29 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

Баймаҡ аттары – иң етеҙҙәре!

Күптән түгел Силәбе өлкәһендә “Регион” заправкалау станцияһының 10 йыллыҡ юбилейына арналған ат спорты ярыштарында Баймаҡ районы арғымаҡтары уңышлы сығыш яһаны. “Баймаҡ” ҒПБ-һының Камгия һәм Норильск ҡушаматлы юртаҡтары үҙ төркөмдәрендә иң етеҙҙәре булып сыҡты. Урғаҙанан Илгиз Юнысбаевтың Фора ҡушаматлы бейәһе лә юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ә Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы ат спорты буйынса көслө хужалыҡ икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы –Кромка ҡушаматлы сабыш аты 2400 метр дистанцияла берәүҙе лә алдына сығарманы. Афарин!

Йәмәғәт советы ултырышы

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегендәге Йәмәғәт советының яңыртылған составының ойоштороу ултырышы үткәрелде. Уның барышында киләсәккә эш пландары билдәләнде. Киләһе ултырыш 13 ноябрҙә үтәсәк.

Китаптың исем туйы

Иртәгә Юлыҡ ауылында билдәле крайҙы өйрәнеүсе, мәғариф ветераны, тарихсы Азамат Тажетдиновтың “Оло юлда Юлыҡ” исемле китабының исем туйы уҙғарыласаҡ. Сарала шулай уҡ “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң ҡатнашыуы ла көтөлә.Сәғәт 2-лә башлана.

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

Башҡортостан иленең рухлы, иманлы ул һәм ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Ил именлеге, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы, сәләмәтлек, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ошо изге байрам көнөндә, 2012 йылдың 27 октябрендә, сәғәт 12-лә һәммәгеҙҙе Миәкә районының Илсеғол ауылы янында Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән изге Нарыҫтауға сәхәбәләр мәсетен төҙөп бөтөү уңайы менән саҡырабыҙ. Тирә-яҡҡа нур балҡытып ултырған биш манаралы аҡ мәсетте күреп шатлыҡ уртаҡлашып, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙҙар уҡып, зыяраттар ҡылып иманыбыҙҙы яңыртырға, илебеҙгә, халҡыбыҙға бәрәкәт булһын тип ниәтләп килегеҙ! Ҡорбан байрамына Нарыҫтауға рәхим итегеҙ!
Ойоштороусылар.

ТАНТАНАЛАР

Ауыл эшсәндәренә дан йырланды

Ленин исемендәге АХК-ның хеҙмәт алдынғылары:
хужалыҡ рәйесе М.Х. Ишкинин (уртала), баш бухгалтер Ә.С. Дәрминева,
профком рәйесе М.Х. Ишкинин, баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов
һәм алдынғы игенсе Закир Балхин.
Кисә Баймаҡта Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Унда урып-йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәренә йомғаҡ яһалды, агросәнәғәт комплексының бөгөнгө эшмәкәрлегенә баһа бирелде, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләнде. Ауыл хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты директоры В.М. Шириев, башлыҡтың ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров ҡотланы һәм төрлө кимәлдәге наградалар тапшырҙы. Аграрийҙарҙы ҡунаҡтар ҙа тәбрикләне.
Баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса Ленин исемендәге АХК, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе һәм “Рассвет” АХК-һы еңеүселәр тип табылды һәм уларға дипломдар, аҡсалата премиялар тапшырылды.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.
 
А. ИШНАЗАРОВ фотоһы

ИҒТИБАР! КОНКУРС!

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм себеш от!


Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, “Һаҡмар” редакцияһы коллективы үҙенең уҡыусыларына быйыл да үҙенсәлекле сюрприз әҙерләне – “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” исемле акция-конкурс ойошторҙо.
Шуныһы һөйөнөслө, был акцияны арҙаҡлы етәкселәребеҙ, уңған эшҡыуарҙар, ысын башҡорт рухлы зыялыларыбыҙ дәррәү күтәреп алды. Акцияға иң беренсе булып арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙ етәкселәр: Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова менән Түбә ауыл биләмәһе башлығы М.Ф. Хәсәнова ҡушылып, приздар фондына иҫ китмәле матур сәй сервиздары тапшырҙы.
Ленин исемендәге АХК (етәксеһе – Ғ.Б. Сәлимов), “Баймаҡ” ҒПБ-һы (М.Б. Салихов), “Рассвет” АХК-һы (А.Б. Шәрипов), “Алғаҙы” ЯСЙ-һы (С.Ғ. Урманов), Баймаҡ ДРСУ-һы (Д.Ғ. Арсланов), “Г.З. Байрамғолова” һәм “В.В. Әминев” КФХ-лары был акцияға ихлас ҡушылып, гәзит уҡыусыларға елле приздар әҙерләне. Әйткәндәй, приздар фонды көндән-көн тулылана бара, тимәк, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә арта.
“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы 5 этапта ойошторола. Беренсе отош, йәғни квитанцияларҙы уйнатыу, 2 ноябрҙә үткәрелә.Тәүге отошҡа түбәндәге приздар ҡуйыла:
  • 10 ҡаҙ бәпкәһе (уны беҙгә даими спонсорыбыҙ, ҡошсолоҡ тармағы буйынса районда танылыу яулаған эшҡыуар Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова әҙерләне);
  • сәй сервизы (спонсоры – Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе, башлығы – Гөлнур Йыһанур ҡыҙы Азаматова);
  • бер батман бал (Ҡолсоранан танылған умартасы һәм КФХ етәксеһе Васил Вәкил улы Әминев әҙерләне);
  • ”Һаҡмар” гәзитенә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү хоҡуғы.
Редакцияға ебәрелгән квитанциялар бер нисә мәртәбә уйнатыласаҡ, тимәк, алдараҡ ебәрелгәндәренең отоу мөмкинлеге лә күберәк буласаҡ.
“Бар коллектив менән – “Һаҡмар”ға!”, “Һаҡмар” гәзитендә иң күп яҙҙырған почтальон һәм почта бүлексәһе” конкурстарының еңеүселәре лә билдәләнәсәк һәм шәп бүләктәргә эйә буласаҡ. Әйткәндәй, тәүге конкурсҡа райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК дәррәү ҡушылды һәм үҙ коллективынан 80 кешегә “Һаҡмар”ҙы яҙҙыртты. Улар был һанды 100-гә еткерергә ниәтләй. Афарин!
Ҡәҙерле дуҫ! Киләһе йылға “Һаҡмар”ға яҙыл һәм квитанцияңды редакцияға ебәр. Мотлаҡ оторһоң! Ә приздар фондында тағы ла еллерәк бүләктәр ята. Уныһы әлегә сер булып торһон.

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы.

Буласаҡ фермерҙар иғтибарына!

 “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙе туплау дауам итә. 
Программа крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына тәғәйенләнгән. Унда 25-тән 200-гә тиклем баш һарыҡ, 50-нән 100 башҡаса кәзә малы ингән ғаилә малсылыҡ фермаларын булдырыу проекттарына ярҙам итеү ҡаралған. Программала ҡатнашыу хоҡуғын алыусы КФХ-ларға субсидия бирелә.
Ҡатнашыусыларға түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
  • һөтсөлөк фермаһын төҙөү һәм комплектлауҙы үҙ иҫәбенә йәки кредитҡа башҡарыу (20 процентынан да кәм түгел);
  • бизнес-план булыуы;
  • бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарҙа ваҡыты үткән йөкләмәләрҙең булмауы;
  • кредит ойошмаларында бурыс юҡлығы.
Субсидия тоҡом тәкәләрен, тоҡомло (тауарлы) инә һарыҡтар, йөн ҡырҡыу агрегаттары, бер биҙрәле мобиль һөт һауыу аппараттары, һөт үткәргес, һыуытҡыс танк һатып алыуға тәғәйенләнә.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙе һайлап алыу БР Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы тарафынан башҡарыла. Бар һорауҙар менән “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Телефоны: 2-17-15.

А. СӘЙФУЛЛИНА, әйҙәүсе зоотехник.

ҺЕҘ ҺОРАҒАЙНЫҒЫҘ

Үҙ эшегеҙҙе асһағыҙ...

Бөгөн республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус программалар эшләй. Бөгөн ниндәй йүнәлеш буйынса үҙ эшеңде асыу отошлораҡ һәм уны үҫтереүгә ниндәй дәүләт программалары бар? Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов менән булған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

ПРОБЛЕМА КҮТӘРӘБЕҘ

Ҡала йөҙө вокзалдан башлана

Тимер юл, автобус вокзалы булһынмы – ул һәр кемде ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Унан аша кемдәр генә килмәй ҙә, кемдәр китмәй. Бик күптәрҙең яҙмышлы осрашыуҙары, үкенесле айырылышыуҙары ошо урын менән бәйләнгән. 
Хәҙер республикабыҙҙың ҡайһы ғына ҡалаһына йәки район үҙәгенә барма заманса төҙөлгән вокзалдар ҡаршы ала. Мин ҡырға китмәйенсә үҙебеҙҙең ҡала вокзалы тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.

ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ ХӨРМӘТЕ

ХАЛЫҠ РӘХМӘТЕ – хеҙмәтенә иң юғары баһа

Аҡыллы ҡарашлы, сабыр, мөләйем, ҡайһы саҡта үтә лә етди Шәүкәт Тәүфиҡ улы Әбдрәхимов район халҡына яҡшы таныш. Хәл итә алмаған мәсьәләләр, ниндәйҙер кисектергеһеҙ проблема килеп тыуһа: “Ә һеҙ Шәүкәт Тәүфиҡ улына мөрәжәғәт иткәнегеҙ булдымы? Ул һүҙен буш ҡалдырмай – ярҙам итә”, – тигән кәңәштең йыш яңғырауы, етәксе, үҙ һөнәрен оҫта итеп башҡарған кешенең йәшәйешенә лә, булмышына ла иң юғары баһа бит.

