31 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

Тирә-яҡты таҙартыу көнө

2012 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан буйынса “Бөтә донъя тирә-яҡты таҙартыу көнө – 2012: әйҙәгеҙ, быны бергәләп эшләйек!” тигән киң күләмле граждандар экологик акцияһы үткәрелә. Был көндө республикабыҙ ауыл, ҡала биләмәләре экологик өмәләр үткәрәсәк.

Эфирҙа – Ирәндек көҙгөһө

“Башҡортостандың ете мөғжизәһе” программаһы һәм “Талҡаҫ” һыу аҫты һунарсылары республика клубының берлектәге экологик экспедицияһында ҡатнашыусылар Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Түбә, Йомағужа һәм Нөгөштә булып, Урал аръяғының мөғжизәле тәбиғәтен видеокамераларға төшөргәйне. Ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы шул хаҡта тапшырыуҙар күрһәтә башланы. 31 августа 20.45 сәғәттә һеҙ “зәңгәр экрандар”ҙан беҙҙең район тураһында “Ирәндек көҙгөһө” исемле тапшырыу ҡарай алаһығыҙ.

Бородинола – баймаҡтар

1-2 сентябрҙә 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы Бородино яланында “Бородино көндәре” халыҡ-ара хәрби-тарихи байрам үтәсәк. Был сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан делегацияһы 27 августа Өфөнән юл алды. Улар составында яҡташтарыбыҙ ҙа бар: Өмөтбай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов менән Ҡаратал ауылы эшҡыуары Айбулат Байғотлин.

Парк яңырҙы

Мерәҫ ауыл биләмәһе ауылдағы паркты төҙөкләндереү буйынса өмә үткәрҙе. Унда ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре айырыуса әүҙем ҡатнашты. Дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһендә парк яңырыу кисерҙе. Биләмә башлығы Т. М. Хафизова әйтеүенсә, бындай эштәр артабан да дауам итәсәк.

Ә.Буранбаев иҫтәлегенә

2 сентябрҙә ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу комплексында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында район шахмат ярышы үткәрелә. Ул билдәле журналист, шахмат буйынса күп тапҡыр район чемпионы Әбделхай Буранбаев иҫтәлегенә арнала. Турнир сәғәт 10-да башлана.

Курск һуғышы ветерандары тәбрикләнде

23 августа Курск һуғышында еңеү көнөнә арнап, ошо аяуһыҙ яуҙа ҡатнашҡан хөрмәтле ветерандарыбыҙ В.Б. Буранбаев, Н.П. Сизиков, И.Х. Сабитов тәбрик ителде. Ветерандар ойошмаһы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов әйтеүенсә, бөгөн районда был алыштың тере шаһиттары – өс яугир ғына ҡалған. Осрашыуҙа ветерандар Икенсе бөтә донъя һуғышы тарихында иң ҙур яуҙарҙың береһе тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәғлүм булыуынса, совет ғәскәрҙәре Курск дуғаһына 1,3 миллион яугир, 19,1 мең ҡорал һәм миномет, 3,44 мең танк, 2711 самолет сығара. Һуғышта еңеүҙән һуң 180 мең ҡаһарман һуғышсы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
 
Г. Иҫәнгилдина.

Ауыл хужалығы

Ураҡты тиҙ Арала тамамлау – төп бурыс


Районда урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү эштәре, малсылыҡ базаларын ҡышҡа хәстәрләү дауам итә. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә район буйынса иген культуралары 35678 гектарҙа урып-һуғылған, был планға ҡарата 73 процент тәшкил итә. Гектар ҡеүәте уртаса – 6,8 центнер, тулайым йыйым 24089 тонна. Ужым арышы – 721, бойҙай – 19588, арпа – 10115, һоло – 4466, борсаҡ 788 гектарҙа йыйып алынған. 7936 тонна орлоҡ, 4280 тонна фураж һалынған. Ашлыҡтың уңышы “Толпар” (төшөм 12,1 центнер), Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы фәнни подразделениеһы (10,2 ц), “Байҡара” (9,5 ц), Ленин исемендәге (8,5 ц) хужалыҡтарҙа, МТС-та (8,5 ц) сағыштырмаса юғары. “Мырҙаҡаев” КФХ-һы, “Толпар” ЯСЙ-һы һәм БҒТАХИ-ның Ҡуянтауҙағы подразделениеһы иң беренселәрҙән булып ураҡ эштәрен тамамланы. Ленин исемендәге, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Аҡморон”, “Октябрь” хужалыҡтарында ла был тәңгәлдә эштәр аҙағына яҡынлаша. Әммә башҡа хужалыҡтар эш темпын күтәрергә ашыҡмай әле.

