3 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

     Йәш белгестәргә ярҙам

     “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалын дәүләт яҡлауы  саралары тураһында”ғы  БР Президенты Указына ярашлы, 31 майҙан 30 июнгә тиклем агросәнәғәт комплексы ойошмаларынан дәүләт ярҙамы алыуға (йәш белгестәргә) конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы. Ғаризалар һәм тейешле документтарҙы район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә тапшырырға кәрәк. Бөтә һорауҙар менән 2-17-09, 2-10-88 телефондары йәки 211-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә.
    

     Әминдә мәсет асыла

     Район мосолмандарын 14 июнь көнө Әмин ауылында мәсет асыу тантанаһына саҡырабыҙ. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
     Ойоштороу комитеты.
    

     Субсидия бирелә

     БР Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге тарафынан үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға субсидиялар  биреү буйынса документтар ҡабул итеү башланды. Субсидиялар ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә бирелә. 2-17-15, 89273177940 телефондары буйынса шылтыратырға.
     Ф. БАЙЙЕГЕТОВ, Түҙәктең белгес-эксперты.
    

     Иң яҡшы механизаторға – еңел автомобиль!

     “Һабантуй-2012” милли-спорт байрамында яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау, баҫыу батырҙарын тәбрикләү менән бер рәттән,  райондың иң яҡшы механизаторы ла билдәләнәсәк. Муниципаль район хакимиәтенең ҡарары менән  иң яҡшы механизаторға еңел автомобиль тапшырыласаҡ.
    

     Иҙел – лауреат!

     “Урал моңо-2012” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә яҡташыбыҙ, Буранбай ауылынан Иҙел Аралбаев лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды яуланы. Ҡурайсы һәм йырсы егеттең өлгәшкән ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ. Ул Әҙеһәм Исҡужин исемендәге республика конкурсында, “Башҡорт йыры”, “Салауат йыйыны” һ.б. бихисап бәйгеләрҙә еңеүсе булды. Афарин!

КӘҢӘШМӘЛӘР

     ҠЫШҠА ӘҘЕРЛЕК ЯҘҘАН БАШЛАНА


     30 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышы үтте, ул видеобәйләнеш режимында алып барылды. Президиум ултырышы торлаҡ, социаль һ.б. объекттарҙы киләһе көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләү мәсьәләләренә арналды. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры С.И. Афонин алып барҙы.

ТӨБӘКТЕ ҮҪТЕРЕҮ ПРОГРАММАҺЫ

     Кооперативтар ойошторола


     Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәктә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы. Был юҫыҡта беҙҙең районда ла эш әүҙем бара. Ауылдарҙа халыҡ менән осрашыуҙар ойошторола, аңлатыу эштәре алып барыла. Кооперативтар булдырыу бөгөнгө заманда айырыуса актуаль, сөнки ул агросәнәғәт комплексын үҫтереү, кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү, крәҫтиәнде ергә нығыраҡ беректереү мөмкинлеге бирәсәк. Ҡулланыусылар кооперативы булдырыу БР Хөкүмәте тарафынан контролдә тотола һәм был ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә – субсидия бирелә.

2012 – ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫ

     Бәпес ҡайта, бәпес ҡайта,
     Мәшәҡәт һәм шатлыҡ арта


     Йәйҙең тәүге, етмәһә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ғаиләгә бер бәпес өҫтәлеүе – ниндәй шатлыҡлы күренеш! Кисә  районыбыҙҙың өс ғаиләһе ошондай ҡыуаныс кисерҙе:  Ғәҙелбайҙан Ҡасҡыновтар, Урғаҙанан Янышевтар һәм Түбәнән Ҡотлоғәлләмовтар тантаналы шарттарҙа бала табыу йортонан сыҡты.

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА

    «МӘК-2012» операцияһы бара


     2012 йылдың 28 майында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йыл да үткәрелеп килгән “Мәк” комплекслы ведомство-ара оператив-профилактика операцияһы башланды. Ул законһыҙ рәүештә сәселгән һәм ҡырағай наркотик матдәле үҫемлектәр үҫкән участкаларҙы асыҡлау һәм юҡҡа сығарыу маҡсатында бойомға ашырыла. Был операцияла Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, федераль именлек хеҙмәте, федераль таможня хеҙмәте, наркотиктар  әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт идаралыҡтары, властың федераль, төбәк һәм муниципаль органдары ҡатнаша.

CИФАТ ҺӘМ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК

     Тунец – ағыулы!


     Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Америка Ҡушма Штаттарында халыҡтың күпләп сальмонеллез менән ауырыуы тураһында хәбәр итә. Улар һары тунецтан (желтоперый тунец) әҙерләнгән аш-һыуҙан ағыуланған. Балыҡ эсәк ауырыуҙарын ҡуҙғатыусы сальмонеллез менән зарарланған. Ярымфабрикат “һары тунец ите” исеме аҫтында һатыуға сығарыла. Уның һөйәкһеҙ ит килеш төрөлгән рәүештә лә һатыуға сығарылыуы ихтимал.
     Ул Америка Ҡушма Штаттарының Калифорниялағы Moon Marine компанияһында етештерелгән.

     Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай территориаль бүлеге.

ИСЕМ ТУЙҘАРЫ

     Урман ҡыҙы


     Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, көндән-көн виртуаль донъяға инеп, ябай китаптарҙан айырыла барһаҡ та, йөрәктәребеҙҙә әҙәби ижадҡа булған ынтылыш, һөйөү кәмемәгән әле. Күңелдәр рухи аҙыҡҡа мохтаж. Яңыраҡ ауылыбыҙҙа яҡташ шағирәбеҙ Зилә Ғәйетҡолова менән осрашыуға йыйылғандарҙы ла нәҡ шиғриәткә оло мөхәббәт берләштергәндер.

БЕҘҘЕҢ ИНТЕРВЬЮ

КЕМ МӘҒЛҮМӘТЛЕ
         – шул донъя менән идара итә


          Япондарҙың “Кем мәғлүмәтле – шул донъя менән идара итә” тигән бик тә отошло мәҡәле бар. Ысынлап та, бөгөн заманға яраҡлашып йәшәгәндәр, күберәк мәғлүмәт туплаусылар ота. Эшкә урынлашыу, һөнәр һайлау кеүек еңел булмаған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә тап шундай һәләткә эйә булыусыларға бәхет йылмая. Хеҙмәт баҙары бөгөн кемдәрҙе талап итә? Кемдәргә эш табыуы еңелерәк? Ошондай һорауҙар менән беҙ халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге психологы Г.И. СИРУСИНАҒА мөрәжәғәт иттек.