27 мая 2012 г.

Урман янғынын иҫкәртеү маҡсатында

     Эҫе йәй көндәре етеү менән янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле лә килеп етә. Урман һаҡсылары өсөн был мәл айырыуса тынғыһыҙ саҡ. Урман янғынын ваҡытында һүндереү маҡсатында янғын тураһында тиҙ арала хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

     Бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр:
  1. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының диспетчер идаралығы пункты телефондары: 8 (347) 262-40-39, 8(347) 251-00-31 (факс), 8 937 327 30 13.
  2. Берҙәм федераль телефон: 8-800-100-94-00.
  3. «Баймаҡ» 2-се типтағы янғын-химик станцияһының адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 36, начальнигы Г.Р. Нәҙербаев, телефон: 8 937 327 30 08.

Яңылыҡтар

     Хәрби йыйын башлана
     27 майҙа Бәхтегәрәй ауылы эргәһендә буласаҡ һалдаттар өсөн хәрби-ялан уйындары башлана. Унда мәктәптәрҙән өлкән класс уҡыусылары, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, 105-се һөнәрселек лицейы студенттары ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда 327 үҫмер һалдат һурпаһын тәмләп ҡараясаҡ. Уйындар 31 майға тиклем дауам итәсәк.

     “Ирәндек моңдары”
     1 һәм 2 июндә Сибай ҡалаһында башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында “Ирәндек моңдары” бәйгеһе була. Гала-концерт 2 июндә үтәсәк.

     “Айыҡ ауыл” билдәләнде
     Уҙған аҙнала Өфөнөң Конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостандың 41 районынан 99 ауыл биләмәһе ҡатнашҡайны. Һөҙөмтәләр буйынса, Салауат районының Көҫәпәй ауылы, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылдары конкурстың еңеүсеһе тип билдәләнде. Баймаҡ районының Буранбай ауылы милли-мәҙәни эшмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәне, ауыл биләмәһендә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ике номинацияла еңеү яулап, диплом һәм 10 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнде.
     Сара һуңында “Айыҡ ауыл – 2012” конкурсы иғлан ителде.
 
     “Тамаша”ны бушлай алдырығыҙ
     Бары тик Баймаҡ районында ғына 2012 йылдың икенсе ярты йыллығына 7 танышығыҙҙы, дуҫығыҙҙы, туғанығыҙҙы “Тамаша” журналына яҙылыуға күндерһәгеҙ, үҙегеҙ “Тамаша” журналын бушлай аласаҡһығыҙ. Йәшәгән йорт адресы, исем-фамилияғыҙ һәм 7 яҙылыу квитанцияһының күсермәһен 25 июнгә тиклем (адрестарҙың Баймаҡ районыныҡы булыуы мотлаҡ) tamasha03@yandex.ru адресы буйынса электрон почтаға йәки редакция адресына ебәрегеҙ.

Сәсеүгә йомғаҡ яһалды

     Кисә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев етәкселегендә үткән республика видеоселектор кәңәшмәһендә яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды, малсылыҡты үҫтереү, “Ғаилә һөтсөлөк фермалары”, “500 ферма” программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды.

Хуш, мәктәбем! Алда – оло һынау…

     Баймаҡ районы һәм ҡалаһында бөтәһе 140 белем биреү учреждениеһы бар. 8349 уҡыусының 870-е беренсе класта уҡый. Быйыл мәктәпте 428 уҡыусы тамамлаясаҡ. Иртәгә, 25 майҙа, улар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ!
     Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбен 52 уҡыусы тамамлай. Улар араһында яҡшы уҡыуҙары, өлгөлө тәртиптәре менән һөйөндөргән мәктәп “йондоҙҙары” ла бихисап. Мәҫәлән, Линара Байымова, Мария Привалова, Дилә Ишҡыуатова – алтын, ә Нәйлә Шахморатова көмөш миҙалға тамамлаясаҡ. Уҡыу алдынғыһы Азат Хәсәнов күп фәндәрҙән район, республика олимпиадалары призеры булып танылған.
     Сығарылыш уҡыусыларының барыһына ла аҡ юл теләйбеҙ! Һеҙҙе алда ҙур һынау – имтихандар көтә. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, тыуған районыбыҙ һәм республикабыҙға, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй лайыҡлы кешеләр булып үҫегеҙ!

     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоһында: Д.Ишҡыуатова, А.Хәсәнов, М.Привалова, Н.Шахморатова, Л.Байымова.

Сибайҙа төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк

     Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың инициативаһы менән 8-9 июндә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2012” төбәк-ара инвестиция форумы уҙасаҡ. Уның төп темаһы: “25-20” стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары”.
     Был форумдың маҡсаты – һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен алып барыу технологиялары, илдә 2020 йылға 25 миллион яңы эш урыны булдырыуға һәм модернизациялауға йүнәлтелгән “25-20” стратегияһын бойомға ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү. Шулай уҡ был сара Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш биләмәләренең инвестиция проекттарын презентациялау майҙансығы булып та тора.
     Форум эшендә федераль һәм төбәктәге власть органдары етәкселәре, күренекле ғалимдар һәм эскперттар, әйҙәүсе бизнес структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һ.б. ҡатнашасаҡ. Дөйөм ҡатнашыусылар һаны – 250 кеше. Форум программаһы буйынса пленар ултырыш, инвестиция проекттары экспозицияһы, семинар-диалогтар, секция ултырыштары, “Түңәрәк өҫтәл”дәр үтәсәк.
     Форум ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни программа (һабантуйҙа ҡатнашыу, спорт сараларын ҡарау, Башҡортостан халыҡтарының аш-һыу традициялары менән танышыу һ.б.) көтә.
     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.