23 сент. 2012 г.

Ҡыҫҡаса

Шәфҡәтлелек акцияһы

Буранбай ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Кафыя Зөбәйер ҡыҙы Буранбаева ла үҙенең һөйөнөслө хәбәре менән уртаҡлашты. Ошо көндәрҙә тракторсы Хәйҙәр Раев, Рәйес Байрамғолов, Рамаҙан Үтәбаев, Сәлимгәрәй Усманов һәм 8-9-сы синыф уҡыусылары килеп, хеҙмәт ветеранының урамында ултырған иҫке өйҙөң нигеҙен һүтеп, йорт-ҡураһын тәртипкә килтергән.

Симфоник оркестр килә

27 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры киләсәк. Дирижер Рөстәм Сөләймәнов етәкселегендәге артистар “Доктор Айболит”, “Сказка о царе Салтане” һәм “Кино и музыка” әҫәрҙәре буйынса сығыш яһаясаҡ. Тамашалар 45 минут дауам итә.

Ғәҙелбайҙа экологик өмә

Ғәҙелбай ауылында сентябрҙең һәр шаршамбыһында экологик өмә үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, уҡыусы балалар ауылдың тирә-яғын таҙартыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Йыһанур ҡыҙы Азаматова һәм ауыл Советы депутаты Рәүеф Хәмитйән улы Ҡасҡынов ярҙамы менән зыяратты кәртәләү өсөн штакетниктар бүлеп бирелгән.
М. Ғәлина, клуб мөдире.

Мәктәп тормошо

Иҫке Сибай урта мәктәбендә лә тормош гөрләй. Бында яңыраҡ турслет булып үткән. Уҡыусылар үҙ-ара төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡан: малайҙар футболда көс һынашһа, ҡыҙҙар волейбол уйнаған. Бындай саранан һуң балалар ял итеп, яңы көнгә көс-дәрт алып таралышҡан. Шулай уҡ бында көҙгө йәрминкә булып үткән. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емештәрен, үҙҙәренең ҡул эштәрен һатыуға сығарған.

Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалманы


Өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлау көнө яҡынлашҡан һайын уға әҙерлек эштәре лә ҡыҙа бара. Мөһим сара алдынан бурыстарҙы билдәләү, башҡарылған эштәрҙе барлау, алдағы көндәргә эш планын аныҡлау маҡсатында 20 сентябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә һайлауҙы ойоштороусылар һәм район активы ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов алып барҙы.

Вакансиялар йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!


2012 йылдың 26 сентябрендә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 40 адресы буйынса Баймаҡ районының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге “Йәштәргә – эш!” ХХХIII республика йәштәр акцияһы сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе ойоштора.
 
Йәрминкәлә ваҡытлыса һәм даими эш урындары тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ психологик тест үтеү мөмкинлеге буласаҡ, “Резюмены дөрөҫ төҙөү”, “Эш эҙләү серҙәре”, “Әңгәмәләшеүгә барыусыға кәңәштәр” һ.б. темаларға белгестәр консультация бирәсәк.
Был сарала “Водоканал” ЯСЙ-һы, “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте, “Хисмәтуллин КФХ-һы” шәхси предприятиеһының “Башҡорт деликатестары”, “Яҡтылыҡ” кадрҙар агентлығы һ.б. ҡатнаша.
 
Һеҙ түбәндәге һөнәрҙәр буйынса үҙегеҙгә оҡшаған эш таба алаһығыҙ:
  • авария-тергеҙеү эштәре слесары;
  • автомобиль водителе;
  • монтажсы;
  • иретеп йәбештереүсе;
  • икмәк бешереүсе;
  • һатыусы;
  • йөк тейәүсе;
  • билмән яһаусы һ.б.
Эш биреүселәрҙе һәм эш эҙләүсе граждандарҙы йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ойошмалар вәкилдәренең сарала ҡатнашыуҙары тураһында алдан хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-14-44, 2-22-50.

