5 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

     Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерме?

     Әллә йылдың иң матур миҙгеленә тура килгәнгәме, йәйге каникул тиҙ генә үтә лә китә. Тиҙҙән тағы ҡыңғырауҙар шылтырар, уҡыусылар тулҡынланып тағы мәктәпкә юлланыр, яратҡан класы, уҡытыусылары менән осрашыр. Тик мәктәптәр уларҙы ҡабул итергә әҙер микән? Йылдағыса, быны асыҡлау маҡсатында 7–10 августа янғын хәүефһеҙлеген, дөрөҫ туҡландырыуҙы, мәктәп-яны баҡсаларының торошон һ.б. тикшереүсе комиссиялар ҡала һәм ауыл мәктәптәренә йөрөп сығасаҡ.
    

     Башҡорт кейемдәрендә – быуаттар мираҫы

     Рәсәй тарихы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу  йылдары уңайынан муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы мәҙәниәт бүлеге, Баймаҡ биләмә-ара  үҙәк китапханаһы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә “Башҡорт кейемдәрендә – быуаттар мираҫы” район конкурсы иғлан иткәйне. Эшләүсе йәштәрҙең ижади инициативаһын яҡлау, йәштәр менән эште әүҙемләштереү маҡсатында ойошторолған бәйге сентябрь айына тиклем дауам итә. Унда 7 йәштән 26 йәшкәсә йәштәр (әгәр коллектив ҡатнаша икән, уның уртаса йәше иҫәпкә алына) ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре “Милли кейемдәге ҡурсаҡ”, “Башҡорт милли кейемдәренең орнаменттарын һәм элементтарын ҡулланған заманса кейем”, “Костюмдар коллекцияһын күрһәтеү” (5 өлгөнән кәм булмаҫҡа тейеш), “Эскиздар” номинациялары буйынса баһаланасаҡ.
    

     ”Хеҙмәт итеү” фонды – Баймаҡта

     4-9 августа Баймаҡ районы һәм ҡалаһында “Хеҙмәт итеү” төбәк-ара мәрхәмәтлелек фонды эшләүе тураһында хәбәр иткәйнек. Беҙҙең районға өс бригада йәлеп ителгән: медицина, төҙөлөш һәм педагогия. Фонд врачтары ауылдар буйлап ҡабул итеүҙәр ойоштора. Ҡалала шәмбе көнө поликлиникала, йәкшәмбелә иҫке дауахана бинаһында рефлексотерапевт, офтальмолог, эндокринолог, массажист һәм терапевт ҡабул итәсәк.
     Төҙөүселәр бригадаһы 105-се һөнәрселек лицей ятағының ике ҡатын ремонтлаясаҡ һәм ашхананың электр селтәрен яңыртасаҡ. Шулай уҡ волонтерҙар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы балалар бүлегенең ҡыйығын ремонтлаясаҡ.
     Педагогтар, педагог-психологтар балалар лагерҙарында төрлө уйындар ойошторасаҡ. Әүәләү, вокал, хореография буйынса дәрестәр үткәрәсәк, балалар өсөн матур йөкмәткеле фильмдар күрһәтәсәк.
     Бөтә мәрхәмәтлелек эштәре фонд иҫәбенән башҡарыла. Врачтар халыҡты бушлай ҡабул итә. Күҙҙәрҙең күреү һәләттәре тикшереләсәк һәм күҙлектәр биреләсәк.

ҠЫУАНЫСЛЫ ЯҢЫЛЫҠ

     95 ЙӘШЕН ТУЙЛАНЫ ЗӘЛИФӘ ИНӘЙ

     1 августа юбилярҙы РФ Президенты В.В. Путин ҡотланы
 
    
     Темәс ауылында йәшәүсе, уҙған һәм хәҙерге быуаттың данлы, шанлы хәл-ваҡиғаларының шаһиты булған Зәлифә Ноғоман ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева үҙенең олпат юбилейын – 95 йәшен билдәләне. Шул уңай менән инәйҙе ҡотларға муниципаль район хакимиәте, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәтенән ҡунаҡтар, инәйҙең балалары, туғандары йыйылды.

