2 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

Вымпел – заводсыларҙа

Ҡалала төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте уның барышына һәр ай аҙағында йомғаҡ яһай һәм был тәңгәлдә яҡшы эш алып барған учреждение, ойошма, предприятиеларға ҡала биләмәһе башлығының күсмә вымпелы тапшырыла. Хәбәр итеүебеҙсә, алдағы ике айҙа ул Пенсия фонды идаралығы, район электр селтәре коллективына тапшырылғайны. Июль айының һөҙөмтәһе буйынса вымпел “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә күсте.
 

Йәшәү минимумы билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 27 июлдәге ҡарары менән төбәктә йәшәү минимумы күләме билдәләнде.
Йән башы иҫәбенә ҡарата 2012 йылдың II кварталына уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләме – 5558 һум, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 5940 һум, пенсионерҙар өсөн – 4526 һум, балалар өсөн 5454 һум тәшкил итте.
 

Баймаҡҡа гимн кәрәк

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын билдәләү маҡсатында Баймаҡ ҡалаһының муниципаль символикаларын булдырыуға конкурс иғлан ителде. Иң яҡшы герб, флаг, гимн проекттарына, шулай уҡ ҡала тураһындағы шиғырға, йырға конкурс ойошторола.
Конкурс 2012 йылдың 20 июленән 2013 йылдың 20 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. Уға йомғаҡ 2013 йылдың май айында яһаласаҡ.
 

Йүнәлтмәләр бирелде

Мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларға юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына уҡырға инеү өсөн муниципаль район хакимиәтенән 200-ҙән ашыу маҡсатлы йүнәлтмә бирелгән. Улар араһында ойоштороласаҡ һайлап алыу конкурсы буласаҡ студенттар исемлеген билдәләйәсәк.
 

Мәктәптәр әҙерләнә

Яңы уҡыу йылы башланырға теүәл бер ай ваҡыт ҡалды. Бөгөн белем усаҡтарында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға табан бара, әле ҡышҡа әҙерлек саралары күрелә.
Быйыл районда тағы ла бер мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ: Ҡуянтау ауылы уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә башлаясаҡ.

Борсоулы хәл

Алмас Баймаҡҡа ҡайтасаҡ


Һуңғы ваҡытта көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән был хәбәр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Был проблеманы хәл итеүҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов үҙ контроленә алған.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы менән берлектә Алмас Әлиуловты Баймаҡҡа ҡайтарыуҙың бөтә аспекттарын тикшерә.

Хужалыҡтарҙа

Кәрешкәләр һынатмай


“Уңыш” АХК-һы райондың эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Ҡырағай баҙар шарттарына ҡарамаҫтан, кооператив төп тармаҡтарҙы үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Бөгөн төп көс хужалыҡта малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, иген культураларын урып-йыйыуға йүнәлтелгән.

Көнүҙәк мәсьәлә

Эсәр һыу проблемаһы нисек хәл ителә?


Эсәр һыу проблемаһының бик киҫкен тороуы бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Бөтә илгә хас көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе Баймаҡты ла урап үтмәне. Муниципаль район хакимиәте тарафынан был проблеманы хәл итеү юлдары өйрәнелә, аныҡ саралар күрелә. Үткән аҙнала уҙған район Советы ултырышында ла тап ошо тема айырым көн тәртибенә сығарылды.
Ни өсөн бөгөн эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерәбеҙ? Бында кемделер ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Уның сәбәптәрен ҡарап, хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйек.

