27 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эштәр тамамланыуға бара

Темәс ауылында һөт комбинаты төҙөлөшө йылдам бара. Әлеге ваҡытта объекттың генераль подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы эшселәре тарафынан бинаның стеналарын күтәреү тамамланған. Түбә һалына, ошо арала ҡыйығын ябыу башланасаҡ. Дөйөм алғанда, төҙөлөшкә 186 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, комбинат август айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
 

Һөт һауыу

Кисәге көнгә районда көндәлек тулайым һауым 274 центнер тәшкил итә. Ленин ис., “Мырҙаҡаев”, “Байҡара”, “Октябрь”, “Союз”, “Баймаҡ” ҒПБ-һында көндәлек уртаса һауым район кимәленән юғарыраҡ. Һөттөң ҡуйылығы Ленин ис., Салауат ис., “Рассвет”, “Баймаҡ” хужалыҡтарында, тауарлылығы “Союз”, Салауат ис., Ленин ис., “Рассвет” АХК-ларында яҡшы кимәлдә.
 

Һауаларҙа ҡоштай осоп

Яңыраҡ Әбйәлилдә, Асҡар ауылы янында урынлашҡан “Иҙәш-Ҡусҡар” дельтадромында  дельтаплан һәм параплан спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы асыҡ чемпионаты уҙғарылды. Сара ике мәртәбә Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ине. Баймаҡ ДОСААФ-ын күрһәткән Урал Салихов дельтапланда осоуҙа шәхси беренселектә 4-се урын яуланы.
 

Туҡталыштар ҡорола

Ҡалала йәмәғәт транспорты хеҙмәтен яҡшыртыу дауам итә. “БРСУ” МУП-ы тарафынан профилле ҡалайҙан яһалған заманса павильондар ҡуйыла, эргә-тирәләре төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта автовокзал янында, Ленин урамындағы туҡталыштарҙа ошондай эштәр башҡарылған. 
 

«Салют, Еңеү!»

Ошо исем аҫтында 26-31 июлдә Башҡортостанда автоуҙыш үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуға һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәрен булдырыуға 82 йыл тулыуға арнала, уны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге тарафынан ойоштора. Автоуҙыш Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондары буйлап ике маршрут буйынса үтә. Сарала ҡатнашыусылар ҡала һәм ауылдарҙа туҡтап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашасаҡ. Ике маршруттың да старты һәм финишы – Өфөлә.

Хроника

Муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире итеп Исхаҡова Әлмира Рамаҙан ҡыҙы тәғәйенләнде. Быға тиклем муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире булып эшләгән Байтурина Клара Батыр ҡыҙы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Кооператив ойоштор һәм аҡса ал!

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәктә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы.

Хужалыҡтарҙа

“Алғаҙы” – ауылдың тотҡаһы


Илдең төрлө төбәктәрендә күмәк хужалыҡтар тарҡалған, бәләкәй ауылдар яҙмыш ҡарамағына ташланған бер мәлдә, беҙҙең райондың Алғаҙы ауылы халҡы тыуған еренә берегеп йәшәүен дауам итә, бәләкәй предприятие ойоштороп малын да үрсетә, игенен дә сәсә, гөрләтеп донъя көтә. Ошо көндәрҙә шул тарафтарҙа булып, алғаҙыларҙың уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә, иртәнге көн хәстәре менән йәшәүҙәренә һоҡланып ҡайттыҡ.

Кәңәшмәләр

Проблемаларҙы уртаға һалып


Кисә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 45-се ултырышы үтте. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
 

Экспедициялар

Ҡурғандарҙа – боронғолоҡ һулышы

Археологтар районда уникаль ҡомартҡылар тапты

 


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яңыраҡ Семеновск ауылы янында археологик экспедиция боронғо ҡурғандарҙы ҡаҙып, ике аҙна дауамында тикшеренеү эштәре алып барҙы. БР Мәҙәниәт министрлығы янындағы Башҡортостан Республикаһының Күсмәй торған мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре, БДУ, БДУ-ның Сибай институты студенттары, 24-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары – барлығы 25 кеше – үткән аҙнала бар эштәрҙе тамамланы һәм бай тарихи экспонаттар менән Өфөгә юлланды.

Эҙләйбеҙ!

