31 окт. 2012 г.

Иғтибар! Конкурс!

Приздар һаны арта
Бушлай ҡырсынташ йәки һоло кемгә кәрәк?


“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акция-конкурсы дауам итә. Редакциябыҙ почтаһына квитанциялар ҙа “яуа” ғына. Ә приздар фонды, әйтеп үтелгәнсә, көндән-көн тулылана бара. Баймаҡ ДРСУ-һы (етәксеһе Д.Ғ. Арсланов) акцияға ихлас ҡушылып, гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн хәтәр шәп бүләк әҙерләне – 5 тонна ҡырсынташ (щебень) вәғәҙә итте. Ә бына “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры С.Ғ. Урманов иһә бүләккә 5 центнер һоло әҙерләгән. Әйткәндәй, Сәғитулла Ғиззәт улы үҙ хужалығында эшләгән 15 кешенең барыһына ла “Һаҡмар” гәзитен яҙҙыртҡан. Афарин!

Билдәле булыуынса, акция 5 этапта ойошторола һәм уның тәүгеһе 2 ноябрҙә үткәрелә. Тәүге отошҡа түбәндәге приздар ҡуйыла:10 ҡаҙ бәпкәһе (спонсоры Г.З. Байрамғолова), сәй сервизы (1-се Этҡол ауыл биләмәһе), бер батман бал (В.В. Әминев), Һаҡмар гәзитенә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү хоҡуғы.
 
Артабан квитанциялар 16, 30 ноябрҙә, 14, 28 декабрҙә уйнатыласаҡ.
Киләһе ярты йылға “Һаҡмар”ға яҙылып,  квитанцияларҙы редакцияға ебәрегеҙ һәм шәп приздар отоғоҙ. Алдағы һандарҙа тағы ла еллерәк приздар тураһында хәбәр итербеҙ.
 
“Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы. 

Яңылыҡтар

Морапталовтар – беренсе!

Гәзитебеҙҙең алдағы һанында хәбәр итеүебеҙсә, 26 октябрҙә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған “Автоғаилә” конкурсында көньяҡ-көнсығыш райондары араһында Баймаҡ АТП-һы намыҫын яҡлаған Морапталовтар беренсе урынды алып, Өфө ҡалаһында уҙған республика ярышында ҡатнашыу хоҡуғын яулағайны. Был һынауҙы ла улар уңышлы үтеп, Баймаҡҡа еңеү менән ҡайтты.

Нисек ял итәбеҙ?

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Байрамдың ял көнөнә тура килеүе сәбәпле, ул байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, 4 ноябрь дүшәмбегә, йәғни 5 ноябргә  күсә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһында биш көнлөк эш көнө булған осраҡта 2012 йылдың 3, 4 һәм 5 ноябре – ял көндәре булып иҫәпләнә.

“45 йәштән ололарға”

Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто асылыу менән төрлө кисәләр йыш ойошторола башланы. Уҙған аҙнала (инде икенсе тапҡыр) “45 йәштән ололарға” исемле 80-се йылдар дискотекаһы үткәрелгән. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, бындай сараларҙа ҡатнашырға теләүселәр бик күп булған.

Ижад кисәһе үтә

Бөгөн Ярат ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт йорто директоры Әхмәтова Разифа Зәкәриә ҡыҙының ижад кисәһе үтә. Үҙе йырҙар ижад иткән, бейергә яратҡан, һыҙҙырып гармунда уйнаған Разифа Әхмәтова ауылдың гармунсылар ансамбле, төрлө түңәрәктәр етәксеһе лә.
Лилиә ТАКАЕВА.

Фермерҙар грант алды

Сертификат алыусылар.
Ошо көндәрҙә БР Ауыл хужалығы министрлығында “Эш башлаусы фермер” һәм “Ғаилә һөтсөлөк малсылыҡ фермалары” программалары буйынса гранттар алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы булды.
 Беҙҙең райондан яңы эш башлаусы фермерҙар: Түбәнге Таһирҙан Р.Н. Әлибаев, Темәстән С.Х. Ғәзизов, Икенсе Этҡолдан Ш.Х. Хисаметдинов, Таулыҡайҙан И.Д. Күсәрбаев, Беренсе Этҡолдан Ю.А. Азаматов, Ғүмәр ауылынан А.С. Йәрмөхәмәтов  грант алыу бәхетенә иреште. Ә ”Ғаилә һөтсөлөк фермалары” программаһы буйынса Яраттан КФХ етәксеһе А.Ш. Мырҙаҡаев дәүләт ярҙамы алды. Сертификаттарҙы БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин тапшырҙы. 