ИСЕМ ТУЙЫ

Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ хаҡында

Автор китабын бүләк итә.
Һәр яңы китап – үҙе бер мөғжизә, әҙәбиәтебеҙҙе тулыландырыусы ынйыҡайҙыр ул. Һуңғы йылдарҙа әсә телендә китаптарҙың күпләп донъя күреүе айырыуса шатлыҡлы. Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың “Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында” исемле китабы, Рәсәйҙә Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгәндә, башҡорт халҡының һәм яҡташтарыбыҙҙың ошо һуғышта рус һалдаттары менән берҙәй булып, батырҙарса көрәшеүҙәре хаҡында бай мәғлүмәт тупланған тәүге китаптыр ул.
Китап “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексында 150 дана булып донъя күрҙе. Ундағы мәҡәләләр башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған, эстәлеге фотоһүрәттәр, карталар, схемалар менән байытылған. Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, бик күп китаптар, мәҡәләләр авторы Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың был китабы киң ҡатлам китап уҡыусыларына, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән һәм заманыбыҙ өсөн бик актуаль баҫма.

Район китапханаһында китаптың исем туйы итеп үткәрелгән сараға “Атайсал”, ағинәйҙәр клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, әүҙем китап уҡыусылар йыйылды. Кисәнең ҡурай моңона һәм боронғо башҡорт көйҙәренә һуғарылыуы һәр ҡатнашыусыны алыҫ, дәһшәтле яу йылдарына алып китте. Шәмсиә Рыҫҡужинаның “Һары ла сәс”, “Любизар”, “Байыҡ”ты йырлауы, Фәттәх Аралбаевтың өҙҙөрөп гармунда уйнауы һәм “Ирмәк” йырын башҡарыуы, Рәмил Хәсәновтың сихри ҡурайы һәр кемдә милли ғорурлыҡ тойғоларын уятты. Ысынлап та, милләтебеҙҙең данын бар Ер шарына таратҡан олатайҙарыбыҙҙың рухы алдында беҙ мәңге бурыслы бит. Сарала яңы китап тураһында күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Темәс ауылының “Атайсал” клубы рәйесе С.Ғ. Вәлиев: “Китаптың күләме – бәләкәй, ә йөкмәткеһе бик бай булыуы һоҡландырҙы. Күп кенә ваҡиғаларҙың хронологик тәртиптә бирелеүе тарихи ваҡиғаларҙы байҡарға, еңел генә өйрәнергә ярҙам итә. Әлбиттә, был уҡытыусылар өсөн бик яҡшы ҡулланма. Һәр кемдең архивта ултырырға, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә ваҡыты юҡ бит”, – тине.
 
Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров бар изге теләктәрен белдергән һәм баҫманы сығарырға ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ автор сарала ҡатнашыусыларға яңы китабын бүләк итте.
 
Эйе, районыбыҙҙың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлау, киләсәккә аманат итеп тапшырыу өсөн ойошмаларға берләшә, осрашыуҙар үткәрә, китаптар яҙа. Уларҙың милләтебеҙ һаҡлаусылары һәм яҡлаусылары булыуы оло ихтирамға лайыҡ. Ошондай изге эштәрҙе күтәреп алып дауам итерлек йәштәребеҙ ҙә күп булһын ине. Баймаҡ районының “тере энциклопедияһы” исемен алған Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың артабан да ижади ҡомары һүнмәүен, беҙҙең өсөн тағы ла яңы, данлыҡлы исемдәр асыуын теләгебеҙ килә.

Г. САЛАУАТОВА.

Суд залынан

ҠАРА ҠАЙҒЫҒА ҺАЛҒАН КӨН...


Кешеләрҙең яҙмышы бер-береһенә булған мөнәсәбәтенә, йәмғиәттә үҙен тота белеүенә, рух ныҡлығы, хатта күршеләреңдең кем, ниндәй холоҡло булыуына ла бәйле. Баймаҡ эске эштәр бүлегенән аҙна һайын алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ете көн эсендә районда үлтереү, үлтерергә маташыу, һыу эскеһеҙ итеп туҡмау кеүек ауыр енәйәттәр теркәлә. Юҡ, беҙҙе бер кем дә ситтән килеп туҡмамай, үлтермәй, ә ғүмер буйы бер урамдан йөрөп, бер ҡаҙандан ашап йөрөгән кешеләр бер-береһенең ғүмерен ҡыя.
Ҡара көҙҙөң ҡараңғылығында ҡылынған енәйәт тә туғанлашып, ҡоҙалашып бөткән ауылды икегә бүлде. Һәр кем үҙ яғының хаҡлығын белдереп, дошманға әүерелде...

Байрам мөбәрәк булһын, хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Байрам мөбәрәк булһын,
хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Район иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән ауыл хужалығы, белеүебеҙсә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҙур һынауҙарға дусар булды. Район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн был тармаҡты һаҙлыҡтан сығарыу буйынса аныҡ саралар күрелә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде һәм ул яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуҙа ҙур ярҙам булды. Шул уҡ ваҡытта 3 мең тонна арзан хаҡҡа яғыулыҡ бирелде. Был беҙгә 102 мең гектарҙа ауыл хужалығы культураларын оптималь ваҡытта сәсеү мөмкинлеге бирҙе. Дөйөм алғанда, район аграрийҙарына дәүләт ярҙамы быйыл йыл башынан 98 млн һум тәшкил итте.

Данлыҡлы игенсе


“Уңыш” АХК-һының алдынғы механизаторы Кинйәбай Нурдәүләтов – хеҙмәте менән дан ҡаҙанған игенселәрҙең береһе. Бар ғүмерен данлыҡлы “Йылайыр” совхозын үҫтереүгә арнаған Кинйәбай Хафиз улы үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән ысын ер улы булып танылды, район кимәлендәге хеҙмәт бәйгеләрендә күп тапҡырҙар еңеп сыҡты.
Һуңғы йылдарҙа К. Нурдәүләтов үҙенең хеҙмәт юлын “Уңыш” АХК-һында дауам итә. Быйылғы урып-йыйыу эштәре осоронда ла алдынғы комбайнсы һынатманы – ”Дон-1500” комбайнында 7400 центнер иген һуғып алып, иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште.

Афарин!

Бронза миҙал – баймаҡтарҙа!

11-14 октябрҙә Мәскәүҙә “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе үткәрелде. Йылдағыса, унда Башҡортостан делегацияһы ла әүҙем ҡатнашты һәм бихисап наградалар тейәп ҡайтты. Был юлы республикабыҙ күргәҙмәнең иң юғары баһаһына – Гран-приға лайыҡ булды. 

“Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе баймаҡтарға ла ҡыуаныслы яңылыҡ алып килде. Уның һөҙөмтәләре буйынса райондың Октябрь ауылынан танылған фермер Айрат Алик улы Шәрәфетдинов ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн РФ Ауыл хужалығы министрлығының Дипломына (уға РФ ауыл хужалығы министры Н.В. Федоров һәм Мәскәү ҡалаһы мэры С.С. Собянин ҡул ҡуйған) һәм бронза миҙалға лайыҡ булды. Юлыҡ ауылынан КФХ етәксеһе Миңлебаев Барис Фәйзулла улының хеҙмәте лә ошолай юғары баһаланды. Афарин!

Ҡабул итеүҙәр

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы


19 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Хәлил Хәләф улы Рәхимов муниципаль район хакимиәте бинаһында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Уға Баймаҡтан алты кеше мөрәжәғәт итте.

Хроника

Мерәҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарарына ярашлы, Хафизова Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы Мерәҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланды.

Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарарына ярашлы, Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланды.