УРАҠ – 2012

     Комбайндар “Һандуғас”ты иңләй

     Ленин исемендәге АХК игенселәре бойҙай һуғыуға төштө
 

     Күптән түгел Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләрендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә урындарҙағы хакимиәт башлыҡтары Ленин исемендәге АХК-ла баҫыу эштәренең барышы менән танышҡайны. Семинар менән етәкселек иткән район башлығы И.Х. Ситдыҡов кооператив рәйесе Ғ.Б. Сәлимовтың, уның командаһының ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙәге эшен юғары баһаланы, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.

КҮҢЕЛ ТҮРЕНӘН

     ИЗГЕ ЙӨРӘКЛЕ ДЕПУТАТҠА РӘХМӘТ

    
     Баймаҡ районынан Гөлдәр Ишморатова 15 йәшлек улын дауалауҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға рәхмәтен белдерә.

ҺОРАУ – ЯУАП

     Көмөшкәселәргә лә яза ҡарала

     “Беҙҙең урамда көмөшкә ҡыуып һатыусылар күп. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырып, штраф һалһа ла, үҙ “кәсептәрен” дауам итәләр. Көмөшкәселәргә ҡарата ҡатыраҡ закон юҡмы?”
    
     Ғ.С. Ярбулов, “Консультант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, юрист: “Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 171-се статьяһына ярашлы, көмөшкә ҡыуыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Уларға 300 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки ике йылға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Көмөшкәне йәки башҡа алкоголле эсемлекте һатыу өсөн лицензия кәрәк, ә ул юридик шәхестәргә генә бирелә. Улар өсөн дә махсус талаптар бар: 500 мең һумлыҡ башланғыс капитал һәм законлы нигеҙҙә сауҙа майҙаны булырға тейеш. Шулай итеп, көмөшкә һатыусылар Енәйәт кодексын боҙа. Ошо уҡ Кодекстың 151.1-се статьяһына ярашлы, алкоголле эсемлектәрҙе балиғ булмағандарға һатҡан өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған.
     “Алкоголле тауар әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында”ғы закондың 25-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, дәүләт стандартына һәм техник талаптарға яуап бирмәгән алкоголле тауар законһыҙ әйләнештә, тип иҫәпләнә һәм уны конфискациялау талап ителә. “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында”ғы федераль Закондың 15-се статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, кеше һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырған аҙыҡ-түлек йәки эсемлек әйләнештән алынырға тейеш. Шуға ла ҡыйыу рәүештә эске эштәр органдарына ҡайҙа һәм кемдең көмөшкә һатыуы тураһында хәбәр итегеҙ. Улар мотлаҡ сара күрергә тейеш”.
    

     Карточканан аҡса юғалһа

     Л.Ишбирҙина, Баймаҡ ҡалаһы: “Эш хаҡы карточкаһынан аҡсам юғалды. Банкка мөрәжәғәт иткәс, хеҙмәткәрҙәр  карточкалағы күрһәткестәр яңылыш күрһәтелгән, тип яуап бирҙе.  Был дөрөҫмө?”
    
     Ғ.С. Ярбулов, “Консультант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, юрист: “Тәү сиратта банк менән килешеү шарттарын ҡарағыҙ. Йыш ҡына унда шундай иҫкәрмә яҙыла: әгәр һеҙҙең карточканан вәкәләте булмаған кеше аҡса алһа, банк бының өсөн яуаплы түгел. Шундай шарт килешеүҙә яҙылған булһа, сығымдарҙы ҡаплатыу бик ауырға тура киләсәк. Шулай ҙа тырышып ҡарарға мөмкин. Эш шунда: бындай иҫкәрмәләр ғәмәлдәге Закон талаптарына тап килмәй. Банк менән мөнәсәбәттә һеҙ ҡулланыусы булып иҫәпләнәһегеҙ, тимәк, “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законға таянып эш итергә мөмкин.
 
     Банкка мөрәжәғәт иткәс, банк үҙендә тикшереү үткәрәсәк һәм уның һөҙөмтәһе буйынса һеҙгә аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырғамы, юҡмы икәнлеген хәл итәсәк. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: аҡса урланыуында һеҙҙең ғәйеп булған осраҡта ғына банк сығымдарығыҙҙы ҡаплауҙан  баш тарта ала. Мәҫәлән, карточканы һәм уның PIN-кодын үҙегеҙ әйткән булһағыҙ, йәки асыҡ урында ҡалдырып китһәгеҙ – ғәйеп һеҙҙә. Әммә карточкағыҙҙы юғалтмай һәм кодығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәй һаҡлайһығыҙ икән, банк аҡсаны ҡайтарырға тейеш. Әгәр улар бынан баш тартһа, судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуғығыҙ бар”.
 
     Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

ТАУСЫЛАР ТОРМОШО

     ТӘРӘН ШАХТА ЭСЕНДӘ,

     АЛТЫН ЙЫУЫУ ЭШЕНДӘ...

    
     Был яҙмамды күк Ирәндек йырсыһы Батыр Вәлидтең  билдәле йыр юлдары менән атауым бер ҙә юҡҡа түгел. Яратып башҡарған ул йырҙың мәғәнәһен ҡалабыҙҙың абруйлы аҡһаҡалдарының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны Шәһит Йәноҙаҡов менән әңгәмәләшкәндән һуң нығыраҡ төшөндөм. Дәртле йыр бер ҙә шатлыҡтан, ҡыуаныстан яҙылмағандыр, киреһенсә, аслы-туҡлы килеш көнө-төнө көсөргәнеп эшләүҙән, замандың ауырлығын елкәңдә күтәреүҙән тыуғандыр...
 
11 йәшемдә 3-сө класта уҡып йөрөйөм. Уҡытыусым Галина Краснова беҙгә белем бирә. Сталинградта барған һуғыш тураһында көн һайын радио аша тыңлап торабыҙ. Левитандың көслө тауышы Сталинградты азат итеү тураһында хәбәр иткәс, мин сепрәк тоҡсайымды ташлап ебәрҙем дә: “Пора помочь фронту!” – тип сығып йүгерҙем. Шул сығыуҙан ҡабат мәктәпкә әйләнеп ҡайтманым.

КӘҢӘШМӘЛӘР

ПРОБЛЕМАЛАР ЕТЕРЛЕК,
УЛАРҘЫ ХӘЛ ИТЕҮ МОТЛАҠ


    Ауыл биләмәләре башлыҡтарының сираттағы семинары Билал һәм Ҡолсора тарафтарында үтте

ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ

    Вымпел – Әбделкәримдә!

     Һуңғы осорҙа Әбделкәрим ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл урындағы ауыл биләмәһенең тырышлығы һәм БРСУ көсө менән Әбделкәрим ауылының Тыныслыҡ, Маған урамдарына таш түшәлгән, тиҙҙән ошондай уҡ эш Алғаҙы ауылында ла башҡарыласаҡ.

РӘСМИ БҮЛЕК

    Буласаҡ пенсионерҙар иғтибарына

    2013 йылда хаҡлы ялға сығыусыларҙың түбәндәге график буйынса урындағы Пенсия фонды идаралығының 103-сө кабинетына килеүҙәре һорала:
    6-13 августа – 1-30 апрелдә тыуғандар;
    14-21 августа – 1-31 майҙа тыуғандар;
    22-31 августа – 1-30 июндә тыуғандар.
    Ҡабул итеүҙәр көн һайын ойошторола. Иртәнге сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем – ауылда йәшәүселәр, көндөҙгө сәғәт 2-нән 6-ға тиклем ҡала халҡы хеҙмәтләндерелә.
 
    Түбәндәге документтарҙың төп нөсхәләрен һәм күсермәләрен алып килергә:
  • паспорт;
  • страховка таныҡлығы;
  • хеҙмәт кенәгәһе;
  • балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары;
  • никахҡа инеү тураһындағы таныҡлыҡ;
  • хәрби билет.
    Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 2-26-99 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
 
    Р. МАРАКАНОВА,
    Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

СОЦИАЛЬ МӘСЬӘЛӘ

    Игеҙәктәргә пособие

     Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 июлендә донъя күргән 254-се ҡарарына ярашлы, бер үк ваҡытта ике йәки унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә, уларға өс йәш тулғанға ҡәҙәр, айлыҡ пособие түләү тәртибе раҫланды. Ләкин ул республикала бер кешегә ҡарата билдәләнгән икеләтә йәшәү минимумынан артмаған осраҡта бирелә. Бөгөн пособие күләме 10970 һум тәшкил итә.

РӘСМИ ХӘБӘР

ХУЖАЛЫҠ КИТАБЫНАН ӨҘӨМТӘ
уны кем бирә һәм ул нимә өсөн кәрәк?

