1 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Юлдар төҙөкләндерелә

Яҙ етеү менән юлсылар өсөн ҡыҙыу осор башлана. Быйыл улар Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ автомобиль юлының Түбә ҡасабаһы эргәһендә 2 км, Магнитогорск – Ира юлының Сибай – Баймаҡ араһында 1,6 км оҙонлоғонда асфальт юл һалған. Әлеге ваҡытта ДРСУ эшселәре ҡаланың Коммунистик урамындағы юлға 1,7 км арауыҡта асфальт түшәй. Күптән инде тик соҡор-саҡырҙан торған был юлды тәртипкә килтереүҙәре ошо биҫтәлә йәшәүселәрҙең оло шатлығына әйләнде.

Ҡуянтауҙа төҙөлөш ҡайнай

Быйыл апрель айында Ҡу-янтау ауылында 80 уҡыусыға тәғәйенләнгән ике ҡатлы мәктәп төҙөлөшө башланды. Объекттың подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы. Әлеге ваҡытта предприятиеның Риф Ирназаров етәкселегендәге ташсылар бригадаһы бинаның икенсе ҡатын һалыуҙы тамамлай.

Лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙер

Мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп яны лагерҙары, йәғни көндөҙгө ял итеү үҙәктәре район һәм ҡала мәктәптәрендә ойоштороласаҡ. 1 июндә эш башлаған был лагерҙарҙа уҡыусылар бер заезда, йәғни 21 көн ял итәсәк.
Ә “Орленок” һәм “Граф күле” лагерҙарында дүртешәр заезд буласаҡ. Улар тәүгеһен 2-3 июндә ҡабул итәсәк.

“Ирәндек батыры” саҡыра

1-2 июндә Сибайҙа “Ирәндек батыры” республика конкурсы үтәсәк. Унда баймаҡ-тар ҙа ҡатнашасаҡ.

1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

 

Хөрмәтле яҡташтар!

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңа- йынан ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ!
Был байрам беҙгә, ололарға, Рәсәйҙең йәш граждандарының яҙмыштары өсөн     яуаплылыҡ тураһында иҫкә алыу өсөн булдырылған. Был көндә һәр кемебеҙгә, көн-дәлек мәшәҡәттәр ауынан арынып, үҙе-   беҙҙең бала саҡты, үҫеү тәжрибәһен иҫкә төшөрөү һәм районыбыҙҙың кескәй вәкил-дәре өсөн ниҙәр эшләй алыуыбыҙ тура-  һында уйланыу мөмкинлеге бирелә.
Кескәйҙәребеҙ саф күңел, асыҡ уйҙар һәм ҡылыҡтар  менән, изге һәм һәләтле   булып тормошҡа аяҡ баҫа. Беҙҙең дөйөм  бурысыбыҙ – уларҙы Ватанды яратыусы, көслө, ғәҙел, уҡымышлы итеп тәрбиәләү. Илебеҙҙең киләсәге балаларға, уларҙың   талантына һәм ижадына беҙҙең мөнәсәбә-тебеҙҙән тора.
Барыбыҙға ла, бигерәк тә балаларға      бөтә ғүмерен арнағандарға, ныҡлы һаулыҡ, именлек, үҙ көсөбөҙгә һәм киләсәгебеҙгә ышаныс теләйем! Тормошобоҙ сәс-кәләре һау һәм бәхетле булып үҫһен!
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

“Шөгөр” малсыларҙы йыйҙы

Салауат исемендәге АХК-ла
малсыларҙың район конкурсы үтте

Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы предприятиеларының иң яҡшы һауынсылары һәм техник-осеменаторҙары сираттағы район конкурсына йыйылды. Йыл да ойошторолған был сара Салауат исемендәге АХК-ның “Шөгөр” йәйләүендә үтте. 

