21 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

Умартасылар ярыша

25 августа Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостан Республикаһы умартасыларының конкурсы үтәсәк.

Башҡаларға өлгө күрһәтеп

Ленин исемендәге АХК районда иң беренсе булып мал аҙығы әҙерләүҙе тамамланы. Бөтәһе 910 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 510 тонна фураж әҙерләп һалынған. Шартлы һәр баш малға ҡарата 17 центнер (фуражды иҫәпкә алмағанда) тупланған, был төбәктә иң юғары күрһәткес.
Хужалыҡта малсылыҡ базаларын ваҡытында ремонтлау сараһын күрҙеләр. Бөгөндән кооператив малдарҙы ҡабул итеүгә әҙер.

Колледждың абруйы ҙур

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы Урал аръяғы райондары өсөн техник белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөн уҡыу йортонда абитуриенттар ҡабул итеү дауам итә. Колледж нефтсе, газсы, энергетик һ.б. һөнәр эйәләре сығара, һәм бөгөн улар хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Ошо уҡыу йортон тамамлаусыларҙың артабан Рәсәй, донъя кимәлендә танылған предприятиеларҙа   эшкә урынлашыуы ла ҙур нәмә тураһында һөйләй. Уҡыу йортоноң педагог-белгесе Г.Х. Әминева әйтеүенсә, быйыл колледжға килеүселәр һаны күп.
А. МӨХӘМӘТШИН.

Ураҙа байрамын ҡаршылап

Ошо кесаҙнала Таулыҡай ауылы мәсетендә өмә үтте. Ураҙа ғәйете алдынан иман йорто тағы ла матурайып, таҙарып, нурланып ҡалды. Был сарала ҡатнашҡан Ф.Кейекбаева, Н.Ғимранова, С.Салихова, М. Әсмәндиәрова, Д.Үҙәнбаева, З.Солтанова, З.Күсәрбаева, Х.Фәхретдинова, Й.Исламғолова, мәктәп уҡыусылары З.Моталлапова һәм Гөлфизә менән Наҙгөл Мөкминеваларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә сауабын насип итһен.
А. Баййегетова, клуб мөдире.

Балаларға ярҙам

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге иғлан иткән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы дауам итә. Уның маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ярҙам итеү. Шуныһы һөйөнөслө, Яраттан шәхси эшҡыуар Әлфиә Ғәҙелшина ҡыҙҙар өсөн өр-яңы блузкалар һәм итәктәр тапшырған да инде. Шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр  Фатима Әбүлғазина, Камила Ямғурова акцияла әүҙем ҡатнашып, үҙ бүләктәрен килтергән. 31 авгусҡа тиклем барған шәфҡәтлелек сараһына башҡалар ҙа әүҙем ҡушылыр, тип ышанабыҙ.

Һеҙҙең өсөн уҡытыусылар

Район китапханаһында “Һеҙҙең өсөн уҡытыусылар!” тип аталған махсус күргәҙмә асылды. Унда мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө әҙәбиәт, методик ҡулланмалар, электрон китаптар бар. Шулай уҡ уҡытыусылар класс сәғәте үткәреү өсөн тәҡдим ителгән сценарийҙар менән дә таныша ала.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Халыҡ иғтибарына

Пособие юллау өсөн

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 июлендәге 254-се ҡарары менән “Ғаиләлә бер юлы ике йәки унан күберәк бала тыуған осраҡта һәм уларҙың уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йәшәү минимумының икеләтә күләменән артмаһа, балаларына өс йәш тулғансы ай һайын балалар пособиеһы тәғәйенләү тәртибе тураһында”ғы Положение раҫланды. Уға ярашлы, 2012 йылдың 1 ғинуарынан бирле бер юлы ике йәки өс балаһы тыуған ғаиләләргә яҡын арала урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенә (адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1, 202-се бүлмә) мөрәжәғәт итеүҙәре һорала. Әйткәндәй, һәр балаға пособие күләме айына 500 һум тәшкил итә.
 