   
    Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына ер биләмәһенә милекселек хоҡуғын хужалыҡ китабынан өҙөмтә нигеҙендә нисек дөрөҫ теркәргә, тип йыш мөрәжәғәт итәләр. Граждандарҙың ер биләмәһенә милекселек хоҡуғы барлығын дәлилләүсе хужалыҡ китабы өҙөмтәһенең яңы формаһы ҡабул ителеүгә Росреестр тарафынан яңы приказ раҫланыуы һөҙөмтәһендә был һорау айырыуса мөһим булып ҡала. Уға ярашлы әйтелгән өҙөмтәне юллау мөмкинлеге әле был ер биләмәһенә хоҡуҡ менән эйә булыусы менән бер рәттән унда урынлашҡан бина (ҡоролма) хужаһы – ер биләмәһенә хоҡуҡ менән эйә булыусы ла ҡуллана ала. Элек бындай мөмкинлек булманы.

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА

    Хәйриә акцияһы ойошторола

    4-9 августа “Хеҙмәт итеү” төбәк-ара шәфҡәтлелек фонды беҙҙең районда хәйриә акцияһын ойоштора.
    “Хеҙмәт итеү” төбәк-ара шәфҡәтлелек фондының врачтары халыҡты ҡабул итәсәк. Хеҙмәтләндереү бушлай. Фонд белгестәре шулай уҡ күҙҙәрҙең күреү һәләтен тикшерә һәм бушлай күҙлектәр бирәсәк.
    4 август – Әбделкәрим ауылы ФАП-ы – стоматолог, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    4 август – Йомаш ауылы ФАП-ы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог, ;
    4 август – Ярат ауылы ФАП-ы – стоматолог, терапевт, окулист, массажист, психолог, парикмахер;
    5 август – Йылайыр ауылы участка дауаханаһы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    5 август – Ишбирҙе ауылы ФАП-ы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    5 август – Этҡол ауыл врач амбулаторияһы – стоматолог, терапевт, окулист, массажист, психолог, парикмахер;
    6 август – Юлыҡ ауылы ФАП-ы – психолог, массажист, терапевт, окулист, парикмахер;
    6 август – Темәс ауылы участка дауаханаһы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    6 август – Ҡолсора ауылы ФАП-ы – терапевт, психолог, массажист, оптометрист, парикмахер;
    7 август – Ирәндек ауыл врач амбулаторияһы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    7 август – Күсей ауылы ФАП-ы – психолог, массажист, терапевт, окулист, парикмахер;
    7 август – Аҡморон ауыл врач амбулаторияһы – терапевт, психолог, массажист, оптометрист, стоматолог;
    8 август – Байым ауыл ФАП-ы – стоматолог, психолог, массажист, терапевт, окулист;
    8 август – Түбә ауыл врач амбулаторияһы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    8 август – Иҫән ауылы ФАП-ы – терапевт, психолог, массажист, оптометрист, парикмахер;
    9 август – Бикеш ауыл врач амбулаторияһы – педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    9 август – Таулыҡай ауылы ФАП-ы – стоматолог, педиатр, терапевт, окулист, массажист, ортопед, психолог;
    9 август – Ниғәмәт ауылы ФАП-ы – стоматолог, психолог, массажист, терапевт, окулист, парикмахер.
    “Хеҙмәт итеү” төбәк-ара шәфҡәтлелек фонды администрацияһы.

2012 ЙЫЛ – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

    БАШҠОРТТАР 1812 йылғы Ватан һуғышында

   
    (4-се бүлек. 1-се бүлек, 2-се бүлек 3-сө бүлек).
    Генерал-фельдмаршал М.И. Кутузов Рәсәйҙе азат иткәс еткән, сит ерҙәр өсөн урыҫ һалдаты ғүмерен бирергә тейеш түгел, тип иҫәпләй. Ләкин Александр I француздарҙы тулыһынса тар-мар итергә һәм Европаны ҡотҡарырға кәрәк, тип ҡораллы көстәргә Неман йылғаһын һуғышып аша сығырға әмер бирә.

КИСӘЛӘР

    Шиғриәт менән Моң осрашты


    Ошо көндәрҙә Татарстандың халыҡ шағиры,  Татарстан Республикаһының  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт  һәм Г.Х. Андерсен, А.Алиш исемендәге премиялар лауреаты, дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин ғаиләһе менән Баймаҡ районында ҡунаҡта булды.

УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА

    Кадеттар – лицейҙың ғорурлығы


    105-се һөнәрселек лицейы яҡшы кадрҙар һәм ил һаҡсылары әҙерләй
    Райондың һәм Урал аръяғы төбәгенең агросәнәғәт комплексы өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә тос өлөш индергән 105-се һөнәрселек лицейында бөгөн ҡыҙыу мәл. Бесән хәстәрләү, ураҡ эштәре, биналарҙы ҡышҡа әҙерләү менән бер рәттән, яңы уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү бара.

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

    Тоғро дуҫ

     Иртәгә Ғәзизәнең тыуған көнө. Әхирәттәре, атаһы менән әсәһе нимә бүләк итер икән? Ап-аҡ бөҙрә йөнлө көсөк алһалар ине... Ҡыҙ хыялға сумып йоҡлап китте. Иртәнсәк тороу менән, ғәҙәтенсә, яҫтыҡ аҫтын ҡараны. Унда “Һигеҙ йәшең менән!” тигән ҡотлау открыткаһы менән “Гулливер мажаралары” китабы ята ине. Әсәһе һалғандыр инде, уның фантастика яратҡанын белә шул. Ҡыҙыҡай урынын йыйҙы, сәсен үреп, биҙәкле матур күлдәген кейҙе. Күп тә үтмәй ҡыңғырау тауышы ишетелде. Ишектә Сәлимә, Мәликә, Нәфисә күренде. Ҡулдарында – сәскә, “Синдбад мажаралары” китабы, ҡурсаҡ, йомшаҡ юлбарыҫ уйынсығы. Әсәһе бешергән тәмле бәлеш менән һыйланғас, ҡыҙҙар майҙансыҡҡа сығып уйнаны. Көн бик күңелле үтте.
 
    Кискә атаһы эштән ҡайтты.
    – Ҡыҙым, тыуған көнөң менән! – тип Ғәзизәгә таҫтамал ябылған кәрзин һондо. Ҡыҙыҡай таҫтамалды асҡайны, унда күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡара төҫтәге көсөк ултыра! “Их, ниндәй матур! Тик ниңә генә аҡ түгел икән?” – тип уйланы Ғәзизә. Ҡашҡар Ғәзизәгә лә, өйгә лә тиҙ өйрәнде.
 
    Бына ике йыл да үтеп китте. Ғәзизәнең 10 йәше тулды. Ҡашҡар ҡара йөндәре йылҡылдап торған эткә әүерелде. Ә Ғәзизә, ниңәлер, һаман да аҡ көсөк тураһында хыялланды. Йәйге каникул еткәс, ауылға – өләсәләренә барырға йыйындылар. Ҡашҡарҙы ла үҙҙәре менән алдылар.
 
    ...Көн эҫе. Ғәзизә Ҡашҡарҙы эйәртеп һыу инергә китте. Ҡыҙыҡай хәҙер арыу ғына йөҙә, шуға йылғаның уртаһына табан эте менән ярыша-ярыша йөҙҙөләр. Тәүҙә ҡыҙыҡ ине, әммә йылғаның уртаһына етәрәк ҡапыл ғына хәле бөттө лә ҡуйҙы. Ғәзизә боролоп кире йөҙөргә маташты, тик хәле етмәй, ҡысҡырыр ине, яҡын-тирәлә бер әҙәм күренмәй. Бар хәленсә ынтылһа ла, сәсәй башланы. Һыу төпкә һөйрәгән кеүек. Ҡыҙ тамам хәлһеҙләнде. Шул саҡ Ғәзизәнең арҡаһына йөнтәҫ кенә бер нәмә ҡағылғандай тойолдо. Ҡашҡар икән дә баһа! Хужаһына ҡурҡыныс янағанын һиҙеп, кейеменән эләктереп алған да ярға һөйрәй.
 
    Һай урынға еткәс, ҡыҙыҡай имгәкләп тигәндәй шыуышып ҡомға ауҙы. Оҙаҡ ятты. “Әгәр Ҡашҡар булмаһа, ни эшләр инем? Күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс!” Ғәзизә этен ҡосаҡлап үкһеп-үкһеп илап ебәрҙе. Хәҙер уға бер ниндәй ҙә аҡ көсөк кәрәкмәй ине...
 
    Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА,
    1-се мәктәп уҡыусыһы.