15 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

     Удар биш көнлөк
     Иген культураларын сәсеүҙе тамамлау буйынса 15 майҙан 19-ына ҡәҙәр район буйынса удар биш көнлөк иғлан ителә. Уның һөҙөмтәләре буйынса район хужалыҡтары һәм КФХ-лар араһында 3 призлы урын билдәләнәсәк һәм еңеүселәр “Һабантуй-2012” байрамында бүләкләнәсәк.
     Ауыл хужалығы бүлеге.
 
     Орлоҡҡа – субсидия
     БР Ауыл хужалығы министрлығының 24 апрелендәге приказы нигеҙендә элиталы орлоҡсолоҡҡа субсидия бирелә. 2011 йылдың 4-се кварталында һәм 2012 йылда элиталы орлоҡ һатып алған ауыл хужалығы тауары етештереүселәре ошондай дәүләт ярҙамы аласаҡ. Районда субсидияға 18 хужалыҡ (бөтәһе 493 тоннаға) дәғүә итә.
     Ф. БАЙЙЕГЕТОВ,
     мәғлүмәт-консультация үҙәгенең белгес-эксперты.

 
     Яңы китап сыҡты
     Ҡолсора ауылынан арҙаҡлы шәхесебеҙ, әүҙем яҙыусыбыҙ Салауат Мөхәмәтшиндың ошо көндәрҙә күләмле китабы донъя күрҙе. Ул бер нисә өлөштән тора. Автор Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдаштарының фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡаһарманлыҡтары хаҡында бәйән итә, фотоларға ла ҙур урын бирә. Ауылдың социаль-мәҙәни тормошон үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәт уңғандарына дан йырлана.
 
     Операция иғлан ителә
     Рәсәй эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлеге ағымдағы йылдың 15 майынан 22 майға тиклем “Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль” профилактик сараһы үткәрә. Ул милек урлау буйынса енәйәттәрҙе иҫкәртеү, булдырмау һәм асыҡлау, фатирҙарҙы, шәхси йорттарҙы, автомобилдәрҙе һаҡ аҫтына алыу маҡсатында ойошторола. Өҫтәмә мәғлүмәттәр буйынса 2-16-54 телефоны аша бүлектең дежур часына мөрәжәғәт итергә.

     Китап сауҙаһы ойошторола
     19-23 майҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡала һәм райондары буйлап китап сауҙаһы ойоштора. Ул Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығына арнала.
     Республика халҡы иғтибарына нәшриәттә сыҡҡан өр-яңы баҫмалар: Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” роман-дилогияһы, “Вклад Башкирии в Победу России в Отечественной войне 1812 г.” йыйынтығы, “Любезники-любизар” буям китабы, 2012 йылғы “Ҡаһым түрә” һәм “Йәнтүрә” тип аталған календарҙар тәҡдим ителәсәк.
     Китап сауҙаһы 20 майҙа иртәнге сәғәт 10-дан Баймаҡ ҡалаһының Үҙәк баҙарында ойошторола.
     Лилиә ТАКАЕВА.

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ЯҢЫЛЫҠ

Рәшиҙә Туйсинаға – С.Юлаев ордены!

     11 майҙа Өфө ҡалаһының “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үҙенең бейеүе менән әллә нисә быуын тамашасыһын әсир иткән, Урал тауҙарының хозурлығын, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәллеген донъя кимәлендә данлаған, башҡорт бейеүен бар донъяға танытҡан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев һәм Ғ.Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, бейеү легендаһы Рәшиҙә Туйсина үҙенең оло юбилейын билдәләне. Унда ижадына ғашиҡ тамашасыһы алдында бейеү алиһәһе визит карточкаһына әүерелгән, әллә күпме уңыштар килтергән, алҡыштар яуҙырған “Заһиҙә” бейеүен башҡарҙы, тағы ла байтаҡ бейеүҙәре менән әсир итте. Тантаналы кисәлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашып, уны юбилейы менән тәбрикләне, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.


     Юбилей концертында Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры, Өфө сәнғәт училищеһының бейеүселәре сығыш яһаны. Бейеү легендаһын күркәм байрамы менән бихисап билдәле шәхестәр менән берлектә Баймаҡ районынан делегация һәм Баймаҡ яҡташтар берлеге лә ихлас ҡотланы, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

     Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
     ҺҮРӘТТӘ: Президент бейеү алиһәһен тәбрикләй.

