27 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Дуҫлыҡ эстафетаһы

27 июндә “Граф күле” лагерында “Дуҫлыҡ эстафетаһы” акцияһы үтәсәк. Был сара милләт-ара татыулыҡҡа арналған. Ул 20 майҙа республика буйынса старт алғайны. Баймаҡтар эстафетаны әбйәлилдәргә тапшырасаҡ. Йәштәр араһында барған был үҙенсәлекле сараның символы ҡурай тажы булыуы айырыуса әһәмиәткә лайыҡ. Кисә райондың йәштәр комитеты белгестәре акцияға әҙерләнеп, лагерҙа “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ” кисәһен үткәрҙе.

Фажиғәләр булмаһын өсөн

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙең күбәйеүе тураһында хәбәр итә. Айырыуса, руль артына иҫерек ултырыусылар йышайған. Ошо айҙа ғына 20 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән. Бер авария мәлендә 4 кеше һәләк булған, икәүһе дауаханаға килтерелгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, руль артына эскән килеш ултырыу енәйәт икәнлеген, шулай уҡ тиҙлекте арттырыу, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе тураһында иҫкәртә.

Таҡтаташ асыласаҡ

30 июндә Басай ауылына 200 йыл тулыу айҡанлы,  “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреләсәк. Ундағы саралар араһында Басай мәктәбенең тәүге директоры Ришат Нурғәле улы Фәтхуллинға арналған таҡтаташ асыу планға индерелгән.

Миҙалсы-2012

Тормош үрендәге тәүге оло еңеү


– Күптәрегеҙҙең ата-әсәләрен, үҙегеҙҙе беләм – шуныһы ҡыуаныслы, – тип башланы телмәрен хакимиәт башлығы Илшат Ситдыҡов. – Һеҙ үҙ тормошоғоҙҙа иң ҙур еңеүгә өлгәштегеҙ – уҡыуҙағы уңыштарығыҙ өсөн алтын һәм көмөш миҙалдарға эйә булдығыҙ. Һеҙ быға лайыҡлы. Шуны белегеҙ: тормош көрәштән тора. Әгәр яҡшы йәшәгең килһә, һәр ваҡыт тырышырға, көрәшергә, еңергә кәрәк. Һеҙҙең бөгөнгө еңеүегеҙҙә уҡытыусыларығыҙҙың, ата-әсәләрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың әллә күпме көсө һалынған. Уларҙың барыһына ла бик ҙур рәхмәт! Алдағы тормош имтихандарын да уңышлы тапшырып, районыбыҙҙың ғорурлығы булыуығыҙҙы теләйем!

Тантаналар

Академик М.Н. Иҫәнбаев

премияһын тапшырҙы


Тыуған төйәген онотмаған, уның тураһында хәстәрлек күргән шәхестәр һәр саҡ һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уята. Билдәле профессор, академик М.Н. Иҫәнбаев 23 июндә II Этҡол мәктәбенең 11-се һәм 9-сы сығарылыш класс уҡыусылары менән осрашып, үҙенең бүләктәрен һәм премияһын тапшырҙы.

Һайлау – 2012

Праймериз үтәсәк


Ағымдағы йылдың октябрь айында муниципаль район Советына депутаттар һайланасаҡ. Был мөһим сара айҡанлы махсус план ҡабул ителгән һәм шуға ярашлы әҙерлек эштәре алып барыла.

Ауыл хужалығы

“Йәшел ураҡ” көндәлеге

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар бар көсөн бесән һәм йәшел масса туплауға йүнәлтә. Кисәге көнгә 2003 гектарҙа үлән сабылған (планға ҡарата 9%), 184 тонна бесән әҙерләнгән. Сенаж иһә 2601 тонна һалынған.
 

Сәнәғәт

«Зәңгәр яғыулыҡ» кәрәкме?


Баймаҡта газ селтәрен төҙөү дауам итә, ләкин был тәңгәлдә проблемалар ҙа бихисап, эшләнәһе эштәр ҙә байтаҡ. Халыҡ ни өсөндөр һорап, үтенеп алған “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙаланырға ашыҡмай. Сәбәптәре нимәлә? Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, тейешле органдарға мөрәжәғәт иттек.

