16 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар


“Йәшел ураҡ” көндәлеге

Кисәге көнгә районда үлән 9085 гектарҙа сабылған (41%), 2642 тонна бесән (19%), 3410 тонна сенаж (14%) әҙерләнгән. Иң күп мал аҙығы Ленин исемендәге (шартлы һәр баш малға ҡарата 8,8 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә), “Рассвет” АХК-ларында (5,9 ц) тупланған.
  

Районда – археологтар

Яңыраҡ Семеновск ауылы янында, Ирәндек итәгендә 25 кешенән торған археологик экспедиция үҙ эшен башланы. Бында БДУ, БДУСИ-ның юридик факультетының “Тарих” бүлеге студенттары, 24-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары һәм Өфөнән килгән ғилми хеҙмәткәрҙәр бер нисә боронғо ҡурған тапты. Эҙләнеү эштәре район биләмәһендә “Ирәндек” тарих-археология һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Әлегә бында бронза быуатҡа (яҡынса беҙҙең эраға тиклемге XVIII - XV быуаттарға) ҡараған бала, үҫмер, оло кеше ерләнгән урындар табылған. 

Мәсет төҙөлә

Бетерә ауылында ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың көсө менән яңы мәсет төҙөлә. Уның имам-хатибы итеп ауыл сходында Динислам Камалетдинов һайланған. Иман йортон 23 августа рәсми асыу күҙ уңында тотола.
  

Страховка иғәнәләрен түләүселәргә

Пенсия фонды идаралығы раҫланған график буйынса 2 июлдән 15 авгусҡа ҡәҙәр 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына мәжбүри пенсия һәм медицина страхованиелары өсөн күсерелгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре буйынса иҫәптәрҙе һәм 2012 йылдың тәүге яртыһына шәхси белешмәләрҙе ҡабул итә башланы. Отчет тапшырыу сроктарын  боҙған страховка иғәнәләрен түләүселәргә ҡарата закон буйынса штраф санкциялары ҡулланыу ҡаралған. 
Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 32”а” адресы буйынса, 301, 303, 304-се кабинеттарға мөрәжәғәт итергә, телефондар: 3-18-09, 3-18-67.

Беҙҙекеләр һынатманы

Ғафури районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың республика слеты үтте. Унда Сәғит Мирзин етәкләгән Баймаҡ  командаһы әүҙем ҡатнашты һәм еңеү яулап ҡайтты. Футбол буйынса беҙҙекеләр – өсөнсө, гер спорты, армрестлинг, атыу  буйынса иң көслөләре булып танылды. Баймаҡтар йыр-моңдары менән дә башҡаларҙы таң ҡалдырҙы.

15 июль – Металлургтар көнө



Һәр предприятие-ойошмала үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, һис ҡасан һынатмаған һәм шул арҡала коллективта лайыҡлы рәүештә абруй ҡаҙанған кешеләр була. Шундайҙарҙың береһе –“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең механика цехы эшсеһе М.Ғ. Сәйфуллин. 

Ул 1983 йылда заводҡа эшкә килә. Ошо ваҡыт эсендә Марат Сәйфуллин үҙен оҫта слесарь-ремонтсы итеп танытҡан. Механика цехы тотош төрлө ҡорамалдарҙан һәм станоктарҙан тора. Шуларҙың барыһы ла төҙөк һәм билдәләнгән талаптарға ярашлы эшләһен өсөн тап ул яуаплы.

Үҙ һөнәре нескәлектәрен камил белгәне, һәр эште ҙур ихласлыҡ менән башҡарғаны һәм матур кешелек сифаттары өсөн Марат Ғәлимйән улын хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә, завод етәкселеге лә маҡтап телгә ала.

Хеҙмәт алдынғыһы ғаиләһенән дә уңған: тормош юлдашы Фәниә Йомабай ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған.

Металлургтар көнө айҡанлы Марат Ғәлимйән улын һәм завод коллективын һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, барыһына иҫәнлек-һаулыҡ, ауыр һәм кәрәкле эштәренән йәм һәм тәм табып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Сәлимә Кейекбирҙина.
З. Сафина фотоһы.  