Ауыл хужалығы

Фермерҙар йыйылышы 

     Үткән йомала муниципаль район хакимиәтендә ғаилә һөт фермалары программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрелде. Уны “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге ойошторҙо. Сараны район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров алып барҙы.
     Кәңәшмәлә үҙҙәренең һөт производстволарын булдырырға теләгән һәм уның өсөн әҙерлек эштәре алып барған фермерҙар ҡатнашты. Улар алдында “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ААЙ-һының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы Ә.Һ. Байсурин сығыш яһап, һеҙҙең менән банк айырым шарттарҙа кредитлау хеҙмәттәрен тәҡдим итә ала, тип белдерҙе.  
     Йыйылыусылар шулай уҡ эш башлау алдынан барлыҡҡа килгән, документтар туплауҙағы проблемаларҙы әйтеп бирҙе. Залогҡа милек тапшырыу, ер бүлемдәре, биналар алыу, бизнес-план, проект документацияһы төҙөү – тап ошо һорауҙар көн ҡаҙағында булды. Бынан тыш, кәңәшмәлә техника һатып алыуға субсидия юллау тәртибе лә ҡаралды.
     Әйткәндәй, Сыңғыҙҙан Нияз Уразбаев һәм Һаҡмарҙан Радик Арғынбаев программала ҡатнашыу өсөн Рәсәй ауыл хужалығы банкынан кредит алыуға документтар пакетын тапшырған да инде.

     Н. БУЛАТОВ.

Иртәнге көндө хәстәрләп

 
     ...Салауат исемендәге АХК-ның баш агрономы Юлай Ҡаһарманов оҙатыуында  Сереккүл янындағы “Хәжәр арты” баҫыуына барғанда, игенселәр бойҙай сәсеү менән мәшғүл ине.
     –    Дөйөм алғанда, беҙ 2760 гектарҙа яҙғы сәсеүҙе башҡарырға тейешбеҙ, шуның 1820-һен иген культуралары биләйәсәк, – тине Юлай Фәсхетдин улы. – Егеттәр тырышып эшләй, улар бар нәмә менән ваҡытында тәьмин ителә.
     Кисәге көнгә салауаттар 780 гектарҙа эштәрҙе тамамлаған. 480 гектарҙа бойҙай, 220 гектарҙа – һоло, 30 гектарҙа – борсаҡ, 50 гектарҙа  орлоҡҡа көнбағыш сәселгән. Хәҙер баҫыу эшсәндәренә  550 гектарҙа арпа, 230 гектарҙа – кукуруз, 120 гектарҙа – рапс һәм 200 гектарҙа донник үләнен сәсәһе ҡалған.  


     Орлоҡ етерлек күләмдә бар, ағыулау үткәрелгән. “НПК-Агрофоска” маркалы минераль ашлама һатып алынған, ул гектарына 60-70 килограмм нисбәтендә бойҙайға индерелгән.
     Ю.Ҡаһарманов белдереүенсә, көндәлек эш күләме 120 гектар тәшкил итә. Был эште Рәжәп Ғайсин, Хәйҙәр Усманов, Зәбир Ниғмәтуллин, Радмир Вәлиев, Флүр Әминевтың агрегаттары башҡара. Улар шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу менән дә шөғөлләнгән. Тырматыуҙа Айрат Күсеев, Зәбир Рамаҙанов тырышып эшләй.    
     Мөдир Мансур Ғәббәсов етәкселегендәге ырҙын табағы эшселәре лә һынатмай, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Орлоҡ ташыуға иһә ЗиЛ-130 автомашинаһы менән Сәғит Йәһүҙин йәлеп ителгән. Хеҙмәтсәндәрҙе ашатыу сменаһына 3 мәртәбә ойошторолған. Әйтергә кәрәк, кооператив етәкселеге 105-се һөнәрселек лицейынан практикаға килгән 6 уҡыусының да эшен юғары баһалай.  
     Игенселәр менән осрашыуҙан һуң беҙ Талҡаҫ буйына, “Шөгөр” йәйләүенә юлландыҡ. Бында йәйге базала реконструкция эштәре үткәрелә ине. Ул апрель аҙағынан бирле кооперативтың үҙ көсө менән башҡарыла, был эшкә малсылыҡ өлкәһе белгестәре йәлеп ителгән. Әйткәндәй, тиҙҙән кооперативта техник-осеменаторҙарҙың һәм һауынсыларҙың район конкурсы үтәсәк, әле шуға әҙерлек бара. Дөйөм алғанда, йәйләүҙә 200 баш һыйыр малы көтөлә. Әлегә бында кәртәләр, бағаналар яңыртылған, һауыу урынында асфальт түшәлеп, уның ҡыйығы, тирә-яғы профилле ҡалай менән ябылған. Ғөмүмән, бында һауынсыларға һәм белгестәргә тейешле эш шарттары тыуҙырыласаҡ.        

