14 мая 2012 г.

Тантаналар

Баймаҡта – 67-се Еңеү яҙы
 
9 Май ябай байрам түгел. Ул фашистик Германияны аяуһыҙ һуғышта еңгән ҡаһарман совет халҡының тиңһеҙ батырлығына дан йырлаған изге көн ул. Шуғалыр ҙа беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк, унан да әһәмиәтлерәк дата юҡ. Шанлы яу йылдарын хәтерләткән, һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына мәдхиә йырлаған 9 Май байрамы быйыл да илебеҙҙә киң билдәләнде.
Байрам саралары Баймаҡта ветерандарҙың халыҡ ижады үҙәгенә йыйылып, күмәкләп фотоға төшөүҙән башланды. Унан һуң улар үҙәк майҙанға тантаналы митингҡа йүнәлде.


– Еңеү көнө – ул ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы, беҙҙең уртаҡ ғорурлығыбыҙ һәм тиңһеҙ ҡаҙанышыбыҙ, – тине тәбрикләү телмәрендә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең райондан 16 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шуның 7 меңдән ашыуы батырҙарса һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала. Т.Миңлеғолов, И.Пименов, Ф.Белов, В.Копылов, В.Артамонов, П.Кудимов – Советтар Союзы Геройҙары, Ә.Әлибаев Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. 112-се Баш-ҡорт атлы дивизияһында үҙҙәрен данға күмгән Б.Мәмбәтҡолов, М.Арсланов, И.Әбүталипов, Ә.Сағынбаев, әле Баймаҡта йә-шәүсе Ф. Үҙәнбаевтар менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Гитлерҙың рейхканцелярияһын алған полк командиры И.Ғүмәров, генерал-полковник Д.Журавлев, Сталинградты обороналауҙа ҡатнашҡан Е.Носова, В.Потапова, Ә.Кәримоваларҙың батырлығы үлемһеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ тыл ҡаһармандарының батырлығын онотмайбыҙ.
Һуңғы йылдарҙа илдә, шул иҫәптән республикала һәм районда, оло йәштәге кешеләрҙе социаль яҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Бөгөнгә беҙҙең район буйынса 420 ветеранға торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Был күрһәткес буйынса беҙ республикала ал- дынғы урындарҙы биләйбеҙ.
Район халҡы исеменән һеҙгә, хөрмәтле ветерандар, оло ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт белдереп, Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым. Мәңгелек дан еңеүселәргә!


Артабан ҡотлау һүҙҙәре ме-нән Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса БР Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны З.В. Әхмәтйәнов сығыш яһаны.
Үҙәк майҙан янындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар хөрмәтенә төҙөлгән монументҡа веноктар һалғандан һуң, тантананың иң мауыҡтырғыс өлөшө – парад башланды. Тигеҙ сафтарҙа үткән райондың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, кадеттар, мәктәп уҡыусыларына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Парадтан һуң барса халыҡ үҙенсәлекле концертҡа тамаша ҡылырға, төрлө спорт уйында-рында ҡатнашырға, кемдер тәмле шешлектән ауыҙ итергә йүнәлде. Физик культура һәм спорт буйынса сектор, йәш техниктар һәм эшҡыуарҙар ойошторған спорт саралары, ҡыҙыҡлы уйындар һәм ат-тракциондарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ихлас ҡатнашты.
Байрам саралары кисен дә дауам итте. Сәхнәне “Белые крылья” ансамбле, халыҡ ижады үҙәге артистары сығышы биҙәне. Төнгө Баймаҡ күгендә байрам фейервергы балҡыны.

Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотолары.

Сәсеү-2012

Ҡулайлы ваҡытта тамамланыҡ!
 