Төп сәнәғәт тармағы


“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшселәре быйыл да һөнәри байрамдарын – Металлургтар көнөн яҡшы күрһәткестәр менән лайыҡлы ҡаршылай. Бына өсөнсө йыл инде завод производствоһы юғары темптарҙа тотороҡло эшләй. Был үҙ сиратында производство ҡеүәттәрен әүҙем арттырыуға һәм яңы технологиялар индереүгә булышлыҡ итә.

2011-2015 йылдарҙа төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә беҙҙең заводтың пландары һәм ҡаҙаныштары тураһында урындағы һәм республика матбуғат сараларында күп яҙылды. Завод эшенең төрлө мәсьәләләре буйынса бер үк нәмә тураһында күп ҡабатламаҫ өсөн түбәндәгеләрҙе генә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтер инем. Алға ҡуйылған барлыҡ уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла: продукция етештереү буйынса ыңғай динамика күҙәтелә, яңы технологиялар индерелә, продукцияны һатыу баҙары киңәйә, эш хаҡын арттырыуҙа, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә алға китеш бар.
2012 йылдың тәүге ярты йыллығы күрһәткестәренә күҙ һалайыҡ.

161,2 миллион һумлыҡ тауар продукцияһы етештерелде. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 136,4 процент тәшкил итә. Ҡойолма продукцияның дөйөм сығарылышы – 994 тонна (уҙған йылға ҡарата – 144,4 процент). Тиҙ туҙмай торған ҡатнашманан «ИХЧ28Н2» ҡойолма етештереү күләме 42,2 процентҡа артһа, ҡойолмаларҙы механик эшкәртеү күләме 63,7 процентҡа күтәрелде.

Уҙған йылдың май айында насостар йыйыу цехы эксплуатациялауға тапшырылды. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта насостар етештереү һәм был цехтың хеҙмәтләндереү күләме 2,2 тапҡырға артып, улар килтергән табыш 17,3 миллион һум тәшкил итте. Бының һөҙөмтәһе булараҡ завод буйынса уртаса эш хаҡы 2001 йылда 12 698 һумдан 15120 һумға, йәғни 19,1 процентҡа артты.

Производствоның атап үткән үҫеш темпы менән бер рәттән артабан да тейешле продукция сығарыу, уның сифатын күтәреү һәм эш хаҡын арттырыу өсөн техник һәм ойоштороу эштәре алып барыла. Мәҫәлән, ҡойоу цехының формалау бүлексәһен реконструкциялау сиктәрендә 2011 йылдың авгусында яңы технологик ҡоролма монтажланды. Ул һыуыҡ килеш ҡата торған ҡатнашмаларҙан формалар эшләүҙең механизацияланған линияһын, ҡомдо регенерациялау ҡоролмаһын, пневмотранспорт системаһын үҙ эсенә ала. Былар барыһы ла уңышлы үҙләштерелде һәм производствоға индерелде. 

Уҙған йылдың йәйендә ҡойоу цехының яңы производство участкаһын барлыҡҡа килтереү маҡсатында әҙер продукция складын реконструкциялау эштәре башланғайны. Шул уҡ ваҡытта заманса төҙөлөш конструкцияларынан бина төҙөлөшө һәм уны технологик ҡоролмалар менән монтажлау алып барылды. 

2011 йылдың октябрендә “OMEGA FMLTD” тигән Англия фирмаһы менән яңы участок өсөн формалау ҡорамалдары килтереүгә килешеү төҙөлдө. Быйыл апрелдә заводҡа ҡорамалдар ҡайтарылды һәм монтажланды. Хәҙерге ваҡытта һынау үткәрелде һәм уларҙы көйләү буйынса эштәр тамамланыу алдында. 