Коррупцияға ҡаршы

Закон үтәлергә тейеш


Баймаҡ районы прокуратураһы коррупцияға ҡаршы ниндәй эштәр алып барылыуын тикшерҙе. Уның барышында туғыҙ ауыл биләмәһендә закондың үтәлмәүе – был енәйәткә ҡаршы эш планы төҙөлмәүе асыҡланды.
 

26 июнь—Бөтә донъя наркоманияға ҡаршы көрәш көнө

Мәк сәскәһенең күҙ йәштәрен эсһәң...


Бер мәртәбә мәк сәскәһенең күҙ йәштәрен тәмләп ҡараған кеше ғүмер буйы илар... Был һүҙҙәр наркотик ҡул-ланыусылар һәм уларҙың ата-әсә-ләренә бик яҡшы таныш. Хәҙерге ваҡытта “илебеҙҙә наркомандарҙың артыуы туҡтап ҡалды” тигән белдереүҙәр ишетелһә лә, үлемесле ағыуҙы хатта 6 йәштән дә ҡулланыусыларҙың булыуы өмөттө һүндереп ҡуйғандай була.
Республикабыҙҙа 5444 наркомания менән ауырыған һәм 2736 наркотик ҡулланыусы теркәлгән. Әммә Башҡортостан наркокон-троль хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ысынбарлыҡта уларҙың һаны 80 меңгә етеүе ихтимал.

Халыҡ иғтибарына

Теркәү ваҡыты ҡыҫҡарҙы


Күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе буйынса дәүләт функцияларын үтәү сифатын яҡшыртыу, мәғлүмәттәрҙе асыҡ итеү һәм ғариза биреүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы күсемһеҙ милекте һәм уның менән алыш-биреш итеүҙе дәүләт теркәүе ваҡытын яҡынса ике тапҡырға ҡыҫҡартты. 

Мәҙәниәт

Һөнәренә ғашиҡтарға кәртә юҡ


Шундай һөнәр эйәләре бар: икмәк тә бешермәй, һыйыр ҙа һаумай, ҡымыҙ ҙа бешмәй, ә туҡландыра – рухи яҡтан туҡландыра. Ул – мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәғни мәҙәниәткә тоғро хеҙмәт итеүселәр һөнәре. Ҡасандыр берәүҙең “мәҙәниәт көтөп торор” тигән ҡарашы хәҙер ҙә ҡайһы саҡта сағылыш табып ҡуя, әммә был һөнәр эйәләренең эшмәкәрлегенән тыш йәмғиәтебеҙҙең йәшәйешен, рухиәтен күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел.
Илсиә Рәшит ҡыҙы Хәсәнова халыҡҡа нур, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ өләшеүсе, көндө-төндө айырмай һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа әйҙәүсе был матур һөнәргә 13 йыл ғүмерен бағышлаған. Ғүмәр ауылында йәшәһә лә, Ярат мәҙәниәт   йортонда емертеп эшләй. Ғүмер юлдашы     Артур Хәсәнов менән 3 бала үҫтерәләр.
Илсиәне лайыҡлы еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Күңел хәтирәләре

Ҡырҡ йыл да үткән икән...


Уҙған быуаттың 60-90-сы йылдарында районда шахмат буйынса команда ярыштары йыш үтә торғайны. “Сибай” совхозы, Иҫке Сибай урта мәктәбе уҡытыусы-лары, уҡыусылары чемпион була йәиһә призлы урындарҙы ала ине. Хәҙер команда ярыштары әллә ни үтеп бармай, шикелле.

Афарин!

Һинән беҙгә шул кәрәк!