Социаль өлкә

Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы арта

1 августан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһының күләменә төҙәтеүҙәр индереләсәк. Бындай сара йыл да башҡарыла һәм уның өсөн граждандарҙан ғариза яҙыу талап ителмәй.
2011 йылдың 1 авгусынан ҡайтанан иҫәпләнгән хеҙмәт пенсияһы алыусыларҙың пенсияһына 2011 йылдың һәм 2012 йылдың беренсе кварталына ҡарата тупланған страховка иғәнәләре ҡушып сығарыла. Иҫәпләнгән иғәнәләр эш биреүселәр тарафынан ошо дәүергә ҡарата бирелгән отчеттар нигеҙендә билдәләнде һәм Пенсия фонды страховкаланыусыларҙың шәхси иҫәбенә ағымдағы йылдың 1 июленә ҡарата ултыртты.
Рәсәй Пенсия фондының Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса идаралыҡ ваҡытында хеҙмәт пенсияһына төҙәтеүҙәр индереү сараларын башҡарып сыҡты. Шулай итеп, 2247 эшләп йөрөүсе пенсионер 1 августан пенсияларын төҙәтеүҙәр индерелгән яңы күләмдә аласаҡ. Пенсия фондына күскән страховка иғәнәләренә ҡарап, өҫтәүҙәр һәр пенсионерға ҡарата айырым иҫәпләнә.
Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
 

Федераль ташлама
менән файҙаланыусылар иғтибарына

Социаль хеҙмәт менән файҙаланыусылар ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем социаль хеҙмәттән баш тартыуы, йәки уларҙы өлөшләтә, шулай уҡ тулыһынса натуралата файҙаланырға теләүе хаҡында белдереп ғариза яҙа ала.
Ғәмәлдәге Законға ярашлы, ғаризаны йыл да яҙыу талап ителмәй. Ниндәйҙер үҙгәреш индерергә теләгән осраҡта ғына Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ.
Әлеге ваҡытта айлыҡ социаль хеҙмәт пакеты 795,88 һум тәшкил итә. Шул иҫәптән 613 һум – дарыуҙарға, 94,83 һум – шифахана-курорттарҙа дауаланыу өсөн путевкаға, 88,05 һум ҡала-яны тимер юл транспортында һәм дауаланыу урынына барып, кире әйләнеп ҡайтыу өсөн ҡала-ара транспорты өсөн түләнә.
Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Шәжәрәңде беләһеңме?

Мағаш буйы гөрләне


Йәмле йәй мәлендә районыбыҙҙа аҙна һайын тиерлек шәжәрә байрамдары уҙғарыла. Туғандарҙы берләштергән, быуындарҙы бәйләгән был тантаналар ҙур әһәмиәткә эйә. Изге йоланан йомаштар ҙа ситтә тороп ҡалманы. Яңыраҡ бында Тойғоновтар ғаиләһенең шәжәрә байрамы шаулап үтте.

Йылы һүҙ — йән аҙығы

Йөрәгендә –  уҡыусыларына һөйөү...


Зәһүрә Зиннур ҡыҙы Вәхитова Муллаҡай ауылында донъяға килә. Ҡолсора мәктәбендә тулы булмаған урта белемде алғас, тормошон уҡытыусы һөнәренә арнарға теләгән йәш ҡыҙ Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә. Үҙен кескәй саҡтан ҡара таҡтала, аҡбур менән матур хәрефтәр теҙгән ысын уҡыуытыусы итеп күргән Зәһүрә Вәхитова тиҫтерҙәренән етдилеге, яҡшы уҡыуы, тырышлығы менән айырылып тора.
Ниһайәт, йәш ҡыҙ өсөн тулҡынланып көткән мәл етә. Ул Йылайыр районының 8 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Ә ике йылдан ул тыуған районына ҡайтып, Әбдрахман башланғыс мәктәбенә эшкә урынлаша.
 

2012 йыл – Рәсәй тарихы йылы

Башҡорттар 1812 йылғы  Ватан һуғышында


Мәскәүҙең үҙендә урынлашҡан Наполеон һәм уның талантлы полководецтары Даву, Бертье, Ней, Мюрат, Удино, Ожеро бынан алдағы һуғыштарҙа сынығып, ябай халыҡ ҡатламынан сыҡҡан командирҙар була. Француз армияһы, урыҫтарҙыҡы кеүек үк, төрлө милләт кешеләренән торған: француздар, итальяндар, испандар, поляктар, австриялылар.