18 мая 2012 г.

Яңылыҡтар

Йәш эшҡыуарҙар араһында конкурс
Бөгөндән башлап “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары-2012” конкурсының төбәк этабында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы. Был сара бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһы сиктәрендә “Уңышлы старт”, «Социаль яуаплы бизнес”, “Студент бизнесы”,
“Инновация бизнесы” һ.б. номинациялар буйынса уҙғарыла. Документтарҙы 10 июлгә тиклем БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса тапшырырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 251-57-11, 251-14 -75.
 
Юлдар төҙөкләндерелә
БР Хөкүмәте ҡарары менән республикала юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Уға ярашлы, автомобиль юлдарын ремонтлау, юл яны инфраструктураһын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса төбәктә саралар көсәйтеләсәк. Муниципаль райондар, ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә һәм предприятие-ойошмаларға дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн махсус бригадалар ойошторорға ҡушылды. Айлыҡ йомғаҡтары 30 июнгә тиклем билдәле буласаҡ.

С. КЕЙЕКБИРҘИНА.
 
“Иман нуры”на килегеҙ!
Төбәктәрҙә “Иман нуры” конкурстары үтте. Унда еңеүселәр 20 майҙа сәғәт 11-ҙә ҡала мәсетендә район бәйгеһендә көс һынашасаҡ.
 
Ғаилә байрамы үтәсәк
18 майҙа халыҡ ижады үҙәгендә “Йәш ғаилә – 2012” район конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Унда 4 игеҙәк балалы, 7 йәш һәм 4 юбиляр ғаилә тәбрикләнәсәк.
 
Ата-әсәләр конференцияһында
4-се мәктәптә ата-әсәләр конференцияһы үтте. Уның тәүге өлөшөндә йыр-моңға һәләтле уҡыусылар концерт ҡуйҙы. Артабан полиция, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, Ғаиләгә, йәштәргә һәм балаларға психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү, фекер алышыу булды. Уҡыусыларҙың киләһе уҡыу йылына мәктәп формаһын күрһәтеүе барыһына ла оҡшаны.
 
Рәсәй тарихы йылына бағышлап
112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуына 70 йыл тулыу һәм Рәсәй тарихы йылы айҡанлы Рамаҙан Үтәғоловтың “Ирәндек бөркөттәре” исемле китабы донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында йыйынтыҡтың исем туйҙары үтте, унда яҡташ кавалеристарҙың балалары, туғандары ҡатнашты.
 
А. Иҙелбаева.

Сәсеү-2012

“Уңыш” баҫыуҙарында эш ҡайнай

“Уңыш” АХК-һы үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса райондың агросәнәғәт комплексында иң ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәренә ҡарамаҫтан, хужалыҡ үҙ йөҙөн һаҡлап килә, ағымдағы ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл Сибай һәм Татлыбай ауыл биләмәләрендәге халыҡтың үҙ пай ерҙәрен тап “Уңыш” АХК-һына 5 йылға арендаға биреүе лә хужалыҡҡа ышаныс күрһәтеүе тураһында һөйләй. Һис шикһеҙ, коллектив был ышанысты аҡларға тейеш. 

Фәнүр Ҡоланбаев

Йылдағыса, кооператив яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Районда иң тәүгеләрҙән булып бында техника-агрегаттар ремонтланды, тракторҙарға һәм уларҙың тағылмаларына  дәүләт техосмотрын уҙғарыу буйынса зона семинар-кәңәшмәһе юғары кимәлдә ойошторолдо. Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә райондан бүленгән 5,6 млн һум (белеүебеҙсә, республика бюджетынан районға сәсеүгә 51 млн һум аҡса бүленгәйне) кредит кампанияны ойошҡанлы атҡарыу мөмкинлеге бирә. Был аҡсаға хужалыҡ 120 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары, 120 тонна минераль ашлама, ағыулау препараттары һатып алған. Орлоҡ фонды ла яңыртылған – элиталы 24 тонна борсаҡ, 15 тонна ҡарабойҙай, шулай уҡ 30 тонна ҡаты бойҙай алынған.