 Яҡташыбыҙ Рәзилә Ырыҫҡужина ҡулына икенсе китабын алды
 

Иҫләйһегеҙме, күптән түгел “Һәнәк” журналы хеҙмәткәре, Йәнйегет ауылы ҡыҙы Рәзилә Ырыҫҡужинаның тәүге китабы баҫылды, тигән һөйөнөс менән уртаҡлашҡайныҡ?  Райондаштарыбыҙҙың шәплеген дәлилләүсе тағы бер миҫал – йыл да үтмәне, уның “Минән һеҙгә ней кәрәк?” тигән икенсе йыйынтығы донъя күрҙе. Бына шундай һәләтле, уңған ул Рәзиләбеҙ. Туптай ике малай тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, илһамланып ижад итеүҙән туҡтамай. Афарин!  

Хаттарҙан юлдар

Миңә майҙа Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә дауаланырға тура килде. Был бүлекте үҙ эшенең оҫтаһы Илдар Ғимаҙи улы Хәсәнов етәкләй. Шулай уҡ хирург Айбулат Тимербулат улы Иманов һәм Илфат Мансур улы Мөхәмәтйәров бурысына бик яуаплы ҡарай. Пост, процедура, дежур медсестралар Айгөл     Теүәлбаева, Флорида Лебедь, Елена Пустыльникова, Дилара  Теләүбирҙина, Зәлиә Теләүсина, Гөлсинә Әминева, ашнаҡсылар, санитаркалар дарыу менән генә түгел, ә үҙҙәренең мөләйем йөҙҙәре, татлы һүҙҙәре, тәмле аштары менән дә дауалайҙар. Барыһына ла бәхет теләп, оло рәхмәтемде белдерәм. Һәр саҡ шулай көләс йөҙлө, оло йөрәкле, кешелекле һәм кеселекле булып ҡалығыҙ.

Ихтирам менән, 1-се палатала дауаланыусылар исеменән –  Сәфәрғәле Йәрмуллин.
Ишмөхәмәт ауылы.


* * *
Хәҙер Баймаҡта бик ҙур  маҡтауға торошло медицина архивы бар. Бик яҡшы, тәртиптә тотолған шкафтарҙа ауырыуҙар тураһында бар мәғлүмәтте табып була. Архив менән Миңзәлә Ғибәҙәт ҡыҙы Ғүмәрова етәкселек итә. Ул Үрге    Яйыҡбай ауылы ҡыҙы. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында 1977 йылдан эшләй. 21 йыл машзаводтың медпунктында медсестра булғандан һуң, архивта халыҡ өсөн бик тә кәрәкле эште уңышлы алып бара. Тик маҡтауға лайыҡ Миңзәлә Ғибәҙәт ҡыҙына киләсәктә уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйем.

Абдулла ҠАШҠАРОВ,
һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны.
Баймаҡ ҡалаһы.


* * *
Беҙҙең Сосновка ауылы почтальоны Айһылыу Юнысбаева өс йыл эшләү дәүерендә үҙен өлгөр, тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Сөнки ул яңы килгән баҫмаларҙы – йәйме, ҡышҡы ҡыҫҡа көнмө – почта килгән көндө үк ҙур, әллә нисә урамлы Сосновка ауылына йүгереп йөрөп таратып сыға. Ә бит беҙҙә 130-ҙан ашыу ғаилә йәшәй. Айһылыу Дамир ҡыҙы заказлы хаттар, посылка, төрлө   квитанция, извещениеларҙы ла  ваҡытында тарата. Уларҙы бит гәзит араһына ҡыҫтырып ебәреп булмай, һәр береһен кешенең ҡулына тапшырырға кәрәк. Ай-һылыу Юнысбаева беҙҙән ун бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Октябрь ауылының да почталь-оны. Ошо өс йыл эшләүенең тәүге йылында ул унда йәйгеһен велосипед менән, ә ҡышҡыһын үткенсе машиналарға ултырып гәзит-журнал таратты. Айһылыу Дамир ҡыҙы эштә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған. Тормош иптәше Рауил менән татыу йәшәйҙәр, ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Хат ташыусыбыҙҙың эшенән бар ауыл халҡы ҡәнәғәт. Уға уңғанлығы өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ғәлимйән СӘҒИТОВ.