4 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Семинар уҙғарыла

Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты 2012 йылдың 5 июлендә сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә райондың йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары етәкселәре һәм алкоголь, һыра продукцияһы һатыу менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуарҙар менән семинар уҙғара. Ул 1995 йылдың 22 ноябрендәге “Этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү тураһында”ғы 171-се федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, алкоголь продукцияһын берәмләп һатыу эшмәкәрлеген лицензиялау һәм декларациялау мәсьәләләренә арнала.
Муниципаль район хакимиәте.

Һаулыҡты хәстәрләп

4 июлдә үҙәк ҡала дауаханаһында чернобылселәрҙең һаулығын тикшереү, дауалау, диспансеризациялау буйынса кәңәшмә үтәсәк. Уны Өфөнән килгән махсус медицина бригадаһы ойоштора. Кәңәшмәлә, медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, пенсия фонды, ЗАГС, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашасаҡ.

Акция иғлан ителде

Республика буйынса 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы иғлан ителде. Мәрхәмәтлелек сараһы ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу өсөн үткәрелә. Баймаҡ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге лә акцияны ойоштороп, халыҡтың ярҙам итеүен һорай. Балаларға канцелярия тауарҙары, мәктәп формаһы, портфель һ.б. йыйыла. Әйберҙәр бик яҡшы сифатта йәки яңы булырға тейеш. Мәрхәмәтлелек акцияһына ҡушылырға теләүселәрҙең Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 37 адресы буйынса мөрәжәғәт итеүе һорала. 

БСТ – Темәстә

Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгенә БСТ каналының “Следопыт” телетапшырыуы хеҙмәткәрҙәре килгән. Журналистарҙы  данлыҡлы “Ҡуңыр буға” легендаһы ҡыҙыҡһындырған. Темәс ауылының аҡһаҡалы С.Ғ. Вәлиев уларҙы халҡыбыҙҙың бай боронғо легенда-риүәйәттәре менән таныштырған.

Кәңәшмәләр

Ауыл биләмәһе башлыҡтары
тәжрибә уртаҡлашты


30 июндә Ишмырҙа һәм Әбделкәрим ауыл советы биләмәләрендә район күсмә семинар-кәңәшмәһе үткәрелде. Унда ауыл биләмәһе башлыҡтары, район-ҡала етәкселәре ҡатнашты.

Төҙөкләндереү

Июнь еңеүсеһе – район электр селтәре


Ҡала биләмәһе тарафынан предприятие, ойошма һәм учреждениелар араһында төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса смотр-конкурс иғлан ителгәйне. Уның положениеһына ярашлы, ай һайын эш һөҙөмтәләренә ҡарап еңеүселәр билдәләнә. Уҙған айҙа был тәңгәлдә урындағы Пенсия фонды идаралығы беренселекте бирмәһә, был юлы ҡала биләмәһе башлығының Күсмә вымпелына һәм аҡсалата премияһына район электр селтәре лайыҡ булды.

“Түңәрәк өҫтәл”

Ир ҡәҙерһеҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ


 Атайҙар бәҫе, уларҙың абруйы тураһында һуңғы ваҡытта йыш телгә алабыҙ. Ғаилә, бала тәрбиәләү хаҡында күберәк ҡатын-ҡыҙ халҡы һөйләй. Ә ир-егеттәр ошо хаҡта ниҙәр уйлай икән? Район китапханаһында йыйылған хөрмәтле атайҙар, ҡартатайҙар ир ҡәҙере, атай абруйын ҡайтарыу тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина: “Йәмғиәттә булған ҡайһы бер насар, йәмһеҙ күренештәргә атай һүҙе, фекере кәрәк. Шуға күрә бөгөнгө һөйләшеүгә беҙ районыбыҙҙың арҙаҡлы ир-егеттәрен саҡырҙыҡ”, – тине. Шулай итеп һүҙ –  хөрмәтле атайҙарға.  

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Уңғандарға уңыш үҙе йылмая


Эшһөйәр ҡыҙҙар һәм улдарыбыҙ менән еребеҙ матур. Шундай гүзәл заттарҙың береһе – Мерәҫ мәктәбе уҡытыусыһы Фәниә Раева хаҡында һүҙем.

Уңғандар беҙҙең арала

“Китапхана – һәр ауылдың биҙәге”


Үҙ эшенә ғүмер буйы тоғро ҡалған, уны яратып башҡарған кешеләрҙе генә бәхетлеләр рәтенә индереп булалыр.

Яңы китап сыҡты

Нәҫел тамырҙарын барлап


Һуңғы 15 – 20 йыл эсендә район халҡында үҙ тамырҙарын юллап тикшереү, шәжәрәләрен төҙөү, тыуған төбәктәренең тарихы менән ҡыҙыҡһыныу артты. Һәр кемгә тыуған-үҫкән төбәге, ер-һыу атамалары, алыҫ ата-олаталары ерегеп әллә күпме быуын кисергән ҡан-ҡәрҙәштәр төйәге күңеленә яҡын һәм ғәзиз. Кешене тормош елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, уның күңелендә тыуған ере үҙенең бөтә хозурлығы, барлыҡ нескәлектәре менән ғүмере буйына һаҡлана. Быны беҙ урындағы крайҙы өйрәнеүселәр тарафынан яҙылған ауылдар тарихы тураһындағы китап һәм брошюраларҙан күрәбеҙ.

Һөйөнсө!

“Темәс” төркөмөнөң икенсе дискыһы сыҡты!


“Темәс” – уҙған быуат аҙағында республика кимәлендә шаулап, башҡорт йәштәре күңелен арбаған төркөмдәрҙең береһе булғайны. Ул Илдар Абдуллин етәкселегендә 1993 йылдың май айында төҙөлә һәм 1994 йылда уҡ  “Урал моңо” фестивалендә дипломант була. Тағы ике йылдан Сибай ҡалаһында үткән поп-рок фестивалендә беренсе урын яулай. Төркөм күпселектә Илдар Абдуллин ижад иткән йырҙарҙы башҡара. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ та үҙен танытып өлгөрә: 2007 йылда Күмертауҙа республика һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында – беренсе, Учалы ҡалаһында Марс Латыпов иҫтәлегенә арналған ошондай уҡ конкурста икенсе урын ала.