Баязит Халиҡов

Сәсеү майҙандары буйынса районда иң ҙур күләм   “Уңыш” АХК-һында – бөтәһе 9390 гектар. Шул иҫәптән яҙғы иген культуралары 6159 гектарҙы биләй. Мал аҙығы культуралары  4205 гектарҙы тәшкил итеп, бер йыллыҡ үләндәр 2305 гектарҙа сәселәсәк. Күп йыллыҡ үләндәр иһә 2272 гектарҙа үҫтерелә. Кисәге көнгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, иген культуралары 3566 гектарҙа, шул иҫәптән бойҙай – 1376, арпа – 1547, һоло 643 гектарҙа сәселгән. Рапс – 153, судан үләне – 386, донник 253 гектарҙы биләй.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы була

21 майҙа сәғәт 10-да халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының сираттағы 43-сө ултырышы уҙа.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарыла:
  1. Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында.
  2. Баймаҡ районы муниципаль районында эшкә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары һәм уны кәметеү саралары хаҡында.
  3. Баймаҡ районы муниципаль район  биләмәһендә спорт-масса һәм физкультура-һауыҡтырыу саралары торошо һәм уларҙы артабан үҫтереү тураһында.
  4. 19-сы һайлау округынан муниципаль район Советы депутаты К.С. Аралбаеваның эшмәкәрлеге хаҡында.
Ултырышҡа район Советы депутаттары, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәр идарасылары, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, физкультура уҡытыусылары, ауыл мәҙәниәт йорто директорҙары, клуб мөдирҙәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре, имам-хатиптар саҡырыла.

Ветерандар иғтибарына

Еңеү көнөнә ҡарата өҫтәмә түләүҙәр

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 67 йыллығы менән бәйле, Рәсәй Федерацияһы граждандарының ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында”ғы Указына ярашлы, май-июнь айҙарында Пенсия фонды тарафынан Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр өҫтәмә түләүҙәр биреләсәк.
5 мең һум күләмендәге түләүҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, вафат булған һуғыш инвалидтары һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, һауа һөжүменә ҡаршы объекттарҙа һәм оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләүсе кешеләр, концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡондары аласаҡ. Тыл хеҙмәтсәндәренә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнеүселәргә, нацист концлагерҙары, төрмәләре һәм геттолар тотҡондарына 1 мең һум бирелә.
Бер нисә нигеҙ буйынса аҡса алырға хоҡуғы булған граждандарға иң ҙур күләмдәге бер генә түләү биреләсәк.
Түләүҙәр Рәсәй Хөкүмәте тарафынан түләүҙәр тәртибен билдәләүсе бойороҡҡа ҡул ҡуйылғандан һуң башҡарыласаҡ.
Килеп тыуған һорауҙар менән 3-18-70 телефонына шылтырата алаһығыҙ.

Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

Уҡытыусылар кәңәшләште

19-20 апрелдә Өфөлә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыларының Рәсәй тарихы йылына арналған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Был күркәм сараны М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ойошторҙо. Сараның башҡорт ерлегендә үтеүе осраҡлы түгелдер, сөнки республикала төрлө милләт халҡы быуаттар буйына дуҫ, татыу йәшәй. Уларҙың мәҙәниәтен, телен, тарихын һаҡлау буйынса Башҡортостанда ҙур саралар күрелә.
Кәңәшмәлә мәктәптәрҙә ҡулланылған тарих дәреслектәре авторҙары: академик А.О. Чубарьян, профессор Д.Д. Данилов, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Ә.С. Ғаязов, РФ Мәғариф һәм фән министрлығынан С.Л. Тетерина ҡатнашты. Шулай уҡ Омск, Силәбе, Новосибирск, Хабаровск, Екатеринбург, Мәскәү, Волгоград, Майкоп ҡалаларынан һәм өлкәләренән, Марий Эл Республикаһынан уҡытыусылар саҡырылғайны.
Конференция дүрт секцияға бүленеп эшләне. Мин иһә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрендә этно-мәҙәни компонентты өйрәтеү методикаһын тәьмин итеү темаһын берләштергән секцияла ҡатнаштым һәм шәжәрәләр төҙөү алымы менән Рәсәй тарихын өйрәнеү темаһына сығыш яһаным.