     Айбулат ИШНАЗАРОВ.
     Автор фотоһында: Зәбир Ниғмәтуллин.

ТӨБӘКТЕ ҮҪТЕРЕҮ КОМПЛЕКСЛЫ ПРОГРАММАҺЫ

     Ауыл хужалығы кооперативын ойоштороу отошломо?

     Күптән түгел Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда 2011-2015 йылдарға Урал аръяғы райондарын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Ҡулланыусылар кооперацияһының әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү. Ауыл хужалығы кооперацияһын ойоштороу” темаһына арналған төбәк кәңәшмәһе үткәйне. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов алып барҙы.

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ

Ренуар Баймаҡ данын арттыра

     “Шөгөров” КФХ-һы арғымағы йәнә ҙур еңеү яуланы
     Баймаҡты республикала аҫаба башҡорт халҡының төп этник өлөшө йәшәгән, рухи ҡиммәттәре, ауыҙ-тел ижадының аҫыл өлгөләре, милли колоритлы йолалары һаҡланған төбәк кенә түгел, ә башҡорт тоҡомло йылҡының алтын генофонды һаҡланған төйәк булараҡ та яҡшы беләләр. Айырыуса һуңғы йылдарҙа районыбыҙ йылҡысылыҡ спортын маҡсатлы үҫтереү буйынса Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә лә ҙур танылыу яулай бара. Элекке Баймаҡ тәжрибә хужалығы, бөгөн инде “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Аҡморон” АХК-һы, “Шөгөров” КФХ-һы, шәхси хужалыҡтар арғымаҡтарының һәм юртаҡтарының төбәктә генә түгел, республика, Рәсәй күләмендә үткән ат спорты ярыштарында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүе быға асыҡ дәлил.


     Иҫке Сибай ауылынан “Шөгөров” КФХ-һы етәксеһе Алмас Шөгөровты бөгөн районда йылҡысылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнгән фермер булараҡ яҡшы беләләр. Бәләкәйҙән ат йәнле булып үҫкән, район, төбәк һабантуйҙарындағы бәйгеләрҙә бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәгән егеттең ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған спорт төрөнә һөйөүе тәбиғи ҙә. Ғаилә ҡороп, нығынып алғас, Алмас Шәфҡәт улы фермер хужалығы булдыра һәм йылҡысылыҡты маҡсатлы үҫтереүгә тотона.
     “Шөгөров” КФХ-һының был тәңгәлдә яулаған ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ. Тәүҙә Реактор һәм Мейбибара ҡушаматлы тоҡомло арғымаҡтар һатып алыу һәм уларҙы ярыштарға әҙерләүҙән башлана эш. Иҫке Сибай ауылынан Иҙел Бикбулатовты махсус рәүештә “Аҡбуҙат” ипподромында уҡытып, (республикала билдәле белгестәр Снежанна менән Рәмзил Таймасовтар өйрәтә) тренер-жокей итеп эшкә саҡыра КФХ етәксеһе. Ике йыл самаһы эшләү осоронда Иҙел бар өмөттәрҙе аҡланы. Был егет Реактор, Экваториал, Мейбибара, Ренуар Ремикс ҡушаматлы арғымаҡтарҙа район, төбәк, республика, Рәсәй кимәлендәге ат спорты ярыштарында бер ҡасан да еңмәйенсә ҡайтҡаны юҡ. Был тәңгәлдә айырыуса былтыр Ҡуянтауҙа “Аҡъял” ипподромында үткән республика, быйыл Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһы ипподромында ойошторолған төбәк-ара ат спорты ярыштарында өлгәшкән ҡаҙаныштары ҡыуаныслы.
     Ошо көндәрҙә “Шөгөров” КФХ-һының Иҙел Бикбулатов идара иткән Ренуар Ремиксы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында уҙған ат спорты байрамында йәнә район намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәште. 3 йәшкә тиклемге 17 сабыш аты араһында Ренуар Ремикс берәүҙе лә еткермәй финишҡа иң беренсе булып килде. Әйткәндәй, был арғымаҡ былтыр Ҡуянтауҙағы ярыштарҙа ла иң етеҙе булып сыҡҡайны.
     Фермер хужалығы йылдан-йыл йылҡысылыҡ тармағын үҫтерә, арғымаҡтар, юртаҡтар һанын арттыра бара. Әле 2 июндә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында үтәсәк өлкә ат спорты ярыштарына Мәҙинә ҡушаматлы менге атын һәм Фрегат ҡушаматлы юртаҡты әҙерләү менән мәшғүлдәр.Бер үк ваҡытта фермер йылҡы өсөн заман талаптарына яуап биргән яңы ат аҙбары төҙөй.
     Баймаҡ арғымаҡтарының данын Башҡортостанға, Рәсәйгә танытҡан Алмас Шөгөров кеүек егеттәрҙән үрнәк алайыҡ!