Хеҙмәт коллективтарында


“Баймаҡ йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙ һөнәренең оҫталары байтаҡ. Шуларҙың береһе – Рәжәп Ишбулды улы Сирғәлин.

Рәсми бүлек

Социаль торлаҡ төҙөү өсөн

 Әлеге ваҡытта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм шәхси торлаҡ алыуға мохтаж ғаиләләр бихисап. Дәүләт тарафынан граждандарҙың был ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн төрлө саралар күрелә: социаль яҡланмаған граждандар өсөн махсус программалар эшләй, торлаҡ төҙөү, һатып алыу өсөн республика һәм федераль кимәлдә субсидиялар бирелә.

Афарин!

Баймаҡ умартасыларына – иң юғары баһа!


Гәзитебеҙҙә хәбәр ителеүенсә, 25-26 августа Өфөлә “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” исемле фестиваль үткәйне. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостан умартасыларының XII һәм “Йәш умартасы” VI республика конкурстары ойошторолдо. Был ярыштарҙа Икенсе Этҡол ауылынан танылған умартасы Азат Ниәтшин һәм Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы Юнир Кайниев район намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. Фестивалгә муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниев та барҙы.

Юрист кәңәше

Һәр кем үҙен яҡлай ала


Судта эшеңде үҙеңә алып барырғамы йәки юридик ярҙам һорарғамы – һәр кем үҙе хәл итә. Әлбиттә, юғары квалификациялы юристың эше өсөн түләргә кәрәк, әммә ҡайһы саҡта унһыҙ эште атҡарып булмай.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Һинең менән ғорурланабыҙ, әсәй !


Әсәй... Күҙҙәремде йомоп, бер нисә секундҡа тымып ҡалам. Шунда уҡ әсәйемдең тауышын ишеткәндәй булам. Уны башҡа бер кем менән бутауы мөмкин түгел. Хатта ҙурайып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡас та, әсәйҙең тауышы, күҙҙәре, ҡулдары һәр саҡ иҫтә.

Хаттарҙан юлдар

...Ауылыбыҙҙа мәсет асылыуға күп ваҡыт үтмәһә лә, ул һүҙҙең ысын мәғәнәһендә иман йортона әүерелде. Оло йәштәге кешеләр, еңгәйҙәребеҙ унда ихлас йөрөй. Үҫмерҙәр, йәштәр ҙә килә. Тик йәш быуындың тағы ла күберәк йөрөүен теләге килә. Изге Рамаҙан айында мәсеттә төрлө саралар үткәрелде, намаҙ-аяттар уҡып, вәғәздәр тыңлап, ҡәҙер төнөн ҡаршыланыҡ. Шәхси эшҡыуарҙар Илүзә һәм Илшат Исҡужиндар ҙа беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Әлбиттә, ауылдағы бар иманлы саралар Әмин ауылының имам-хатибы М.Р. Йосопов, мәзин Ф.М. Юнысовтың тырышлығы менән үтә. Уларға арымай-талмай ярҙам иткән Фәйзулла Үтәбаев, Фәнил Ишҡыуатов, Ришат Йосопов, Ғәрифә Юнысова, Вәкилә Йосопова, Миңзәлә Исҡужиналарға ла рәхмәт әйтергә кәрәк.
Зәйтүнә Күлдебаева.
Әмин-Күнзавод ауылы.

