28 мая 2012 г.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Беҙҙең район Советы –иң яҡшылар иҫәбендә


23 майҙа Өфө ҡалаһында БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай йортоноң бәләкәй залында “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” республика конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған был сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, 2011 йылда 100-ләгән, йәғни республиканың барлыҡ  муниципалитеттары ла ҡатнашҡан. Конкурс республикала урындағы үҙидараны реформалауҙы үҫтереү, был өлкәләге ыңғай тәжрибәне асыҡлау һәм таратыу, иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләү, ошо һөнәр эйәләренең престижын күтәреү маҡсатында “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһы һәм БР Президенты эргәһендәге урындағы үҙидара буйынса Совет тарафынан ойошторола.
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең муниципаль район Советы “Муниципаль райондар араһында иң яҡшы вәкиллекле орган” номинацияһында беренсе урын яуланы һәм диплом менән бүләкләнде. Советтың еңел булмаған эшендә киләсәктә лә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

С. Кейекбирҙина.

Боронғо кәсепкә – яңыса ҡараш


18 майҙа Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 27 авгусындағы “Урал аръяғында 2012 йылға ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында” 949-сы бойороғон тормошҡа ашырыу буйынса сараларҙың календарь планын үтәүгә арналған кәңәшмә үтте.

27 май – Дөйөм рәсәй Китапханалар көнө

Әминә Сафа ҡыҙы Мәһәҙиева ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләй. Китапханасы һөнәренә 25 йыл ғүмерен бағышланы ул. Үҙе эшләгән осорҙа Темәс ауылы китапханаһын мәғрифәт һәм мәҙәни усаҡҡа әйләндерҙе. Ошо хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Бөгөн дә хөрмәтле ветераныбыҙ йәштәргә өлгө, балаларына терәк, илһамлы иман  таратыусы булып сафта ҡала.


Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте, ветерандар советы, китапханасылар китапханалар системаһы ветераны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Мәһәҙиева Әминә Сафа ҡыҙын ихлас йөрәктән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлай. Һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләй.

Инвестфорумдың төп маҡсаты – эш урындары булдырыу

“25 – 20” стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу” тип аталған төбәк-ара инвестиция форумы 8-9 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк.

Һабантуй-2012

Бәйгегә саҡырабыҙ!


9 июндә йәмле Граф күле буйында
халҡыбыҙҙың гүзәл байрамы – “Һабантуй-2012” тамашаһы үтәсәк.

Унда, башҡа спорт ярыштары һәм милли саралар менән бер рәттән, ат спорты ярыштары ла ойошторола.
Ат бәйгеһендә 6 заезд уҙғарыла:
  • менге һәм ҡатнаш ҡанлы тоҡом аттары араһында;
  • өлкән йәштәге башҡорт тоҡомло аттар араһында;
  • 3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар сабышы;
  • аламан бәйге (төрлө тоҡомло аттар ҡатнаша ала);
  • юртаҡтар ярышы;
  • хужалыҡ етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм белгестәренең атта сабышыуы.
  •  


Ат спорты ярыштарында ҡатнашыусыларҙан түбәндәге документтар талап ителә:
  • атҡа ветеринар белешмә;
  • һыбайлыға һәм атҡа страховка таныҡлығы;
  • баш кейеме (каска);
  • медицина белешмәһе;
  • һыбайлының ата-әсәһенең һәм мәктәп администрацияһының ризалығы;
  • техник хәүефһеҙлек буйынса инструктаждың булыуы (белешмәләр өсөн 3-16-19; 2-10-88 телефондарына шылтыратырға).


Ойоштороу комитеты.

27 май – Дөйөм рәсәй Китапханалар көнө

Һөнәри байрамыбыҙ менән!

Бөтә, ти донъя малы, мәңге тормай.
Белем бөтмәй, юйылмай.

                                                 Ш. Бабич.



90 йыллыҡ тарихы булған Баймаҡ район китапханаһын меңәрләгән белем шишмәһе – китапты үҙендә туплаусы, уҡыусыларҙың күңелен рухи аҙыҡ менән һуғарыусы бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналар һаҡлаусы диңгеҙгә тиңләп була.