Шулай уҡ төҙөлөш барышында оператив рәүештә ДСП-3 тип аталған электр дуғалы иретеү мейесе урынлаштырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй поставщиктарының электр комплектлау ҡорамалдарын ваҡытында килтермәүе арҡаһында эшебеҙ тотҡарлана.

Заводтың яңы технологиялар нигеҙендә яңы ҡойоу производствоһын үҙләштереүен традицион заказсыларыбыҙ ғына түгел, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән завод продукцияһын потенциаль ҡулланыусылар ҙа яҡшы белә. Беренсе ярты йыллыҡта заказдар артыуы динамикаһы оптимизм өсөн тулы нигеҙ бирә: уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда заказдар күләме 183,8 процент тәшкил итте һәм уларға ярашлы, продукциябыҙҙы алыуға бихисап килешеүҙәр төҙөлдө (уҙған йылға ҡарата 78,5 процентҡа күберәк).

Киләсәктә заводты үҫтереү буйынса билдәләнгән программаларҙы үтәү 546 кешене берләштергән бар коллективтың тырыш хеҙмәтенән тора. 

Һөнәри байрам алдынан производствоның 22 хеҙмәт алдынғыһы үҙ һөнәренең оҫталары тип табылды. Уларҙың портреттары заводтың Хеҙмәт даны аллеяһын биҙәйәсәк. 

Форсат менән файҙаланып, акционерҙар йәмғиәте етәкселеге, үҙемдең исемдән завод коллективын һәм хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрам – Металлургтар көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!

Алексей Мурахтин,
“Баймаҡ-ҡойоу механика заводы” ААЙ-һының 
генераль директоры.

Цехтарҙа эш ҡайнай, йәки һәр эштең үҙ нескәлеге бар


Баймаҡ ҡойоу-механика заводының ҡойоу цехы иң ауыр производство участкаһы һанала. Цех эшселәре һәр саҡ планды арттырып үтәй. Мәҫәлән, быйыл беренсе ярты йыллыҡта был күрһәткес 102 процентҡа тиң булды. Цехта даими рәүештә яңы технологиялар үҙләштерелә, эшселәр продукция сифатын арттырыуға һәм материалдарҙы экономиялауға күп көс һала.

Ҡойоу цехы коллективы производствоның хеҙмәт алдынғылары, яуаплы һәм тәжрибәле эшселәре менән дан тота. Был тәңгәлдә ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса мастер Наил Байғотлинды өлгө итеп ҡуйырға була. Уның етәкселегендәге электр-механика хеҙмәте цехтағы барлыҡ системаларҙың һәм механизмдарҙың көйлө эшләүен тәьмин итә. Шулай уҡ формалаусы Ринат Күсәрбаев та һөҙөмтәле эшләй, ошо ваҡыт эсендә ул үҙенең квалификацияһын 4-се разрядҡа тиклем күтәрҙе. Заводта 17 йыл хеҙмәт стажы булған формаларҙы киптереүсе Анна Оренбуркина, 33 йыл кран-балка машинисы булып эшләүсе Айбикә Бүләкова, ҡойолмаларҙы ҡырҡыусы һәм металлургтар династияһын дауам итеүсе Илмир Ташбулатов һ.б. үҙ эшенең оҫталары булып танылды.

Химия лабораторияһы – ҡойоу цехының бик яуаплы бер звеноһы. Был лабораторияла иретелгән металға тулыһынса химик анализ эшләнә. Сәғәҙиева Е.Ф. етәкселегендәге лаборанттар Н.Пономарева, Р.Әбдрәхимова, Р.Ғәйетбаева, Ф.Ташбулатова, Р.Ғәфүрова, М.Алғушаева, А.Маннапова, З.Шәйәхмәтова һ.б. үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай.  

Төп цехтарҙың береһе булған механика цехы етештергән продукция бар заводтың эшмәкәрлегенә нигеҙ һала. Был цех коллективы сифатлы һәм конкурентлылыҡҡа һәләтле тауар етештереп, предприятие престижын күтәрә, шул уҡ ваҡытта етештереү темптарын арттырыуға ла өлгәшә. Быйыл механика цехы тарафынан 725,5 тонна ҡойолма эшкәртелде. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 74,4 процентҡа артҡан. Юғары эш һөҙөмтәләре өсөн токарҙарҙың, слесарҙарҙың, электриктарҙың һәм цех бинаһын хеҙмәтләндереүселәрҙең эш хаҡы артты. 

