9 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

     “Айһылыуҙың айлы кистәре”

     Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары Түбә ауылында Туфан Миңнуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре” исемле лирик драмаһын сәхнәләштерҙе. Ижади төркөмдөң художество етәксеһе Дамир Ғәлимов Түбәлә тыуып үҫкәс, йыл да ауылдаштарын матур тамаша менән һоҡландыра. Быйылғы спектакль да уңышлы үтте, халыҡҡа оҡшаны. Артистарға ауылдаштар исеменән рәхмәт белдерәм.
     М. ХӘСӘНОВА, биләмә башлығы.
    

     Ер бүлеме сиктәрен билдәләү өсөн

     “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе тарафынан файҙаланылған ер участкалары сиктәрен аныҡлау менән бәйле, ошо биләмәлә сабынлыҡтары булған граждандарҙың ер бүлеме сиктәрен билдәләү һәм килешеү өсөн документтары менән Баймаҡ ҡалаһы, Р.Люксембург урамы, 1 адресы буйынса (БТИ бинаһы) килеүе һорала. Иғлан баҫылып сыҡҡандан һуң 25 эш көнө дауамында эш көндәрендә сәғәт 8-ҙән 17.30-ға тиклем мөрәжәғәт итергә.
     БР техник инвентаризациялау бюроһының Баймаҡ район-ара филиалы.
    

     Йорттар араһында конкурс

     БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан күп фатирлы йорттар араһында конкурс иғлан ителде. Уның шарттары буйынса йортта һәм уның эргәһендә таҙалыҡ, тәртип, биҙәлеш, яҡтыртыу, бар уңайлыҡтар булырға тейеш. Шулай уҡ фатир хужаларының коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстары булмауы шарт. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса республиканың күп фатирлы 100 йортона Министрлыҡтың Почет грамотаһы һәм 100 мең һум күләмендә премия тапшырыласаҡ.
    

     Футбол буйынса беренселек

     7 июлдә ҡалабыҙҙың “Труд” стадионында муниципаль район хакимиәте башлығы кубогына өлкәндәр араһында футбол буйынса район беренселеге үтәсәк. Ярыштар сәғәт 10-да башлана.
    

7 ИЮЛЬ – ХАЛЫҠ-АРА КООПЕРАЦИЯ КӨНӨ

     УЛАР ИҢЕНДӘ – СОЦИАЛЬ МИССИЯ


     Берләшкән милләттәр ойошмаһы ҡарары буйынса 1995 йылдан алып июль айының тәүге шәмбеһе Халыҡ-ара кооперация көнө тип билдәләнә. Ә илебеҙ тарихына күҙ һалһаҡ, Петровск заводында (хәҙерге Петровск-Забайкальский ҡалаһында) эшләгән һөргөнгә ебәрелгән декабристар “Ҙур артель” йәмғиәте төҙөй һәм шул мәлдән Рәсәйҙә кооператив хәрәкәт башлана. Уның Уставы нигеҙенә ирекле ағзалыҡ, тигеҙлек, тауарҙы бары тик ҡулаҡсаға һатыу, ағзаларҙың иғәнә индереүе, идаралыҡ һәм контролдә тотоу органдарын йәшерен тауыш менән һайлау, пайсылар алдында идаралыҡтың һәм ревизия комиссияһының отчет биреүе принциптары һалына. Декабристар кооперативы йәмәғәт туҡланыуы, берәмләп һатыу, йәшелсәселек, мал һимертеү менән шөғөлләнә, төрлө оҫтаханалар тота. “Ҙур артел”де барлыҡҡа килтергән принциптар бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай һәм ҡулланыусылар кооперацияһы эшмәкәрлегенең төп нигеҙе булып тора.

8 ИЮЛЬ — РӘСӘЙ ПОЧТАҺЫ КӨНӨ

     КӨЛӘС ЙӨҘЛӨ ЗӘЙТҮНӘ


     Кеше яҙмышы... Тормош һуҡмаҡтары әҙәм балаһын ҡайҙа ғына йөрөтмәй! Бынан 34 йыл элек, 1978 йылдың йәйендә, Баймаҡ ҡалаһы һылыуы Зәйтүнә Ғәйнислам ҡыҙы Йомағолованы ла, яҙмыш ҡушыуылыр инде, Татлыбай почтаһы бүлексәһенә эшкә ебәрәләр. Тәүге көндән үк оҙон толомло һылыу ауыл халҡының үҙ кешеһенә әйләнә. Шул уҡ йылдың декабрендә ауылыбыҙҙың уңған егете Марат Әнүәр улы Йәнтүрин менән яҙмыштарын бәйләйҙәр. Мөхәббәт емеше булып һыу һөлөгөләй Лилиә, Гүзәл, Рәмзилә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Улар матур булып үҫеп етеүгә Нуриман атлы улға ғүмер бүләк итәләр. Ике ҡыҙы – уҡытыусы, өсөнсөһө бухгалтер һөнәрен үҙ итеп, эш башлап, тормошҡа сығып, Сибай ҡалаһында төпләнеп татыу ғүмер итәләр. Нуриман әлегә мәктәп уҡыусыһы.

РӘСМИ БҮЛЕК

     Сәйәси совет ултырышҡа йыйылды


     Әлеге ваҡытта беҙҙең район буйынса 1 меңдән ашыу кеше – “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы. Урындарҙа 74 беренсел ойошма эшләй. Ошо көндәрҙә партияның урындағы сәйәси советының сираттағы ултырышы үтте. Әйткәндәй, сәйәси советты бөтәһе 15 партия ағзаһы берләштерә.

8 ИЮЛЬ — ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ

     Алтмышын туйлаған бәхетле пар


     Һоҡланғыс кешеләр була донъяла. Уларҙың йәшәү рәүеше, аҡыллы фекерҙәре, бар булмышы һәр кемгә үрнәк. Икенсе Этҡолда йәшәүсе Исҡужиндарҙы нәҡ шундайҙар рәтенә индереп була.

АКЦИЯЛАР

     Иң изге теләктәр менән


     Йәштәрҙең аҡыллы, уңған булыуына, ял итә лә, кешеләрҙең ялын ойоштора белеүенә лә хайран ҡалырһың. Ошо көндәрҙә Баймаҡта бер төркөм йырсылар “Иң изге теләктәр менән” тигән концерт ҡуясаҡ. Һеҙҙең иғтибарығыҙға йәштәрҙең кумирына әүерелгән Илгиз Абдрахманов менән әңгәмә.