7 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


     Концерт буласаҡ

     9 августа халыҡ ижады үҙәгендә киске сәғәт 7-лә “Хеҙмәт итеү” шәфҡәтлелек фонды тарафынан ойошторолған ҙур концерт буласаҡ. Сит ил, Рәсәй сәхнә йондоҙҙарынан тыш, Баймаҡ артистары ла сығыш яһаясаҡ. Инеү бушлай.

     Ирәндек ынйылары

     8 – 21 августа Талҡаҫ күле буйында “Ирәндек ынйылары” мәҙәни-лингвистик лагерь эш башлай. Унда 13 йәштән 15 йәшкә тиклемге 80 баланың килеүе көтөлә. Уларҙың барыһы ла туған тел буйынса олимпиада еңеүселәре. Уҡыусылар ике аҙна буйы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәсәк, башҡорт теленән дәрестәр үтәсәк. Бынан тыш, күңел асыу программаһы ла бик бай булмаҡсы: экскурсиялар, музейға барыу, “Шәжәрә” байрамы конкурсы, фольклор байрамдары әҙерләнә.

     Төҙөлөш башланды

     Баймаҡ ҡалаһында 220 балаға иҫәпләнгән өс ҡатлы балалар баҡсаһын төҙөү эштәре ситтән килгән субподрядсыларҙың ғәмһеҙлеге һәм яуапһыҙлығы арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Муниципаль район хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәтенән һуң, ошо көндәрҙә төҙөлөш эштәре ҡайтанан йәнләнде. Был эште «Баймаҡ ПМК-һы» ЯСЙ-һы башҡара.

     1-се класҡа – 900 бала

     Быйыл ҡала һәм ауылдарҙа яҡынса 900 баланың беренсе класҡа уҡырға килеүе көтөлә. 
     Бала табыу йорто асылды
     Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының бала табыу йорто ремонт, төҙөкләндереү сараларына ябылғайны. Әле унда барлыҡ эштәр тамамланды. Яңы һулыш алған бүлек 1 июлдән ҡайтанан үҙ ишектәрен асты. Бүлек коллективы быйыл да матур йолаға әүерелгән ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалды: аят бағышлатып изге ғәмәл башҡарҙы.

     Талҡаҫ буйлап

     11 августа Физкультурниктар көнөнә ҡарата Талҡаҫ күле буйлап марафон ойошторола. Ошонда уҡ шахмат һәм шашка буйынса ярыш үтәсәк. “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡаланың ихата командаларының баскетбол буйынса ярышы үтәсәк. Теләге булған һәр кем үҙенең көсөн, маһирлығын һынай ала.
     Л. ТАКАЕВА.

     Баҫыу эштәре көндәлеге

     Район буйынса иген культуралары 7788 гектарҙа сабылған, 6470 гектарында урып-һуғылған. Гектар ҡеүәте – 6,8 центнер, тулайым йыйым – 4411 тонна. Ураҡ Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Байҡара”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Уңыш”, Алғаҙы” хужалыҡтарында ойошҡанлы бара. Иген культураларынан иң юғары уңыш “Алғаҙы” (10 ц), МТС (9 ц), “Күлтабан” МУП-ы (7,9 ц), “Рассвет” (7,8 ц), Ленин исемендәге (7 ц) хужалыҡтарҙа. 
     Иген фуражы, орлоҡ һалыу менән Ленин исемендәге һәм “Рассвет” хужалыҡтары шөғөлләнә. 
     

     Хроника

     «Баймаҡ» мәғлүмәт-консультация үҙәге муниципаль бюджет учреждениеһы директоры итеп быға тиклем «Байрамғолова» КФХ-һында идарасы булып эшләгән Байрамғолов Салауат Рафаэль улы тәғәйенләнде.
     «Баймаҡ» мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры булып эшләгән Әминев Юлай Юлдаш улы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

ТАНТАНАЛАР


     ҒӘҘЕЛ ХӨКӨМДӘР СЫҒАРЫЛҺЫН!

     3 августа Баймаҡ судының яңы бинаһы асылды

     
     Кешеләрҙең яҙмышы хәл ителгән, ҡайһы саҡта һуңғы өмөтө һәм ышанысы булған хөкөм бинаһының халыҡ өсөн уңайлы булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Шуға күрә нисәмә йылдар тар һәм иҫке бинала эшләргә мәжбүр булған Баймаҡ хөкөмдарҙарының яңы бинаға күсеүе шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. 3 августа Баймаҡ судын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе М.И. Тарасенко, БР Суд департаменты начальнигы Б.П. Иванькович, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Йылайыр, Бөрйән райондарының хакимиәт башлыҡтары И.Л. Фәтхуллин менән Д.Ә. Әхмәтйәнов, Федоровка, Дыуан, Әлшәй, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһының суд рәйестәре ҡатнашты. 