Сәнәғәт

Берҙәмлектә – көс

Билдәле булыуынса, беҙҙең районда урман эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарҙың байтағы, йәғни 41 кеше “Урман сәнәғәтселәренең Баймаҡ берлеге” ЯСЙ-һына берләште. Дөйөм алғанда, йәмғиәттә бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше эшләй, 200 тирәһе техника берәмеге иҫәпләнә. 49 пилорама һәм 8 ағас эшкәртеү цехы бар.
Ойоштороусыларҙың береһе, “Баймаҡ  урманы” дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе Илдар Рахманғолов әйтеүенсә, эшмәкәрлекте биш урында: Ишбирҙе, Икенсе Этҡол, Түбә, Темәс, Бетерә (ағасты тәрән эшкәртеү буйынса)  производство участкаларында йәйелдермәкселәр. Уларҙа төҙөлөш погонажы, вагонка, шпунт таҡтаһы, профимер брус етештерәсәктәр. Производство ҡалдыҡтарынан арболит, фибролит, эко-брус эшләүҙе лә яйға һалыу планлаштырыла. Бынан тыш, хаҡтары һәр кемдең көсө етерлек булған ағас йорт комплекттары ла әҙерләнәсәк.
Урман сәнәғәтселәренә йылына 160 мең кубометр ағас бүленә. Был тәңгәлдә республика, БР Урман хужалығы министрлығы, район етәкселеге тарафынан ярҙам ҙур. Әлеге ваҡытта район буйынса урман ҡырҡыу өсөн кварталдар билдәләнә, оҙаҡламай урмансы-эшҡыуарҙар өсөн ҡыҙыу осор башланасаҡ.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.

Врач иҫкәртә

Талпандан һаҡ булығыҙ!

Быйыл яҙ иртә килгәс, урман-ҡырҙарҙа талпандың күбәйеүе күҙәтелә. Был бөжәктең ҡурҡыныс сир—талпан энцефалитын таратыуы хаҡында оноторға ярамай. Ауырыу үҙен шунда уҡ белдермәй. Сирҙе асыҡлағансы 7-14 көн үтеп китә. Артабан ул ҡапыл башлана: тән температураһы ныҡ ҡына күтәрелә, баш ауыртыуы, ҡоҫоу, бар тән ауыртыуы, аңды юғалтыу, йоҡлай алмау күҙәтелә. Шулай уҡ кеше ҡорошоп, паралич һуғыуы ихтимал. Ауырыу талпан ҡаҙалыуҙан йәки кәзә һөтөнән йоға. Мал да был сир менән зарарлана.
Ауырыуҙың тәүге билдәләрен талпан ҡаҙалған урындың ҡыҙарыу, яныу, ҡайһы саҡта ауыртыу, ҡысыныуҙан белеп була. 