Һандар һәм факттар

  • Быйыл бөтәһе 68835 гектарҙа иген культуралары, 4553 гектарҙа техник культуралар һәм 32836 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәселгән. Дөйөм сәсеү майҙаны – 106381 га.
  • Яҙғы сәсеүгә 1200 тонна минераль ашлама, 800 тонна элиталы орлоҡ ҡулланылған.
  • Ҡоролоҡ арҡаһында 19601 гектарҙағы иген (28 процент), 1610 гектарҙағы техник (35 процент), 19768 гектарҙағы мал аҙығы культуралары (60 процент) майҙандарынан уңыш йыйып алыу мөмкинлеге булманы, йәғни улар һәләк булған (бөтәһе 40979 га).
  • Бөтәһе 49234 гектарҙа иген культуралары урып алынды, гектар ҡеүәте 6,2 центнер тәшкил итте. Тулайым йыйым – 30525 тонна.
  • 12780 тонна иген культуралары орлоғо әҙерләп һалынған (кәрәкле күләмдең 81 проценты), 30 тонна күп йыллыҡ үләндәр орлоғо тупланған.
  • 12000 тонна бесән (кәрәкле күләмдең 50 проценты), 20000 тонна сенаж (61 процент), 17000 тонна силос (28 процент), 6100 тонна иген фуражы (67 процент) әҙерләнгән. Шартлы һәр баш малға ҡарата 16,4 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған.
  • 3100 гектарҙа ужым культуралары сәселгән, 25000 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
  • Әле бөтә төр хужалыҡтарҙа 49604 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 24405 баш һауын һыйыр аҫрала. Һыйыр малы үткән осор менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа, һауын һыйырҙар 1,3 процентҡа артҡан. 11198 йылҡы, 1651 сусҡа, 37533 һарыҡ-кәзә, 187,4 мең ҡош-ҡорт бар.
  • Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа 14660 һыйыр малы, шул иҫәптән 6607 һыйыр иҫәпләнә. Йыл башына ҡарағанда һыйыр малы 137 башҡа артҡан.
  • Һөт етештереү бөтә төр хужалыҡтарҙа 42,4 мең тоннаға артҡан.
  • 9 айҙа 24590 быҙау алынған, ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа – 4392 баш.
  • Районда 13 яһалма ҡасырыу пункты эшләй. 1910 баш һыйыр һәм тана яһалма ҡасырылған.
  • Ауыл хужалығы предприятиеларында һауын көтөүе быйыл 1000 баш тана менән тулыланасаҡ.
  • Районда 508 трактор, 153 йөк автомашинаһы, 43 иген комбайны, 25 мал аҙығы әҙерләү комбайны, шул иҫәптән 18 үҙйөрөшлө техника, 356 сәскес, 76 һабан, 58 сапҡыс, 40 урғыс һәм 23 пресс-йыйғыс бар.
  • Быйыл 12 берәмек МТЗ-82.1 тракторы, бер МТЗ-920 тракторы, 4 комбайн, өс дискатор, ике һөт һыуытҡыс, өс урғыс, ике пресс-йыйғыс, ике ағыу һиптергес, фронталь тейәгес һәм бер “Омичка” сәскесе һатып алынған.
  • Районда 230 КФХ бар, шуның 47-һе быйыл теркәлгән.
  • Урал ауылынан Г.Мелешкин 7000 баш ҡаҙ үрсетә. “Башҡорт ҡаҙы” программаһы буйынса Ф.Сәмиғуллин 1000 баш ҡаҙ һатып алған.
  • А.Шәрәфетдинов КФХ-һы 416 һыйыр малы, 160 һарыҡ һәм 120 йылҡы аҫрай. А.Мырҙаҡаев КФХ-һы 291 һыйыр малы, 63 йылҡы үрсетә. М.Хисмәтуллин КФХ-һында иһә 304 һыйыр малы,227 йылҡы аҫрала. Б.Миңлебаевта 106 һыйыр малы, 63 йылҡы көтөлә.
  • Малсылыҡ менән фермерҙарҙың 82 проценты шөғөлләнә.
  • Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһы буйынса Р.Арғынбаев һәм Н.Уразбаев КФХ-лары унда ҡатнашыуға статус алды. Әле Рәсәй ауыл хужалығы банкында кредит алыу буйынса документтар юллана.
  • Ю.Тимербулатов ошондай статус алыу өсөн документтарын тапшырған. Бер үк ваҡытта ул 50 баш һыйырға иҫәпләнгән аҙбар төҙөй.
  • Һарыҡсылыҡты үрсетеүгә өс кеше статус алырға йыйына. Ғ.Рәхмәтуллин, Х.Моратов һәм И.Биктимеров КФХ-лары төрлө тоҡомло һарыҡ алыуҙы планлаштыра.
  • ”2012-2014 йылдарҙа БР-ҙа эш башлаусы фермерҙар” программаһында ҡатнашыуға 10 документ тапшырылған, шуларҙың 6-һы конкурсты үткән. Шуның буйынса Р.Әлибаев, Ш.Хисаметдинов, И.Күсәрбаев, Ю.Азаматов, С.Ғәзизов, А.Йәрмөхәмәтов техника, орлоҡ, мал һатып алырға, мал аҙбары төҙөргә ниәтләй.
  • Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһы буйынса конкурсты үткән А.Мырҙаҡаев КФХ-һы 50 баш һыйыр малы, пресс-йыйғыс һәм МТЗ-82 тракторы һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
  • Темәстә һөт йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Буранбай” ауыл хужалығы эшкәртеү һәм ҡулланыусылар кооперативы теркәлде. Шулай уҡ Төркмәндә “Маяҡ” кооперативы булдырылды, ул һөт йыйыу һәм эшкәртеү, ремонт һәм транспорт хеҙмәте күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк.
  • Ленин исемендәге АХК “500 ферма” республика программаһында ҡатнаша. Ферманы модернизациялауҙың смета хаҡы – 15 млн һум (ҡоролмаларҙы ла иҫәпкә алып). “Рассвет” АХК-һы ла был программаға инергә ниәтләй.
  • Йәш белгестәргә даими рәүештә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Дәүләт программаһы буйынса әле район хужалыҡтарында эшләүсе 16 белгес ошондай ярҙам ала. Шулай уҡ 4 кандидаттың документтары тапшырылған.

Һеҙҙе тәбрик итер көндө тыуҙырҙы был таң, дан һиңә, ер кешеһе, дан, мәңгелек дан!

Ауыл хужалығы тармағының флагманы

Күптән түгел Республика көнө уңайы менән үткәрелгән тантаналы йыйылыштағы сығышында район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, агросәнәғәт комплексы тормошондағы хәлдәргә ҡыҫҡаса байҡау яһап, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа Ленин исемендәге хужалыҡты, уның рәйесе Ғ.Б. Сәлимовты башҡаларға өлгө итеп ҡуйғайны.

Алдынғы һауынсы Гөлшат Исмәғилева
Райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған предприятиеның бындай юғары баһаға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел. Хужалыҡ ысын мәғәнәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, уларҙан юғары продукция етештереү буйынса үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Ҡатмарлы шарттарҙа ла кооператив төп потенциалды тотороҡло һаҡлап ҡалыуға өлгәшә, коллективтың социаль мәсьәләләрен уңышлы хәл итә, ауылдар инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бындай ҡаҙанышҡа бер хужалыҡтың да өлгәшә алғаны юҡ әле.
Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, Ленин исемендәге АХК коллективы баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алды. Бөтәһе 1650 гектарҙағы иген культураларының 1363 гектарынан ашлыҡ йыйып алынды, ҡалғаны ҡоролоҡҡа дусар булды. Тулайым йыйым 16765 центнер, гектар ҡеүәте 12,2 центнер тәшкил итте. Был – районда иң юғары күрһәткес.
Хужалыҡ ҡеүәтле комбайн һәм техника паркына эйә. Быйыл кооператив йәнә бер “Полесье” мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм “Омичка” сәскесе һатып алды. Быларҙың барыһы ла баҫыу кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығыу мөмкинлеге бирҙе. Урып-йыйыу эштәрендә игенселәр Мостафа Салихов, Закир Балхин, Альберт Шахморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һәм Рауил Сәғәҙәтов иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ашлыҡ ташыуҙа алдынғы водитель Йәмил Моталлапов һынатманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы, Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар бригадаһы үҙ эштәрен бик яуаплы атҡарып сыҡты. Баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов, бригадирҙар А.С. Исхаҡов һәм У.М. Гөлбәйетов, профком рәйесе М.Х. Ишкинин үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.
А.Шаһморатов, Й.Моталлапов, Р.Сәғәҙәтов һәм З.Балхин

Йылдағыса, ураҡ барышында удар өс көнлөктәр ойошторолдо, унда еңеүселәр аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Комбайнсылар араһында иң юғары һөҙөмтәгә З.Балхин өлгәште – ул 4900 центнер иген һуғып алды.
Малсылыҡ өлкәһен үҫтереүҙә лә хужалыҡҡа тиңләшеүселәр юҡ. Йылдағыса, быйыл да хужалыҡ ҡышҡа ныҡлы аҙыҡ базаһы менән инә – бөтәһе 9100 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 700 тонна һалам, 936 тонна иген фуражы һалынған. Был иһә 1360 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, хужалыҡта мал һанын арттырыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә, тоҡомсолоҡ, зоотехния-селекция эшенә ҙур иғтибар бүленә. Кооперативта малсылыҡ базаларын һәм йәйләүҙәрҙе реконструкциялау даими контролдә тотола. Бына быйыл да хужалыҡ иң беренселәрҙән булып фермаларҙы ҡышҡа хәстәрләне. Һөт етештереү күләме буйынса Ленин исемендәге АХК күптән инде эре хужалыҡтарҙы үтеп китте һәм ошоғаса лидерлыҡты берәүгә лә биргәне юҡ. Әйткәндәй, тулайым һөт етештереү күләме буйынса хужалыҡ быйыл да яҡшы үҫешкә өлгәште. Бында баш зоотехник Ҡ.Р. Уразбаев, ферма мөдирҙәре Шамил Үҙәнбаев, Иршат Айытбаев, Фәнис Усмановтарҙың, бөтөн малсылар коллективының хеҙмәте ҙур.
Шуныһы һөйөнөслө, Ленин исемендәге АХК төбәктә тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыуға статус алды. Был тәңгәлдәге эштәр башланды ла инде, ә төп реконструкция киләһе йылда атҡарыласаҡ. Был иһә коллективҡа яңы мөмкинлектәр аса, малсылыҡты яңы кимәлгә күтәрәсәк.
Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, етерлек орлоҡ әҙерләп һалынған, 890 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
Дөйөм алғанда, хужалыҡтың бар өлкәләре лә тиерлек рентабелле эшләгән. 9 айҙа тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән бөтәһе 26 млн 680 мең һумлыҡ төшөм алынған, ә саф табыш иһә 1 млн 770 мең һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, эш хаҡы ваҡытында бирелә, төрлө түләүҙәр буйынса бер ниндәй ҙә бурыс юҡ. Был, әлбиттә, бик мөһим фактор. Ғөмүмән, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, производствоны оҫта ойоштороусы Ғ.Б. Сәлимов етәкселегендәге коллектив һөнәри байрамын был юлы ла юғары ҡаҙаныштар, киләсәккә матур уй-хыялдар менән ҡаршылай.