УРАҠ-2012


БАҪЫУҘАРҘА ЭШ ҠАЙНАЙ


     ...”Рассвет” АХК-һының баш агрономы Р.Ғ. Рәсүлев оҙатыуында хужалыҡтың 205 гектар биләгән бойҙай баҫыуына килеп туҡтағанда, унда эштәрҙең иң ҡыҙыу мәле булып сыҡты. Участкала бер юлы бер нисә агрегат эшләй: Юрий Горюнов МТЗ-82 тракторында тағылмалы “МакДон” сапҡысы менән иген культуралары сабыуға йәлеп ителһә, урындағы МТС-тан ярҙамға ебәрелгән аталы-уллы Фәнис менән Денис Танһыҡҡужиндар “ДОН”дарҙа ашлыҡты урып-һуға. Бер аҙҙан хужалыҡтың үҙ комбайны – Николай Цыплаков идара иткән “ДОН-1500” эшкә егелде. Ә ашлыҡ ташыуҙа БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Михаил Рассадников эшләй. Күренеп тора, йылына күрә уңыш насарҙан түгел. Был, әлбиттә, яҙғы баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа атҡарыуҙың һөҙөмтәһе ул.

ЙЫЛ ОБЪЕКТТАРЫНДА


ҺӨТ КОМБИНАТЫ
яңы мөмкинлектәр аса


     Һуңғы осорҙа район ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә: яңы объекттар төҙөлә, производстволар асыла, үҙенсәлекле проекттарға нигеҙ һалына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе яңырыу кисерә, юл инфраструктураһы яҡшыра. Беҙҙең төбәктә ҡеүәтле производстволар асырға теләк белдереүсе инвесторҙар һаны арта. Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Был, әлбиттә, тыуған еребеҙҙең яҡты киләсәгенә өмөт уята һәм ул район етәкселегенең төбәкте күтәреүҙәге маҡсатлы эше тураһында һөйләй.

БЕЛГЕС КӘҢӘШЕ


     ОТПУСК ВАҠЫТЫНДА ЭШЛӘҺӘГЕҘ

     Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексының 124-се статьяһына ярашлы, йыл да түләнә торған отпуск хеҙмәткәрҙең теләгенә ҡарап оҙайтылыуы йәки икенсе ваҡытҡа күсерелеүе ихтимал. Бында атап үтелгән статьяның 1-се пунктында ҡаралған талаптарҙың иҫәпкә алыныуы мөһим. Шуларҙың береһе: әгәр хеҙмәткәр йыл да бирелә торған отпуск ваҡытында дәүләт вазифаһын башҡарһа.

ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ


     УРМАН ЯНҒЫНЫ БУЛА ҠАЛҺА

     Урман янған зонала үҙеңде нисек тоторға?

  • әгәр һеҙ янғын сыҡҡан урманда була ҡалһағыҙ, тәү сиратта елдең ҡайһы яҡҡа иҫкәнен һәм уттың йүнәлешен билдәләгеҙ;
  • хәүеф булған зонанан сығығыҙ;
  • ут фронты буйлап йүгерегеҙ;
  • урман янғынын уҙырға тырышмағыҙ;
  • кислород етешмәүҙе бөтөрөү өсөн ергә эйелегеҙ;
  • еүеш ҡулъяулыҡ йәки кейем аша тын алығыҙ;
  • әгәр ҙә янғын урынынан сығыу мөмкинлеге булмаһа, һыу ятҡылығына төшөгөҙ, еүеш кейем менән бөркәнегеҙ, һыуға сумығыҙ.

     Урманда сыҡҡан ҙур булмаған янғынды һүндереү ҡағиҙәләре

  • төтөн еҫе сығыу менән ҡайҙа, нимә янғанын билдәләгеҙ;
  • янғынды үҙегеҙ һүндерергә ҡарар итһәгеҙ, кемделер ярҙам һорарға ебәрегеҙ;
  • ут сыҡҡан урын бәләкәй булһа, уны эргәләге һыу ятҡылығынан һыу ташып йәки тупраҡ һибеп һүндерегеҙ;
  • 1,5-2 метрҙай ағас ботаҡтары йәки еүеш кейем, сепрәк менән һуғығыҙ;
  • ерҙәге ҙур булмаған утты аяҡ кейеме менән тапап һүндерегеҙ, утҡа ағастарға үрмәләргә юл ҡуймағыҙ;
  • уттың тулыһынса һүнгәненә ышанмайынса, унан китергә ашыҡмағыҙ.