Бынан тыш, инвалид бала тәрбиәләү буйынса пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибенә лә үҙгәрештәр индерелде. 2012 йылдың 1 июленән инвалид бала тәрбиәләү буйынса пособие бер ҡайҙа ла эшләмәүсе, эшкә һәләтле йәштәге һәм фактик рәүештә баланы ҡараусыға һәр бала өсөн 500 һум күләмендә түләнәсәк. Әгәр бер нисә инвалид бала тәрбиәләйһегеҙ икән, шулай уҡ үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
 
Т. Денисова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге начальнигы.

Рәсми бүлек

2013 йыл – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы


Киләһе йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Был хаҡтағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Документ һәр кешенең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителде. Указға ярашлы, ил Хөкүмәте төп экологик саралар планын әҙерләйәсәк. Уларҙы тормошҡа ашырыу субъекттарҙың башҡарма власть органдарына йөкмәтеләсәк.

Һайлау – 2012

Һайлауға әҙерлек бара


Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың 14 октябренә берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнгән. Был көндә муниципаль район Советына, шулай уҡ Билал, Темәс, Мерәҫ ауыл биләмәләрендә өҫтәмә һайлауҙар ҙа үтәсәк – урындағы ауыл биләмәһе советтарына депутаттар һайланасаҡ.

Кадрҙар сәйәсәте

Ауылға йәш белгестәр ҡайта


Агросәнәғәт комплексы тармағы һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҙур һынау кисерә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, районда ауыл хужалығы йүнәлешен үҫтереү, ауыл хужалығы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
 

Рейд

Сүп-сарҙан ҡасан ҡотолорбоҙ?

Күл буйында ял итеүселәрҙән ҡый ғына ҡала


Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ, Граф күлдәре, Ғәҙелша шарлауығы бөгөн ярҙам һорай. Тәбиғәт мөғжизәләренең тирә-яғын сүп-сар баҫҡан, шешәләргә күмелгән. Һүҙ юҡ, көндәрҙең ҡояшлы, ҡоро тороуы халыҡты йылға буйҙарына, күлдәргә ҡыуа. Ләкин  беҙҙең тәбиғәткә булған мөнәсәбәтебеҙ ниндәй? Ял итеү ҡағиҙәләрен күҙәтәбеҙме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитетының әйҙәүсе белгесе-эксперты Ғ.Р. Сафиуллин менән рейдҡа сыҡтыҡ.

Уңғандар беҙҙең арала

Көнһылыу Шәрипова – сауҙа алиһәһе


1986 йылдан кондитер булып эшләп, тәүге торттарын бешереп һөйөндөргән кешеләрҙең балаларын да хәҙер ошо тәмлекәстәр менән тәьмин иткән К.Ғ. Шәрипова һәр кем кемгә яҡшы таныш.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Тыл яугиры


Фатима Иҫәндәүләтова-Мозафарова 1927 йылдың 24 мартында Матрай ауылында донъяға килә.

Төнгө ҡаланан репортаж

Илерткән дә, иҫерткән дә, юлдан да яҙҙырған мәл


Төнгө тормош... Был һүҙҙәрҙе ишеткәс кемдер йылмайыр, икенселәр көлөмһөрәп кенә ҡуйыр, бәғзеләр: “Ҡояш байығас шашып йөрөүселәрҙең көнитмеше бит ул”, – тип ҡулын һелтәр. Шулай ҙа яныбыҙҙа ҡәрҙәштәребеҙҙең ниҙәр менән янып йәшәүе, ҡала урамдарының ҡараңғыла ни өсөн тынмауы, хатта ауыл урамдарында ла таңға тиклем эт өрҙөртөүселәрҙең нимә менән мәшғүл булыуы һәр кемгә ҡыҙыҡтыр. Шуға күрә төнгө Баймаҡ тураһындағы репортажға рәхим итегеҙ.