* * *
...Бер төркөм йәш йырсыларҙың, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәкселегендә, экстремизм һәм терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән концертын һәр кем йылы ҡабул итте.  Миңә уларҙың сығышын Ҡарамалы ауылында ҡарарға насип булды. Тамашаны көслө алҡыштар менән оҙатып, халыҡ үҙенә әллә күпме дәрт-дарман алды. Тимәк, йәштәрҙең сығышы кешеләрҙең күңеленә үтеп инеп, рух осҡонон тоҡандырҙы. Дини мәғлүмәттәр биргәндә, халыҡ йырҙары яңғырағанда, ҡурай һыҙҙырғанда, әйтерһең дә, халҡыбыҙ бер-береһенә зиннәтле әйберҙәрен, саҙаҡалар биреп ҡыуанды.
Арабыҙҙа дин тотҡан йәштәребеҙҙең артыуын иҫәпкә алып, уларҙың мәнфәғәтен күҙәтеү зарур. Динебеҙҙе лә, милләтебеҙҙе лә һаҡлау – һәр кемебеҙҙең изге бурысы ул.
Бибинур Ғиззәтуллина.
Сибай ҡалаһы.

* * *
...Йәй мәле етһә, тыуған яҡты, ауылды һағынып, ял итергә ашҡынып ҡайтабыҙ. Оҙон юлда төрлө өлкәләрҙе, ҙур ҡалаларҙы үтеп, эҫелә һыуһап, киоск, магазиндарҙан минераль һыу, татлы һуттар алабыҙ. Туҡталыштарҙа ниндәй генә һыуҙар эсергә тура килмәй! Юҡ инде! Беҙҙең Дауыт ҡоҙоғоноң һыуына етмәй! Шундай уйҙар менән юлда саҡрымдарҙы, сәғәт-минуттарҙы һанап киләбеҙ.
Эйе, бер ерҙә лә юҡ бындай шифалы һыу. Беҙҙең Ишмөхәмәт ауылында ғына барҙыр ул. Алыҫ, оҙон юлдан арып-талып, ҡайтышлай туҡталып, бер ус һыу эсһәң, бөтә арыу-талыуҙарың юҡҡа сыға. Дауыт ҡоҙоғо кешеләргә бәхет, шатлыҡ килтерә ул. Шуға күрә кейәүгә сығып, яңы тормош башлаған йәш киленсәктәр һыу юлын унан башлай. Мин дә ҡайтҡан һайын көйәнтә-биҙрәләремде алып, бала сағымды иҫләп, һағынып Дауыт ҡоҙоғона төшәм.
Һыуҙарың мул, өҫтәлеп артып торһон, бер ваҡытта ла кәмемәһен ауылыма дәрт, көс, ҡеүәт биреп торған Дауыт ҡоҙоғо!
Гүзәл ӘХМӘРОВА.
Нефтеюганск ҡалаһы.   

Һаулығым – байлығым

Матур булып олоғайыу – үҙе бәхет...

Ҡартайыу—иртәме-һуңмы, һәр кемгә килгән ғүмер мәле. Янып үткән йәшлек, ныҡ баҫып торған урта йәштәр үтеүгә ишегебеҙгә тормош көҙө шаҡый. Ул ваҡытҡа әҙәм балаһы төрлө ауырыуҙарға дусар була, улар йылдар үтеү менән күбәйә, нығый бара. Шул уҡ ваҡытта ҡартайғанда сирҙәрҙең аҙыраҡ булыуы йәки бөтөнләй ауырымау һәр кемдең ихтыяр көсөндә.

Яңылыҡтар

Иң көслө умартасылар – Баймаҡтан!

25-26 августа Өфөлә “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” исемле фестиваль үтте. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостан умартасыларының XII һәм “Йәш умартасы” VI республика конкурстары ойошторолдо. Был ярышта Икенсе Этҡол ауылынан Азат Ниәтшин, 100 мөмкинлектән 99 балл йыйып, Башҡортостандың иң көслө умартасыһы булып танылды. Йәш умартасылар конкурсында тәүгә ҡатнашҡан ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыһы Юнир Кайниев та һынатманы һәм маҡтаулы 2-се урынды яуланы. Башҡортостан умартасыларының республика конкурсы киләһе йыл инде Баймаҡта үтәсәк.
 