     Азамат МӨХӘМӘТШИН.
     ФОТОЛА: И.Бикбулатов Ренуар Ремикс менән Арғаяштағы еңеүҙән һуң.

ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ

     Бурыслы үлмәй, тиһәләр ҙә...

     Бөйөк бер аҡыл эйәһе: “Бурыс – ҡоллоҡтоң башы” тигән. Иң ауыр мәл – бурысҡа алғанды кире ҡайтарыу ваҡыты. Дуҫтарға йәки туғандарға бирәсәкте әллә ни эҙемтәләрһеҙ генә кире ҡайтарырға мөмкин дә ул, ә бына фатир өсөн түләүҙәр менән ни эшләргә? Ҡайһы берәүҙәр: “Беҙҙең бер нисә генә айлыҡ бурысыбыҙ бар, нишләп беҙҙе «ҡара» исемлеккә индерҙеләр икән?” – тип аптырашҡа ҡала. Торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тулы күләмдә һәм ваҡытында түләү буйынса билдәләнгән талаптарҙы үтәмәүселәр бурыслы тип һанала.

     Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәү – ҡалабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарын борсоған иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Халыҡтың идарасы компаниялар һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдындағы бурысы – коммуналь хеҙмәткәрҙәргә үҙҙәренең йөкләмәләрен тулыһынса һәм сифатлы итеп үтәүгә етмәгән финанс саралары ул. Бында шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: бөтә түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарған кешеләр ҙә бурыслылар арҡаһында ыҙа сигә.
     Анализ күрһәтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙә барыһына ла бер үк шарттар булһа ла, “иң тәртипле” граждандар – пенсия йәшендәгеләр (юғары килемдәре менән маҡтана алмаһалар ҙа), йәштәрҙе әллә ни “тәртипле” тип әйтеп булмай, шулай ҙа улар бер аҙ кисектереп булһа ла, даими түләргә тырыша. Йәмғиәтебеҙҙең асоциаль төркөмө вәкилдәре, йәғни эскеселәр, наркомандар һ.б. түләүҙең ни икәнен дә белмәй, башҡа кешеләрҙең елкәһендә йәшәй, тиһәк тә хата булмаҫ.
     Түләмәүселәрҙе шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин. Беренселәре – бюджеттан аҡса алыусылар – аҡсалары булмаһа, бурыслылар рәтен тултыралар; икенселәре – аҡса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр – торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләргәме әллә икенсе әйбер (аҙыҡ-түлек, кейем-һалым) алырғамы тигән һайлау алдында ҡалыусылар; өсөнсөләре – хәлле ҡулланыусылар – уларҙың дөйөм сығымдары структураһында коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләү бәләкәй генә бер өлөштө тәшкил итә.
