнәлтәсәк һәм уларҙың хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе буйынса барлыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк.
Акция барышында ветерандарға, уларҙың мәнфәғәттәрен күҙәтеүселәргә документтарҙы әҙерләп биреү ваҡыты ла ҡыҫҡартыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын раҫлаған документтар күсермәһе булһа, күсемһеҙ милеккә дәүләт теркәүе үткәреү 7 көн эсендә башҡарыла, Хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан күсемһеҙ милек һәм уның менән алыш-биреү итеү тураһында мәғлүмәт 2 көн эсендә бирелә.
Граждандар Баймаҡ районы, Баймаҡ, Сибай ҡалалары буйынса бүлектәргә (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 9; Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 12) мөрәжәғәт итә ала.
 
С. Кейекбирҙина.

Социаль өлкә

Берҙәм социаль юл йөрөү билеттары хаҡында

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 ғинуарындағы 29(р)-сы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына, “Башҡортостандың социаль карталар регистры” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә транспорт ойошмалары менән берлектә 2012 йылдың 1 ноябренә тиклем Башҡортостандың социаль картаһын ҡулланып, берҙәм социаль юл йөрөү билеттарының электрон формаһына тулыһынса күсереүҙе тәьмин итергә ҡушылды.
Әгәр берҙәм социаль юл йөрөү билеты һатып алғанһығыҙ һәм һеҙҙә Башҡортостандың социаль картаһы юҡ икән, ошо картаны алыр өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы идаралығына йәки идаралыҡ бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Башҡортостандың социаль картаһын ҡулланып берҙәм социаль юл йөрөү билетын ағымдағы айҙың 20-һенән түләгән айҙың 10-ына тиклем “Башҡортостандың социаль карталар регистры” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм транспорт ойошмалары тарафынан ойошторолған пункттарҙа тулыландырырға мөмкин.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-8180 телефоны  аша  (шылтыратыу бушлай) алырға була.

“Башҡортостандың социаль карталар регистры” ААЙ-һы.

Рәсми бүлек

Уттан һаҡ булығыҙ!
 
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы биләмәһендә 2011 йылда 65 янғын һәм 30 ут сығыу осрағы теркәлгән. Ул 3025100 һумлыҡ матди зыян килтергән. Утта 7 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған (шул иҫәптән 1 бала).
2012 йылдың 1 кварталында район биләмәһендә 15 янғын һәм 1 ут сығыу осрағы теркәлеп, 1216500 һумлыҡ матди зыян килгән. 5 кеше, шул иҫәптән 1 бала, төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәте алған. Утта 10 торлаҡ йорт һәм 3 йорт-ҡураға зыян килгән.
Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу, мейес һалғанда һәм уны яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Булған янғындарҙы анализлау һәм утта һәләк булған кешеләрҙең һаны шуны күрһәтә: янғындар башлыса янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелмәгән ауылдарҙа, баҡсаларҙа, урманда, торф ятҡылыҡтарында, баҫыуҙарҙа йышыраҡ була. “Торлаҡ“ операцияһы һәм уға бәйле башҡа саралар үткәреү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәй.

Бөйөк еңеүгә 67 йыл

“Башҡорттар  –  ҡыйыу халыҡ” , – тине  Жуков...” 

Усман олатай Арыҫлановты Байымда ғына түгел, районда ла бик яҡшы беләләр. Был ветерандың тормош юлынан һабаҡ алырлыҡ.
1943 йылдың октябрендә Усман олатай Арыҫланов һуғышта һәләк булған Әҙеһәм менән Исмәғил ағаларына алмашҡа баҫа. Өфө янындағы “Цыганская поляна”ла 32-се уҡсылар полкында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби белемгә өйрәнгәндән һуң, декабрь башында ефрейтор званиеһында фронтҡа оҙатыла. Ул 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составындағы 1-се Гвардия мотоуҡсылар бригадаһының һәләк булып ҡалған һалдаттары урынына килгән йәш өҫтәлмә көс составында автоматсы булып һуғышҡа инә.


 Ҡурҡыу белмәҫ талантлы полководец Георгий Жуков етәкселегендәге фронтта ҡатнашыуын ветеран ғорурланып иҫкә ала. Алғы һыҙыҡтағы траншеяла  Жуковтың үҙе менән осрашҡанын былай тип хәтерләй: ”Һалдаттар араһында иң йәше булып күренгәнмендер, күрәһең (мин ул саҡта кәүҙәгә лә үҫеп етмәгәйнем), һуғышсыларҙы дәртләндереү ниәте менән килгән Жуков иң тәүҙә миңә иғтибар итте. “Ҡайһы яҡтан һин, улым?” – тип һораны. Мин: “Башҡортостандан”, – тигәс, “Афарин, башҡорттар – ҡыйыу халыҡ”, – тип арҡамдан һөйөп китте. Фронт командующийының шулай алғы һыҙыҡҡа килеп, траншеяға төшөүе беҙгә лә көс, ҡыйыулыҡ өҫтәгәндәй булды”.

Ултырыштар

Хәл итәһе мәсьәләләр бар әле

Күптән түгел муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булды һәм унда барлығы алты мәсьәлә ҡаралды.
Комиссия рәйесе урынбаҫары, муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Р.В. Ишембәтов Моҡас ауыл биләмәһе башлығы М.С. Солтанғазиндың юлламаһын уҡып ишеттерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы һорауы буйынса ағымдағы йылдың 16 февралендә уҙған ултырышта Моҡас ауыл биләмәһе буйынса атап үтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү 28 майға тиклем кисектерелде.