Ленин исемендәге АХК коллективы ҡулайлы ваҡытта һәм тейешле технологиялар нигеҙендә иртә яҙғы иген культураларын сәсеүҙе тамамланы. Сәсеү майҙандары структураһында иген культуралары 1750 гектарҙы биләп, шуның 488-ен – һоло, 442-һен – бойҙай, 400-өн – арпа, 43-өн – борсаҡ тәшкил итте, шулай уҡ 143 гектарҙа бер йыллыҡ һәм 300 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сәселде. Хәҙер инде һуң сәселә торған культуралар ҡалды: ҡарабойҙай – 355, кукуруз 120 гектарҙа ултыртыласаҡ.
Әйтергә кәрәк, коллектив быйылғы сәсеү миҙгелен дә яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Ваҡытында техника-агрегаттар ремонтланды, ике өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы, 84 тонна минераль ашлама, 32 тонна элиталы борсаҡ һәм арпа орлоғо һатып алынды, льготалы хаҡ менән етерлек яғыулыҡ-майлау материалдары тупланды. Баҫыу эштәре алдынан йыйылыштар үткәрелеп, башҡарыласаҡ эш күләме өсөн хаҡтар билдәләнде, ярыш шарттары булдырылды.


Яҙғы баҫыу эштәре осоронда унда ҡатнашҡан һәр кем ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте. Сәсеүҙә БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов, республиканың атҡаҙанған механизаторы Айрат Бүкәнбаев, Фәнил Ғәйетбаев һәм Ғәйзулла Сағынбаев агрегаттары иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Тырматыуҙа Хадарис Мортазин, культивациялауҙа Нуриман Гөлбәйетов, Айрат Туйсин, катоклауҙа республиканың атҡаҙанған механизаторы Фәррәх Мәхмүтов, техниканы яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе водитель Юнир Баййегетовтарға тиңләшеүсе булманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы сәсеүҙе тотҡарлыҡһыҙ алып барыуға тос өлөш индерҙе. Хужалыҡтың агрономия (баш агроном Урал Әхмәтйәнов) хеҙмәте, профсоюз комитеты (рәйесе Морат Ишкинин), бригадирҙар Урал Гөлбәйетов, Азат Исхаҡовтар үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.
Хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү саралары быйыл да киң ҡулланылды. Даими рәүештә удар бер, өс көнлөктәр ойошторолдо, унда еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырылды. Ярыш барышы “молния”ларҙа сағылыш тапты.
Производствоның башҡа участкаларында ла эш ҡайнай. Малсылыҡта һөт етештереү арта, тулайым көндәлек һауым 75 центнер, көндәлек уртаса һауым 15,1 кг тәшкил итә. Әле коллектив ағымдағы эштәрҙе тамамлау һәм район һабантуйына әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл.

Ғ. Сәлимов, хужалыҡ рәйесе, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Һүрәттә: Д.Үҙәнбаев, Ғ.Сағынбаев, Ф.Ғәйетбаев.

Рәсми бүлек

Асыҡ тыңлауҙар
 
2012 йылдың 10 майында муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында “Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте. Унда район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.
Асыҡ тыңлауҙарҙа муниципаль район Советы депутаты Р.Ф. Хөснөтдинова сығыш яһаны, һөҙөмтәлә Советтың атап үтелгән ҡарар проектына өҫтәмә рәүештә төҙәтмәләр индерергә тәҡдим ителде.


Халыҡты ҡабул итеү
 
16 майҙа сәғәт 2-лә муниципаль район хакимиәте бинаһында (Баймаҡ, С.Юлаев проспекты, 36, 301-се бүлмә) Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса күсмә ҡабул итә. Үҙегеҙ менән шәхесте аныҡлаусы документ алып килеүегеҙ мотлаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-10-07.

* * *
 
16 майҙа сәғәт төшкө 2-нән 4-кә тиклем муниципаль район хакимиәтенең 204-се бүлмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын, инвалидтарын, тыл хеҙмәтсәндәрен БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса идаралыҡ начальнигы Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге начальнигы Татьяна Васильевна Денисова, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының Сибай ҡалаһындағы бүлеге начальнигы Зөһрә Риф ҡыҙы Байбулова, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров, РФ Пенсия фонды идаралығы начальнигы Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы Мараканова ҡабул итәсәк.
Белешмәләр һәм ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн телефон: 3-10-07, 3-18-81.
Ҡабул итеүгә яҙылғандарҙың үҙҙәре менән паспорт һәм льготаларға хоҡуғы тураһындағы таныҡлығын алып килеүе мотлаҡ. 