     Бурыслыны табыуы ауыр түгел, уның тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәт бар, тик уға тейешле аҡсаны түләргә кәрәклеген аңлатыуы күпкә ҡатмарлыраҡ. “УКЖФБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт мәғлүмәттәре буйынса былтыр күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ҡала халҡының 95,8 проценты ваҡытында түләгән. Бурыстар булдырмау, уларҙы йыйыу маҡсатында йәмғиәт тарафынан махсус саралар күрелә. Йорттар буйынса тәғәйенләнгән яуаплы кешеләрҙең һорауы буйынса өс айҙан күберәк бурысын түләмәгәндәрҙең исемлеге бирелә. Шулай уҡ коллектор агентлығы менән килешеү төҙөлгән. Ай һайын подъездарға йәки мәғлүмәт стендтарына торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн бурысы булғандарҙың фатир номерҙары күрһәтелгән исемлек эленә. Бурыстарын түләмәүселәр йәмғиәт тарафынан даими контролдә тотола. Улар менән әңгәмәләр үткәрелә, түләмәү эҙемтәләре аңлатыла, субсидиялар, башҡа льготалар менән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
     Коммуналь хеҙмәттәр менән ҡулланған өсөн түләмәү проблемаһы бихисап ҡалалар өсөн актуаль булып ҡала. Барыһы ла граждандарға биреп торған сараларҙы кире ҡайтарырға тырыша, мәсьәләне хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләй, ләкин берәү ҙә универсаль ысул таба алмай. Ә бурыстарҙың йыйылыу эҙемтәһе бик етди. Нишләргә һуң? Бәлки, бурыс йыймаҫҡалыр? Ә бит “бурыс соҡоро”на юл ҡыҫҡа ғына...

     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

12 МАЙ – МИЛЛИ АҒАС УЛТЫРТЫУ КӨНӨ

     Урмансылар ҡулынан ҡалабыҙ биҙәлә
 
     12 май – Милли ағас   ултыртыу көнө булараҡ икенсе йыл ғына билдәләнә. Был көндө “Баймаҡ урмансылығы” ДБУ-һы коллективы ҡала баҡсаларына ағас үҫентеләре ултыртыуға сыҡты. Әйтергә кәрәк, бындай сауаплы эшкә урман һағында торған бөтә коллектив йәлеп ителде. Уларға яраҙмға ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусылары ла килде.
 
     Дөйөм алғанда, был көндө Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 200 меңгә яҡын кеше 25 миллион төп ағас ултыртҡан.
     – Был сара йәмәғәтселек иғтибарын урмандарҙы һаҡлау мәсьәләһенә йәлеп итеү, шулай уҡ кешеләрҙә йәшеллеккә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторола, – тине “Баймаҡ урмансылығы” ДБУ-һы директоры Д.Д. Абдуллин.
     Милли ағас ултыртыу көнө бөтә ил кимәлендә тәүге тапҡыр 2011 йылда – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән Халыҡ-ара урман йылында үткәрелгәйне. Рәсми рәүештә был көн майҙың икенсе шәмбеһендә билдәләнә.
     Дөйөм алғанда, 12 майҙа урмансылар 5 меңгә яҡын төп ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты. Улар киләсәктә ҡалабыҙҙың бер биҙәге булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоһы.

БӨЙӨК ЕҢЕҮГӘ ДАН!


 Себерҙең һалҡын елдәре сәләм еткерһен!
 