Яңы хужалыҡтың эше лә ырамлы

М. Мырҙабулатов
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе – Баймаҡ тәжрибә хужалығы базаһында ойошторолған яңы предприятие. БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре М.Б. Салихов етәкләгән был коллектив ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, элекке данлыҡлы хужалыҡтың төп потенциалын һаҡлап ҡала алды.
Тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, хужалыҡ 1141 гектарҙа сәселгән иген культураларынан 670 тонна ашлыҡ йыйып алды, уңыш 5,9 центнер тәшкил итте. Етерлек орлоҡ әҙерләп һалынған, 240 гектарҙа ужым арышы сәселгән. 150 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 140 гектарҙа эшкәртелгән.
Баҫыу эштәрендә механизаторҙар Геннадий Яковлев, Мозафар Маликов, Рәфис Ғайсин, Әхтәм Вахитов, Марсель Баймөхәмәтов, Әсхәт һәм Әхмәт Буранбаевтар, Илфат Ғәйнетдинов һәм Алексей Данилов, Харис Күлибаев, Марат Мырҙабулатов, алдынғы водитель Альберт Һатыбалов һ.б. һынатманы.
Хужалыҡтың баш агрономы В.И. Шәмсетдинов әйтеүенсә, хужалыҡ ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләгән. Бөтәһе 600 тонна бесән, 450 тонна һалам, 1800 тонна сенаж, 220 тонна фураж тупланған.
Билдәле булыуынса, предприятие ҡеүәтле малсылыҡ комплексына эйә. Бөгөн хужалыҡта 598 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 339 баш һауын һыйыры аҫрала. Йылҡысылыҡ тармағын 243 йылҡы тәшкил итә, шуларҙың 79-ы – һауын бейәләр, ҡалғаны – эш, спорт аттары һәм айғырҙар.
Баш зоотехник Б.М. Ғәббәсов фекеренсә, һауынсылар Вазифа Ғәлиева, Мәфрүзә Күлибаева, Гөлсәсәк Маликова, Миңзифа Яҡупова, моторист Фәрит Ҡырғыҙбаев, быҙау ҡараусылар Шәфҡәт Үҙәнбаев һәм Венера Мостафина, техник-осеменатор һәм һауын гурты бригадиры Ғәфүр Кәримов, малсылар Виктор Линкин, Павел Борисов һәм Рәфит Әхмәтовтар һөнәренең алдынғылары булып танылған. Баш ветврач А.М. Мусин да үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай.
“Баймаҡ” ҒПБ-һын бөгөн төбәктә генә түгел, республикала ла йылҡысылыҡ спорты киң үҫешкән предприятие булараҡ яҡшы беләләр. Бында ат спорты мастерҙары Снежана менән Рәмзил Таймасовтар, Мәхейән Сәйетов, Илназ Алтыншин һәм малсы Рафаэль Сафиндарҙың да хеҙмәте ҙур. Ә башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеүгә һәм тәрбиәләүгә аталы-уллы Искәндәр һәм Илсур Сыңғыҙовтар күп көс һала. Ҡымыҙ етештереүҙә Алһыу Моратова һәм Гөлсәсәк Сәғәҙиеваларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

Малсылыҡ – табышлы тармаҡ

Йыл да ҡабатлана килгән аяуһыҙ ҡоролоҡ райондың ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Байҡара” агрофирмаһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Ошо арҡала хужалыҡтың сәселгән 1406 гектарҙағы иген культураларының 80 процент самаһы һәләк булған. Был, әлбиттә, хужалыҡ иҡтисадына ҙур зыян килтерҙе.

Р. Горшенин

Проблемаларға ҡарамаҫтан, агрофирма коллективы, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ҡышҡа булған тиклем мал аҙығы әҙерләне, фураж һалды, жом һатып алды. Барлыҡ резервтарҙы эшкә егеп, малды имен ҡыш сығарыу – байҡараларҙың яңы миҙгелгә маҡсаты бына шундай.
“Байҡара” агрофирмаһы районда ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән билдәле. Бөгөн хужалыҡта 662 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 309 һауын һыйыр аҫрала, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Предприятиела тоҡомсолоҡ эшенә, зоотехния-селекция йүнәлешенә иғтибар көслө. “Байҡара” тулайым һәм көндәлек уртаса һөт етештереү буйынса районда иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән коллективтарҙың береһе.
Агрофирма башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып та танылды. Әле бында 200 башҡа яҡын йылҡы, шул иҫәптән 69 баш тоҡомло бейә аҫрала. Маҡсатлы эш һөҙөмтәһендә быйыл тоҡомло йылҡы һатыуҙан 1 млн 150 мең һумлыҡ табыш алынған. Киләһе йылда бейәләр һанын 75-кә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Әйткәндәй, ҡымыҙсылыҡ та хужалыҡҡа яҡшы табыш та, дан да килтерә. Һуңғы йылдарҙа байҡаралар республика кимәлендә үткән ҡымыҙ буйынса конкурстарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашып, иң юғары баһаға лайыҡ булып ҡайтты. Малсылыҡ – табыш алыуҙың төп сығанағы. Һөт етештереүҙән хужалыҡ көн дә 28-30 мең һум килем алып тора. Малсылыҡ базалары ла ҡышҡа яҡшы әҙерләнгән.
Хужалыҡ Риза Горшенин, Йомабай Шәйәхмәтов, Айрат Тотманов, Самат Йәнбәков, Миңниса Шәйәхмәтова, Нәзирә Кейекҡужина, Сөнғәт Йәнбәков кеүек уңған хеҙмәтсәндәре менән билдәле. Бөгөн дә улар хеҙмәт фронтында тырышып эшләй.

Үҙәккә ихтыяж ҙур

“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге 2009 йылдан эшләп килә. Унда Салауат Рафаэль улы Байрамғолов етәкселегендә 8 белгес киң йүнәлештәге һорауҙарға: бар милекселектәге ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә яҙғы баҫыу эштәренән көҙгө ураҡҡа тиклем үҫемлекселек тармағы, малсылыҡ, бухгалтер иҫәбен алыу һәм һалымдар йыйыу буйынса консультация хеҙмәте күрһәтә. Шулай уҡ юридик һорауҙар буйынса, үҙ эшен яңы асыусыларға бизнес-план төҙөүҙә, банк кредиты алыуҙа, механизация һорауҙарында, лизингҡа йәки кредитҡа техника алыуҙа, уны марка һәм заводтар буйынса һайлауҙа ла ярҙам була.
Үҙәк ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә бар йүнәлештәрҙәге (үҫемлекселек, малсылыҡ һ.б.) киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидиялар алыуға документтар әҙерләүҙе лә башҡара, бының турала һәр береһенә шәхси белдереү яһай.
Әлеге көнгә мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан 4290 консультация хеҙмәте башҡарылған. Уларҙың 1239-ы үҫемлекселеккә, 937-һе малсылыҡ тармағы буйынса, 462 – механизацияға, 686-һы иҡтисад һорауҙарына һәм бухгалтер иҫәбен алыуға, 804-е юридик өлкәгә ҡағылышлы булған.
2012 йылда “Баймаҡ” МКҮ-һе муниципаль район сиктәрендә бизнестың тәүбашлап барлыҡҡа килеү стадияһындағы бәләкәй формалы эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам программаһында ҡатнашты һәм 10 кешенең документтары әҙерләнде. Бынан тыш “Эш башлаусы фермер” республика конкурсында ҡатнашырға теләгән 8 кешенең документтарын әҙерләүҙә һәм тапшырыуҙа ярҙам ителде. Уларҙың алтауһы конкурстың бар этаптарын үтеүгә өлгәште. 1 крәҫтиән-фермер хужалығына “2012-2014 йылға КФХ базаларында ғаилә һөт фермаларын үҫтереү” программаһы сиктәрендә консультация ярҙамы күрһәтелде. Ул да шулай уҡ конкурстың бар этаптарын уңышлы үтә алды.
Үткән осорҙа 3 КФХ “Ғаилә һөт малсылыҡ фермалары” республика программаһында ҡатнашыусы статусын алды, “Маяҡ” һәм “Буранбай” ауыл хужалығы етештереүсе кооперативтары төҙөлдө.