Яугирҙарҙың кәүҙәләре табылды


Чернигов өлкә Советының (Украина) “Хәтер китабы” һәм “Тарих менән реабилитацияланыусылар” фәнни-документаль серияһын әҙерләү маҡсатында ойошторолған эҙләнеүселәр агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эҙләнеү эштәрен алып барыуҙа әүҙем ҡатнашыусы, Чернигов өлкәһенең Сосницк районы юридик бүлеге начальнигы Конятин ауылы үҙәгендәге туғандар ҡәберлегендә Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышына алынған, бөгөнгө көнгә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған ике яугирҙың кәүҙәләре ерләнеүен асыҡлаған.

Тәбиғәт һәм беҙ

Һунар итеү миҙгеле башлана


2011/12 йылғы һунар итеү миҙгелендә Баймаҡ Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан законһыҙ һунар итеү осраҡтары теркәлде. Браконьерҙар ҡулынан бер илек, дүрт мышы һәләк булды. Һөҙөмтәлә, дәүләт 521 мең һум зыян күрҙе. Был аҙымға барыусылар енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. Суд ҡарары буйынса улар 241 мең һум штраф түләне. Һунар итеү тәртибен боҙған өсөн өс административ протокол төҙөлдө, законһыҙ һаҡланған һәм ҡулланылған 1 винтовка тартып алынды.
 

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ауылдаштарына өлгө булып


Була бит шундай өйҙәр – әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып,  ылыҡтырып, ымһындырып торалар. Үҙенең бөхтәлеге, күркәмлеге менән айырылып тороусы “Өлгөлө йорт” хужаларын күреп китеү теләге көслө булһа ла, уларға инеп сығыуҙы ваҡыт тығыҙлығы арҡаһында гел дә һуңға ҡалдыра килдем. Бына, ниһайәт, мин уларҙа ҡунаҡта.

Дин һәм иман

“Асылыбыҙға ҡайтайыҡ”


Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары...
Ошо шиғыр юлдарын уҡыған ваҡытта халыҡтың яҙмышына битараф булмағандарҙың йөрәктәре әрнемәй ҡалмайҙыр. Сөнки халыҡтың күркәм холҡо, эске һәм тышҡы байлығы, иманы юғала барыуы бер кемгә лә сер түгел. Был ҡыҙғаныс күренеш ныҡлап XX быуат дәүерендә күҙәтелә. Мосолман булмаған халыҡтарға эйәреп “Заманса йәшәйек”, “Был донъянан барыһын да татып, алып ҡал” тигән яңылыш принциптарға таянып йәшәгән ҡәрҙәштәрем, ҡыҙғанысҡа күрә, әле лә бар. Ундайҙарға һорау биргән ваҡытта: “Бер мәртәбә йәшәйбеҙ, барыһын да татып ҡалырға кәрәк”, “Ожмах менән тамуҡты кем күргән дә, кем булған”, – тигән аҙғын яуаптар ишетергә тура килә. Быуат дәүерендә Рәсәй халыҡтарын ағыулауға, аҙҙырыуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә Илем, Халҡым, Динем тип янып-көйөп йәшәгән апай-ағайҙарыбыҙ, әлхәмдүлилләһ, байтаҡ. Халыҡ араһында дәғүәт эштәре алып барыу өсөн уларҙың йөрәктәре аша күпме уйланыуҙар, һыҙланыуҙар, һыҡтаныуҙар үткән. Ҡан-ҡәрҙәштәрен тамуҡ утынан һаҡлау маҡсаты менән үҙҙәрен сетерекле хәл аҫтына ҡуйыусылар ҙа бар. Иншаллаһ, ундайҙар Аллаһ Сөбхана Тәғәлә ризалығын алырҙар!

Табип иҫкәртә

“Ашығыс ярҙам” саҡыртҡанда


“Ашығыс ярҙам” һорап мөрәжәғәт иткән кеше, ауырыуға дөрөҫ һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн, диспетчерҙың һорауҙарына аныҡ яуап бирергә тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алыу ҙа мөһим. Шулай уҡ ишек алды, бүлмә яҡшы итеп яҡтыртылырға, йорт хайуандары бикләнергә, табипҡа ҡул йыуырға мөмкинлек бирелергә тейеш, таҙа таҫтамал элеп ҡуйырға кәрәк. Медицина ярҙамын тиҙ күрһәтеү һәм шәхси гигиена күҙлегенән сығып, бригаданың аяҡ кейемен сисеп инеүен талап итергә ярамай. Шулай уҡ “Ашығыс ярҙам” килеп етмәҫ борон, унан баш тартып булыуы хаҡында ла онотмағыҙ.