     Әле мин йәшәгән Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһында матур бер йола бар. Еңеү байрамына 1 ай ҡалғас, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ветерандарға ҡуйылған һәйкәл янына конверт рәүешендә ҙур бер ҡумта ҡуялар ҙа, кемдәр ниндәй ветерандарҙы белә, туғандарының, яҡындарының исем-шәрифтәрен яҙып, шул ҡумтаға төшөрә. 9 май көнө, бөтә халыҡ майҙанға йыйылғас, һәйкәл янында һаҡта торған уҡыусылар шул хаттарҙы тантаналы шарттарҙа алып уҡый. 4-5 йыл инде шул ҡумтаға мин дә хаттар төшөрәм. Ҡартатайым – Ғәлимйән Байгилдинды ғына яҙып һалһам, башҡа олатайҙар мәхрүм ҡалыр һымаҡ. Кемдәрҙе иҫләйем, онотмағанмын – барыһын да яҙып һалам. Бына минең хатҡа ла сират килеп етте, яңғыратып, аҙан һымаҡ уҡый башланылар... Мөхәмәдйән Әбдрахманов, Ғәлимйән Байгилдин, Ибраһим Бейешев, Нурислам Бейешев, Мәхмүдйән Ғәлин, Ғибәҙулла Исхаҡов, Нәбиулла Кәлимуллин, Әхсән Ҡылысов, Һибәтулла Сәлимов, Һөйөндөк Сәлимов, Әлибай Сәғәҙиев, Хәкимйән Йәрмөхәмәтов, Рамаҙан Тимербулатов, Мырҙабулат Тимербулатов, Ғәйзулла Теүәлбаев, Нуритдин Шәйәхмәтов олатайҙар... Онотҡандарым булһа, кисерегеҙ. Майҙанда торғанда был исемдәрҙе ишеткәс ҡолаҡтарым сыңланы, йөрәгем дөп-дөп типте, күҙҙәремә йәштәр эркелде...
     Себерҙең һалҡын елдәре поста уҡылған олатайҙарҙың исемдәрен, ҡайнар сәләм итеп, улар ерләнгән ҡәберҙәренә еткергәндер. Ә быйыл исемлеккә Чечня һуғышында һәләк булған Вәхит Әхмәтов ҡустыны ла өҫтәнем. Таныштар: “Әллә бөтә Башҡортостан ветерандарының исемлеген бирҙеңме?” — тип аптырай. Юҡ, былар – беҙҙең Ишмөхәмәт ауылының ғына геройҙары! Әле мин белгәндәремде генә яҙҙым... Ә күпме ауылдаштар һуғыш яланында ҡалған?..
     Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, уларҙы онотмайыҡ! Исемдәренә тап төшөрмәйек! Уларға – мәңгелек дан!
 
     Гүзәл ӘХМӘРОВА.
     Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһы.

 
     Тыл ветерандарын хөрмәтләнек
 
    Ҡатындарҙы тол, балаларҙы етем иткән, ҡыҙҙарҙы һөйгән йәрһеҙ ҡалдырған һуғыш илебеҙгә бөтмәҫ ҡайғылар алып килде. Семеновск, Йолалы, Ольховка ауылдарынан да 100-ҙән ашыу ғаилә «ҡара ҡағыҙ» алды.
     Ҡәһәрле һуғыш михнәттәрен күреп, 4 йыл барған һуғышта һаулыҡтарын бөтөрөп ҡайтыусы яугирҙарҙы тыуған яҡтарында тағы ла бер һынау көтә ине: партия ҡушыуы буйынса һуғыш емереклектәрен төҙәтеү, халыҡты, бала-сағаны икмәккә туйындырыу, мәктәптәрҙе  тергеҙеү, белем биреү һ.б. Йәнен-тәнен аямаған һуғыш һәм тыл ветерандарын нисек хөрмәт итмәйһең!
     Беҙ ҙә, Семеновск ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, уҡытыусылар, уҡыусылар менән берлектә тыл ветерандарын хөрмәтләү тантанаһын ойошторҙоҡ, концерт ҡуйҙыҡ.
     Оҙаҡ йылдар Семеновск мәктәбендә директор вазифаһын тартыусы Ғәлимйән Иҙелбаевтың да беҙҙең аранан китеүенә 2 йыл булды. Ул берҙән-бер һуғыш ветераны ине. Тыл ветерандарының да сафы һирәгәйә. 9 майҙа тыл ветераны Яңылбикә Мөхәмәтрәхимованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 40 көн тулды... Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә ул: “Һуғыш бөткәнен ишеткәс тә бер тәүлек иланым. Саҡ икмәккә туйҙыҡ”, –  тигәйне.
     Илдәр тыныс торһон! Ветерандарыбыҙ, һау ғына булығыҙ, бирешмәгеҙ!
    
 Миңзәлә МЫРҘАБАЕВА, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
     Семеновск ауылы.

