13 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

“Зебра”лар яңыра

     Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһының махсус ойошмаһы ҡала урамдарында йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән “зебра”ларҙың буяуҙарын яңыртты. Был водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә хәүефһеҙлеге өсөн күрелгән бик мөһим сара.

     Төҙөлөш йәнләнде

     Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамында һалына башлаған 24 фатирлы социаль торлаҡта төҙөлөш эштәре билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Ошо көндәрҙә бында төҙөлөш ҡайтанан йәнләнде. Әле унда Өфө ҡалаһының Р.А. Сафуанов етәкселегендәге “Ирәмәл” ЯСЙ-һы субподрядсылары эшләй.
     Ҡаланың Чекмарев урамында ла төҙөлөш ҡайнай. Бында ла күп фатирлы торлаҡ йорт һалына. Уны Өфө ҡалаһының “Дарман” ЯСЙ-һы (етәксеһе И.М. Мәмбәтов) төҙөй. Улар тағы ла ошондай уҡ ике йорт төҙөп, файҙаланыуға тапшырмаҡсы.

     Граждандар айлығы башланды

     4 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Граждандар айлығы бара. Планға ярашлы, районда үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһының әҙерлеге ҡараласаҡ, мәктәптәрҙә һәм хеҙмәт коллективтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеше тикшереләсәк, өйрәнеү тревогаһы үтәсәк.

     Таҙалыҡ һәм тәртип

     “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы ҡалалағы шәхси йорттарҙан сүп-сарҙы түгеүҙе ойоштора. Бының өсөн идараға алдан заявка бирергә кәрәк. Был сара эргә-тирәне, йылға буйҙарын, тау биттәрен ҡыйҙан таҙартырға мөмкинлек бирәсәк.

     Инвалидтар ярышты

     Бөрйән районында инвалидтар ойошмаларының еңел атлетика буйынса йәйге спартакиадаһы үтте. Бөтәһе биш команда ҡатнашып, дөйөм мәрәйҙәр буйынса баймаҡтар икенсе урынға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар – 100 һәм 300, ир-егеттәр 200 һәм 600 метрға йүгереп, бынан тыш оҙонлоҡҡа һикереп көс һынашты. Шәхси беренселек буйынса Ләйлә Иванова – беренсе, ә Ринат Ишкилдин икенсе урынды яулап, Баймаҡ командаһын призлы урынға сығарҙы.

     Л. ТАКАЕВА.

     Ҡотлайбыҙ!

     Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Ғүмәров Миңлеғәле Ишмөхәмәт улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы” тигән исем бирелде. Яҡташыбыҙҙы почетлы исемгә лайыҡ булыуы менән тәбрикләп, уға артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Йылылыҡ өсөн тарифтар артты

     Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының 2011 йылдың 1 ноябрендәге 1163-сө ҡарары нигеҙендә 2012 йылдың 1 сентябренән  йылылыҡ энергияһы өсөн тариф 924,53 һум/Гкал тәшкил итә (НДС ҡаралмаған).
  Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы икенсе саҡырылыш муниципаль район Советының 2010 йылдың 11 декабрендәге “2012 йылға йылылыҡ энергияһына нормативтар тураһында”ғы 130-сы ҡарары нигеҙендә 2012 йылдың 1 сентябренән халыҡ өсөн дөйөм майҙандың 1 квадрат метры өсөн йылылыҡ энергияһына тариф 18 һум 67 тин тәшкил итә.

Баҫыу эштәре көндәлеге

     Районда ураҡ эштәре аҙағына яҡынлаша. Кисәге көнгә бөтәһе 43587 гектарҙа иген культуралары урып-һуғылған, 28377 тонна ашлыҡ йыйып алынған, гектар ҡеүәте 6,5 центнер. “Йылайыр”, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Рассвет”, “Таналыҡ”, “Богачевка”, “Баймаҡ-Новатор” хужалыҡтарынан тыш, башҡалар урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Атап үтелгән хужалыҡтарға тиҙ арала ураҡҡа нөктә ҡуйыу мотлаҡ.
 

Хужалыҡ ғорурлығы

  

     “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы алып бара. Предприятие урып-йыйыу эштәрен тамамланы, ҡышҡа етерлек мал аҙығы базаһы тупланы. Бөтәһе 580 тонна бесән, 2380 тонна сенаж, 500 тонна һалам, 350 тонна иген фуражы әҙерләнгән. Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, 250 гектарҙа ужым арышы сәселгән, 132 гектарҙа ер эшкәртелгән. Әле хужалыҡта орлоҡ һалыу һәм уны таҙартыу менән мәшғүлдәр.
 