Азамат Мөхәмәтшин.

Иғтибар: “Тура бәйләнеш!”

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген нисек башларға?
Үҙ эшеңде нисек үҫтерергә?
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған?
Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса ниндәй дәүләт программалары эшләй?
Үҙ эшеңде үҫтереү өсөн нисек субсидия алырға?

 
Ошо һәм башҡа һорауҙарығыҙҙы 3 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге ойошторған сираттағы “Тура бәйләнеш”тә бирә алаһығыҙ:

Асылова Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы, муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире, тел. 3-17-46;
 
Байрамғолов Рафаэль Салауат улы, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, тел. 2-17-15.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Ауыл хужалығы производствоһында ҙур уңыштарға өлгәшкәне, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр:
  • Әхмәтшина Вәлимә Далха ҡыҙы – “Йылайыр” ЯСЙ-һының баш иҡтисадсыһы,
  • Баййегетов Марсель Әхмәтдин улы – МТС-тың Баймаҡ филиалы менеджеры,
  • Зайцев Василий Трофимович – “Богачевка” ЯСЙ-һы механизаторы,
  • Осипов Сергей Александрович – “Рассвет” АХК-һы механизаторы,
  • Исхаҡов Ишморат Фәтих улы – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының производство белеме биреү мастеры,
  • Ишкинин Морат Хәбибрахман улы – Ленин исемендәге АХК-ның профком рәйесе,
  • Кайниев Мөнир Ғәйнетдин улы – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы,
  • Урманов Сәғитулла Ғиззәт улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры,
  • Хамматова Гөлниса Әхмәт ҡыҙы – ауыл хужалығы бүлегенең баш бухгалтеры,
  • Хәсәнов Шаһбал Муллағәле улы – “Таналыҡ” АХК-һы механизаторы.
Ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булдылар:
  • Нәҙербаев Рафиҡ Рәфҡәт улы – Мерәҫ ауыл Советы депутаты, МТС-тың Баймаҡ филиалы инженеры,
  • Уразбаев Нияз Рәжәп улы – Таулыҡай ауыл Советы депутаты, “Уразбаев” ШП-һы етәксеһе,
  • Юнысбаев Вәкил Шәфҡәт улы – Бикеш ауыл Советы депутаты, “Баймаҡ” ҒПБ-һының техник-осеменаторы.
Агросәнәғәт комплексы системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр:
  • Әлибәков Самат Азамат улы – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы,
  • Ғәлимйәнов Наил Раил улы – район-ҡала ветеринария станцияһы начальнигы,
  • Передельская Валентина Петровна – “Рассвет” АХК-һы бухгалтеры,
  • Үҙәнбаев Марсель Фәрит улы – “Байҡара” агрофирмаһы директоры,
  • Демышева Ольга Федоровна – Баймаҡ икмәк заводының производство начальнигы.
Район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия түбәндәгеләргә тапшырылды:
  • Әхмәтйәнов Урал Әбүбәкир улы – Ленин исемендәге АХК-ның баш агрономы,
  • Божеховский Петр Максимович – “Толпар” ЯСЙ-һының баш агрономы,
  • Буранбаев Хәбир Әхәт улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һының баш инженеры,
  • Дәрминева Әнисә Сафа ҡыҙы – Ленин исемендәге АХК-ның баш бухгалтеры,
  • Иҫәнбаев Фәнил Кәбир улы – “Уңыш” АХК-һының баш агрономы,
  • Лукьянов Юрий Андреевич – МТС-тың эксплуатациялау буйынса инженеры,
  • Мичунов Михаил Иванович – БНИИСХ-ның Баймаҡ подразделениеһы директоры,
  • Мусин Әнүәр Харис улы – “Октябрь” АХК-һы бригадиры,
  • Никитин Петр Николаевич – “Рассвет” АХК-һының келәт мөдире,
  • Байғотлина Лилиә Нух ҡыҙы – ауыл хужалығы бүлегенең баш иҡтисадсыһы,
  • Сәйфуллина Альбина Ришат ҡыҙы – “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең әйҙәүсе зоотехнигы,
  • Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы – Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы урынбаҫары.
Хеҙмәт ярышы шарттары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” маҡтаулы таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәтсәндәр лайыҡ булды:
  • Әхмәтов Вәлит Хәлит улы – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
  • Баймөхәмәтов Марсель Минғәле улы – БНИИСХ-ның Баймаҡ подразделениеһы,
  • Балхин Закир Ғаҡиф улы – Ленин исемендәге,
  • Ғәббәсов Ислам Хәсән улы – МТС-тың Йылайыр бүлексәһе,
  • Дерябин Владимир Николаевич – “Аҡморон” АХК-һы,
  • Иҫәндәүләтов Мирғәле Закир улы – “Мырҙаҡаев” КФХ-һы,
  • Ишмырҙин Сәлим Гәрәй улы – “Байҡара” агрофирмаһы,
  • Ҡасҡынов Азат Хәйҙәр улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы,
  • Күсеев Айрат Нуретдин улы – Салауат исемендәге АХК,
  • Лотфуллин Мансур Миҙәхәт улы – “Уңыш” АХК-һы,
  • Маликов Азат Абдулла улы – “Новатор-Баймаҡ”,
  • Половой Юрий Васильевич – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
  • Рассадников Михаил Александрович – “Рассвет” АХК-һы,
  • Салихов Рәмил Фазулла улы – “Аҡморон” АХК-һы,
  • Тарасов Юрий Иванович – “Богачевка” ЯСЙ-һы,
  • Уразбаев Морат Нур улы – “Союз” ЯСЙ-һы,
  • Хәлилов Рим Зиннур улы – “Толпар” ЯСЙ-һы,
  • Хренов Александр Леонидович – “Күлтабан” МУП-ы,
  • Хөсәйенов Рәмил Вәкил улы – “Уңыш” АХК-һы,
  • Ямантаев Өлфәт Рәфҡәт улы – “Таналыҡ” АХК-һы,
  • Данилов Алексей Сергеевич – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
  • Ғәйнетдинов Булат Мәхейән улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы.