Әйткәндәй, механика цехы Металлургтар көнө айҡанлы завод профкомы үткәргән спартакиаданың кубогына лайыҡ булды. Ошо цех эшселәре ҡала һәм завод буйынса үткәрелгән спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, йәш белгестәр А.Гераськин һәм А.Вәхитов был тәңгәлдә алдынғылыҡты бирмәй. Тәжрибәле оло ағай-апайҙарынан ҡалышмай һөҙөмтәле эшләгән йәштәрҙән И.Ташбулатов, И.Ғимазов, Ф.Ҡасҡынов, А.Ермак, А.Моратов, Г.Азаматов, Ю.Искаков, электрик И.Бабушкиндарҙы атап үтергә мөмкин. Ошондай йәштәр булғанда, заводтың киләсәге лә өмөтлө.


Заводтың әҙерлек цехы – аҙаҡҡы продукцияның төп сығанағы. Уның ике участкаһы бар: производство “йөрәге” — ҡойоу цехы өсөн моделдәр әҙерләүсе моделдәр участкаһы  һәм барлыҡ металл запчастарҙы ҡойоуға әҙерләү участкаһы. Бында ла иң яҡшы белгестәр тупланған, уларһыҙ производство бер нисек тә эшләй алмай. Иң аҙаҡҡы һөҙөмтә лә ошо цехтағы һәр кешенең эшенә бәйле. Хаҡлы рәүештә юғары квалификациялы моделселәр З.Ҡарасурин, Ғ.Салихов, Ф.Бүләков, А.Мироновтар менән ғорурланырға була. Бик ҡатмарлы моделдәрҙе лә оҫталар сифатлы итеп ваҡытында эшләп тапшыра. Моделдәр участкаһының барлыҡ станоктары һәм ҡоролмаларының төҙөклөгөн слесарь-ремонтлаусы Р.Төхвәтуллин тәьмин итә. Моделдәр сифаты малярҙар Ю.Потапова һәм О.Заводчикованың тырыш хеҙмәтенә бәйле.

Токарҙар А.Кондратьев, М.Йортбәков, А.Мөхәмәтйәров, юныусы Д.Оболенский ҡойоу цехын тейешле материалдар менән ваҡытында тәьмин итеүгә ҙур көс һала. Ремонтсы Г.Билалов та үҙ эшен яҡшы белә.

Баш металлург бүлеге завод менән идара итеүҙең әйҙәүсе бүлектәренең береһе. Уның бурысы чертеждан алып әҙер изделиеға тиклем ҡойолмаларҙы эшкәртеү һәм технологияны күҙәтеү генә түгел, ә запас частарҙың эшкәртмәләрен яҡшыртыу өсөн үҙгәрештәр индереү маҡсатында заказсылар ҡулланған деталдәрҙең эшен контролдә тотоу ҙа. Шулай уҡ төп производство өсөн кәрәкле материалдарҙы, ҡорамалдарҙы һайлап алыуҙы һәм уларҙы тейешенсә файҙаланыуҙы ла даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Бүлек белгестәре ниндәй ҙә булһа продукцияны әҙерләүҙең күпме эш, ваҡыт һәм матди сығым талап ителгәнен иҫәпләй. Заказсылар теләге буйынса О.Фертиков етәкселегендәге конструкторҙар бюроһы хеҙмәткәрҙәре заказ бирелгән деталдәрҙе, насостарҙы проектлай һәм чертеждар эшләүҙә лә булышлыҡ итә.

Баш металлург бүлеге квалификациялы кадрҙар менән комплектланған. Ҙур эш стажы булған белгестәр, мәҫәлән, инженер-технолог Н.Гераськина менән бер рәттән йәштәр ҙә (Р.Биктимеров, Э.Хисмәтуллина  һ.б.) ең һыҙғанып эшләй.