Яңы алымдарға таянып

“Рассвет” АХК-һы райондың ауыл хужалығы производствоһында лайыҡлы урынды биләй. А.Б. Шәрипов етәкләгән коллектив төп тармаҡтарҙы үҫтереү, уларҙан юғары продукция алыу өлкәһендә күптәргә үрнәк булып тора. Бының нигеҙендә хужалыҡтың йылдар буйы алып барған ныҡышмалы хеҙмәте ята.
Алдынғы механизатор Әғзәм Әбилев һәм водитель Михаил Рассадников
Ҡасандыр иҡтисады артҡа тәгәрәгән предприятие һуңғы йылдарҙа тотороҡло эшләүселәр рәтенә баҫты, яңы алымдарҙы ҡулланыуға йөҙ борҙо. Бөгөн бында иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар (мәҫәлән, майлы етен) сәсеү, малсылыҡты үҫтереү йүнәлешендә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бар һәм ул хужалыҡтың яҡты киләсәгенә өмөт уята. Һуңғы йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ, ауыл хужалығындағы башҡа проблемаларға ҡарамаҫтан, кооператив үҫемлекселектән яҡшы уңыш алыуға ирешә, малсылыҡта ла етди аҙымдар яһай.
Быйыл хужалыҡ 2120 гектарҙа сәселгән иген культураларынан 10717 центнер тулайым ашлыҡ йыйып алды, гектар ҡеүәте уртаса 5,4 центнер тәшкил итте. Быйылғы шарттарҙа был насар күрһәткес түгел. Был күләм киләһе сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ һалыу, фураж әҙерләү һәм хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә иген таратыу мөмкинлеге биргән.
Хужалыҡта иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар сәсеүгә курс алынған. Мәҫәлән, быйыл 93 гектарҙа майлы етен сәселгән, унан яҡшы уңыш үҫтереп алынған. Киләһе йылда уның майҙаны тағы ла артасаҡ. Әйткәндәй, был культураға һорау бик ҙур һәм уға хаҡ та юғары. Бер үк ваҡытта күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртыу, страховка культураһы – ужым арышы сәсеүгә лә иғтибар ҙур. Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, 420 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
“Рассвет” АХК-һы ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән билдәле, ул хужалыҡ иҡтисадында ҙур роль уйнай. Быйыл да мал ҡышлатыу миҙгеленә коллектив яҡшы әҙерләнде. Иң тәүге сиратта ныҡлы мал аҙығы базаһы тупланды – 235 тонна бесән, 2177 тонна сенаж, 320 тонна силос, 330 тонна һалам, 207 тонна иген фуражы һалынды. Фураждағы шартлы һәр баш малға ҡарата 14,1 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған, был – районда иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
Бөгөн кооперативта 620 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 275 башын һауын көтөүе тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле, мал һаны йылдан-йыл арта бара. Тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барып, быйылдан рассветтар һыйырҙарҙы көҙгө-ҡышҡы осорҙа быҙаулатыуға күскән. Был алымдың малсылыҡ тармағы өсөн табышлы һәм отошло булыуы һәр кемгә мәғлүм. Сентябрь айынан уҡ һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған һәм бөгөнгә бөтәһе 90 баш самаһы үрсем алынған да инде. Ғөмүмән, быйылғы осорҙа хужалыҡта 230 баш быҙау алыу күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, һыйырҙар тулыһынса яһалма ҡасырыла, был тәңгәлдә ҡара-сыбар һәм симменталь тоҡомло үгеҙҙәрҙең орлоғо файҙаланыла. Был яуаплы эш Вәкил Юнысбаевҡа ышанып тапшырылған.
Малсылыҡ базаларын реконструкциялау һәм ремонтлауға йыл да ҙур иғтибар бүленә. Зәбир Ғибатов бригадаһы егеттәре быйыл да ҙур күләмдәге эштәрҙе атҡарып сыҡҡан. Атап әйткәндә, 350 метр оҙонлоғонда ҡойма яңыртылған, бер һыйыр аҙбары реконструкцияланған, тиреҫ сығарыу транспортерҙары алмаштырылған, башҡа эштәр башҡарылған.
Предприятиела үгеҙ һимертеү майҙансығы булдырыу буйынса эш башланған. Киләһе йылда кәмендә 70-80 баш малды һимертеү һәм иткә оҙатыу планлаштырыла.
Кооператив техник потенциалды яңыртыуға йылдың-йылы ҙур иғтибар бүлә. Быйыл, мәҫәлән, хужалыҡ ике берәмек өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы һатып алды.
Күреүебеҙсә, “Рассвет” АХК-һы коллективы заман менән бергә атларға, тармаҡтарҙы перспектив йүнәлештә үҫтерергә тырыша. Был уларҙың көндәлек эштәрендә сағылыш таба.


Кеше һөнәре менән матур

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы бына нисә йылдар буйы үҙе әҙерләп сығарған кадрҙар менән дан тота. Илдең һәм республиканың агросәнәғәт комплексын сифатлы белгестәр менән тәьмин итеүҙәге уңыштар, әлбиттә, педагогик коллективтың оло хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.
И. Исхаҡов

Әйтергә кәрәк, студенттар бында бай матди-техник база нигеҙендә белем ала. Уҡыу кабинеттары яҡшы йыһазландырылған, техника паркы ла бай.
Тейешле белем шарттарын булдырыуға ҙур көс һалған производство белеме биреү мастеры Ишморат Фәтих улы Исхаҡовты билдәләп үтергә кәрәк. Кабинет мөдире вазифаһын үтәп, ул биҙәлеш һәм йыһазландырыуға күп иғтибар бүлә: плакаттар, макеттар, схемалар әҙерләй, үҙенә беркетелгән техниканы яҡшы торошта тота. Шуға күрә лә Ишморат Фәтих улының дәрестәрендә студенттар алдынғы эш алымдарын, заманса техника һәм производство техникаһын тулы кимәлдә өйрәнә. Һөҙөмтәлә, улар квалификациялы эштәрҙе үтәүҙә һәм имтихандарҙы тапшырыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.
Производство белеме биреү мастеры үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә төп ҡағиҙә итеп дөйөм белем биреү, һөнәри, мәҙәни үҫтереүҙе, техник ижад итеүгә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Быларҙың барыһы ла белем алыусылар араһында әхлаҡи тәрбиәгә, йәмғиәткә, ғаиләгә кәрәкле ысын кеше булып үҫешергә булышлыҡ итә.
Ишморат Фәтих улы Исхаҡовтың техникумдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын, художестволы үҙешмәкәрлектә уңышлы сығыш яһауын Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Үҙ эшен яҡшы белгән, уға тоғро ҡалған эшһөйәр уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Махсус сығарылышты Азамат Мөхәмәтшин, Айбулат Ишназаров әҙерләне.

Яңылыҡтар

     Иғтибар: конкурс!

     Баймаҡ учреждение, ойошма һәм предприятиелары араһында, уларҙың милекселек төрҙәренә ҡарамай, “Биләмәлә социаль программаларҙы хәл итеүҙә һәм корпоратив мәрхәмәтлелекте үҫтереү” номинацияһына “Иң яҡшы эш биреүсе” конкурсы иғлан ителде. Конкурс 2013 йылдың 15 майына тиклем дауам итәсәк.
     Тулыраҡ мәғлүмәт менән муниципаль район хакимиәтенең сайтында танышырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1 (212-се һәм 201-се бүлмәләр) адресы буйынса тапшырырға. 

     Эстафета дауам итә

     1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы һәм Рәсәй тарихы йылына ҡарата ойошторолған “Атайсал тип янған йөрәктәр” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары ағзалары ҡатнашлығында “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы дауам итә. 22 октябрҙә Ҡолсора ауылы зыялылары эстафетаны Күсей ауылы халҡына тапшырасаҡ. 
     29 октябрҙә иһә күсейҙәрҙән эстафетаны сәйғәфәрҙәр ҡабул итәсәк.

     Спорт

     20 октябрҙә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ауыл биләмәләре командалары араһында район спартакиадаһы иҫәбенә өҫтәл теннисы буйынса ярыш үтәсәк. 21 октябрҙә иһә ҡала предприятиелары, учреждение-ойошмалары командалары көс һынашасаҡ.

     Йәшелләндереү

     Баймаҡ ҡалаһын йәшелләндереү буйынса саралар дауам итә. Бында Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы ҙур өлөш индерә. Бөгөн был коллектив көсө менән Стаханов, Әлибаев урамдарына ағас ултыртыла.
     Л. ТАКАЕВА.

     Яраттарҙа акция бара

     Ярат биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа “Атайсал”, “Ағинәйҙәр” клубтары, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2013 йылға яҙылыу буйынса “Һәр ғаиләгә – “Башҡортостан ҡыҙы” тигән акция иғлан итте. Ул 1 октябрь – Ололар көнөнә арналған байрам кисәһендә “Үҙең яҙыл да – башҡаларға бүләк ит!” тигән исем аҫтында башланды. Акцияға ауыл биләмәһендәге барлыҡ ойошма-учреждениелар ҙа дәррәү ҡушылды.
     Р. ИСМӘҒИЛЕВА, китапханасы.

ҺАЙЛАУ–2012

     Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәте


     Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы егерме алтынсы саҡырылыш Билал ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары һөҙөмтәһе

     4-се округ
     Һайлауҙа ҡатнашҡан – 108 (98,18 процент)
     Күсәрбаев Йәҙгәр Булат улы – 70 (64,81 процент)
     Кинйәбулатова Зимфира Марс ҡыҙы – 38 (35,19 процент)
    
     Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы егерме алтынсы саҡырылыш Мерәҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары һөҙөмтәһе

     6-сы округ
     Һайлауҙа ҡатнашҡан – 71 (82,56 процент)
     Хафизова Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы – 59 (83,10 процент)
     Сөләймәнов Илгиз Иршат улы – 12 (16,90 процент)
    
     Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы егерме алтынсы саҡырылыш Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары һөҙөмтәһе

     2-се округ

     Һайлауҙа ҡатнашҡан – 212 (91,38 процент)
     Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы – 152 (71,70 процент)
     Яҡупов Сулпан Сәлмән улы – 54 (25,47 процент)

Еңеүселәр бүләкләнде

     Мәғлүм булыуынса, өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлау менән бәйле, “Һаҡмар” гәзите редакцияһы территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә гәзит уҡыусылар араһында викторина иғлан иткәйне. Өс турҙа үткән викторинала барлыҡ һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биреп, өс кеше – Әлфирә Тажетдинова (Үрге Иҙрис), Гөлдәр Кәримова (Баймаҡ), Нурия Мортазина (Байыш) еңеүсе тип табылды. Ошо көндәрҙә беҙ еңеүселәрҙе редакцияға тәбрикләү тантанаһына саҡырҙыҡ.

Граждандар хәүефһеҙлеге

Граждандар оборонаһына – яҡшы баһа

Смотр ваҡытында.

     Хәбәр итеүебеҙсә, 16-18 октябрҙә районда граждандар оборонаһы идаралығы органдарының эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса комплекслы тикшереү үткәйне. Бындай күләмдәге тикшереүҙең районда һуңғы тапҡыр 2003 йылда уҙыуын иҫәпкә алып, был мөһим сараға етди иғтибар бирелде. Программа үҙ эсенә практик күнекмәләрҙе лә алды.