Әгәр һеҙгә талпан ҡаҙалһа, шунда уҡ сығарырға кәрәк. Тик уны ҡул менән алып ташларға ярамай. Сөнки уның башы тороп ҡалыуы ихтимал. Талпанды пинцет йәки ептән төйөн эшләп ипләп кенә сығарығыҙ. Башы тороп ҡалған осраҡта, сүпте сығарған кеүек, энә менән алырға йәки табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпанды ҡуйы май менән һөртһәң, алыуы еңелерәк. Бөжәк ҡаҙалған урынды спирт, йод менән таҙартырға кәрәк. Талпанды банкаға һалып, врач-инфекционистҡа мөрәжәғәт итеү мөһим.
Шулай уҡ был ҡурҡыныс ауырыуҙан прививка ла бар. Уны 4 йәштән 70 йәшкә тиклемге кешеләргә эшләйҙәр. Курс 3 прививканан тора: тәүгеләрен ноябрь-декабрҙә, өсөнсөһөн мартта үткәрәләр. Бындай профилактик сара дүрт йылға бер мәртәбә уҙғарыла.
Әлбиттә, талпан энцефалитын йоҡтормау өсөн кеше үҙе лә абай булырға тейеш. Кейемдең асыҡ булмауы, салбарҙы итеккә һалып кейеү, яға, еңдең төймәләрен ныҡлап эләктереү, башта көләпәрә йә яулыҡ булыуы талпандан һаҡлар. Бөжәктәрҙе ҡурҡытыу өсөн төрлө химик препараттар ҙа ҡулланыла. Урманға барғандан һуң, мотлаҡ бар тән ҡаралырға тейеш. Шулай уҡ мал хаҡында ла оноторға ярамай. Уларҙа табылған талпандарҙы алырға һәм юҡ итергә кәрәк.
Табиптарҙың бар иҫкәрмәләрен үтәү генә һеҙҙе ҡурҡыныс ауырыуҙан алып ҡаласағы хаҡында онотмағыҙ.
 
Г. ЛАТЫПОВА, врач-инфекционист.

Беҙҙең интервью

Баймаҡта ла юғары белем алырға мөмкин

Яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында дистанцион технологиялар пункты (ДТП) асыу маҡсаты менән Магнитогорск дәүләт университеты вәкилдәре булып китте. Беҙ ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн педагогик белем һәм сервис технологиялары факультеты деканы, тарих фәндәре докторы Ю.Д. Коробковҡа мөрәжәғәт иттек.
– Юрий Дмитриевич, ни өсөн һеҙҙең уҡыу йорто дистанцион технологиялар пунктын тап беҙҙең ҡалала асырға йыйына?
– Беҙҙең уҡыу йортоноң уставында университет һәм Магнитогорск ҡалаһы сиктәренән тыш белем биреү хеҙмәте күрһәтеү тураһындағы положение бар. Шуға күрә беҙ Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Башҡортостандың күрше райондарының мәғариф учреждениелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был, берҙән, халыҡ араһында төрлө рәүештә белем биреү эшмәкәрлеге алып барырға тейеш булған классик университет статусына яуап бирә, икенсенән,  дистанцион әҙерлек элементын ҡулланыу мәғарифты үҫтереүҙең заманса бер тенденцияһы булып тора. 

Хоҡуҡ һаҡлау

Сереккүлдә браконьерҙар тотолған

Яҙҙың иртә килеүе, тәбиғәтте алдан уятып, бар донъяны йәшеллеккә мансыны. Мөғжизәле тереклек рәссам, шағирҙарҙың күңелен ҡуҙғытҡан кеүек, яман уйлы әҙәмдәрҙе лә йәлеп итә...


Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында үткәрергә йыйынған Магнитогорск ҡалаһынан өс әшнә районыбыҙҙың йәмле Иҫән ауылында ваҡытлыса бер өйгә урынлаша. Иҫерткес эсемлектәр йылға урынына ағыр алдынан, улар Сереккүлгә барып 500-әр метрлыҡ ау ташлайҙар. Мәғлүм булыуынса, балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән мәлдә уларҙы тотоу тыйылған. Был турала республика Хөкүмәтенең Ҡарары ла бар. Әммә еңел генә күпләп балыҡ эләктереү тураһында хыялланған браконьерҙар был хаҡта уйлап та бирмәй.

Афарин!