15 МАЙ – ХАЛЫҠ-АРА ҒАИЛӘ КӨНӨ

     ЯРТЫ БЫУАТ БЕРГӘ... 

     Туҡтап торор арба түгел,
     Ғүмерҙәр үтә осоп.
     Һаман шулай килһәң ине
     Яурындан мине ҡосоп...
     – тип йырлана һәүәҫкәр композитор Әминә Бикташева ижад иткән йырҙарҙың береһендә. Был йәһәттән автор уңған. Бына 50 йыл инде – ярты быуат шатлыҡта ла, хәсрәттә лә уға терәк-таяныс булып, яурынынан ҡосоп Рәүеф Ғәлләм улы тормош һуҡмағынан йәнәшә атлай. Бер-береһенә тоғро булған пар йөрәктәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Әле яңыраҡ ҡына Сыңғыҙ халҡына ошо һоҡланыу хисен кисерергә тура килде. Ауыл клубында Бикташевтарҙың алтын туйҙары уҙғарылды.


     Ғаилә башлығы Рәүеф Ғәлләм улы сығышы менән Ейәнсура районы Икенсе Назар ауылынан. Ә Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы Баймаҡ районы Шүлкә ауылында буй еткергән. Бынан 50 йыл элек – студент саҡта уҡ сәстәрен-сәскә бәйләүсе парҙы тәбрикләү, уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашыу бәхете сыңғыҙҙарға тәтеүе юҡҡа түгел. Әлеге көндә мәғариф ветерандары булған Бикташевтар йәш сағында нәҡ Сыңғыҙ мәктәбенә эшкә килә. Шуға ла был ауыл улар өсөн ғәзиз төйәккә әйләнгән. Бөгөн Бикташевтар Сибай ҡалаһында ғүмер кисерһә лә, йыш-йыш ҡына  Сыңғыҙға ҡайта. Бында уларҙың йәшлектәре үткән, ҡыҙҙары Зөмәрә, Миңзәлә, Мәрйәм ошонда буй еткергән, улдары Ғаяз бында тыуған. Сыңғыҙҙың һәр һуҡмағы, һәр боролошо таныш та, ҡәҙерле лә Бикташевтарға. Утыҙ йылға яҡын ҡатышып, ҡунаҡҡа саҡырышып йәшәгән күршеләре, хеҙмәттәштәре, хөрмәт менән ҡараған ауылдаштары һағындырмай түгел, һағындыра. Шуға ла Сыңғыҙ клубына уларҙы йыйып, күҙмә-күҙ осрашып, ғаиләнең юбилейын уртаҡ итеү – ике яҡ өсөн дә кәрәк тә, танһыҡ та ине. Йәштәргә үрнәк булған бәхетле парҙарҙы ҡотларға теләүселәр күп ине. Улар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, изге теләктәре менән бергә рәхмәттәрен еткерҙе. Ни өсөн тигәндә Бикташевтар бер нисә быуынға белем биреүсе уҡытыусылар. Рәүеф Ғәлләм улы физика фәненән уҡытһа, Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләне. Уларҙы ҡотларға тип уҡыусыларының да килеүе юбилярҙар өсөн оло мәртәбә булды. Ә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бер сәхнә булып сығып теҙелеп тороуы һәм иң изге теләктәрен еткереүе, Ғаяз ағайҙың әсәҺе ижад иткән йырҙарҙы башҡарыуы түрҙә шат йылмайып ултырған парға тағы ла шатлыҡ өҫтәне. Ауыл биләмәһе башлығы Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы Сәғәҙәтова иһә Бикташевтарҙы йәшлегенә алып ҡайтып, яңынан бер-береһенә алтын балдаҡ кейҙерергә мөмкинлек бирҙе.
     Бикташевтар хаҡлы ялда булһа ла, әүҙемлеген юғалтмай. Ярҙам һорағандарға кәңәш биреп, изге башланғыстарын хуплап, дәртләндереп тора улар.
     – Әминә һәм Рәүеф Бикташевтар Сыңғыҙға килеү менән үҙҙәрен ошо ауыл кешеһеләй итеп тойҙо һәм уның киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәнеләр, әле лә борсолоп, хәл белешеп торалар. Беҙ уларҙы ауылдаш тип әйтергә тулы хаҡлыбыҙ, – ти сыңғыҙҙар.
     Ә Бикташевтар иһә яуап итеп: «Ярай әле яҙмыш беҙҙе Сыңғыҙға илткән. Бында дәртле, киң күңелле, алсаҡ кешеләр йәшәй», – ти. Балалары ла ошо ауылда буй еткереүенә шатлана.
     Алтын туй тантанаһы бик йылы аралашыуға ҡоролдо. Уны ауыл таланттары, юбилярҙарҙың улы Ғаяз Бикташев, Ейәнсуранан килгән популяр йырсы Вафа Мәүлитов башҡарыуында Әминә Бикташева ижад иткән йырҙар биҙәне.
     Бына шулай, Сыңғыҙ ауылы данлыҡлы шәхестәре менән генә түгел, күркәм, өлгөлө ғаиләләре менән дә ғорурлана ала.