ХӘТЕР

Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

  

     20  октябрь – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың  яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  тыуған көнө. Әгәр үҙе иҫән булһа, уға 93 йәш  тулған булыр ине. Ләкин бына 7 йыл  инде был көндө беҙ Мостайһыҙ ҡаршылайбыҙ. 20 октябрҙә бөйөк шағирыбыҙҙы хөрмәтләп  иҫкә алабыҙ, шиғри гәүһәрҙәрен, үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрәбеҙ, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабат тергеҙәбеҙ. Уның үлмәҫ рухы алдында баш эйәбеҙ.
21 ОКТЯБРЬ – ЮЛ ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

    Юлдарыбыҙ тигеҙ булһын!

И. Сапаров
     Һуңғы йылдарҙа районда юлдарҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Был аңлашыла ла. Сөнки социаль бурыстарҙы хәл итеүҙә, халыҡты оло донъя менән бәйләүҙә, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүҙә автомобиль юлдары ҙур урын алып тора. Октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһе юлсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
 

ИҒТИБАР! КОНКУРС!

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар” гәзитен аҙнаһына өс мәртәбә үҙендә ашҡынып көтөп алған гәзит уҡыусыларыбыҙ 2013 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылған квитанцияларын тапшыра ла башланы. Йыл да беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән изге күңелле бағыусыларыбыҙ ҙа һеҙҙең өсөн тип алынған бүләктәрен редакцияға алып килә. “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһына тәүгеләрҙән булып Беренсе Этҡол һәм Түбә ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡушылып, иҫ китмәле матур сәй сервиздарын тапшырҙы. Бындай сынаяҡтарға ҡойолған эсемлектең тәмле лә, шифалы ла буласағында шик юҡ. Бынан тыш, йылдағы бағыусыларыбыҙ һеҙҙең өсөн кәрәкле лә, ҡиммәтле лә бүләктәрен әҙерләп тә ҡуйған. Улар араһында бензобысҡы кеүек бик тә кәрәкле тормош көнкүреш әйберҙәре бар. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, “Һаҡмар” гәзитенә алдан яҙылған кешеләрҙең квитанциялары бер нисә мәртәбә уйнатыласаҡ. Тимәк, уларҙың бүләк отоу мөмкинлеге лә күберәк буласаҡ.   
Шулай уҡ беҙ “Һаҡмар” гәзитенә иң күп яҙҙырған почтальон” һәм “Бар коллектив менән – “Һаҡмар”ға!” конкурстары иғлан итәбеҙ. Яҙылығыҙ – үкенмәҫһегеҙ! Бер яҡтан, район, республиканың яңылыҡтары менән танышып, фәһемле лә, ғибрәтле лә мәҡәләләрҙе уҡып, яҡындарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ, икенсе яҡтан, беҙҙең бүләктәрҙе отоп ҡыуанырһығыҙ.
“Һаҡмар” – һеҙҙең өсөн, “Һаҡмар” – һеҙҙең менән! Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Киләсәктә лә дуҫ булып ҡалырбыҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Яңылыҡтар

Хәсәновтар – Өфөлә

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы”на арналған күркәм тантана үтте. Байрам уңайы менән уҙғарылған концертта районыбыҙҙан Хәсәновтарҙың ғаилә ансамбле ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Р.Хәсәнова байрам тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм: “Беҙҙе ошондай оло тантанаға ебәргән район етәкселегенә, мәҙәниәт бүлегенә бик тә рәхмәтлебеҙ”, – тип бар ансамбль исеменән йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрамға арнап

Сыңғыҙ мәктәбендә Республика көнө, “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы”на арналған саралар үткән. Ата-әсәләрҙең ярҙамы менән балалар әҙерләгән йәрминкәлә бар ауыл халҡы дәррәү ҡатнашҡан. Байрам матур концерт менән тамамланған.

Йыйылыш үтте

Кисә район китапханаһында “Атайсал”, ағинәйҙәр клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре ҡорға йыйылды. Йыйылышта йәмғиәттәге кире күренештәр, өлгөлө ғаиләләр үрнәгендә йәштәрҙе тәрбиәләү, үҙенсәлекле саралар планын раҫлау һ.б. мәсьәләләр ҡаралды.

Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе

19 октябрҙә 15.00 сәғәттә район китапханаһында билдәле хирург, танылған врач Фирғәт Шаһиғәле улы Хисмәтуллиндың Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтәсәк. Сара районыбыҙҙың медицинаһына ҙур өлөш индергән врачтың тормош юлына бағышлана.

Ҡоштарҙы хәстәрләп

Йыл һайын районда “Тағараҡ” акцияһы үтә. Сара ҡоштарҙы һалҡын ҡыштан һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторола. 2-се мәктәптең 5-се “а” класы уҡыусылары акцияға әҙерләнә лә башланы. Улар ҡоштар өсөн кипкән үләндәрҙең орлоҡтарын йыйҙы.  
Г. Иҫәнгилдина.

Взнос түләгеҙ!

Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы ағзаларының взнос түләүҙәре һорала. Беҙ дүшәмбе һәм кесе йома көндәрендә 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем эшләйбеҙ. Адресыбыҙ – Баймаҡ ҡалаһы, Пименов урамы, 81. 
Инвалидтар ойошмаһы.

Граждандар хәүефһеҙлеге

Әҙерлек юғары кимәлдә

Граждандар оборонаһы буйынса мәсьәләләр тикшерелә
16-18 октябрҙә райондағы граждандар оборонаһы идаралығы органдарының эшмәкәрлеген, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса урындағы хакимиәткә һалынған бурыстарҙың үтәлешен, халыҡты һәм биләмәне ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, янғын һ.б. хәүефтәрҙән һаҡлау сараларының торошон өйрәнеү маҡсатында комплекслы тикшереү үтте. Махсус комиссияны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары З.З. Хужахмәтов етәкләне.

Айлыҡ тамам. Кемдәр еңеүсе?

Билдәле булыуынса, 15 сентябрҙән 15 октябргә ҡәҙәр районда ер эшкәртеү айлығы иғлан ителгәйне. Сер түгел, бөгөн элекке кеүек ергә хужаларса ҡараш та юҡ, битарафлыҡ та көслө. Аяуһыҙ ҡоролоҡ йыл һайын ҡабатланған беҙҙең төбәктә ерҙе туңға һөрөү һәм уны минималь эшкәртеү бик тә мөһим, ул дымды күпләп туплау ысулы булып тора.

Дин һәм иман

Ҡоҙоҡ һыуын тәмләп...


Беҙҙең бик күптәребеҙ дин тарихы тураһында бәйән итергә ярата, тап ошо темаға ҡарата булған бәхәстәр ҙә йыш ҡына ҡыҙыу төҫ ала. Әммә бөгөн мин дин тураһында бәхәсләшергә йыйынмайым, киреһенсә, уның ыңғай, тормошобоҙға йәм, матурлыҡ биргән яғын күрһәткем килә.

Һайлау – 2012

Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәте

2012 йылдың 14 октябрендәге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре
1-се Үҙәк һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2331 (92,98%)
Артыҡаев Ирек Фәйзулла улы – 1371 (58,82%)
Ғәйнуллин Руслан Марс улы – 457 (19,61%)
Сирусин Илшат Нәғимйән улы – 410 (17,59%)
2-се Имамов һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1939 (90,69%)
Мырҙағолова Гөлгенә Азамат ҡыҙы – 213 (10,99%)
Рысбаев Солтан Яныбай улы – 1726 (89,01%)
3-сө Дауахана һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2758 (91,6%)
Байрамғолова Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы – 1953 (70,81%)
Мезина Ләйсән Рамаҙан ҡыҙы – 801 (29,04%)
4-се Завод һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1708 (85,27%)
Әхмәтов Ғәлим Әғләм улы – 453 (26,52%)
Мурахтин Алексей Васильевич – 1214 (71,08%)
5-се Таналыҡ һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2181 (93,01%)
Әминев Альберт Ғәбдрәшит улы – 1824 (83,63%)
Исҡаҡов Рияз Ярулла улы – 346 (15,86%)
6-сы Көньяҡ һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1634 (92,37%)
Моратов Илшат Рауил улы – 516 (31,58%)
Хисмәтуллин Марат Мирза улы – 1103 (67,50%)
7-се Аҡморон һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1950 (91,76%)
Ирмәкова Жанна Зөбәйер ҡыҙы – 335 (17,18%)
Ситдыҡов Илгиз Раил улы – 1562 (80,10%)
8-се Урман һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2437 (94,24%)
Абдуллин Дамир Далха улы – 1955 (80,22%)
Йәнбирҙин Илгиз Ғәлимнур улы – 458 (18,79%)
9-сы Һаҡмар һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2152 (94,01%)
Раев Юлдаш Юламан улы – 1838 (85,41%)
Хәсәнова Гөлфиә Зәкир ҡыҙы – 296 (13,75%)
10-сы Бам һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1625 (92,43%)
Баскаков Александр Викторович – 235 (14,46%)
Шәрипов Азат Булат улы – 1382 (85,05%)
11-се Ниғәмәт һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1824 (92,64%)
Әминов Хисмәтулла Заһитулла улы – 320 (17,54%)
Пономарев Александр Петрович – 1483 (81,30%)
12-се Сапсал һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1804 (90,48%)
Мырҙабаев Рәжәп Рәхимйән улы – 1482 (82,15%)
Халфин Миҙхәт Тәлғәт улы – 298 (16,52%)
13-сө Темәс һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1953 (90,21%)
Әминев Хөснетдин Хөснулла улы – 1008 (51,61%)
Бикбирҙин Марат Зәйнулла улы – 809 (41,42%)
14-се Таһир һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1399 (95,04%)
Әлибаев Рамаҙан Нуриман улы – 126 (9,01%)
Ирназаров Радмир Фәрит улы – 1264 (90,35%)
15-се Билал һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1127 (92,38%)
Салихов Илгиз Мөрит улы – 946 (83,94%)
Юлмөхәмәтов Иршат Радик улы – 178 (15,79%)
16-сы Төркмән һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2052 (92,85%)
Әбсәләмов Мөхәмәт Рәфҡәт улы – 499 (24,32%)
Сәйғәфәрова Динара Юрис ҡыҙы – 1510 (73,59%)
17-се Сибай һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1837 (92,17%)
Абайҙуллина Гөлсинә Йосоп ҡыҙы – 1439 (78,33%)
Төхвәтуллина Гөлнәзирә Илшат ҡыҙы – 377 (20,52%)
18-се Йылайыр һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 2459 (91,75%)
Ҡадыров Айрат Марат улы – 2196 (89,30%)
Тайбугин Булат Фәрит улы – 220 (8,95%)
19-сы Урғаҙа һайлау округы
Һайлауҙа ҡатнашҡан – 1650 (92,02%)
Арсланов Динислам Ғәйнислам улы – 1505 (91,21%)
Әхмәтов Ишбулды Ғәлимйән улы – 136 (8,24%)