Ғ.Кәримов, Э.Ишмырҙина, М.Кашапов.
Әйтергә кәрәк, хужалыҡ конкурсҡа етди әҙерләнгән. Күптән түгел хужалыҡҡа рәйес булып тәғәйенләнгән И.М. Мөхәмәтғәлиевтың һәм уның командаһының тырышлығы менән йәйләү тулыһынса яңырыу кисергән. Һыйыр һауыу өсөн майҙансыҡ профнастил менән ябылған һәм көпләнгән, тулыһынса асфальт йәйелгән, 320 мең һумлыҡ һөттө һыуытыу ҡоролмаһы ултыртылған. Һыу менән тәьмин итеү системаһы ла яңыртылған. Майҙансыҡ биләмәһе лә яңынан кәртәләп алынған. Ғөмүмән, һауынсылар өсөн бында бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Дөйөм алғанда, ремонт-төҙөкләндереү эштәренә 750 мең һум аҡса тотонолған.

М.Азаматова, М.Иҫәндәүләтова, М.Ҡотлоғужина.

Быйылғы конкурста ҡатнашыу өсөн бөтәһе 12 һауынсы һәм 11 техник-осеменатор килгәйне. Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы былтырғы район чемпиондары – Салауат исемендәге АХК һауынсыһы Нурия Утарбаева менән Ленин исемендәге АХК-ның техник-осеменаторы Шамил Үҙәнбаевҡа бирелде. Конкурсты ойоштороусылар уның шарттары менән таныштырғандан һуң, бәйге старт алды.

Һүҙ – делегатҡа

Партияның төп маҡсаты – тотороҡлолоҡ


Ошо көндәрҙә мөһим сәйәси ваҡиға – “Берҙәм Рәсәй”Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының 13-сө съезы үтте. УлМәскәү ҡалаһының “Манеж” үҙәк күргәҙмә залында 26 майҙа асылды. Съезд эшендә 600-ҙән ашыу делегат, шулайуҡ киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сит илдән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Хеҙмәтенә – күрә хөрмәте

Урмансы тигән даны бар



1960 йылдарҙа Баймаҡ районы урман хужалығы ойошторолғас ҡына Ирәндек буйҙарына йәш үҫентеләр ултыртыла башлай. Тәүге йылдарҙа участка булараҡ ҡына эшләй, 1970 йылда Баймаҡ урман хужалығы статусы алынғас, питомник асыла. Тимерйән Баян улы Сабитов та тәүгеләрҙән булып ошо участкала эш башлай.

1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Үҙҙәрен бәхетле тойһондар


Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала.

Еңеү еңел бирелмәй


Бына шаулап-гөрләп 67-се Еңеү яҙы ла артта ҡалды. Илебеҙ Бөйөк Еңеү байрамын йыл да ҙур әҙерлек менән ҡаршы ала һәм билдәләй. Республика күләмендә уҡыусылар  араһында иғлан ителгән “Еңеүгә – дан!” йыр бәйгеһе ҙур байрам сараларының бер тамсыһы ғына булғандыр.

Балалар һабантуйы


Был көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын һабантуйға йыйылған балаларға өләште: Баймаҡ ҡалаһының С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм инвалидтар ойошмаһы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һабантуй уҙғарҙы.

2012 — рәсәй тарихы йылы

1812 йылғы ватан һуғышында Башҡорттар


(Башы. 2-се бүлек, 3-сө бүлек, 4-се бүлек).
Рәсәй 1798 йылда уҡ башҡортостанда идаралыҡтың яңы системаһын – кантондар бүленешен индергән. был ҡоролош 1865 йылға тиклем дауам иткән. указға ярашлы башҡорттар менән мишәрҙәр тулыһынса хәрби казактар ҡатламына күсерелгән. һөҙөмтәлә 11 башҡорт һәм 5 мишәр кантоны барлыҡҡа килгән. бер үк ваҡытта 5 ырымбур һәм 2 урал казактары кантондары ойошторолған һәм улар номерҙар менән йөрөтөлә башлаған.