27 сент. 2012 г.

Ҡыҫҡаса

Баймаҡтар – беренсе!

21 сентябрҙә Шишмә районында Урман хужалығы ойошторолоуҙың 310 йыллығына арналған урман эшсәндәренең сираттағы ярышы үтте. Унда төбәк-ара конкурста еңеү яулаған 9 команда көс һынашты. Баймаҡ намыҫын “Баймаҡ урманы” ДУП-ынан Абрик Абдуллин менән Иштимер Зәйнәшев яҡланы. Конкурста ҡатнашыусылар теоретик һорауҙарға яуап биргәндән һуң, практик яҡтан һынау тотто. Һөҙөмтәлә, баймаҡтар беренсе урынды яуланы. Конкурстың шарттары буйынса, киләһе ярышты беренсе урын алған команда уҙғара. Шулай итеп, сират – баймаҡтарға.

Конкурс дауам итә

Йәштәр бүлеге тарафынан заманса башҡорт кейемдәре, милли кейем тегеүселәр араһында иғлан ителгән конкурс 1 октябргә тиклем дауам итәсәк. Конкурстың баһалама ағзалары үҙенсәлекле, зауыҡлы, сағыу эштәргә иғтибар бирәсәк.

Тимурсылар ярҙамға сыға

Уҙған аҙнала Сыңғыҙ мәктәбенең Х.Әхмәтов исемендәге пионер ойошмаһы эргәһендә эшләп килгән “Тимур командаһы” Шәфҡәтлелек айлығы сиктәрендә ауылдың оло йәштәге инәйҙәренә ярҙам күрһәтте. Улар картуф алышты, утындарын өйҙө, ихаталарын сүп-сарҙан таҙартты. Әйткәндәй, бындай сара айлыҡ барышында ғына түгел, йыл әйләнәһенә ойошторола.

Һунар асыла

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 24 сентябрҙән һыу, ялан ҡоштарына көҙгө-ҡышҡы миҙгел һунары асылды.
Л. Такаева.

Темәстә – йәрминкә

29 сентябрҙә “Темәс баҙары” МУП-ы биләмәһендә көҙгө йәрминкә үткәрелә. Сараға райондың ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм шәхси хужалыҡ алып барыусыларҙы саҡырабыҙ. Сауҙа урындары бушлай. Рәхим итегеҙ!

Көҙгө байлыҡ мул булды

Баймаҡта көҙгө йәрминкәләр башланды


Йыл да, ялан-ҡырҙарҙа баҫыу эштәре тамамланғас, ҡалала көҙгө йәрминкәләр башлана. Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, быйыл район аграрийҙары мөмкин булғанса уңыш үҫтереп алды һәм үткән шәмбе баймаҡтарға үҙенең продукцияһын тәҡдим итте.
Әйтергә кәрәк, быйылғы йәрминкә лә ойошҡанлы үтте, ул үҙе бер ҙур байрамға әүерелде. Сараға килеүселәр үҙҙәренә кәрәкле тауар алып ҡына ҡалманы, ә күңелле ял итте, ҡаланың сауҙа предприятиелары етештергән тәмлекәстәрҙе лә ауыҙ итте.

Район Советы ултырышы була


2012 йылдың 28 сентябрендә сәғәт 10-да халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы була.

Көн тәртибендә:
  1. Баймаҡ районы муниципаль районы биләмәһендә халыҡҡа сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү торошо һәм уны яҡшыртыу буйынса саралар тураһында.
  2. Баймаҡ районы муниципаль районы муниципаль милек Реестры иҫәбе һәм уны алып барыу тәртибе тураһында.
  3. 2011-2012 йылдарҙа эпидемик миҙгелдә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияларҙы профилактикалау буйынса саралар үткәреү тураһында.
  4. 2012 йылға Баймаҡ районы муниципаль районы бюджетына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында һ.б.
Ултырышҡа Совет депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, хужалыҡ, ойошма, учреждение, предприятие етәкселәре, сауҙа һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар, мәктәп директорҙары, фельдшер-акушер пункттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.

“Аҡъял”да – ат сабыштары


29 сентябрҙә Ҡуянтау ауылы эргәһендәге “Аҡъял” ипподромында төбәк-ара ат спорты ярыштары үтәсәк. Унда Өфө ҡалаһынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Учалы райондарынан, Силәбе өлкәһенең төрлө төбәктәренән арғымаҡтар һәм юртаҡтар көс һынашасаҡ.
 
Ярыштар бер нисә заезда үткәрелә, башҡорт тоҡомло аттарҙың сабышына айырым иғтибар йүнәлтеләсәк. Ипподром биләмәһендә йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары эшләйәсәк, концерт номерҙары күрһәтеләсәк.
 
Тамаша сәғәт 11-ҙә башлана. Бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Байрамға рәхим итегеҙ!
 
Ойоштороу комитеты.