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары ниндәй?

“Микротулҡынлы мейес һатып алғайным, гарантия осоронда ул ватылды. Магазинда уны яңыһына бер ай эсендә алмаштырабыҙ, тип белдерҙеләр. Һатып алыусы булараҡ, минең ниндәй хоҡуҡтарым бар?”
Гөлнара, Баймаҡ ҡалаһы.

Һорауға “Консультант” ЯСЙ-һы директоры Ғ.С. Ярбулов яуап бирә:
– “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закондың 21-се статьяһы тап ошо мәсьәләгә ҡағыла ла инде. Унда һатып алған тауарҙың етешһеҙлеге асыҡланған осраҡта, алмаштырыу тәртибе һәм ваҡыты тураһында ла әйтелә. Билдәләнгән ваҡыт етешһеҙлеге булған тауарҙы магазинға тапшырған көндән алып иҫәпләнә башлай. Ләкин уның бер нисә осрағы ҡарала:
  • әгәр кәрәкле тауар һатыуҙа бар икән, уны һеҙгә ете көн эсендә алмаштырырға тейештәр;
  • тауарҙың сифаты өҫтәмә тикшереү талап итә икән, уның өсөн 20 көн ваҡыт бирелә;
  • һеҙгә кәрәк тауар һатыуҙа булмаһа, уны алмаштырыу өсөн 30 көн көтөргә тура киләсәк.
Законда ҡаралған ошо талаптарҙы иҫәпкә алғанда, тауарҙы алмаштырыу өсөн яҡынса бер ай ваҡыт талап ителә. Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк, микротулҡынлы мейесте яңыртып алғандан һуң, уның өсөн гарантия ваҡыты ла яңынан иҫәпләнә башлай.

Л. ТАКАЕВА әҙерләне.

Спорт

Яңы чемпиондар

Баймаҡта шашка буйынса район чемпионаты үткәрелде. Ир-егеттәр араһында беренсе урынды Х.Үтәев яуланы, икенселә – Р.Үтәев, өсөнсөлә – Р.Ҡужабәков. Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Ҡужабәкова еңеүгә өлгәште. Икенсе, өсөнсө урындарҙа – З.Вилданова һәм Р.Ҡоланбаева.

Уҡыусы шашкасыларҙың ярышы

25 октябрҙә сәғәт 10-дан Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең шахмат клубында уҙғарыла. Турнирға үҙ мәктәптәрендә еңгән 2000 йылғы һәм унан бәләкәйерәк, 2003 йылғы һәм бәләкәйерәк, 2005 йылғы һәм бәләкәйерәк малайҙар һәм ҡыҙҙар саҡырыла (бер мәктәптән 6 уҡыусы).
Үҙ төркөмдәрендәге райондың йәш чемпиондары (3 малай, 3 ҡыҙ) ноябрь башында Ишембай ҡалаһында үтәсәк республика чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын ала.  

Бармаҡ эҙҙәрен ҡалдырам тиһәң...

Беҙ алдынғы технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Интернет, кеҫә телефоны, компьютерҙар, хатта микрочиплы паспорттар бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Шуға ҡарамаҫтан, элекке кеүек, беҙҙең ҡулдар ғына төп шәхес таныҡлығы булып тора. Эйе, һеҙ прическағыҙҙы ғына түгел, хатта енесегеҙҙе алмаштырһағыҙ ҙа, бармаҡ эҙҙәрегеҙ бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк.

Алдар батырҙың исеме — халыҡ хәтерендә


Башҡортостан Хөкүмәте 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығын үткәреү буйынса саралар планын раҫланы. Ул ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. 
 
Ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар батыр Иҫәкәевҡа арнап ҡала уртаһында монументаль һәйкәл асылһа, ул ҡаланың йөҙөн биҙәү менән бер рәттән, ҡанлы ла, данлы ла тарихыбыҙға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тәрбиәләй алырлыҡ ҡөҙрәткә эйә, халҡыбыҙҙың тарихын ололау һәм хөрмәтләү булыр ине.

БР Президенты – Сибайҙа


12 октябрҙә  Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов Сибай ҡалаһында эш сәфәре менән булды. Ул ҡаланың илле етенсе йыллығына арналған байрам тантаналарында ҡатнашты.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Иң-иңдәр тәбрикләнде

Оҙайлы йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте һәм Республика көнө уңайы менән муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: 
Карасова Валентина Васильевна – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының акушер-гинекологы,

Баймурзина Светлана Рәфҡәт ҡыҙы – ”Россельхозбанк” ААЙ-һының баш иҡтисадсыһы,
 
Әбилев Әғзәм Нурислам улы – ”Рассвет” АХК-һы механизаторы,
 
Әхмәтйәнов Васил Дәрүиш улы – ”Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының өлкән диспетчеры,
 
Бикмөхәмәтов Марат Мансур улы – ”Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы-ның ремонт-механика участкаһы токары,
 
Симонова Наталья Васильевна – ”Баймаҡ сауҙа-сервис комплексы” ЯСЙ-һының өлкән контролеры,
 
Исмәғилева Фәнүзә Хөсәйен ҡыҙы – Баймаҡ ҡалаһының шәхси эшҡыуары,
 
Атанғолов Рәфил Бәҙретдин улы – Баймаҡ лицей-интернаты директоры урынбаҫары,
 
Батыршина Люциә Марат ҡыҙы – БРСУ-ның техник хеҙмәткәре,
 
Сирбаев Шайморат Мөхөтдин улы – Баймаҡ элемтә үҙәге электромонтеры.
 
Оҙайлы йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр: 
Бүтенбаева Гөлсәсәк Марат ҡыҙы – Ишмырҙа ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы,
 
Баййегетов Мәжит Мөхәмәт улы – Йомаш ауыл биләмәһе башлығы.
 
Урындағы үҙидараның үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттар советы” Ассоциацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: 
Ғүмәров Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы – Баймаҡ район Советы депутаты,
 
Аралбаева Кәримә Сәлимйән ҡыҙы – Баймаҡ район Советы депутаты.
 
Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм Республика көнө уңайы менән Баймаҡ район Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: 
Медведева Лидия Александровна – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы,
 
Аралбаева Лариса Хәлит ҡыҙы – яғыу-лыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы,
 
Сапаров Ишкилде Мотаһар улы – Баймаҡ ДРСУ-һы хеҙмәткәре.
 
Баймаҡ районында археологик эҙләнеүҙәрҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Сәлимова Гөлшат Усман ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Һайлау–2012

Депутаттар һайланды


14 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутаттар һайланды. Һайлауҙа район халҡы был юлы ла ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ошондай уҡ һайлауҙар республикабыҙҙың барлыҡ муниципалитеттарында ла ойошҡанлы үтте. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса республика халҡының 77,2 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.Район буйынса һайлауҙа бөтәһе 36822 кеше (91,99 процент) ҡатнашҡан.

Һалым – бюджет сығанағы

Һалым түләр мәл етте

Һалым түләүсе физик берәмектәр – күсемһеҙ милек, ер участкалары, транспорт хужаларының хәтеренә төшөрәбеҙ: ағымдағы йылдың 1 ноябрендә 2011 йыл өсөн һалым түләү срогы етә.
Өҫтәмә рәүештә пенялар түләмәҫ өсөн үҙегеҙҙең гражданлыҡ бурысығыҙҙы ваҡытында үтәргә – һалым түләргә кәрәк. Килеп тыуған бөтә һорауҙар менән (34775) 3-17-18 йәки (34775) 3-17-25 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ инспекцияның өҫтәмә офисына Сибай ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 50 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була. Ошонда уҡ һалымдарҙы түләүгә квитанциялар ҙа бирелә.
Бынан тыш, 2011 йыл өсөн милек һалымы суммаһы тураһындағы мәғлүмәтте өйҙән сыҡмайынса ла “Физик берәмек өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервис ярҙамы менән белергә һәм түләү квитанцияһы сығарып алырға була. Интернет-сервис мөмкинлектәре һәм теркәлеү тәртибе тураһындағы ентекле мәғлүмәт –  https://service.nalog.ru/lk/. сайтында.

Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль һалым хеҙмәтенең 37-се район-ара инспекцияһы.

