17 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Элемтә сифаты яҡшыра

Район элемтә үҙәге хеҙмәткәрҙәре тара-фынан быйыл Йомаш, Юлыҡ, Ишбирҙе ауылдары араһында 23 км оҙонлоғонда оптик-сүс линияһы һалынған, Юлыҡ, Бикеш, Ишбирҙе, Ишмырҙа, Беренсе Төркмән ауылдарында АТС ҡорамалдары яңыртылған.  Йыл аҙағына тиклем элемтәселәр Татлыбай һәм Урғаҙа ауылда-        ры араһында оптик-сүс элемтә линияһы һаласаҡ, был Әбдрахман, Байыш, Янғаҙы, Ишмөхәмәт ауылдарында телефон бәйләнешен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Ауылдаштарға – бушлай концерт!

20 июлдә Башҡор- тостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара, республика йыр бәйгеләре лауреаты, яҡташыбыҙ Альберт Салауатов     Семеновск ауылында “Йыр-моңдарым тик һеҙ-ҙең өсөн, ауылдаш-     тарым!” тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән бушлай сығыш яһаясаҡ. Осрашыу-концертта Сулпан Ғәфүр-йәнова-Салауатова, музыкант Альберт Дәүләт-шин һ.б. ҡатнашасаҡ.

Августа өс көн ял

Быйыл Ураҙа байрамы 19 авгусҡа, йәғни йәкшәмбегә тап килә. Шуға күрә был байрам мәлендә республика   халҡы өс көн – 18, 19, 20 август ял итәсәк.

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр иғтибарына

1 июлдән тотонолған һыу өсөн  түләү «Водоканал» ЯСЙ-һында ҡабул ителә. Предприятие ме-нән ашығыс рәүештә килешеүҙәр төҙөүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 25. Т. 2-23-75.

Һөткә субсидия

Муниципаль район хакимиәтенең мәғлү-мәт-консультация үҙә-генән хәбәр итеүҙәрен-сә, ошо көндәрҙә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә – райондың ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһына ярашлы, тапшырылған һөттөң һәр литры өсөн 1,35 һум иҫәбенән субсидия бирелде.

Пенсионерҙар өсөн

Уҡыу бер ҡасан да һуң түгел

2011-2013 йылдарға иҫәпләнгән “Халыҡ университеты” республика маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу  сиктәрендә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге оло йәштәге граждандарҙан яңы уҡыу йүнәлештәре буйынса ғаризалар ҡабул итә:

1. “Емешселек-йәшелсәселектә заманса технологиялар”

Уҡыуҙар үткәреү урыны – Баймаҡ ҡалаһының 105-се һөнәрселек лицейы һәм Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы;

2. “Хоҡуҡи грамоталыҡ”

Уҡыуҙар үткәреү урыны – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы;

3. “Финанс ярҙам”

Уҡыуҙар үткәреү урыны – Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы;

Ғаризалар урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегендә (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1-се йорт (203-сө бүлмә))  һәр айҙың 1-нән 25-енә тиклем дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы көндәрендә ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-18-81.

Т. Денисова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса идаралыҡ бүлеге начальнигы.

Абитуриенттар иғтибарына

Йүнәлтмә алырға ашығығыҙ

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының һәм Силәбе өлкәһенең түбәндәге юғары белем биреү учреждениеларына уҡырға инеү өсөн маҡсатлы йүнәлтмәләр әле һаман үҙләштерелмәй ҡала.
 
Башҡорт дәүләт педагогия университеты – химия һәм профиль (һайлау буйынса), башҡорт теле һәм әҙәбиәте;
 
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы – ғәмәли информатика;
 
Башҡорт дәүләт аграр университеты – агрохимия һәм  тупраҡты өйрәнеү, һыу биоресурстары һәм аквакультура, баҡсасылыҡ;
 
Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы – агрономия, зоотехния, ветеринария, агроинженерия;
 
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы – биология, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле;
 
Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы – ер өҫтө транспорт-технология комплекстары, транспорт-технологик машиналарҙы эксплуатациялау, агрохимия һәм тупраҡты өйрәнеү.
 
Вуздарға маҡсатлы йүнәлтмәләр алыу өсөн муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенә (306(б)-сы бүлмәгә) түбәндәге документтар менән тиҙ арала 2012 йылдың 20 июленә тиклем мөрәжәғәт итергә:
  • паспорт;
  • урта белем тураһындағы аттестат;
  • БДИ һөҙөмтәләре тураһындағы сертификат.
Муниципаль район хакимиәте.

Ураҡ-2012

Урып-йыйыу эштәре башланды

Ленин исемендәге АХК игенселәре иң беренсе булып ураҡҡа төштө
 

Ленин исемендәге АХК райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урынды биләй. БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән коллектив барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы, тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып, юғары күрһәткестәргә өлгәшә, барлыҡ йүнәлештәрҙе рентабелле эшләтеү өсөн бар көсөн һала.
 

Дәүләт янғын күҙәтеүе барлыҡҡа килеүгә — 85 йыл

Янғынды һүндереүгә
ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк


Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы И.И. Әбүбәкиров
менән осрашып һөйләштек.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Күп фатирлы йорттарҙа – капиталь ремонт


“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды тураһында”ғы федераль законға ярашлы, “Юбилей” торлаҡ милекселәре ширҡәте 2008 йылдың июль айында барлыҡҡа килде. Был ширҡәттең рәйесе – М.Ә. Ғәйнуллин.
 

Дин һәм иман

Изге юлдан


Беҙҙең ауылыбыҙҙа бына ун йыл инде иман йорто – мәсет эшләй. Мин һәм дуҫтарым Айҙар Ҡаһарманов, Вилүр Зәйнуллин, Илназ Әхмәҙин ҙур теләк менән мәсеткә йөрөйбөҙ. Мәсетебеҙҙең имам-хатибы Рәдиф ағай Шаһыбалов — беҙгә бар яҡтан өлгө. Ул беҙгә Ҡөрьән сүрәләрен, аят-доғалар, ғәрәпсә уҡырға, намаҙға баҫырға өйрәтә.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Һоҡланғыс ғүмер

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Әммә һәр кемдең был ерҙә һоҡланып, маҡтанып һөйләрлек эше, эҙе ҡала.


Ауылдашым Флүрә инәйҙең тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ул Ниғәмәт ауылында Хәнифә менән Ғәлиәскәр  Йосоповтар ғаиләһендә тыуған.

Сәфәрҙәр

Онотолмаҫ сәйәхәт


Республикала беҙҙең Баймаҡ районы китапханаһы кеүек коллективтың рухын үҫтереүҙә шул тиклем ҙур көс һалып, ижади дәрт менән эшләгән башҡа мәҙәни йорт бармы икән?

Хаттарҙан юлдар

10 июнь төнгө сәғәт 2-4 тирәһендә, гараждың йоҙағын боҙоп, машинамды алып сығып киткәндәр.