Дәррәү булды өмәләр


Көҙ миҙгеле килеп еткәс, ғәҙәттәгесә, бар халыҡ ҡышҡа әҙерлек алып бара. Кесе йомала районда һәр ерҙә экологик өмәләр уҙыуы ла быны дәлилләй.
Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы район Советы ҡарамағындағы йәштәр палатаһы менән берлектә районда һәм ҡалала ойошторған дөйөм өмәләрҙә уҡыусылар, студенттар, эшсе йәштәр ҡатнашты.
 

Юғары белемде – Баймаҡта


Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә Магнитогорск дәүләт университеты етәкселеге абитуриенттар менән осрашты. Гәзиттә хәбәр ителеүенсә, тап ошо уҡыу йортонда хәҙер Баймаҡтан сыҡмайынса ла белем алырға мөмкин. Рәсәйҙең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарынан һаналған Магнитогорск дәүләт университетында уҡырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара, бында вуздың дистанцион белем биреү технологияларын уңышлы ҡулланылыуы ла ҙур роль уйнай.
 
Был университетта беҙҙең ҡаланан һәм райондан 56 кеше уҡырға теләк белдергән. Буласаҡ студенттарҙың күбеһе логопедия, документ һәм архив эштәре алып барыу, туризм һ.б. һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биргән. Уҡыу Баймаҡта ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, документтар ҡабул итеү дауам итә, ул 1 ноябргә тиклем барасаҡ. Белешмәләрҙе 3-14-14, 3-10-33 телефондары буйынса алырға мөмкин.

Викторина дауам итә


“Һаҡмар” гәзите редакцияһы территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә 14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауҙарға арнап гәзит уҡыусылар араһында викторина иғлан иткәйне.
Викторина шарттары буйынса дөрөҫ яуап биреүсе тәүге өс кеше еңеүсе тип һанала. Тәүге турҙа бөтә һорауҙарға ла бер генә кеше дөрөҫ яуап бирҙе. Шулай итеп, еңеүсе – Түбәнге Иҙристән Әлфирә Тажетдинова. Әйткәндәй, еңеүселәр викторина тамамланғас, редакцияға саҡырып бүләкләнәсәк.

Викторина яуаптары:

1. Баймаҡ районы муниципаль район Советына нисә депутат һайланасаҡ?
б) 19;
2. Һайлау көнөндә һайлау участкаһына килгән граждан ниндәй хоҡуҡ менән файҙалана?
в) актив һайлау хоҡуғы.
3. Баймаҡ районы муниципаль район Советы депутаты итеп нисә йәше тулған гражданин һайлана ала?
а) 18 йәше;
4. 14 октябрҙә үтәсәк һайлауҙа район буйынса бөтәһе нисә һайлау участкаһы эшләйәсәк?
б) 80;
5.  Һайлау бюллетенендә күрһәтелгән кандидаттың береһенә тауыш биргәндә уның фамилияһы тәңгәлендәге шаҡмаҡҡа ниндәй билдә ҡуйырға кәрәк?
в) теләһә ниндәй билдә.
6. Участка һайлау комиссияһы һайлау участкаһында тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ниндәй документ тултыра?
в) протокол.

Икенсе турға викторина һорауҙары:
1. Һайлау бюллетенендә теркәлгән кандидаттарҙың фамилиялары нисек күрһәтелә?
а) алфавит тәртибендә;
б) ирекле;
в) кандидаттарҙы күрһәтеү датаһы һәм ваҡыты буйынса;
г) кандидаттарҙы теркәү датаһы һәм ваҡыты буйынса.
2. Закон буйынса һайлау комиссияларының хәл иткес тауышҡа эйә булған ағзаларын күрһәтә ала:
а) уҡыусылар йыйылышы;
б) коллектив йыйылыш;
в) һайлаусылар йыйылышы;
г) бер тирәлә йәшәүселәр йыйылышы.
3. Халыҡтың власын күрһәтеүсе иң юғары ысул:
а) референдум һәм ирекле һайлауҙар;
б) митингылар һәм йыйылыштар;
в) референдум, ирекле һайлауҙар, митингылар һәм йыйылыштар;
г) тауыш биреү
4. Һәр һайлау участкаһы биләмәһендә күпме һайлаусы теркәлергә тейеш?
а) 4000 һайлаусынан күп түгел;
б) 3500 һайлаусынан күп түгел;
в) 3000 һайлаусынан күп түгел;
г) 2000 һайлаусынан күп түгел.
5. Территориаль һайлау комиссияһының вәкәләте нисә йыл?
а) 3 йыл;
б) 4 йыл;
в) 5 йыл;
г) 6 йыл.
6. 14 октябрҙә муниципаль район биләмәһендә һайлау ваҡыты:
а) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем;
б) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем;
в) иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 10-ға тиклем;
г) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 11-гә тиклем.
Яуаптарығыҙҙы 26 сентябргә тиклем гәзитебеҙҙең электрон адресына (sakmar07@rambler.ru) ебәрә йәки 3-13-24 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ.