Сәйәсәт

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр йыйылды
Ошо кесе йомала муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Баймаҡ районы урындағы бүлексәһенең конференцияһы үтте. Уның эшендә партияның урындағы 74 беренсел ойошмаһынан 59 делегат, урындағы политсовет, мандат, контроль-ревизия комиссиялары ағзалары ҡатнашты. Әйткәндәй, әлеге көндә беҙҙең районда 1018 кеше – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы. 

Конференцияны хакимиәттең эштәр идарасыһы, урындағы башҡарма комитет етәксеһе  Р.Ф. Иҫәнбаев алып барҙы.

“Йәштәргә – эш” акцияһы

Хеҙмәт баҙары кемде талап итә?
Күптән түгел 105-се һөнәрселек лицейында халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы тарафынан ойошторолған “Йәштәргә – эш” акцияһы үтте. 
Был көндө тиҫтәнән ашыу учреждение, предприятие, ойошма үҙҙәренә белгестәр, эшселәр эҙләне. Ошонда уҡ үҙ эшен асып эш урындары булдырған йүнселдәр күргәҙмә ойошторҙо.
Айырым кабинетта психологик тест, тренинг үтеү мөмкинлеге лә булдырылған. Теләгән һәр кем психологтар ярҙамында үҙенә ниндәй һөнәр кәрәклеген билдәләй алды.


“Йәштәргә – эш” акцияһы артабан “Түңәрәк өҫтәл” артында дауам итте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры В.Р. Хисмәтуллин, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ секторы мөдире Г.М. Асылова, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Яҡшығолова, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ю.Ю. Әминев, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы методисы З.Р. Мәһәҙиева, 105-се һөнәрселек училищеһы директоры урынбаҫары Р.Һ. Сәйфиев, Сибай политехник колледжы директоры Л.Х. Байморатов ҡатнашты.

Саралар

Ҡурайсы рухы һүнмәҫ!
Икенсе Этҡолда тыуып үҫкән сәнғәт эшмәкәре, ҡурайсы,
ҡумыҙсы Зыя Ишбулды улы Хәлиловтың исеме районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле.
Ошо кесе йома З.Хәлиловтың тыуған йортонда ҡурай һәм ҡумыҙҙы мәңгеләштергән стеланы асыу тантанаһы ла ауыл тарихында ҡала торған ҙур ваҡиғалар рәтенә инде.  
 

Арабыҙҙан бик иртә – 56 йәшендә генә киткән Зыя Ишбулды улының яҡындары, алыҫ тарафтарҙан – Өфөнән, Күмертауҙан коллегалары, дуҫтары ла килгән ине. Тантана башында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы А.Ә. Тажетдинов стеланы асты. Унан Илдус Әдиф улы үҙенең телмәрендә Икенсе Этҡолдоң күренекле шәхестәргә бай булыуын, халыҡтың уларҙы онотмауын, бөйөк эштәрен үҫеп килгән быуынға еткереүен белдерҙе. Ул стела проектын төҙөүсе Дамир Яҡуп улы Аҡназаровҡа һәм уны эшләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән “Строймеханизация” ЯАЙ-һының генераль директоры Н.А. Тажетдиновҡа, ҡунаҡтарға хакимиәт исеменән рәхмәт белдерҙе.

Автоуҙыш

Рәсәй – Башҡортостан – ДОСААФ
Алыҫтан уҡ байрамса биҙәлгән, Дәүләт флагтары таҡҡан машиналар иғтибарҙы йәлеп итте – Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе тарафынан көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап иғлан ителгән автоуҙыш килә!..

Был тамашаны һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Рәсәй – Башҡортостан – ДОСААФ араһындағы тығыҙ бәйләнеште, дуҫлыҡ ныҡлығын иҫбатлаған был сараны йыл да уҙғарыу матур бер йолаға әүерелгән. Быйыл иһә ул “2012-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.