     Резеда УСМАНОВА.

ОСРАШЫУҘАР

Халыҡ шағирын яҡындан күрҙек
 
     Яңыраҡ Баймаҡ лицей-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев менән бик матур осрашыу үтте. Беҙгә Рауил олатай тормош иптәше Фәриҙә инәй һәм дуҫы З.Вәлитов менән килде. Кисәлә халыҡ шағиры үҙенең ижад юлы хаҡында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны, уҡыусыларҙың һорауҙарына ҡыҙыҡлы итеп яуап бирҙе. Шиғриәт байрамында Бикеш мәктәбе уҡытыусыһы, йәш шағирә Зилә Ғәйетҡолова ла ҡатнашты. Ул үҙенең шиғырҙарын уҡыны, тәүге китабы сығыу уңайынан исем туйына саҡырҙы.
     Был осрашыу, бөйөк шәхесте яҡындан күреү минең кеүек ябай интернат уҡыусыһы өсөн оло шатлыҡ булды. Р.Бикбайҙың сығышы, йәшәүгә әйҙәүе, уҡыған шиғырҙары мине дәртләндереп, әллә ниндәй сихри киңлектәргә илтте, матур хыялдар иленә алып китте. Бындай йәмле осрашыуҙы ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен.

     Ленария ЙӘНБИРҘИНА, 10-сы «в» класы уҡыусыһы.

БЕҘГӘ ЯҘАЛАР

Иң яҡшы ата-әсәләр комитеты билдәләнде
 
     Беҙҙең Билал мәктәбе директоры Арсен Әминев, уның тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Сәғүрә Кәримова быйылғы уҡыу йылында “Иң яҡшы эшләүсе ата-әсәләр комитеты” конкурсы иғлан итте. Ата-әсәләр комитеты ағзалары сәмләнеп ярыша башланы: кәрәк саҡта тиҙ генә йыйылып кәңәш ҡора, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтеп, һәр эшкә йомғаҡ яһай. Положение буйынса иң күп мәрәй йыйған өс класҡа Талҡаҫ күленә бер көнлөк ял ҡаралған ине. Был ялдың сығымдарын ҡаплау маҡсатында президент һайлауҙарында йәрминкә үткәрелде.
     Шулай итеп, бөтә күрһәткестәр буйынса иң күп мәрәй йыйыусы 2-се класс (етәксеһе И.Әфләтунова, ата-әсәләр комитеты ағзаһы В.Мөхәмәтйәнова), 6-сы класс (класс етәксеһе Р.Хәйҙәрова, ата-әсәләр комитеты ағзаһы Г.Үҙәнбаева) һәм 10-сы класс (класс етәксеһе Н.Кәримова, ата-әсәләр комитеты ағзаһы Р.Сәғитова) уҡыусылары хаҡлы рәүештә еңеүсе булды. Улар араһынан 2-се класс тураһында гәзит сығарылып, Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарға таратыласаҡ. Илүзә Нурислам ҡыҙының: “Был өс класта – барыһы ла мин уҡытҡан уҡыусылар!” – тип ҡыуаныуы үҙе ни тора!
     Хәҙер инде уҡыу йылын яҡшы ғына тамамлап, Талҡаҫ күлендә ял итеүҙе ашҡынып көтәбеҙ.

     Гөлгөнә ҮҘӘНБАЕВА.
     Билал ауылы.