Ҡабул итеү графигы үҙгәрҙе


Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығының Баймаҡ районы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Сибай ҡалаһы буйынса бүлектәренең һәм күсемһеҙ милеккә, уның менән алыш-бирешкә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе өсөн документтар ҡабул итеү һәм биреү, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың Берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт биреү (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты,9, 203-сө, 302-се, 312-се, 313-сө бүлмәләр) һәм дәүләт кадастр иҫәбе (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 9, 313-сө бүлмә) буйынса Росреестрҙың Федераль кадастр палатаһының Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса территориаль бүлегенең эш графигы үҙгәрҙе.
Дүшәмбе: 09.00 – 18.00
Шишәмбе: 08.00 – 20.00
Шаршамбы: 09.00 – 18.00
Кесаҙна: 09.00 – 20.00
Йома: 09.00 – 16.00
Шәмбе: 09.00 – 13.00
Ял көнө: йәкшәмбе.
Халыҡтың иғтибарын эш режимының үҙгәреүсән икәнлегенә йүнәлтке килә. Һәр кабинеттың конкрет эш ваҡыты ишектәрендә һәм мәғлүмәт стендтарында күрһәтелгән.
Күсемһеҙ милек һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документтар тапшырыу өсөн алдан яҙылырға мөмкин:
1. Росреестр тарафынан күрһәтелгән дәүләт хеҙмәтенең Интернет-порталына алдан яҙылыу сервисын ҡулланыу: https://portal.rosreestr.ru:
Дүшәмбе: яҙыу алып барылмай
Шишәмбе, кесаҙна: 14.00 – 18.00
Шаршамбы: 09.00 – 13.00
Йома: 14.00 – 16.00
Шәмбе: яҙыу алып барылмай
Ял көнө: йәкшәмбе.
2. Шәхси мөрәжәғәт итеү:
Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 9, 302-се бүлмә.
3. Телефон аша: 8 (34751) 2-26-79 түбәндәге график буйынса:
Дүшәмбе: яҙыу алып барылмай
Шишәмбе, кесаҙна: 09.00 – 13.00
Шаршамбы: 14.00 – 17.00
Йома: 09.00 – 13.00
Шәмбе: яҙыу алып барылмай
Ял көнө: йәкшәмбе.
4. Росреестрҙың телефон хеҙмәтләндереүе ведомство үҙәгенең берҙәм номеры буйынса – 8-800-100-34-34 (Рәсәй төбәктәренән шылтыратыу бушлай).

Юлдар төҙөкләндерелә


Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон  билдәләй. Был йәһәттән Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҙур эштәр башҡара. Хеҙмәт коллективы Баймаҡта ғына түгел, күрше райондарҙа ла юлдарҙы төҙөкләндерә.

Заһит Ғүмәров – иң шәп шиғыр һөйләүсе


Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З.Биишева һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәк ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Баймаҡ район китапханаһы уны һәм яҡташыбыҙ, билдәле журналист, яҙыусы, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбайҙы башҡорт китаптары аҙналығына саҡырҙы. Шуныһы әһәмиәтле, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында үткәрелгән осрашыуҙар мәлендә өлкәндәр генә түгел, уҡыусылар ҙа Р.Йәнбәктең ижады менән яҡшы таныш булыуы менән һоҡландырҙы.

Әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды


Дүшәмбелә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында муниципаль район Советына депутатлыҡҡа дәғүә итеүсе теркәлгән кандидаттар ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
 

Яңы нигеҙҙең бәхетен күрегеҙ!


Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, уларҙың тол ҡатындарын, инвалидтарҙы хәстәрләү өсөн илебеҙҙә махсус программалар эшләп килә. Шуларҙың иң һөйөнөслөһө – торлаҡ алыуға сертификат тапшырыу. 17 сентябрҙә районыбыҙҙа йәшәгән 8 кеше шундай ҡыуаныс кисерҙе. Улар араһында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн эшкә ебәрелгәндәр ҙә бар ине. 
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.М. Йәндәүләтов: “Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 15 сентябрендә ҡабул иткән Ҡарарына ярашлы, районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 69 яугир, 354 тол ҡатын, 18 инвалид торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат алды. Киләһе көндәрҙә лә шундай шатлыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Бөгөн бәхетле минуттар кисергән кешеләрҙең барыһына ла яңы йорттарында шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөнөп йәшәргә яҙһын”, – тине. 
 

Ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһы тормошҡа ашырыла


Билдәле булыуынса, былтыр республикала “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһы ҡабул ителгәйне. Яңы проектты тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙең районда ла маҡсатлы эш алып барылды һәм унда 10 фермер ҡатнашырға теләк белдергәйне.

95 йәшең менән, Хәжәр инәй !


Оҙаҡ йылдар ғүмер иткән, тормошон хеҙмәт менән биҙәгән инәй-олатайҙар һәр кемгә үрнәк булырлыҡ. 17 сентябрҙә 95 йәшен билдәләгән Хәжәр Мәһәҙи ҡыҙы Һөйөндөкованы ла ошондай бәхетле кешеләр рәтенә индерергә була. Хәҙерге көндә ул ҡыҙы Нәзифә Һөйөндөкова менән Ниғәмәт ауылында гөрләтеп донъя көтә. Ҡышҡы сатнама һыуыҡтар килеү менән Баймаҡ ҡалаһынан сертификат буйынса алған фатирҙарына күсенәләр. Йәй – ауылда, ҡыш ҡалала матур, татыу йәшәйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр тәрбиәләйҙәр.
 

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмағыҙ


Баймаҡ районы хакимиәте башлығының 2012 йылдың 4 сентябренән 4 октябренә тиклем район биләмәһендә Рәсәй оборонаһының 80 йыллығына арналған граждандар оборонаһы айлығын үткәреү тураһындағы ҡарарына ярашлы, халыҡты һаҡлау эффектлылығын күтәреү һәм район биләмәһен тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау йәһәтенән комплекслы саралар үтәсәк:

Һалым түләр мәл етте


Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы физик берәмектәргә 2011 йылға 2012 йылдың 1 ноябренән дә ҡалмай милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү ваҡыты етеүе һәм милек һалымы түләүгә һалым уведомлениеһы ебәреү башланыуы тураһында хәбәр итә. Атап үткән һалымды ваҡытында түләмәүселәргә түләү талабы ҡағыҙы (түләргә тейешле суммаға пеня ҡушыла) ебәрелә.

Егәрленең эше уң


Август айында ҡалабыҙ уртаһында, йәғни һалым инспекцияһы урынлашҡан бина янында, 1-се ветеринар аптека асылғайны. Күп ҡатлы йорттоң тәүге ҡатында урынлашҡан аптека эргә-тирәһенең төҙөк булыуы һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бөтә талаптарға ярашлы махсус пандус ҡуйылыуы менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә.

Яңы еңеүҙәр юлдаш булһын!


Спорт... Уның тән өсөн файҙалы, һаулыҡты нығытыуын һәр кем белә. Шулай уҡ донъя кимәлендәге ярыштарҙы, олимпиадаларҙы ҡарап, һәр кем: “Быларҙы кем өйрәткән!” – тип һоҡланғаны йәки, киреһенсә, бик тә көйәләнгәне булғандыр. Яҡшы спортсыны тәрбиәләү бала саҡтан башлана. Бының өсөн ҙур ҡалала йәшәү ҙә мөһим түгел. Баланың теләге һәм, әлбиттә, яҡшы тренер кәрәк.

Халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлап


Районыбыҙҙа Рәсәй тарихы йылына арналған матур, күркәм саралар күп үтә. Шуларҙың иң үҙенсәлеклеһе “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета. Уны район китапханаһы “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубы менән берлектә ойошторҙо. Ауылының тарихына битараф булмаған инәй-олатайҙар заманында ишеткән, яҙып алған мәғлүмәтте махсус альбомға теркәй, артабан уларҙы эстафета ваҡытында икенсе ауылға тапшыра. Сараның төп маҡсаты –1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың исемдәрен билдәләү, быуындарға ҡайтарыу. Шуныһы әһәмиәтле, эстафета ваҡытында ҡаһарман яугирҙарҙың яңы исемдәре билдәләнде. Ә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан баймаҡтар бихисап булған. Шуға күрә ауылдан-ауылға эстафета тапшырған олатай-инәйҙәр тағы бик күп мәғлүмәт туплаясағына шик юҡ.

Ике йөҙ йыл элек булған ваҡиғалар, унда ҡатнашҡан батыр башҡорттарҙың тормошо һәр кемде ҡыҙыҡһындыра. Ошондай эшкә беҙҙең йәштәрҙең, мәктәп уҡыусыларының да йәлеп ителеүе ҡыуаныслы.

Яңы китап тураһында


Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың “Илһөйәр, ғәййәр олатайҙарыбыҙ” исемле китабы донья күрҙе. Был үҙенсәлекле китап киң ҡатлам китап уҡыусыларына, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән.

Мөләйем дә, алсаҡ та...


”Яҡшы уҡытыусы өсөн уҡыусы – ул шәхес. Уны үҙеңдең балаң кеүек ҡабул итеп, күңелен яулау һәм һәләттәрен асыу – уҡытыусы алдына ҡуйылған  төп бурыстарҙың береһе. Ә бына уҡыусыны алған билдәләренә генә ҡарап баһалау мөмкин булмаған эш,” – ти, үҙ тормош принциптары тураһында бүлешеп, Баймаҡ лицей-интернатында 34 йыл химия фәнен уҡытҡан Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина.

Ҡыҫҡаса

«Һаҡмар» менән бергә ҡалығыҙ !

2013 йылдың 1-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды. Хөрмәтле дуҫтар, район-ҡала тормошо, яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барырға, йөкмәткеле репортаждар, матур саралар, фәһемле мәҡәләләр уҡырға теләһәгеҙ, почта бүлексәһендә йәки почтальондар аша «Һаҡмар» гәзитенә оҙаҡҡа һуҙмай ғына яҙылып ҡуйығыҙ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары киләһе йылда ла унан айырылмаҫ, тип ышанабыҙ.
Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 352 һум 74 тин. Индексы – 50772.

Яңы китаптың исем туйы

20 сентябрҙә үҙәк район китапханаһында китап аҙналығы сиктәрендә Ҡолсора ауылынан билдәле йәмәғәтсе, матбуғаттың яҡын дуҫы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабының исем туйы үткәрелә. Сараға урындарҙағы “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” клубы рәйестәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм китап һөйөүселәр саҡырыла. Сәғәт 11-ҙә башлана.

Экологик өмә

20 сентябрҙә сәғәт 9-ҙан Талҡаҫ һәм Граф күлдәре буйында экологик өмә үткәрелә. Унда студенттар һәм эшсе-йәштәр ҡатнашасаҡ.

“Автомобилһеҙ бер көн”

22 сентябрҙә муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор тарафынан ”Автомобилһеҙ бер көн” акцияһы ойоштороласаҡ. Иртәнге сәғәт 12-лә ҡаланың 3-сө мәктәбе эргәһендә велосипедистарға старт биреләсәк.

Ауылдың сайты булдырылды

Хәтирәләрҙе йыйыу, һаҡлау һәм уны киләһе быуындарға тапшырыу маҡсатында, заманса ҡалыпҡа яраҡлаштырып, Интернет биттәрендә ауылыбыҙ Үрге Яйыҡбайҙың үҙ сайтын булдырҙыҡ. Сайтҡа ауылдың, урындағы хужалыҡтың тарихтары, топонимик мәғлүмәттәр, фотолар һ.б. индерелде. Материалдар крайҙы өйрәнеүселәрҙән, күренекле шәхестәрҙең яҙмаларынан алынды. Сайт әле тулыланыу, яңырыу кисерә. Уның адресы:  http://verkhneyaikbaevo.jimdo.com.
Беҙҙең сайтҡа рәхим итегеҙ!
И. Сафиуллин, Үрге Яйыҡбай ауылы.

“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр”

Яңыраҡ ошо исем аҫтында Байышта үҙенсәлекле сара үткәрелде. Унда бар ауыл халҡы ҡатнашты. “Иң күп сәскә үҫтереүсе” номинацияһында Гран-приға Зәкиә Әширбаева лайыҡ булды. Уңған хужабикәнең “ботаник баҡса”һында 50 төр сәскә үҫеүен жюри юғары баһаланы.
Шулай уҡ байрамда иң ҡыҙыҡлы һәм иң ҙур йәшелсә конкурсы ла уҙғарылды. Тамашасыларға йәш ҡыҙҙар араһында үткәрелгән прическалар ярышы ла оҡшаны. Сәскә байрамы матур концерт менән тамамланды.
Н. Сөләймәнова, китапханасы.

“Малды һаҡлап ҡаласаҡбыҙ”

Хужалыҡтың алдынғы һауынсыһы
Гөлдәр Килдейәрова.

Район хужалыҡтарында иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе – мал ҡышлатыу кампанияһына әҙерлек эштәре дауам итә. Йыл ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, аграрийҙар мөмкин тиклем күберәк мал аҙығы туплап ҡалырға тырыша, ҡайһы бер предприятиеларҙа әле булһа уны һалыу дауам итә. “Таналыҡ” АХК-һында ла тармаҡты ҡышҡа хәстәрләү эштәре менән мәшғүлдәр.

Төҙөкләндереү дауам итә


Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы ҡарары менән 25 сентябрҙән 10 октябргә тиклем ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү көндәре иғлан ителә. Шуға бәйле ҡалалағы учреждение, ойошма, предприятие биләмәләрен тәртипкә килтереү буйынса өмәләр ойоштороласаҡ. Был мөһим сараға күп ҡатлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ҡушыласаҡ.
 

Ҡотлайбыҙ!


Башҡортостан Республикаһының Йәш журналистар клубы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Һаҡмар” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге хәбәрсеһе Айбулат Салауат улы Ишназаров Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзының Маҡтау грамотаһына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Коллегабыҙҙы был еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

“Һаҡмар” гәзите коллективы.

“Маҡсатыбыҙ – патриотик тәрбиә биреү...”


Илдә тыныслыҡ булған саҡта уйламаған, күҙ алдына ла килтерә алмаған һуғышҡа барып инеү 18 йәшлек егеттәр өсөн яҙмыштың рәхимһеҙ һынауы булғандыр. Тән яралары алып, күңеле мәңгегә ҡаҡшап ҡайтҡан һалдаттар тураһында уйлаһаң – күңел әрней. Ә тормошо әле башланған мәлдә генә һәләк булыусылар уңалмаҫ йөрәк яраһы булып ҡалды. Шуға күрә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың йыйылышы ла тыныс ваҡытта һәләк булған иптәштәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
4-се мәктәптә үткән сараға Афғанстан, Төньяҡ Кавказ һ.б. локаль һуғышта ҡатнашҡан ир-егеттәр йыйылды. Уларҙы мәктәп уҡыусылары тәбрикләп, йыр-моң, күңелле бейеү бүләк итте.

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы: кисә һәм бөгөн

Уҡыу йорто үҙенең 50 йыллығын билдәләйәсәк

Техникумдың педколлективы.

...1987 йыл. Беҙ, мәктәпте тамамлаған бер төркөм йәштәр, 1 сентябргә Яковлевка ауылындағы данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумына Белем көнөнә йыйылғанбыҙ. Арабыҙҙа кемдер агроном, икенселәр – зоотехник, өсөнсөләре ветврач йәки механик булырға теләй, ғөмүмән, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә йыйына. Студенттар араһында әрме һурпаһын татығандар ҙа күп. Уҡырға Баймаҡ районынан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө төбәгенән, хатта күрше өлкәләрҙән килгәндәр. Техникум майҙансығы гөрләп тора.