КӨҘГӨ ВЕТЕРИНАР ЭШКӘРТЕҮҘӘР – МОТЛАҠ



     Сентябрҙә райондың ветеринария хеҙмәте малды йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көҙгө ветеринар эшкәртеүҙәрҙе башланы. Был иһә кампанияны тейешле кимәлдә үткәреү, мал хужаларын яңы талаптар менән таныштырыу, яҙғы ветэшкәртеүҙәге етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Мал эйәләре ветбелгестәрҙең талаптарына яуаплы ҡарарға тейеш.     

Һайлауға әҙерлек бара

     
    14 октябрь көнө республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла муниципаль район Советы депутаттары һайланасаҡ. Демократия үҫә башлау менән бергә һайлау ҙа йылдан-йыл ҡатмарлыраҡ, яуаплыраҡ була бара, шуға бәйле уның 
закон талаптарына ярашлы теүәл үткәрелеүе мотлаҡ.
 

ЕР БҮЛЕМЕ СИКТӘРЕ НИСЕК БИЛДӘЛӘНӘ?

     “Шәхси ер бүлемен кадастр иҫәбенә ҡуйырға теләгәйнек. Уның сиктәрен билдәләү тәртибен аңлатһағыҙ ине. Документтар әҙерләүҙе нимәнән башларға кәрәк?”
     Р. Ахунов.
    
     Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Р.Ф. Фәхретдинова яуап бирә:
 

Буласаҡ пенсионерҙар иғтибарына

 2013 йылда хаҡлы ялға сығыусыларҙың түбәндәге график буйынса урындағы Пенсия фонды идаралығының 103-сө кабинетына килеүҙәре һорала:

     17-25 сентябрҙә – 1-31 июлдә тыуғандар;
     26 сентябрҙән 5 октябргә тиклем – 1-31 августа тыуғандар;
     8-19 октябрҙә – 1-30 сентябрҙә тыуғандар;
     22-31 октябрҙә – 1-31 октябрҙә тыуғандар;
     1-9 ноябрҙә – 1-30 ноябрҙә тыуғандар;
     12-23 ноябрҙә – 1-31 декабрҙә тыуғандар.

«СӘЛӘМ, СТУДЕНТ!» фестивале Баймаҡта

    
     Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары булған йәш йырсылар иртәгә беҙҙе тағы ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле концерт менән ҡыуандырырға уйлай. Ошо хаҡта белеү өсөн билдәле йырсы Илгиз Абдрахмановҡа мөрәжәғәт иттек.    

Алтын ҡуллы кеше ине


     Кеше ғүмере бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы, йондоҙ атылып ҡунған ғына ара, тиҙәр. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын һәр кем үҙенсә үтә, йәшәй...    
     Һәр ауылдың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары бар. Мерәҫ ауылында үҙенән һуң йылы хәтирәләр ҡалдырған, эш тип янған ир уҙаманы Зәкир Вәлиулла улы Рәхмәтуллин тураһында булыр һүҙем.
 

АЯУҺЫҘ ЙЫЛДАР ЙӨРӘКТЕ ӨТӘ...

    Билдәле булыуынса, колхоздар 1932-1933 йылдарҙа ойошторола. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, уларҙың күбеһен совхозға әйләндерәләр.

БОРОДИНО ҺУҒЫШЫ. 200 ЙЫЛДАН ҺУҢ...

 
    1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышы тарих биттәрендә айырым урын алып тора. Мәскәү йылғаһы буйында барған был һуғышта Рәсәй ҙә, Франция ла ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ләкин Бородино һуғышы – Наполеондың һүҙҙәре менән әйткәндә, «француздар был һуғышты еңеп сығыу, ә рустар еңелеү белмәҫ армия булараҡ дан ҡаҙаныу хоҡуғына эйә булған алыш».
  1-2 сентябрҙә Бородино яланында 200 йыл элек булған ҡанлы алышты сәхнәләштергән тамаша үтте. Хәбәр итеүебеҙсә, унда Башҡортостандан да делегация ҡатнашты. Улар араһында Баймаҡтан ике вәкил: Өмөтбай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Рамаҙан улы Мәжитов һәм Ҡаратал ауылы эшҡыуары Айбулат Рәжәп улы Байғотлин да барҙы. Беҙ улар менән осрашып, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораныҡ.