17 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эстафета дауам итә

1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыу һәм Рәсәй тарихы йылы айҡанлы ойошторолған “Атайсал тип янған йөрәктәр” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары ағзалары ҡатнашлығында “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы дауам итә. 17 сентябрҙә сәғәт 12-лә Ниғәмәт ауылының мәҙәниәт йортонда Темәс ауылы зыялылары ниғәмәттәргә  эстафета тапшырасаҡ. Программала тарихи ваҡиғаларға арналған сығыштар һәм концерт программаһы ҡаралған.

«Барыҫ»ҡа рәхим итегеҙ!

Республика, Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәлендә еңеү яулаған «Барыҫ» көнсығыш көрәш алымдары клубы үҙ эшен дауам итә. Клубта шөғөлләнгән балалар йәйгеһен дә спорт лагерына барып, һаулығын нығытты. Ошо көндәрҙә улар 4-се мәктәптә шөғөлләнә башланы. «Барыҫ» яңы уҡыу йылында ла уҡыусылар ҡабул итә.
Белешмәләр өсөн телефон – 89608070948.

Тәүге бурыс – кешеләр именлеге


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә муниципаль район хакимиәтендә РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе дәүләт учреждениеһы идарасыһы М.М. Латыпов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Ҡуянтауҙар һынау тотто


Кисә Ҡуянтау мәктәбендә Граждандар обороныһы айлығы сиктәрендә уҡыу күнекмәһе үтте. Иртәнге сәғәт 11-ҙә “Янғын!” сигналы бирелеү менән уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре тышҡа ашыҡты. Бының өсөн уларға 1 минут 10 секунд талап ителде. Уҡытыусыларҙың отчеты буйынса 94 уҡыусының барыһы ла теүәл килеш урамға теҙелгән.
Сигнал алыу менән ярҙамға килеп еткән Баймаҡ ҡалаһындағы 114-се янғын һүндереү часы, Сибай ҡалаһындағы эҙләү-ҡотҡарыу төбәк отряды, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын теүәл һәм юғары профессиональ кимәлдә үтәне. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ ут һүндерә башлаһа, ҡотҡарыусылар иһә мәктәптең 2-се ҡатында “ут” ҡамауында ҡалған уҡыусы-муляжды ҡотҡарырға ашыҡты. Шулай итеп, берҙәм көс менән мәктәптең информатика кабинетында сыҡҡан “янғын” һүндерелде.
 

Пенсия реформалары – берҙәм эшләү һөҙөмтәһе


Уҙған шаршамбыла Волга буйы федераль округындағы Рәсәй Пенсия фонды идаралығы начальнигы В.П. Бабакаев һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе идарасыһы Ф.Ғ. Хантимеров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды. Уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.
 

Ер эшкәртеү айлығы иғлан ителде


Ошо кесаҙна муниципаль район хакимиәтендә ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә урып-йыйыу эштәре, малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, МТС-ҡа булған бурыстарҙы ҡаплау, ужым арышы сәсеү, ер эшкәртеү, көҙгө йәрминкәләр ойоштороу мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Уны район башлығы урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров алып барҙы.

Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалманы


Ошо аҙнала уҙған Баймаҡ ҡала биләмәһе ҡала Советының дүртенсе ултырышының көн тәртибенә 12 мәсьәлә сығарылды. Төп һорауҙар ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеккә һәм ҡаланың сауҙа предприятиеларының бөгөнгө торошона ҡағылышлы булды.

Викторинала ҡатнашығыҙ!


“Һаҡмар” гәзите редакцияһы муниципаль район хакимиәте менән берлектә 14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауҙарға арнап гәзит уҡыусылар араһында викторина иғлан итә.

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?


“Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән 2012 йылдың 21 сентябрендә сәғәт 9-ҙан киске алтыға тиклем Бөтә Рәсәй халыҡҡа бушлай хоҡуҡи ярҙам көнө уҙғарыла. Уның сиктәрендә күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандарға Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы (Росреестр) хеҙмәткәрҙәре консультация бирәсәк.

16 сентябрь – Урман эшсәндәре көнө

«Йәшел ҡалҡан»һаҡсылары

«Баймаҡ урмансылығы» ДУ-һы урмансылары.

16 сентябрҙә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо  уңайҙан файҙаланып, “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Дамир Далха улы Абдуллин һәм “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Илфат Салауат улы Мырҙабулатовтан предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙарын һораныҡ.

Әсәйем алтын ҡаҙығым, апайҙарым таймаҫ терәгем булды

Мөхәмәтшиндар ғаиләһе.
1950 йылғы фото.

Ғүмерҙең һәр йылы үҙенә күрә үҙенсәлекле. Әммә 1941 йыл, уның 22 июне һымаҡ тарихҡа инеп ҡалырлыҡ, йән әрнеткес фажиғәле, ҡайғы-хәсрәтле көн кемдәрҙең генә иҫенә инеп сыҡмай икән? Был осорҙо үҙ иңдәрендә күтәргән һуғыш ветерандары, тыл һалдаттарының ҡаһарманлығын һис бер үлсәмдәргә лә һыйҙырып булмаҫ ине.

Яңылыҡтар

     “Хәүефһеҙ объект”

     Баймаҡ эске эштәр бүлеге 10 сентябрҙән 17 сентябргә тиклем “Хәүефһеҙ объект”  операцияһын үткәрә. Уның маҡсаты—граждандарҙың шәхси милкен һаҡлау, уны һаҡ аҫтына алыуҙы ойоштороу. Белешмәләр өсөн телефон – 3-19-12, 2-16-54, 3-10-50.
     Өмә үтәсәк
     15 сентябрҙә 10.00 сәғәттә христиан зыяратында өмә үткәрелә. Һорауҙар менән 8 960 783 7737 телефонына мөрәжәғәт итергә.  

     Айлыҡ бара

     “Шәфҡәтлелек айлығы” сиктәрендә район-ҡалала ололарға ярҙам итеү ойошторола. Район ветерандар советы иһә өлкәндәрҙе юбилейҙары менән тәбрик итә, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында белешеп, тейешле сара күрә. Ойошма рәйесе Т.Ш. Бикҡолов әйтеүенсә, ошо көндәрҙә улар Ниғәмәттә йәшәгән абруйлы ағинәй Х.М. Һөйөндөкованы 95 йәше менән ҡотлаясаҡ. 

     Гөрләп йәшәйҙәр

     Темәс мәктәбе уҡыусылары ололарға ярҙам итеү эштәрен әүҙем башҡара. Улар өлкәндәргә йорт-ҡураһын йыйыштырырға, утын өйөргә һ.б. эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ мәктәптә “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара ла иғлан ителгән. Уның барышында уҡыусылар юл ҡағиҙәләре менән таныша. Уҡытыусылар балаларҙан ошо темаға арналған  кроссвордтар, һүрәттәр, плакаттарҙы ҡабул итә. Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡыҙыл, һары, йәшел” тип аталған саралар планы ла ҡаралған. Улар кескәйҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә арналған.

     Башҡорт китабы аҙналығы

     Район китапханаһында 17 сентябрҙән 23 сентябргә тиклем башҡорт китаптары аҙналығы үтәсәк. Сара барышында билдәле яҙыусылар Әхмәр Үтәбай менән Рәмил Йәнбәктең килеүе көтөлә. Р. Йәнбәктең ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр ярышы үтәсәк. Шулай уҡ аҙналыҡ барышында Салауат Мөхәмәтшиндың “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабының презентацияһы уҙғарыласаҡ. Бынан тыш “Йәнгүҙәй”, “Игебай мәктәбе”ндә шөғөлләнеүселәр менән осрашыуҙар көтөлә.