Энергетика һәм энергия генерацияһы цехтары предприятиены электр, йылылыҡ энергияһы һәм һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн яуаплы. 2011-2012 йылдарҙа  дөйөм предприятиела электр энергияһын ҡулланыуҙы кәметеү һәм йылылыҡ энергияһын һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса байтаҡ эшләнде. Әлеге ваҡытта киләһе көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек эштәре алып барыла: йылылыҡ, һыу трассалары ремонтлана, канализация хужалығы тәртипкә килтерелә. Шулай уҡ ҡойоу цехының яңы участкаһында яңы трансформатор подстанцияһы ҡуйыла, кабель линиялары һалына, башҡа электромонтаж эштәре башҡарыла.

2010 йылдың май айында барлыҡҡа килгән насостарҙы йыйыу цехы производство-диспетчер, модель участкалары, ҡойоу, механика цехтары, конструкторҙар бюроһы, завод технологтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бында ошо йылдың тәүге яртыһында 17,341 миллион һумлыҡ тауар продукцияһы етештерелгән. Цехта юғары квалификациялы 35 эшсе: токарҙар, токарь-игәүселәр, фрезеровщиктар, быраулаусылар, слесарҙар эшләй. Токарҙар Х.Мәхийәнов, Р.Үлйәбаев, слесарь Т.Гәрәев, иретеп йәбештереүсе М.Петров хеҙмәт алдынғылары булып танылған.

Ремонт-төҙөлөш цехы заводтың ярҙамсы участкаһы һанала. Цех эшселәре йыл әйләнәһенә биналарҙы капиталь ремонтлау, косметик ремонт эштәре башҡарыу менән мәшғүл. Биналарҙың тейешле тәртиптә һәм тәрбиәләп тотолоуы хеҙмәт етештереүсәнлегенә һәм башҡарылған эштәрҙең сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Махсус төҙөлөш техникалары булмауға һәм эшселәр етешмәүгә ҡарамаҫтан, цех коллективы көсө менән төҙөлгән марганецлы ҡойоу цехы оҙаҡламай файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әлеге мәлдә эре габаритлы ҡойолмаларҙы эшкәртеү буйынса механик цехы участкаһына тәғәйенләнгән бинаны төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Ташсылар В.Ғәлин, А.Шульман, столяр Р.Йәналин, балта оҫталары А.Һунаршин, К.Байтурин, биҙәүселәр Р.Ҡарасурина, бетон болғатыусы машинисы Н.Кәлимуллин, иретеп йәбештереүсе Ш.Сәғиҙуллин, яңыраҡ эшкә төшкән Д.Исмәғилев, Р.Рәхимов һ.б. бирелгән планды ваҡытында һәм теүәл үтәй. 

Предприятие тарафынан сифатлы һәм конкуренцияға һәләтле продукция сығарыуҙы контролдә тотоу – заводтың тағы бер структур подразделениеһы – техник контроль бүлеге бурысы. Был бүлектә бөтәһе 14 кеше эшләй. Барлыҡ цехтар буйынса  етештерелгән продукцияның тейешле талаптарға яуап биреүе, технологияның теүәл үтәлеше, етешһеҙлектәр булһа, уны ҡайтанан эшкәртеү, шулай уҡ тауарҙың тышҡы күренеше өсөн улар яуап бирә. Контролерҙар Г.Оморҙаҡова, Р.Ниғәмәтова,  Р.Графинина, З.Хәсәнова, Г.Ҡарағолова, Т.Чернышева, Л.Ҡадырова, И.Новикова, С.Аҡсыуашева, С.Петайкина, Р.Рәхимова һәм Л.Рәсүлева тырышып эшләй. 