Матурлыҡты юлдаш итеп


Матурлыҡты, гүзәллекте күҙҙәре менән генә түгел, йөрәге менән дә тойоп йәшәүсе, һүҙҙәрҙең тәмен, ҡәҙерен белгән нескә күңелле Айгөл Сөләймән ҡыҙы Мырҙабулатова быйыл һөнәри байрамын үҙенең алтын юбилейы  менән ҡаршылай.

Беҙҙең китапханасы Зилә

Китапхананы хаҡлы рәүештә белем усағы тип йөрөтәләр. Уның йылыһын кешеләргә еткереү өсөн китапханасыларға күп көс һалырға тура килә.
9 меңдән ашыу китап фонды булған Таулыҡай ауылы китапханаһын Күсәрбаева Зилә Азамат ҡыҙы етәкләй. Замана технологиялары үҫешкән саҡта ла белем усағынан кеше өҙөлмәүе бик ҡыуаныслы. Китаптар донъяһында эшләүсегә үҙ эшен күңел биреп башҡарыу, һәр кемде яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алып, кәрәкле әҙәбиәтте “һә” тигәнсе табып биреү мотлаҡ. Зилә Азамат ҡыҙы бөтөн ошо сифаттарға эйә. Уның бүлмәһен төрлө күргәҙмәләр, мәғлүмәттәр туплаған гәзит-журналдар биҙәй.


Ауылда бер генә сара ла унһыҙ үтмәй. Китапхана эргәһендәге “Атайсал”, “Ағинәйҙәр”, “Хазина” клубтары уңышлы эшләп килә. Бәйләү түңәрәгендә ул ауылдаштарын ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә.
“Тормошто өйрәнеү бик киң төшөнсә. Яҡшы китаптар уҡыу шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул”, – тигән фәһемле фекер ҙә бар. “Төрлө ауырлыҡтарға, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәҫ өсөн, яҡшы китаптар уҡып, күңелгә тыныслыҡ, рухи аҙыҡ алыу зарур”, – ти үҙ эшенә яуаплы ҡараған китапханасыбыҙ.
Зилә Азамат ҡыҙы бала саҡтан китап уҡырға ярата. Тыуған ауылы Сыңғыҙ мәктәбен тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжында белем ала. Уның менән генә сикләнеп ҡалмай, Өфө китапхана техникумын да тамамлай.
Күңел йылыһын ғаиләһенә лә, уҡыусыларына ла тигеҙ өләшеүсе Зилә Азамат ҡыҙы кеүек кешеләр күберәк булһын ине.

Альбина Баййегетова,
Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йорто директоры.

Яҡташ яҙыусылар осрашты

Башҡортостандың йөҙөк ҡаштарының береһе һаналған тыуған еребеҙ, шөкөр, хеҙмәт кешеһенә лә, таланттарға ла, матур йолаларға ла бай. Шул йолаларҙың береһе – алтын бөртөгөнә тиң талантлы ижадсыларыбыҙҙы ололау, халыҡҡа нығыраҡ танытыу маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы йыл һайын йәмле май айында ҡала һәм районда яҡташ яҙыусылар аҙналығы ойоштора. 


Быйыл да матур йолаға тоғро ҡалып, үткән аҙна районда “Яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы” тип иғлан ителде. Ошо аҙналыҡҡа ярашлы ҡала һәм ауылдарҙа күренекле әҙибә, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, шағир, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, алмаштырғыһыҙ журналисы Әхмәр Үтәбай, прозаик, “Сиселмәгән сер”, “Хыялға илтер һуҡмаҡ” китаптары авторы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, прозаик Рәмилә Торомтаева, “Ҡурайсылар иле”, “Халыҡ хәтере” китаптары авторы Фәниә Кәримова, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Зилә Ғәйетҡолова, Шәфҡәт Әбйәлилов, Б.Хәйретдинов, Рәзилә Ырыҫҡужина менән осрашыуҙар үтте.