Тармаҡ – үҫеш юлында

Районда сауҙа һәм халыҡты көнкүреш
хеҙмәтләндереүе торошо тураһында


Сауҙа өлкәһе – районыбыҙ иҡтисадының иң мөһим тармаҡтарының береһе һанала. 2012 йылдың 1 сентябренә ҡарата районда 793 эшҡыуар һәм 55 предприятие теркәлгән. Хәҙерге көндә 429 берәмләп һатыу предприятиеһы, шул иҫәптән 275 магазин, 60 киоск, 91 павильон, 3 күмәртәләп һатыу базаһы, 13 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы бар. Ағымдағы йылдың алты айында берәмләп һатыуҙа тауар әйләнеше 845 миллион һум тәшкил итһә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында был күрһәткес 66 миллион һумға тиң.

Мөрәжәғәт ваҡытында ҡаралһын

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәтен ҡарау тәртибе тураһында”ғы законға ярашлы, граждандар мөрәжәғәттәрен электрон документ итеп тә ебәрә алыуы тураһында иҫкәртәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең электрон адресынан тыш, почта адресын да күрһәтә ала. Был яуап яҙма рәүештә килергә тейешле осраҡта эшләнә. Шулай уҡ граждандар мөрәжәғәтен Интернет аша, ә документтарының күсермәһен почта аша ебәреү хоҡуғына ла эйә. Бынан тыш кешеләр яуапты электрон вариантта алыуҙы ла талап итә ала.
 
Етәкселәр, яуаплы вазифа биләүселәр граждандарҙың мөрәжәғәтен ваҡытында йәки бөтөнләй ҡарамаған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла (биш мең һумдан ун мең һумға тиклемге штраф).

Хыялдарға хыянат итмәгеҙ

Баймаҡта дельтапланеристар
командаһы талап ителә


Баймаҡ күген дельтапланда гиҙгәндәрен күргәнегеҙ бармы? Әлбиттә, барҙыр. Бәлки, минең һымаҡ көнләшеүселәр ҙә осрар. Ни тиһәң дә күк йөҙөн иңләү, ҡош бейеклегенән донъяны байҡау һәр кемгә лә тәтемәй. Шуның өсөн дә бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалып, был шөғөлөн бөгөн дә ташламаған Урал Салихов менән осрашып, бихисап һорауҙарымды бирмәй булдыра алманым.