Дәүләт ярҙамы

Программалар – тармаҡты
үҫтереүҙең һөҙөмтәле юлы

Ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәреүгә дәүләт ҙур иғтибар бүлә
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан агросәнәғәт комплексын яңы кимәлгә күтәреү, тармаҡҡа даими дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ошо нигеҙҙә ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә субсидиялар бүлеү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барыла. Әленән-әле төрлө кимәлдәге дәүләт программаларының булдырылыуы һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ғәйәт ҙур күләмдәге финанс саралары бүленеүе ил етәкселегенең, ниһайәт, ауыл хужалығына йөҙ менән боролоуы тураһында һөйләй, иртәнге көнгә өмөт уята. Айырыуса беҙҙең республикала был йүнәлештәге маҡсатлы эш әүҙем дауам итә, Башҡортостан етәкселеге, Хөкүмәте тарафынан ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә ең һыҙғанып эшләү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырыла. Һуңғы осорҙа ғына “2011-2013 йылдарҙа КФХ базаһында ғаилә һөт фермаларын үҫтереү”, “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы модернизациялау”, “2012-2014 йылдарҙа эш башлаусы фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” кеүек программалар, яңы эш башлаусы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидиялар бүлеү, яңы эш асыусы фермерҙарға гранттар биреү кеүек дәүләт ярҙамы ғәмәлгә индерелде.
Дәүләт ярҙамына кем өмөт итә ала? Ауыл хужалығының ниндәй өлкәләре бөгөн иң өҫтөнлөклө булып һанала?  Бөгөн ошо һәм башҡа һорауҙарға ентекле яуап бирәйек.
2012 йылда дәүләт ярҙамы кемдәргә эләгәсәк?

Бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаға – 70 йәш

Мәңгелек матурлыҡ һәм йәшлек символы
 
Мәшһүр бейеүсе яҡташыбыҙ Рәшиҙә Туйсинаның 65 йәше уңайынан халыҡ ижады үҙәгендәге концертынан һуң әңгәмәлә: “Әгәр һеҙ бейеүсе һөнәрен һайламаһағыҙ, кем булыр инегеҙ?” – тигән һорауға уның: “Бейеүсе булмаһам, иҙән йыуыусы булып булһа ла “атҡаҙанған” исеме алыр инем. Сөнки мин һәр эште еренә еткереп башҡарырға яратам”, – тигән яуабы әле һаман ҡолаҡ осонда сыңлап тора. Был, ысынлап та, шулайҙыр. Сөнки тырышлыҡһыҙ шул тиклем ҡаҙаныштарға эйә булып булыр инеме икән?.. Беҙ уны Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты тип кенә түгел, ә бейеү алиһәһе, мәңгелек матурлыҡ һәм йәшлек символы тип тә беләбеҙ. Сөнки, ғәфү итегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшен әйтеү әҙәпһеҙлек һанала, әммә Сыңғыҙ һылыуы Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙының ғүмер оҙонлоғон билдәләүсе һандарҙы иғлан итеү – үҙе бер ғорурлыҡ. 70 йәштә лә төҫ ташламаған яҡташыбыҙҙың зыялылар, сәнғәт әһелдәре араһында ҡайнауына һоҡланмау мөмкин түгел! Ә нисек бейеүсе булып китте икән ул?


Рәшиҙә Туйсина 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғланды ишетеп ҡала. Конкурста ул үҙе яратып бейегән «Заһиҙә»не башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләй һәм ансамблгә саҡыра.
1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән Рәшиҙә Туйсина алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә. Артабан бейеүсене Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай. Башҡорт  бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
– Һеҙ төрлө илдәрҙең сәхнәләрендә бейегән кеше. Тыуған яҡта сығыш яһауы нисек? – тигән һорауға бейеү алиһәһе:
– Иң көслө алҡыштар – тыуған ерҙә генә! – тип яуап биргәйне. Ошо һөйләмгә сит илдәрҙең тамашасыһын хайран иткән Бейеүсенең тыуған ергә булған бар һөйөүе, тоғролоғо һыйған.
Күркәм юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылаған гүзәл ханымға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, тағы ла оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм киләсәктә лә йәш, матур булып ҡалыуын теләйбеҙ!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Тәбиғәт йырсыһы
Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән йәшел ҡалҡан – урман хаҡында яҙған Ноғман Мусин кеүек әҙип күҙ алдына килә. Минең яҙасаҡ геройым булмышы менән яҙыусылыҡтан йыраҡ торһа ла, уға ла ошо һүҙбәйләнеш тура килә кеүек. Сөнки урман хужалығына 40 йыл ғүмерен арнаған кешене башҡаса атап та булмайҙыр.


Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Урал аръяғында яңы төрлө хужалыҡ барлыҡҡа килә – баш предприятиеһы Баймаҡта урынлашҡан  производство урман хужалығы берекмәһе ойоша. Берекмә коллективының иң төп эшмәкәрлегенең береһе район үҙәге тирәләй йәшел зона төҙөү була. Ҡоролоҡло 1975 йылда урман ултыртыу эшендә Баймаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Ошо эштә үрҙә телгә ала биреп ҡуйған геройым – Билал ауылы егете Ғариф Ҡаһарманов та бар көсөн һалып ерҙә үҙенең тәрән эҙен ҡалдыра, коллективтың алтын фондын тәшкил итә.