11 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар


Ҡотлайбыҙ!

Яҡташтарыбыҙ: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты етәксеһе З.И. Еникеев һәм БР Төбәк тикшеренеүҙәр институты директоры Й.Т. Һөйөндөков Башҡортостан Республикаһы ғилми берләшмәһе тарафынан БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденттары итеп һайланды.

Беҙҙекеләр – еңеүсе!

Үткән шәмбе Силәбе өлкәһенең Красноармейск районындағы Дубровка ҡасабаһында 3-сө Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтте. Был һабан байрамында Президент Р.З. Хәмитов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Уның составында район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов та барҙы.
Милли-спорт байрамының төп тамашаһы булған ат ярыштарында баймаҡтар ҙа әүҙем ҡатнашты һәм ҙур еңеү яулап ҡайтты. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ат спорты ярыштары еңеүселәре һынау тотҡан был бәйге бик көсөргәнешле үтте. Унда “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең Хорватка (һыбайлыһы С.Таймасова) ҡушаматлы менге аты 2000 метр араға уҙышыуҙа маҡтаулы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Күпме әҙерләнгән?

Районда мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Кисәге көнгә бөтәһе 1824 тонна бесән, 3380 тонна сенаж тупланған. Әйтергә кәрәк, уның барышы бик түбән. Тик Ленин исемендәге (шартлы һәр малға ҡарата 8,3 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән), “Рассвет” (5,7 центнер) АХК-ларында ғына хәл тотороҡло. Ә бына “Йылайыр”, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Таналыҡ”, “Аҡморон” хужалыҡтарында һалынған аҙыҡ күләме бик аҙ.

Тирә-яҡ мөхитте тикшереү өсөн

Мәғлүм булыуынса, БДУ-ның Сибай институты 1998 йылдан Санкт-Петербург Дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек итә. БДУСИ тамамлағандар төньяҡ баш ҡалала артабан уҡый, Питер студенттары шулай уҡ районға практикаға килә.
Яңыраҡ география факультеты студенттары тау-сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон тикшереү маҡсатында Күлтабан, Талҡаҫ күлдәре, Ҡарағайлы йылғаһы, Калинин һәм Моҡас ауылдары янындағы ерҙәрҙә булды. Бындай ялан практикаһы йыл да үтә, студенттар уҡыу осоронда бар илде урап сыға.

Рәсми бүлек


Праймериз алдынан

 
Баймаҡ районында 10, 11 һәм 12 июлдә район Советына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарға алдан тауыш биреү процедураһы үтәсәк. Ошо сәйәси сара алдынан муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәр идарасылары, иҫәп комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары һ.б. ҡатнашлығында инструктив кәңәшмә үтте.

Кәңәшмәләр


Көн ҡаҙағында – техниканы ураҡҡа әҙерләү

Һауа торошондағы аномаль эҫелек һөҙөмтәһендә иген быйыл иртә өлгөрә. Шулай ҙа миҙгелле эштәрҙең иң мөһиме – ашлыҡ йыйыуға бар нәмә лә, шул иҫәптән техника ла, әҙер булырға тейеш. “Урал аръяғы МТС-ы” ДУАХП-һының Баймаҡ филиалы нигеҙендә иген йыйыу комбайндарына даими дәүләт техосмотрын ойоштороу һәм үткәреү буйынса үткән семинар-кәңәшмәлә тап шуға иғтибар бирелде. 

Күсмә ҡабул итеүҙәр


Ҡулланыусылар үҙ хоҡуҡтарын беләме?

 
Һәр кемебеҙ нимәнелер һатып алғанда йәки төрлө хеҙмәттәр менән файҙаланғанда закон буйынса ҡулланыусы булып тора. Ҡулланыусылар берлегенең бөтә донъя ойошмаһы билдәләүенсә, ҡулланыусыларҙың төп хоҡуҡтары түбәндәгеләр: мәғлүмәт алыу, хәүефһеҙлек, һайлау, һинең фекерең менән иҫәпләшеүҙәре, зыянды кире ҡайтарыу, ҡулланыусылар белеме алыу, төп ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү һәм тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы. Күп ваҡыт ҡулланыусылар үҙ хоҡуҡтарын белмәү, кеше менән “яманлашырға теләмәү” йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында етештереүселәрҙән, һатыусыларҙан, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән отолоп ҡала.

Кәңәшмәләр


Эш темпын арттырырға!

Ленин исемендәге АХК базаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса үткән семинар-кәңәшмәлә район ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә ошондай бурыс ҡуйылды

Халыҡ иғтибарына


Электр тогының хәүефле икәнен онотмағыҙ!


 “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ-һы тағы ла бер тапҡыр халыҡты электр тогының хәүефле булыуы тураһында иҫкәртә. 

2012 – Рәсәй тарихы йылы


«Перовский» бейеү көйөнөң килеп сығышы
Был риүәйәтте мин үткән быуаттың 30-сы йылдарында Баймаҡ колхоз-совхоз театрының директоры Ғиниәт Ушановтың ауыҙынан ишеткәйнем. Яҙғандарымдың тәүге өлөшө уның һүҙҙәре, ҡалғандары – минең фекерҙәрем.
Ғиниәт Ушанов һуңыраҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы булды.

Ҡыңғырауҙар


Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина

 
Вәлиева-Ҡарасурина Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы 1953 йылдың 3 декабрендә Сәксәй ауылында тыуған. Ғаиләһе 1954 – 57 йылдарҙа Ҡырғыҙстандың Фрунзе (хәҙерге Бишкек) ҡалаһында йәшәй. 1957 йылда Ишей ауылына күсеп киләләр. 1969 йылда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында белем ала. 1973 йылда Ишей мәктәбендә эш башлай, ә 1974 – 2010 йылдарҙа Байым мәктәбендә башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары була. Педагогик эшмәкәрлеге лайыҡлы баһалана – район, республика, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы мәғарифының дөйөм белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре.
Ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Таҡмаҡтар, ҡобайырҙар сығара. “Йәшлек” гәзитендә “Ҡатын сырағы”, “Үткән дә генә ғүмер ҡалған хәтер” тигән хикәйәләре баҫылып сыҡты.
Минең шиғырҙарымдың темаһы – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Бөтә уй-кисерештәреңде, күңел төбөндәге серҙәреңде кешегә һөйләп булмай бит, шулар ҡағыҙға шиғыр булып төшә. Ә илһөйәрлек, эшһөйәрлек, тормош, йәшәү мәғәнәһе, һөйөү тураһында, эскелек, эшһеҙлек, йүнһеҙлек, бәйһеҙлек кеүек күңелһеҙ күренештәр хаҡында бер туҡтауһыҙ һөйләйҙәр, бик күп яҙалар – был өлкәлә мәғлүмәт минән башҡа ла артығы менән етәрлек. Шуға ла минең шиғырҙарым – бер кешенең генә күңел донъяһының сағылышы”, – ти Таңһылыу ханым үҙенең ижади булмышы хаҡында.