Янғын хәүефһеҙлеге миҙгелендә урманда

  • ут яғырға,
  • янған шырпы, тәмәке төпсөктәрен ташларға,
  • һунарҙа тиҙ тоҡаныусан тығыҙлағыстарҙы (пыж) һәм материалдарҙы файҙаланырға,
  • яғыулыҡ-майлау материалдары һеңгән әйберҙәрҙе ҡалдырырға,
  • двигатель багын яғыулыҡ менән заправкаларға, төҙөк булмаған машинаны файҙаланырға, тәмәке тартырға, яғыулыҡ-майлау материалдары менән заправкалаусы машина эргәһендә ут яғырға,
  • тоҡандырғыс линза ролен үтәмәһен өсөн ярылған шешә йәки быялаларҙы ҡалдырырға,
  • болонда, аҡланда, урманда һәм ағас аҫтындағы үләндәрҙе тоҡандырырға,
  • йәш ҡарағай үҫентеләре үҫкән, торф ятҡылыҡтарында, урман ситтәрендә, кипкән үләнле  урындарҙа усаҡ тоҡандырырға ЯРАМАЙ!

     Усаҡты ярты метрҙан да кәм булмаған ерҙе таҙартып, ҡаймалап алынған урында ғына яғырға кәрәк.
     Утты тупраҡ менән ныҡлап күмеп йәки һыу менән һүндереү мотлаҡ.
Атап үткән ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар дисциплинар, административ йәки енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла.

     Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ


     Матур йәшәү теләге


     Мәҡәләмдең геройы Оморҙаҡ ағай Әүәлбаев тураһында яҙырҙан алда уның йәшәгән йортон, урамын күҙ алдына килтереп: “Була бит шундай кешеләр: заман ауырлығын бар тип тә белмәй, бынамын тигән ғаилә усағы һүрелмәҫлек күркәм йорт, заманға лайыҡ балалар үҫтергән!” – тип уйлап ҡуйҙым.
     Ошондай үҙ ғүмере менән хеҙмәткә һәйкәл һалған шәхес йәшәй беҙҙең Ниғәмәт ауылында. Һуғыш осоро балалары булған был ғаилә, бәлки, “Һуғыш балалары” исемле социаль статус алыуға өлгәшкән осорҙо ла күрер. Сөнки был сара һуғыш осоро балаларын социаль яҡлау сараһы бит. Улар, ысынлап та, шундай яҡлауға мохтаж. Эйе, нисек тә улар быуыны өсөн был мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышанғы килә.      
     Оморҙаҡ ағай Әүәлбаевты ауылда хеҙмәт ҡомары һүрелмәгән, ғаилә ҡото һәм тотҡаһы булғаны, эшкә тырышлығы өсөн ихтирам итәләр. Был юлдарҙы яҙыр алдынан Оморҙаҡ ағай һәм уның тормош иптәше Рабиға апай менән осрашып һөйләшәбеҙ. Минең ниндәй маҡсат менән йөрөүемде белгәс:

   – Ҡуй, ярамаҫ, кеше әллә ни уйлар, – тип өй хужаһы ҡаршы килде. Ә мин уның уңайһыҙланыуын баҫалҡылығына ҡайтарып:

ЯҢЫ КИТАП СЫҠТЫ


     ДАНЛЫ, ЫРЫҪЛЫ ТӨЙӘК ХАҠЫНДА


     Ауылдар тарихы, ер-һыу атамалары һ.б. тураһында китаптар донъя күреп, уҡыусыларҙы һөйөндөрөп тора. Ә бына ҡасандыр гөрләп эшләгән бер колхоздың йәиһә совхоздың йәшәйеше, уға ҡараған ауылдарҙың тарихы, эшсән халҡы, уларҙың шәжәрәләре ингән китап әлегә сыҡҡаны юҡ ине. Күптән түгел С.Мифтахов исемендәге премия, “Башҡортостан” гәзите лауреаты, хеҙмәт ветераны, исеме барыбыҙға ла яҡшы таныш матбуғат аҡһаҡалдарының береһе Салауат Мөхәмәтшиндың Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың үткәнен сағылдырған “Данлы, ырыҫлы төйәгем” тип аталған тос ҡына йыйынтығы “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексында донъя күрҙе. Уны автор Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған атаһы, ғәзиз әсәһе, хеҙмәттә шөһрәт ҡаҙанған өс апаһы иҫтәлегенә арнаған. 

ҺАУЛЫҠ – ҘУР БАЙЛЫҠ

     Сабыйҙың ғүмерен һаҡлау өсөн

  Хәҙерге ваҡытта табиптарҙы ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаһына прививка эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы төшөүе борсоуға һала. Эйе, медицина алға киткән заманда күп кенә ҡурҡыныс сирҙәр юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа прививкалар булмаған заманда кешеләрҙең төрлө ауырыуҙарҙан күпләп ҡырылыуы тураһында оноторға ярамай. Был сирҙәрҙең юҡлығы сабыйҙарҙы тәүге көнөнән вакцинациялауға бәйле бит.