Мөлкәтте һаҡлау өсөн

Баймаҡ эске эштәр бүлеге “Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль” профилактик операцияһын үткәрҙе. Сараның төп маҡсаты – халыҡтың мөлкәтен һаҡлау. Шулай уҡ фатир, йорт, автомобилдәрҙе һаҡ аҫтына алыу ойошторолдо. Граждандар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына 3-19-12, 2-16-54, 3-10-50 телефондары буйынса яуап алыуы мөмкин.
 

Акцияға ҡушылдылар

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” мәрхәмәтлелек акцияһын дауам итә. Мерәҫ ауылы халҡы 3 мең һум фитыр саҙаҡаһын тапшырып, ошо изге сараға ҡушылған. 31 авгусҡа тиклем дауам иткән шәфҡәтлелек акцияһы башҡаларҙы ла битараф ҡалдырмаҫ тип ышанабыҙ.
 

Уңыштар һеҙгә!

29 августа Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмалары араһында үткән “Сикһеҙлек” фестиваленең төбәк-ара ярышы ойошторола. Унда Баймаҡ инвалидтар ойошмаһынан 5 кеше көсөн һынап ҡараясаҡ. Ҡул эштәренә оҫта булған, йыр-моңға ла маһир яҡташтарыбыҙҙың ҙур уңыштар яулауын теләйбеҙ.
 

Сабыйға исем ҡушылды

“Мәрхәбә” мәсетендә Флүрә һәм Вилюр Иҙрисовтарҙың сабыйҙарына исем ҡушылды. Имам-хатип Рәфҡәт Хисаметдинов, балаға Әминә исемен ҡушып, мосолмандарҙың изге бурысын еренә еткереп үтәне. Ошондай саралар үткән һайын, халыҡты иманға ҡайтарған йортто төҙөгән Шәриповтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Нәфисә Ғәйетбаева.
Ҡаратал ауылы.

Президент маршруттары

Р.З. Хәмитов: “Баймаҡ – үҫеш перспективаһы ҙур төбәк”

БР Президенты райондың бөгөнгө үҫешенә юғары баһа бирҙе
 

Билдәле булыуынса, үткән аҙнала районда рәсми эш сәфәре менән БР Президенты Р.З. Хәмитов булғайны. Республика башлығы үҙенең визиты ваҡытында райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан танышты, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтарының, төҙөлөш комплексының эшмәкәрлеген баһаланы, яңы проекттарҙы, Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды, инвестицияларҙы йәлеп итеү мөмкинлеген тикшерҙе. Был хаҡта район гәзиттәрендә ентекле материалдар ҙа донъя күрҙе.

Һайлау–2012

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы составындағы үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт


1. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2012 йылдың 15 авгусындағы 4/6-5-се ҡарары менән “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелгән “Народный дом” ОУ-һы директоры Зәйнуллин Динар Фәрүәш улы  Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнде.
 
2. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2012 йылдың 22 авгусындағы 5/11-5-се ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһы “Һаҡмар” гәзитенең сәнәғәт бүлеге мөдире Кейекбирҙина Сәлимә Фәрит ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнде.
 
Ш. Моталлапов,
территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.

Уҡырға саҡырабыҙ

Магнитогорск дәүләт университеты

(лиц. – 26.09.2011, рег. №1842, ААА №001925, аккредитация – 08.12.2011, рег. №1235, ВВ №001248)


Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһы

Ауыл мәктәптәрендә умартасылыҡ нигеҙҙәре


1 сентябрҙән Башҡортостан буйынса ауыл мәктәптәрендә белем алыусы балалар умартасылыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә башлаясаҡ. Был дәрес мәктәп программаһына Урал аръяғын иҡтисади  үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2011-2015 йылдарға Урал аръяғында умартасылыҡты үҫтереү планына ярашлы индерелә.

Абау!

Бәлә аяҡ аҫтында,
йәки Граждандар һуғышы ваҡытындағы снаряд юҡ ителде


Граждандар һуғышы, илдәге ҡан ҡойош, ағай-эне талашҡан буталсыҡ йылдар тураһында һәр кем яҡшы беләлер. Ҡыҙылдармы, аҡтармы – барыһы ла халыҡты зар илатҡан, талаған. Кешеләрҙең бар теләге – ниндәй погон тағыуына ҡарамаҫтан, һалдаттарҙың күҙенә күренмәй, ҡасып ҡалыу булған. Күптәр ололарҙың ауыл эсендә, тирә-яҡта нисек атышыуҙарын, ҡурҡыныс шартлау тауыштары яңғырауы тураһындағы хәтирәләрен иҫләйҙер, моғайын.
 

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА


 
2012 йылдың 1 сентябренән коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙең яңы федераль ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инәсәк
РФ Хөкүмәте тарафынан 2012 йылдың 28 мартында раҫланған “Коммуналь хеҙмәттәр ҡулланыу нормативтарын тәғәйенләү һәм билдәләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 258-се ҡарар менән коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Төп үҙгәрештәрҙең береһе йылытыу өсөн тик йылытыу миҙгелендә генә түләү кәрәклегенә ҡағыла, был үҙ сиратында “ҡышҡы” түләүҙәрҙе һиҙелерлек арттырасаҡ һәм “йәйге” түләүҙәрҙе кәметәсәк.

Коммуналь хеҙмәттәргә яңыса түләү

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошоға тиклем беҙҙең фатирҙарҙы йылытыуға сығымдар йыл дауамына бүленгән ине, беҙ ай һайын ошо сумманың 1/12 өлөшөн түләй инек.
Хәҙер дөйөм йорт йылылыҡ иҫәпләгесе буйынса иҫәпләнгән суммаларҙан тыш, беҙгә дөйөм йорт милкен (сарҙаҡтарҙы, подъездарҙы) йылытыуға киткән йылылыҡ өсөн үҙ фатирыбыҙҙың майҙанына ярашлы рәүештә түләргә тура киләсәк. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн был яңылыҡ отошлораҡ буласаҡ, сөнки өҫтәмә түләү уларҙың сығымдарына кәмерәк күләмдә йоғонто яһаясаҡ.
 
Тотонолған йылылыҡ өсөн йорттары йылылыҡ иҫәпләү приборҙары менән тәьмин ителгән фатир хужалары ғына түләй аласаҡ. Иҫәпләгестәр булмаһа, иҫәпләүҙәр яҡын көндәрҙә артасаҡ нормативтар буйынса башҡарыласаҡ. Идара итеүсе компания дөйөм йорт иҫәп приборҙарының фактик операторы һәм уларҙы файҙаланыуҙы ойоштороусы булып тора. Улар йылылыҡ иҫәпләү приборынан ай һайын күрһәткестәр алыу, уларҙы теркәп барыу һәм ҡулланыусы мөрәжәғәт иткән көн эсендә был күрһәткестәрҙе уға биреү өсөн яуаплы. Идара итеүсе компания шулай уҡ фатирҙарҙа йәшәүселәргә коммуналь ресурстарға тарифтар күләмдәре, уларға өҫтәмәләр, тәғәйенләнгән норматив хоҡуҡ акттары тураһында мәғлүмәт еткерергә тейеш.
 
Иҫәп приборҙары күрһәткестәре буйынса йылытыу  миҙгелендә тотонолған йылылыҡ өсөн генә түләү яҡшымы әллә насармы? Эксперттар фекеренсә, яңылыҡтың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Бер яҡтан, финанс йылы тамамланыуға бәйле яңынан иҫәпләүҙәр башҡарыуға нигеҙ булмай. Шул уҡ ваҡытта йыл дауамында түләүҙәр төрлөсә буласаҡ, һалҡын айҙарҙа түләүҙәр артасаҡ. Был иһә аҙ тәьмин ителгән кешеләр өсөн ауырға тура киләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: торлаҡҡа һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү сығымдары дөйөм ғаилә килеменең 22 процентынан артһа, килемдәре түбән булған аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам маҡсатынан субсидия бирелә.
 
