5 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

Конкурстар дауам итә

Йәштәр бүлеге 21 сентябргә тиклем заманса башҡорт кейемдәре теккән, ғөмүмән, милли кейем тегеү менән мауыҡҡан кешеләрҙән заявкалар ҡабул итә. Үҙенсәлекле, зауыҡлы, сағыу эштәргә иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ 25 сентябргә тиклем “Йәш ғаилә” конкурсында көс һынап ҡарарға теләгән ҡала ғаиләләре тураһында ла мәғлүмәт туплана. Ярышта 35 йәшкә тиклемге парҙар 6 йәштән 14 йәшкә тиклем балалары менән бергә ҡатнаша ала. Белешмә өсөн телефон – 3-16-37.

Операциялар бара

Баймаҡ эске эштәр бүлегендә хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау өсөн төрлө профилактик операциялар үткәрелә. “Иғтибар! Балалар!” операцияһы барышында юлды тейешһеҙ ерҙән үткән йәйәүлеләр йәки уларға юл бирмәгән водителдәр билдәләнә, рейдтар үткәрелә. Шулай уҡ ошо көндәрҙә иғлан ителгән “Браконьер” операцияһы законһыҙ һунар итеүселәргә ҡаршы йүнәлтелгән. Бынан тыш, Баймаҡ полицейскийҙары машиналарҙы ҡыуып алып китеүгә ҡаршы профилактик саралар ҙа күрә.

Белем донъяһына

Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Белем донъяһына” тип аталған фәһемле сара үткәргән. Бында быйыл беренсе класҡа уҡырға килгән 7 малай һәм уларҙың ата-әсәләре, туғандары саҡырылған. Малайҙарға бигерәк тә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең Буратино булып кейенеп, уларҙы ҡотлауы ныҡ оҡшаған. Ауыл халҡы балалар өсөн матур сара ойоштороусыларға бик тә рәхмәтле.

Матурлыҡ көнөнә

Район китапханаһында Матурлыҡ көнөнә арналған сара үтәсәк. Ул атаҡлы балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙиндың тормош юлына арналасаҡ. Сарала “Ирәндек” бейеү ансамбле, халыҡ ижады үҙәге бейеүселәре һ.б. ҡатнашасаҡ. 
Г. Иҫәнгилдина.

Зыярат кәртәләнде

Ишмырҙа ауылында ауыл биләмәһе ярҙамы менән зыярат ҙурайтып кәртәләнде. Шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙҙең мәңгелек урыны сүп-сарҙан таҙартылды. Артабан мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап аят уҡылды.
Әмирхан Абыҙгилдин, имам-хатип.

Тантаналар

Уңыштар юлдаш булһын


Белем көнө... Һәр әҙәм балаһының күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған матур, онотолмаҫ, яҡты хәтирә.
 
Быйыл район-ҡаланың мәктәптәренә 860 бала уҡырға килде. Уларҙы яҡты, йылы, матур кластар, үҙ эшен яратҡан, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар ҡаршы алды.
 

Рәсми бүлек

Граждандарҙы яҡлау айлығы үткәреү тураһында


 Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеге һәм кешеләрҙең һыу объекттарында хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса 2012 йылға ҡаралған төп саралар планын бойомға ашырып, Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 1 авгусындағы 1015(р)-се ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте муниципаль район биләмәһендә граждандарҙы яҡлау системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында ҡарар итә:

Саралар

Директорҙар иҫтәлегенә – таҡтаташ

 
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында 90 студент иҫәпләнә, уларҙың 26-һы бюджет нигеҙендә уҡырға ингән.
 
1 сентябрь – был уҡыу йорто өсөн юбилей йылы. 1932-1967 йылдарҙа ошо бинала урынлашҡан тау-металлургия техникумы быйыл үҙенең 80 йыллығын билдәләй. Белем көнөнә уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған студенттар, эшләп киткән уҡытыусылар ҙа килгән ине. Улар колледждың Баймаҡ филиалы уҡыусыларына үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.

Беҙҙең интервью

Данлы юлдар буйлап

 Тәфтизан Миңлеғоловтың ҡәберенә тыуған тупрағы һалынды
 

Бөйөк Ватан һуғышы, уның ҡанлы ла, данлы ла йылдары тарих төпкөлөндә ҡала барһа ла, халҡыбыҙ бәхете өсөн башын һалған ҡаһарман һалдаттарыбыҙ онотолмай. Эҙәрмәндәр төркөмдәре яугирҙарҙың һәләк булған урынын табып, уларҙы ерләүҙе ойоштора, музейҙар асыла.
 

Күңел түренән

Киләсәгебеҙ өмөтһөҙ түгел...


Йәшлек – ул кешелек тормошоноң иң гүзәл, иң матур, иҫтәлекле осороноң береһе. Шуға ла уның ҡәҙерен белеп, файҙалы итеп үткәрергә кәрәк. Юҡҡа ғына: “Киләсәк йәштәр ҡулында!” – тип әйтмәйҙәр бит. Тимәк, илеңә, телеңә тоғро ҡалыу, ололарҙы ололап, кеселәрҙе кеселәп тулы шәхес булып етешеү – беҙҙең оло бурыс.
 

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Тормошо нурлы уның


Тормоштан көс, дәрт, нур алып һәм уларҙы икеләтә, бишләтә яҡындарына, уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә таратып йәшәгән кешеләр була. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы Йосопова нәҡ шундайҙар рәтенән.

Тәрбиә

Сағыу балҡыған ынйыҡайҙар

Күптән түгел йәмле Талҡаҫ күле янында урынлашҡан “Ирәндек ынйылары” исемле махсус лагерь үҙ эшен тамамланы. Райондың йәштәр бүлеге секторы менән берлектә төҙөлгән эш планы балаларҙың күңелле һәм файҙалы ял итеүенә йүнәлтелгән ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ижади мөмкинлектәрен, һәләттәрен һәр яҡлап асыу йәһәтенән төрлө конкурстар, күңелле осрашыуҙар, иҫтәлекле сәйәхәттәр ойошторолдо. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамай, “Орленок” дөйөм лагерь сараларында ла ҡатнашып, беҙҙең “Йондоҙҙар” отряды һынатманы.