Һәләтле уҡыусым еңеүҙәре
Иҫке Сибай урта мәктәбенең 3-сө ”а” класында белем алған Рәхмәтуллин Ғәйсәрҙе беҙҙең ауылда белмәгән кеше юҡтыр. Уның талантлы булыуына беҙ күптән инанғанбыҙ инде. Бейеү, думбыра, драма түңәрәктәрендә шөғөлләнеүҙән тыш, ул Сибай ҡалаһына малайҙар вокал ансамбленә йөрөй. Ғәйсәр уҡыуҙа ла һынатмай, һәр ваҡыт “бишле” билдәләренә өлгәшә. Ул барыһына ла өлгөрә: мәктәп, ауыл саралары унһыҙ үтмәй. Район кимәлендәге бәйгеләрҙә төрлө номинацияларға лайыҡ булды: 2010 йылда халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында өсөнсө урын яулаһа, инглиз телендә әкиәт һөйләүселәр бәйгеһендә “Ролде иң оҫта башҡарыусы” тип танылды.

“Һаумы, һаумы, әкиәт” исемле конкурста ике йыл рәттән үҙенең көсөн һынап ҡараны Ғәйсәр. Былтыр икенсе урын яулаһа, быйыл уға уңыш йылмайҙы: район кимәлендә Гран-при алып, баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙған төбәк-ара бәйгелә ҡатнашты. Бағланған өмөттәр аҡланды – Ғәйсәр икенсе урынға лайыҡ булды.
 Баланың барлыҡ башланғыстарын хуплаусы һәм шул уҡ ваҡытта баһалаусы – уның ғаиләһе. Һәләтле һәм тырыш малайға атаһы Әхмәт Сәғит улы, әсәһе Рәйфә Рәшит ҡыҙы һәм ағаһы Ғәфүр бар яҡлап та өлгө һәм таяныс булып тора. Шундай өлгөлө, татыу ғаиләлә үҫеүе менән дә бәхетле Ғәйсәр. Алдағы тормошонда уҡыусыма тик аҡ юлдар, изге һәм тоғро дуҫтар, тормошҡа ашыр хыялдар һәм бейек үрҙәр теләйем.

Гөлгөнә Ғәбитова,
Иҫке Сибай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Рухиәт

Яҡташ яҙыусылар аҙналығы

Баймаҡ ере башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә таланттар үҫтереү төйәге булараҡ дан тота. Тыуған ерен данлаған, йөрәгендә уның хуш еҫен йөрөткән, ергә ғүмер буйы атайсал тип өҙөлөп-янып ижад итер өсөн тыуған тынғыһыҙ, сәмле,  рухлы ҡыҙҙарын, улдарын һәр кемебеҙ белергә, уларҙың ижадын өйрәнергә, башҡаларға еткерергә тейеш.
Яҡташ шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, Баймаҡ яҡтарында яҙмыш елдәре ташлауы буйынса йәшәп, ижад иткән әҙиптәр тураһында Баймаҡ районының әҙәби картаһы төҙөлдө. Ул ете бүлектән тора: 
  1. Башҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары (А.Игебаев, Т.Ғарипова, М.Иҙелбаев, Дәртмәнд, Ә.Хәйбуллин, А.Баһуманов, Б. Байымов, А.Ҡәҙерғолов, Р.Түләков, Ә.Үтәбай, Н.Ғәйетбаев, Б.Исҡужин, Л.Ҡәйепова, У.Мостафин, З.Ҡаҙаҡбаева).
  2. Билдәле сәсән-импровизаторҙар (Ғәбит Арғынбаев, Хәмит Әлмөхәмәтов, Шәһәрғәзе Ғәбдиев, Хәбибулла Ғәбитов).
  3. Яугир-шағирҙарҙың исемдәре һәм ижады үлемһеҙ (Н.Иҙелбаев, С.Күлибай, Б. Вәлид, Х.Ҡунаҡбаев).
  4. Баймаҡ ере уларҙы ижадҡа әйҙәне (З.Биишева, Һ.Дәүләтшина, М.Фәйзи, Р.Өмөтбаев).
  5. Иҫтәлекле урындар.
  6. Әҙәби премиялар.
  7. Әҙәби ойошмалар.
Тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булған  был карта, әлбиттә,  китапханаларҙа оло хазиналарҙың береһе булып урын аласаҡ, һәр кемгә ҡиммәтле  мәғлүмәт сығанағы булып  хеҙмәт  итәсәк.