ЯҢЫ ЙОРТТАР ШАТЛЫҠҠА СОРНАЛҺЫН !

Сөмбөл Әминева өсөн тантаналы мәл.
   
     Билдәле булыуынса, республикала “Ауылдарҙы социаль үҫтереү” Федераль программаһы уңышлы эшләй. Беҙҙең район да 2005 йылдан был программала ҡатнашып килә. Уға ярашлы, 127 ғаилә үҙенең йәшәү шарттарын яҡшыртты.

Автобус маршруты үҙгәрә


   “Малыш” микрорайонында төҙөлгән яңы балалар баҡсаһына Белов – Азанов урамдары буйлап һыу үткәргестәр һалыу сәбәпле, 13 сентябрҙән ер ҡаҙыу эштәре тамамланғансы, 5-се маршрут автобусы Хоҙайбирҙин урамынан (һыу алыу ҡоролмаларына килеп сыҡҡан ергә тиклем) һәм артабан Шайморатов урамы буйынса йөрөйәсәк. Хәрәкәт итеү графигы элеккесә ҡала.
 
     Маршруттың киренән үҙгәреше хаҡында халыҡҡа алдан хәбәр ителәсәк.

Мерәҫтәр – беренсе!

    
     Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы Хафизова Мерәҫ ауыл биләмәһен 14 майҙан етәкләй. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул зыяратты кәртәләү, ваҡ мал кардаһын ремонтлау, паркты рәшәткә менән уратып алып, уны буяу эштәрен ойоштора. Ауыл тағы ла йәмләнә һәм матурая бара. Шулай уҡ Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы өмәләр үткәреп, ауылды төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. “Әлбиттә, башҡараһы эштәр бик күп әле. Шулай ҙа ауылыбыҙ матур, таҙа булһын өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ”, – ти Т.М. Хафизова.

Ауыл биләмәһе башлыҡтары осрашты

    
     Ауыл тормошо... Тырышып-тырмашып донъя көткән, мал үрсеткән, балалар тәрбиәләгән, уңғандар һәм эшһөйәрҙәр иле.

Балалар өсөн ЫШАНЫС ТЕЛЕФОНЫ

    
     Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан 2010 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән берлектә балалар өсөн ил буйынса берҙәм ышаныс телефоны булдырылды. Уның һандары – 8-800-2000-122.
     Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә ошо ышаныс телефонына шылтыратҡан балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре экстрен рәүештә психологик ярҙам ала ала. Шылтыратыуҙарға ошо өлкәлә эшләгән төбәк белгестәре яуап бирә.
     Ышаныс телефонына шылтыратыу түләүһеҙ һәм конфиденциаль. Был хеҙмәттең маҡсаты – ғаилә именлеген һаҡлау, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең стресс һәм суицид торошон профилактикалау, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау.
     Башҡортостан Республикаһында берҙәм ышаныс телефонына ике учреждение тоташтырылған: балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты һәм Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам итеү республика үҙәге.
     Был ышаныс телефоны балалар һәм үҫмерҙәргә ҡарата ҡаты мөғәмәлә итеүгә юл ҡуймау системаһының төп звеноһы булып тора,  сөнки балаларға ҡатмарлы ситуацияларҙа үҙеңде нисек тоторға, ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеге экстрен рәүештә аңлатыла.
     Ауыр хәлдә ҡалған, тиҫтерҙәре, яҡындары һ.б. тарафынан ҡыйырһытылған балалар берҙәм бушлай ышаныс телефонына – 8-800-2000-122 һандарына шылтырата ала.

Һыуға түләү квитанцияһында үҙгәрештәр

    
     2012 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Хөкү-мәтенең 2011 йылдың 6 майында донъя күргән “Торлаҡ милекселәренә коммуналь хеҙмәт күрһәтеү ҡағи-ҙәләре тураһында”ғы 354-се ҡарары үҙ көсөнә инде.