С. Фәритова.
(РФ Торлаҡ-коммуналь министрлығы сайты мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Һыуҙы үлсәп тотонайыҡ

 2012 йылдың 1 майынан алып халыҡ эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм һыу сығарыу селтәрҙәрен файҙаланған өсөн “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән туранан-тура иҫәпләшә башланы. Был сараһыҙҙан күрелгән аҙым үҙенең тәүге ыңғай һөҙөмтәләрен бирҙе.
 
Әйтергә кәрәк, ҡулланыусылар квитанцияларға индерелгән үҙгәреште һәм килешеүҙе ҡайтанан төҙөү мәжбүрилеген аңлап ҡабул итте. Был иһә беҙҙең эште бер аҙ еңелләштерҙе. Түләүгә ҡарата аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған осраҡта һәм квитанциялағы мәғлүмәт дөрөҫ яҙылмаған булһа, уны шунда уҡ төҙәтеү сараһы күрелә.
 
“Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән килешеү төҙөп өлгөрмәүселәрҙең ошо көндәрҙә йәмғиәттең һыу һатыу бүлегенә килеүҙәре һорала.
 
2012 йылдың 1 июленән закон буйынса фатирҙарға ҡулланылған һыуҙы иҫәпләүсе ҡоролмалар урынлаштырыу ваҡыты тамамланды. Шунлыҡтан, кемдәр уны ҡуйҙыртып өлгөрмәгән, ашығығыҙ. Был хеҙмәтте беҙҙең бүлек тә күрһәтә. Уның өсөн ғариза яҙып заявка бирергә кәрәк. Ҡуйылған приборҙар һыу һатыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул ителә һәм пломба ҡуйыла.
 
Ә инде шәхси йорттарҙа йәшәүселәр менән хәлдәр бер аҙ икенсерәк. “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡулланылған һыу өсөн түләмәүселәргә ҡарата етди саралар күрә башланы. Бурыстары ҙур булғандарҙың эшен судҡа тапшырыу өсөн документтар әҙерләнә. Өс һәм унан да күберәк айға һыу өсөн бурыстары йыйылғандарға ҡарата суд ҡарары сығарылған. Шундай уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн һыуға ваҡытында түләп барығыҙ.
 
Ә. Мостафин,
“Водоканал” ЯСЙ-һының һыу һатыу бүлеге начальнигы.

Росреестр хәбәр итә

Башҡортостан Республикаһы буйынса
Росреестр идаралығының “Антикоррупция”
телефоны һандары үҙгәрҙе

2012 йылдың 10 авгусынан башлап граждандар Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығына коррупция факттары тураһындағы мәғлүмәтте (347) 273-64-01 телефоны аша хәбәр итә ала.
Мәғлүмәт тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. “Антикоррупция” телефоны буйынса ғаризалар программа-техник комплекс ярҙамында яҙып алына һәм махсус журналда теркәлә. Мәғлүмәт буйынса идаралыҡтың структур подразделениелары һәм айырым хеҙмәткәрҙәре пландан тыш тикшереүҙәр үткәрә, аңлатмалар бирә һәм башҡа саралар күрә.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

“Атайым менән йәшәргә теләйем!”


Бала... Донъялағы иң ғәзиз, иң яҡын йән эйәһе. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа ошо гонаһһыҙ сабыйҙарға хыянат иткән, уларҙың тормошон кескәй саҡтан тамуҡҡа әйләндергән ата-әсәләр, өләсәй-ҡартатайҙар бар.

Рәсәй киноһы көнөнә ҡарата

Киномеханик апай


Йәшлек дәрте менән ғүмерҙең уҙғанын һиҙмәйһең дә, өлкәнәйгәс тормоштоң йәмен, тәмен, асылын, бар мәғәнәһен төшөнә башлайһың. Ҡайһы арала балалар ҙа үҫеп еткән, донъя көтөлгән, эш менән йорт араһында нисек өлгөрөлгән?! Шулар хаҡында һүҙ сыҡһа, Әсмә Фазылйән ҡыҙы матур хәтирәләргә төшөп китә.