Матди-техник тәьмин итеү бүлеге завод тотороҡло эшләһен өсөн цехтарҙы һәм участкаларҙы төп һәм ярҙамсы материалдар менән тәьмин итә. Сифатлы һәм үтә ҡиммәт булмаған сертификатлы тауарҙарҙы ваҡытында килтереү, төрлө тауарҙарҙы эҙләп табыу, уларҙы һатып алыуға килешеүҙәр төҙөү – тап ошо бүлек хеҙмәткәрҙәре елкәһендә. А.Фролов етәкләгән был бүлектә күберәге йәш һәм дәртле хеҙмәткәрҙәр тупланған. Был тәңгәлдә менеджерҙар С.Лыткин, И.Ширмаев, агент Ф.Мәҡсүтова күптәргә өлгө булырлыҡ.


Предприятиеның эшмәкәрлеген автотранспортһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Технологик материалдар, ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары алып ҡайтыу, әҙер продукцияны алып барыу – транспорт цехы водителдәре иңендә. Водителдәр А.Пичугин, А.Заводчиков, Р.Мәүлетов, Н.Чуранов, С.Миронов, В.Маклаков, В.Зеркин, М.Шитиков, тракторсы Ю.Заманов, слесарь-моторист И.Переведенцев үҙ эшенең оҫталары булып танылған.

Заводтың һаулыҡ һаҡлау пункты эшселәрҙе һауыҡтырыуға ҙур көс һала. Быйыл Өфө ҡалаһы врачтары тарафынан эшселәргә тулыһынса медицина тикшереүе үткәрелгән. Көн һайын терапевт, невролог, УЗИ-диагност, стоматолог ҡабул итә. Физиотерапия һәм процедура кабинеттары, аптека эшләй. Бында мөрәжәғәт итеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Врачтар Р.Байморатов, Н.Хәйбуллин, З.Мансурова, Р.Байрамғолов, фельдшерҙар О.Боголюбова, А.Любимов, шәфҡәт туташтары Р.Ярбулова, Н.Буранбаева, санитаркалар Л.Пантелеева, Н.Саватеевалар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.

Завод ашханаһында тауар әйләнеше ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 3 миллион һум тирәһе тәшкил итте. Икмәк-булка, кондитер изделиеларын завод эшселәре һәм ҡала халҡы яратып ала. Бында көн һайын эшселәр генә түгел, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн төрлөләп бешерелгән аштар тәҡдим ителә. Ашханала төрлө саралар, тантаналар үткәреү мөмкинлеге бар. Дуҫ һәм берҙәм коллективта юғары разрядлы ашнаҡсылар Е.Шаранова, М.Раҡаева, Т.Сапожникова, М.Азизова, Г.Гераськина, йәштәрҙән М.Королева, Е.Медведева, С.Алтынбаевалар уңышлы эшләй.

Социаль-хужалыҡ хеҙмәтләндереү участкаһы хеҙмәткәрҙәре завод биләмәһен даими тәртиптә тотоу, йәшелләндереү, ашхананы төрлө йәшелсәләр менән тәьмин итеү, цехтарға төрлө материалдар ташыу менән  шөғөлләнә.

Шулай итеп, бер генә предприятиеның әллә күпме бүлек, участкалары бар һәм һәр ҡайһыһы үҙенә йөкмәтелгән бурысты ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Шуға ла производство үҫешә һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ысын мәғәнәһендә ҡалабыҙҙың сәнәғәт флагманы булып ҡала.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Автор фотоларында: ҡырҡыусы Илмир Ташбулатов; тимерсе Сергей Маврин; ҡойоу цехының ҡоролмаларҙы ремонтлау бригадаһынан иретеп йәбештереүсе А.Хороненко, электромонтер Ә.Байрамғолов, мастер Н.Байғотлин, слесарь Ғ.Сарин; оҙаҡламай яңы цех файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Халыҡ иғтибарына

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!


1 июндә республикала һыу инеү миҙгеле рәсми асылғайны. Пляждарҙы һәм күмәк ял итеү урындарын һыу инеү миҙгеленә әҙерләү, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уларҙың хужалары (шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар һәм муниципаль берәмектәр) яуап бирә.