6 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Афарин, буранбайҙар!

“Йәштәр менән эш” республика конкурсында Таулыҡай ауыл биләмәһе бүләк сертификатына эйә булды. Конкурсҡа Буранбай ауылы йәштәренең эше (етәксеһе Сәлимә Усманова) тәҡдим ителгән һәм ул республика күләмендә икенсе урынға лайыҡ булған.

* * *
Үткән йомала Сибай ҡалаһында үткән “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә Буранбай мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, билдәле йырсы, әллә күпме республика йыр конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоевтың бер туған ҡустыһы Фәрүәз Ҡотоев (етәксеһе Фәттәх Аралбаев), барыһын да таң ҡалдырып, беренсе урын яуланы.

Егеттәребеҙ һынатманы

1-2 июндә Сибай ҡалаһында “Ирәндек батыры” конкурсы үтте. Унда 19 йәшкә тиклемгеләр араһында, атыу, йүгереү, көрәш буйынса һынауҙарҙы үтеп, Икенсе Этҡол ауылы егете, БДАУ-ҙың Сибайҙағы филиалының 1-се курсын тамамлаған Даян Ғүмәров беренсе урын яуланы. Ә 19 йәштән өлкәндәр араһында Икенсе Этҡолдан Азамат Ғөбәев – дүртенсе һәм Таулыҡайҙан Рәил Исхаҡов бишенсе урынды алды.

Матур кисә

Беренсе Төркмән “Йәйғор” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бик матур кисә ойошторҙо. Алтын юбилейын билдәләүсе Мөслимә Ильясоваға муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды, алдынғы хеҙмәткәрҙәр билдәләнде. Бигерәк тә балалар әсәйҙәр менән берлектә ҡуйған концерт  ауыл халҡының күңеленә хуш килде.
Ата-әсәләр исеменән – Эльмира ВӘхитова.

Иҡтисад


Билдәле булыуынса, 8-9 июндә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2012” төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк.
Фекер алышыу өсөн һорауҙар тематикаһы киң: иҡтисадтың юғары технологиялы һәм традицион тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыу маҡсатында сәнәғәт үҫешен стимуллаштырыу, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү, ауыл хужалығы кооперацияһын һәм сауҙаны киңәйтеү: туризмды, бәләкәй эшҡыуарлыҡты, коммуникацияларҙы (транспорт, энергетика, мәғлүмәт) һ.б. үҫтереү.

Рәсми бүлек

Ялығыҙ ҡазаға әүерелмәһен

Һыу объекттарында күмәк ял итеү урындары ойоштороу һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Тормошҡа ашҡан хыял


Һәр баланың матур, яҡты хыялы була. Бигерәк тә Яңы йыл төнөндә ҡайһылары тормошҡа ашып ҡуя: теләгән бүләкте Ҡыш бабай йә шыршы төбөнә, йә яҫтыҡ аҫтына һалып китә. Шуға ла кескәйҙәр Яңы йылды бигерәк өҙөлөп көтөүсән. Ә бына иң яҡшы патронат ғаиләлә тәрбиәләнгән, үҙе лә яҡшы уҡыған, бигерәк тә спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 4-се мәктәптең 9-сы класын тамамлаусы Илдар Хәмитовҡа 1 июнь Яңы йылды хәтерләтте. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Хыял” акцияһын уҙғарыусылар уның күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы – имтихан тапшырып ҡайтыуына уны өйҙә ноутбук көтә ине. Дөрөҫөрәге, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия белгесе Зинера Шаһиева менән Ғаиләгә, йәштәргә һәм балаларға психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Эльвира Мукаева  уны тәбрикләп ҡаршы алды. Ошондай тантаналы шарттарҙа район хакимиәте әҙерләгән был ҡәҙерле бүләкте Илдус Әдиф улы тулҡынланыуҙан баҙап ҡалған егеттең ҡулына тотторҙо.

Уҡыуҙар

Һәр өлкәлә белемле булыр өсөн

Журналистың бурысы – кешеләрҙе илдә барған ваҡиғалар, төрлө өлкәләге яңылыҡтар, көнүҙәк проблемалар менән таныштырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, власть һәм башҡа төрлө структуралар менән бәйләнеш булдырыу. Хатта теге йәки был ваҡиғаға ҡарата халыҡ араһында ниндәйҙер бер фекер тыуҙыра алыу мөмкинлегебеҙ ҙә бар.

Замандаштар

Яугир улы


Мәҡәләгә тулыраҡ асыҡлыҡ индереү маҡсатында тәүҙә һөйләйәсәк геройымдың атаһы Билалов Рамаҙан Шаһиғәле улы тураһында яҙып үтергә кәрәк. Сөнки һәр кемдең дә тип әйтерлек киләсәкке яҙмышы тап ғаилә мөхитенән башланыуы бер кемгә лә сер түгелдер.

«Һаҡмар»ға килә хаттар

Хаттар һулар һауаға тиң


Биш ай эсендә “Һаҡмар” гәзите почтаһына гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 300-гә яҡын хат килгән. Уларҙың 1-һе тикшереүгә ебәрелеп, тейешле яуап алынған, өс хат, һуңлау сәбәпле, архивҡа оҙатылған.
Ябай гәзит уҡыусыларҙың хаттары беҙҙең өсөн һулар һауа кеүек: улар аша халыҡтың йәшәйешен, һулышын тойорға була. Бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ икән, халыҡ йә битарафлыҡҡа батҡан, йә гәзит ҡайғыһы юҡ – башҡа хәсрәттәре етерлектер, тигән уйҙар уянып ҡуя. Шулай ҙа, мәшәҡәтле осорға аяҡ баҫыуыбыҙға ҡарамаҫтан, шөкөр, һирәкләп булһа ла почта йәшнигенә ҡулдан йә компьютерҙа баҫылған хаттар төшкөләй. Тик гәзит уҡыусыларыбыҙға бер аҙ үтенес менән дә мөрәжәғәт иткебеҙ килә: беҙгә килгән ҡулъяҙмаларҙың кире ҡайтарылмауын онотмаһағыҙ ине. Хатты ебәргән саҡта үҙегеҙҙә күсермәһен һаҡлап ҡалһағыҙ, үҙегеҙҙең дә, гәзит хеҙмәткәрҙәренең дә ваҡыты сарыф ителмәҫ.
Тормош менән берлектә атлаған замандаштарыбыҙ электрон почта аша ебәреп күпкә ота: мәҡәлә тиҙ арала килеп тә етә. Шулай ҙа күләм хаҡында ла онотмаһағыҙ ине. Яҙманың ҡыҫҡараҡ һәм тосораҡ булыуы редакция кәштәһендә уның күпме ваҡытҡа тиклем тотҡарланыу яҙмышын хәл итә.
Барлыҡ авторҙарыбыҙға ла ижади уңыштар теләп, замандың ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.

Айгөл Иҙелбаева,
хаттар һәм социаль тормош бүлеге хәбәрсеһе.