11 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


     Реконструкция көтөлә

     Ленин исемендәге АХК “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыу статусы алды. Сметаға ярашлы “Форсаж” ЯСЙ-һы тарафынан ферманы модернизациялау, ҡоролмалар ҡуйыу 15 миллион һумға баҫасаҡ. Шулай уҡ программала “Рассвет” АХК-һының ҡатнашыуы ла ҡарала. Ике хужалыҡта ла Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре тарафынан технологик аудит үткәрелде. Махсус район комиссияһы төҙөлөп, уның тарафынан малсылыҡ базаларында реконструкция һәм капиталь ремонт үткәреүгә яраҡлыҡ тикшерелгән.

     Надежда – икенсе!

     Күптән түгел Силәбе өлкәһенең Варна ҡасабаһында үткән ат спорты ярыштарында “Баймаҡ” ҒПБ-һы һәм Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы арғымаҡтары район һәм Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаны, ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. “Шөгөров” хужалығының Надежда ҡушаматлы сабыш аты (һыбайлыһы Марат Баязитов) 4000 метр дистанцияла икенсе урын яуланы.    

     Шишмә тәртипкә килтерелде

     Сибай ҡалаһында эшләп килгән “Урал аръяғы” хәйриә фонды үҙенең эшмәкәрлеген февраль айынан алып бара. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауырыу балаларға ярҙам итеү, “Мир” кинотеатрын ремонтлау һымаҡ ҙур эштәр башҡарылған. Август айы башында фонд тарафынан Моҡас ауылы янындағы шишмә тирәһен тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү үткәрелде.

     Йәштәр ауылға ҡайта

     Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл хужалығына эшкә ҡайтыусы йәштәрҙең күбәйеүе күҙәтелә. Быға, әлбиттә, яңы эш башлаусы йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҙә ҙур роль уйнай. 2009-2011 йылдарҙа юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 16 йәш кеше ошондай ярҙам алған. Әйткәндәй, быйыл 5 белгес райондың ауыл хужалығы тармағына эшкә ҡайтты. Улар “Байҡара”, “Йылайыр” хужалыҡтарында, Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһы, “Урал аръяғы” МТС-ында хеҙмәт юлын башланы.  
     Айбулат ИШНАЗАРОВ.

ИРТӘГӘ – БАШҠОРТОСТАН УМАРТАСЫЛАРЫ КӨНӨ


     Ҡортсолоҡ үҫеш ала

     
     Һәр йыл август айының икенсе йәкшәмбеһендә Башҡортостан умартасылары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Республика бренды булып танылған башҡорт балының даны элек-электән бөтөн донъяға билдәле. Ысынлап та, башҡорт ҡортсолоғо тәрән тарихи тамырҙарға, бай тәжрибәгә һәм күп быуатлыҡ традицияларға эйә. Тап шуныһы менән ул уникаль.

БОРСОУЛЫ ХӘЛ


     УТ БЕР НӘМӘНЕ ЛӘ АЯМАЙ


     Ике тәүлектән ашыу Семеновск янында Ирәндек битләүендә янғын ҡотора. Ут бер нәмәне лә аямай, үҙ юлындағы бар йәшеллекте ҡырып алға ынтыла. 

12 АВГУСТ - ТӨҘӨҮСЕЛӘР КӨНӨ


     ТӨҘӨЛӨШ БАР ЕРҘӘ – ТОРМОШ БАР

     
     Төҙөүсе ул – беҙҙең илдә элек-электән киң таралған һәм хөрмәтле һөнәр кешеһе. Уның хеҙмәте халыҡтың матди һәм мәҙәни тормош кимәлен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Донъя иҡтисадының тотороҡһоҙ булған мәлдәрендә лә төҙөлөш индустрияһын күтәреү, яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар, юлдар, күперҙәр, торлаҡ йорттар төҙөү дауам итә.
 

Ҡыҫҡаса


     Балаларға ярҙам итегеҙ!

     Билдәле булыуынса, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге йәшәү кимәле түбән булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итеү өсөн мәрхәмәтлелек акцияһын иғлан иткәйне. Үкенескә, әлегә был шәфҡәтлелек сараһы иғтибарһыҙ ҡалып килә. Изге Рамаҙан айында мәктәпкә йыйынған балаларға сифатлы кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары һ.б. бүләк итеүселәр табылыр, тип ышанабыҙ. Әйберҙәрҙе Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 37-се йорт адресына тапшырырға.
     

     Сәскә байрамы

     23 августа ҡаланың үҙәк  майҙанында Сәскә байрамы ойоштороласаҡ. Йыл да үткәрелгән был сара быйыл Имен бала саҡ һәм Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына бағышланасаҡ. Күргәҙмәләге эштәр өс номинация буйынса ҡараласаҡ. Ул—йәшелсә, емеш-еләк һ.б. ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, йыл тематикаһына арналған 1 сәскә композицияһы һәм һатыуға сығарылған йәшелсә, емеш-еләктең төрлөлөгө. Конкурста район-ҡаланың бар ойошмалары ҡатнаша ала. Белешмәләр өсөн телефон – 3-15-78. 
     

     Шашкасылар ҙа ярышасаҡ

     11 августа Талҡаҫ күле буйында Физкультурниктар көнөнә арналған төрлө спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Бында шашкасылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. 
     Г. ИҪӘНГИЛДИНА.
     

     Күсәбә һылыуҙары

     Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары йәйге ялды файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрә. Ошо көндәрҙә ауылдаштарыбыҙға “Күсәбә һылыуҙары” исемле йөкмәткеле концерт күрһәттек. Ауыл халҡы концертты яратып, йылы ҡабул итте. Концертты әҙерләп сәхнәгә сығарыуға ярҙам күрһәткәне өсөн клуб мөдире Айбулат ағай Хәлиловҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
     Айгизә ХАНАФИНА. 
     
     * * *
     10 августа сәғәт 3-тә Баймаҡ эске эштәр бүлеге бинаһында (Юбилей урамы, 13) Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Шәрәфетдинов Руслан Михайлович эске эштәр органдарының хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге  һорауҙары буйынса халыҡты ҡабул итә. 
     Баймаҡ эске эштәр бүлеге штабында 315-се бүлмәлә алдан яҙылырға, т. 2-21-23, 8 917 407 88 80.

ҠЫШҠА ӘҘЕРҺЕҢМЕ?


     Йорттар ремонтланасаҡ

    Ошо көндәрҙә күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең йыйылышы үтте. Унда торлаҡ фондына капиталь ремонт яһау мәсьәләһе ҡаралды. Йыйылышта Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров, “УК ЖФБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Р.Р. Байбулатов һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре вәкилдәре ҡатнашты.

УРАҠ-2012


     Йәштәр игенсе һөнәрен үҙләштерә

     105-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары ураҡта ҡатнаша


     Урал аръяғы төбәгенең агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек лицейында бөгөн ҡыҙыу мәл. Биналарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү, киләһе уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү менән бер рәттән, бында малсылыҡ тармағы өсөн аҙыҡ хәстәрләү, үҫтерелгән уңышты йыйып алыу менән мәшғүлдәр.

АКЦИЯ


     “ХЕҘМӘТ ИТЕҮ” фондынан – бүләк


     Баймаҡ районында “Хеҙмәт итеү” мәрхәмәтлелек фонды эшләүе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай булмай ни, бөгөнгө заманда бушлай, изге йөрәктән ярҙам итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит. Акцияның маҡсаты менән танышыу ниәтендә фондтың етәксеһе Валерий Олегович Вощинин менән әңгәмәләштек һәм уларҙың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.