Инфекция бүлегенә нигеҙ һалынды


Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә әҙерлек алып барыу планында төҙөлөш эштәренә айырым урын бирелгән. Был хаҡтағы мәҡәләләр гәзитебеҙҙә донъя күреп бара. Ошо көндәрҙә ҡалала тағы ла бер бинаға нигеҙ һалынды.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында инфекция бүлеген булдырыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Һәм, ниһайәт, был проблема хәл ителеү өҫтөндә. Инфекция бүлегенең эшмәкәрлеген иҫәпкә алғанда, уның башҡа биналарҙан айырым урынлашҡан булыуы төп шарт. Шулай итеп, дауахана биләмәһендә тағы ла бер яңы корпус барлыҡҡа киләсәк.
“Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы төҙөлөштө үҙ өҫтөнә алған. Проект-смета документтары буйынса бер ҡатлы бина 40х16 метр оҙонлоҡта буласаҡ. Дауахана 15 койка-урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөш эштәрен прораб Ирек Кәримов етәкселегендәге ташсылар бригадаһы алып бара.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

“Һоро эш хаҡы” нимәһе менән ҡурҡыныс?


Күптәр эш хаҡының күп өлөшөн “конвертта” алырға риза була һәм пенсияға тиклем әле оҙаҡ, иң мөһиме – хәҙерге көндә лайыҡлы эш хаҡы, тип иҫәпләй. Хеҙмәт килешеүендә рәсми эш хаҡы билдәләнгән минималь күләмдә генә күрһәтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: эш хаҡының минималь күләме – эш биреүсе тарафынан бер календарь ай өсөн мотлаҡ түләнә торған сумманы тәшкил итә. Ул әлеге көндә 4611 һумға тиң, Башҡортостан буйынса Урал коэффициентын ҡушып иҫәпләгәндә – 5302,65 һум.

Рәсәйҙең заманса социаль системаһында күп кенә социаль гарантияларҙың үтәлеше һәр кемдең дәүләт ҡаҙнаһына индергән өлөшөнә бәйле. Эш хаҡы ни тиклем ҙурыраҡ булһа, эш биреүсе бюджеттан тыш фондтарға тейешле аҡсаны ла күберәк күсерә, тимәк, хеҙмәткәр төрлө тормош хәл-ваҡиғаларында үҙен күпкә яҡлаулыраҡ тоя. Мәҫәлән, һеҙ сирләп киттегеҙ, ти, эш хаҡығыҙ айына 5 мең һум тәшкил итә, ә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие эш урыны буйынса ай һайын түләнгән һәм декларацияланған рәсми килем күләменән сығып иҫәпләнә.

Өҫтәмә эш башҡарыусыларға түләүҙәр

Запастағы граждандарҙы бронгә ҡалдырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы комиссияһының 2012 йылдың 31 июлендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында 2012 йылдың беренсе кварталында хәрби иҫәп һәм Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәренең запастағы граждандарын бронгә ҡалдырыу эштәре һөҙөмтәһе тураһында”ғы 4-се һанлы ҡарарын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 27 ноябрендә раҫланған хәрби иҫәп тураһындағы 719-сы ҡарарҙың 12-се пунктына асыҡлыҡ индерә.
 
Ойошмаларҙа 500-гә тиклем хәрби иҫәптә тороусы граждан  булһа, хәрби иҫәп һәм граждандарға бронь биреү эшен өҫтәмә эш итеп алып барырға мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексында ҡаралған хеҙмәт хаҡы түләү тураһындағы дөйөм нормалар өҫтәмә эш башҡарыусыларға ла ҡулланыла. Ойошмаларҙағы башҡа хеҙмәткәрҙәргә ҡаралған хеҙмәт хаҡы түләү системаһы (вазифаларға оклад күләме, өҫтәмә түләүҙәр һәм башҡа стимул биреүсе түләүҙәр) өҫтәмә эш алып барыусыларға ла ҡағыла.

Ялдан саҡыртһалар...


“Отпускыға сыҡан һайын мине эшкә саҡыртып алалар. Был бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Етәксе мине ялдан эшкә саҡыртырға тейешме?”
Әмир.

Һорауға район прокуроры ярҙамсыһы И.А. Мортаев яуап бирә.
Кешене отпускынан уның ризалығы менән генә саҡыртып алырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ ялды икегә бүлеп алырға ла ярай. Тик был осраҡта уның бер өлөшө мотлаҡ 14 көндө тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ ҡайһы саҡта отпускыны аҡсалата компенсациялау менән дә алмаштыралар. Был инде хеҙмәткәрҙең ризалығы һәм ғаризаһы менән генә эшләнә.

Проблема күтәрәм

Закон бөтәһенә лә бер иш түгелме?


Мин күп йыллыҡ стажы булған профессиональ водитель, әле хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветеранымын. Район гәзите аша яуаплы кешеләргә бер һорау биргем килә. Йома етһә, беҙҙең Баймаҡ ҡот осҡос шау-шыулы, юлдарҙа бер ниндәй тәртип булмаған ҡалаға әйләнә лә ҡуя. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тап ошо көндә ҡала буйлап “Туйсылар хәрәкәте” башлана. Закон буйынса ҡалала буштан-буш ҙур тауыш ҡуптарып, сигнал биреп йөрөү тыйыла. Оҙон-оҙон колонналарға теҙелгән туй машиналарының туҡтауһыҙ ҡысҡыртып йөрөүенә лә түҙергә булалыр, йәштәр кәләш алыуҙары, кейәүгә сығыуҙары тураһында бар халыҡҡа “хәбәр итергә” теләйҙәрҙер, күрәһең... Ләкин бына юл ҡағиҙәләрен йәки светофор билдәләрен һанға һуҡмаусыларҙы бөтөнләй аңламайым.
 
Үткән йомала универмаг тәңгәлендәге юл киҫешендә светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торабыҙ. Йәйәүлеләр, күбеһе мәктәп балалары, юл аша үтә башлағайны ғына ныҡ итеп өҙлөкһөҙ тауыш биргән туй машиналары күренде. Ҡыҙыл утҡа туҡтап, балаларҙы үткәрҙеләр, тип уйлайһығыҙымы? Булмай торһон әле. Туй машиналары нисек килде, шул уҡ тиҙлектә юлын дауам итте. Ярай әле, балалар сос – ситкә ҡасып ҡотолдо. Бер генә машина түгел, сағыу итеп биҙәлгән машиналар колоннаһы – бөтәһе лә светофорҙың хәрәкәт итеүҙе тыйған билдәһен инҡар итеп, үтеп китте. Был ни хәл? Әллә хәҙер “туйсыларға” закон юҡмы? Улар бит үҙҙәренең өлгөһөнә башҡаларҙы ла эйәртеүе мөмкин?! Ишетеүемсә, ошо тәңгәлдә тәртип боҙоусыларға административ яза ҡаралған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо һорауыма яуап бирһә ине. Әллә улар кеше (уныһын да туйҙа ҡатнашҡандарҙыҡын ғына) күңелен күреп, “туйсыларҙы” туҡтатмайҙармы икән?

Йосоп Исчурин.
Баймаҡ ҡалаһы.

“Оло йәнленең ише була бел...”


Кеше яҙмышы океандағы кәмә кеүек. Тормош тулҡындарында йондоҙҙар, елдәр һәм ағымдар ыңғайына йөҙә лә йөҙә. Ауырлыҡтарға тура ҡарағандарға ғына уңыш йылмая, йондоҙҙар юл күрһәтә, ыңғай елдәр елкән кирә, ғорур хыялдар арҡалаш була. Элек-электән һәр быуындың замандаштарына намыҫ өлгөһө булып хеҙмәт иткән ихтирамлы һәм абруйлы кешеләре булған.
Ихласлығы, күңел байлығы һәм рух ҡөҙрәте менән кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра белгән шәхестәребеҙҙең береһе – ул Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Был донъяла тик ныҡыш хеҙмәт кенә кешегә бәхет килтерә. Ғүмер буйы тир түгеп, тырышып эшләгән кеше генә ысын мәғәнәһендә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ.
Ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла абруй ҡаҙанған уҡытыусы, мәғариф ветераны, үҙ ғүмеренең 40 йылын йәш быуынға белем биреүгә бағышлаған Сабирйән Әмирйән улы Янбаев ошо көндәрҙә 80 йәшен тултырҙы.

Күңел байрамы бүләк иттеләр


Күгиҙел мәктәбендә ауыл китапханасыһы Зифа Мәүлитова тәҡдиме менән матур кисә үтте. Мәктәпкә исеме матбуғат биттәрендә даими баҫылған, моңло тауышы радиоалғыстарҙа йыш яңғыраған яҡташыбыҙ, Иҫке Сибай ауылы егете, шағир, йырсы, 2011 йылда “Юлдаш йыры” республика конкурсы еңеү-сеһе Фәнис Сирбаев менән осрашыуға Күгиҙел ауыл халҡы, уҡыусылар, уҡытыу-сылар, Билал төбәге китапха-насылары дәррәү йыйылды. 

Беҙҙең данлыҡлы комбат

Билал ауылында таҡтаташ асылды


Арала тиҫтәләгән йылдар ятһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, уларҙың ҡаһарманлыҡтары кеше күңелендә бөгөнгөләй һаҡлана.
Тамырҙары менән Билал ауылына барып тоташҡан Кирам Зыя улы Мәхмүтов ҡасандыр уҡытыусы булырға хыяллана, балаларҙы белемле, ғәҙел итеп тәрбиәләү тураһында уйлана, шиғырҙар ижад итә. Әммә... барлыҡ хыялдарын ғәрәсәтле һуғыш селпәрәмә килтерә.