Бәйгеләр

Бейеүҙәрҙә – халҡым  тарихы,
бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы!

Темәс ауылында «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе үтте
Күптән түгел таланттар төйәге булған Темәс ауылында  беренсе тапҡыр 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар араһында «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе үтте. Ул үҫеп килгән балаларыбыҙҙы бейеү сәнғәте аша милли рухта тәрбиәләү, йәштәребеҙҙең күңеленә ҡанат биреү, һәләтен, баһаһын үҫтереүгә ярҙам итеү, үҙҙәренә ышанысты арттырыу, башҡорт бейеүҙәре аша халҡыбыҙҙың асылы, тарихы менән таныштырыу, үҙебеҙҙең «Йондоҙ» бейеү ансамбленә һәләтле алмаш үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Башҡорт бейеүҙәре бәйгеһе «Йәнгүҙәй» исеме аҫтында үтеүе тиккә генә түгел. 

Гран-при яулаусы Темәс егете Илмир Харисов

Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, борон Йәнгүҙәй тауының иң бейек түбәһендә үҙ ерҙәрен һаҡлап, ҡарауылда бөркөттәй сая, ҡыйыу башҡорт егеттәре торор булған, алыҫтан дошман күренеү менән улар тау түбәһенә бейек итеп усаҡ яҡҡан, тау башындағы ҡуйы ҡара төтөн бар тарафҡа ла дошман яҡынлашыуын белгертеп, хәбәр итеп торған.
Бына шундай тарих һаҡлаған, ожмахҡа тиң гүзәл еребеҙ – Йәнгүҙәйебеҙ булыуы менән  ғорурланабыҙ  ҙа, һоҡланабыҙ ҙа! Гүзәл тәбиғәте, бай тарихы булған ерҙә туған халҡының йыр-моңдарын, бейеүҙәрен кесе йәшенән күңеленә һеңдереп үҫкән, районыбыҙҙың, милләтебеҙҙең данын күтәргән һәләтле балаларыбыҙ күп булһын ине, тигән изге ниәттә ойошторолдо был бәйге. Шулай уҡ ауылдашыбыҙ, оҫта гармунсы, һәләтле хореограф, «Йондоҙ» халыҡ  бейеүҙәре ансамбленең тәүге етәксеһе Ришат Санъяровтың яҡты иҫтәлегенә лә арналды. Ришат Әхмәт улы ойошторған «Йондоҙ» бейеү ансамбленең репертуарында төрлө халыҡтарҙың 24-кә яҡын бейеүе бар ине. Бай репертуар менән ҙур  сәхнәләрҙә сығыш яһап, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яулап халыҡ ансамбле исемен алыуы ансамблдең юғары профессионализмы, бейеүселәренең оҫталығы тураһында һөйләй. 

Ансамблдәр араһында 1-се урын яулаусы
Һаҡмар ауылы мәктәбенең ҡыҙҙар ансамбле

Халыҡ-ара бейеү көнөнә, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған «Йәнгүҙәй» башҡорт бейеүе бәйгеһендә Темәс, Һаҡмар, Таһир, Ишей ауылдарынан 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге 128 бала үҙенең көсөн, һәләтен һынап ҡараны. Уларҙың сығыштарын бейеүсе Рәмзиә Солтанова етәкселегендәге баһалама төркөмө ҡараны.