Редакция почтаһына күҙәтеү

Бергә ҡалайыҡ!

Хөрмәтле дуҫтар! Һуңғы өс ай эсендә генә беҙ һеҙҙән ике йөҙҙән ашыу хат алдыҡ. Улар араһында күңелгә үтеп ингән, уйға һалғандары ла, кәйефтәрҙе күтәреп ебәргәндәре лә, тарихи ваҡиғаларға таянып яҙылғандары ла бар ине. Хаттарҙың барыһы ла тиерлек гәзитебеҙҙә үҙ урынын алды. Ә бына аноним йәки аңлайышһыҙ итеп яҙылғандары архивҡа тапшырылды. Шулай уҡ бер нисә хатта төрлө проблема күтәрелеп, ойошма-предприятие етәкселәренә тикшерергә ебәрелде.
 
“Һаҡмар”ҙың йөкмәткеһен дә, киләсәген дә беҙҙең районда йәшәгән кешеләр билдәләй. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙ һәр саҡ беҙҙең менән бергә ҡалыр, яҡындарын, туғандарын да гәзитебеҙҙең дуҫтарына әүерелдерер, тип ышанабыҙ.
 
Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар”ҙа һеҙ ниндәй мәҡәләләр күрергә теләйһегеҙ, гәзиттең йүнәлеше ниндәй булырға тейеш, ә ниҙәр бөтөнләй оҡшамай? Ошо һәм башҡа тәҡдимдәрегеҙҙе хат аша йәки 3-11-43 телефоны аша еткерә алаһығыҙ. Шулай уҡ “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында әүҙем ҡатнашып, бүләктәр оторһоғоҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә!
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
хаттар һәм социаль тормош бүлеге мөдире. 

 

Алтын ғүмер юлы

Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Файза Зиннәт ҡыҙы менән Ғилмитдин Нуретдин улы Булатовтар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләне. Улар тыуған ауылдарында төйәкләнеп, ғәзиз ерҙәренән дәрт-дарман алып, тыуған яғынан йәм табып, бәрәкәтен арттырыуға көс һалып, ҡот өҫтәп йәшәүсе ғаиләләрҙең береһе.
 
Һәр бер ғаиләнең үҙенә генә хас тарихы була. Мәҫәлән, Файза апайға ата йылыһын, һөйөүен, уның көслө ҡулдарының күккә сөйөүен тойоп үҫергә тура килмәй. Атаһын Бөйөк Ватан һуғышының утлы ғәрәсәте алып китә. 1941 йылдың 1 ноябрендә донъяға килгән ҡыҙын да күкрәгенә ҡыҫып өлгөрә алмай ҡала.
 
Ни тиклем ғилемгә ынтылышы көслө булмаһын, Файза Зиннәт ҡыҙына уҡыуын артабан дауам итеү мөмкинлеге бирелмәй. Өҫтөнә кейергә кейем, туйғансы ашарға аҙыҡ етмәгәнлектән, Юлдыбай мәктәбенең 9-сы класын тамамлау менән тырыш ҡыҙ ауылдағы фермаға һауынсы булып эшкә төшә. Был хеҙмәткә ул 22 йыл тоғро ҡала.
 
Файза Зиннәт ҡыҙы һис шикһеҙ талант эйәһе. Уның һәләттәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ул шулай уҡ сәсәниә лә. Ижад иткән фәһемле лә, уҡымлы ла шиғырҙары гәзит биттәрендә йыш баҫылып сыға. Ә мандолина уйнап ебәрһә, берәү ҙә битараф ҡалмайҙыр ул. Ҡул эштәре лә төрлөлөгө менән хайран итә. Ул бәйләгән мамыҡ шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың яурынын биҙәй! Ауыл, район кимәлендәге сараларҙа күп яҡлы оҫта булыуы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
 
Ғилмитдин Нуретдин улы Булатовҡа ла ауыр бала саҡ йылдарын кисерергә тура килә. 4-се класты тамамлау менән колхозға эшкә төшә. Ямғыр-дауыл тип тормай, эҫе-һыуыҡҡа бирешмәй, ал-ял белмәй 46 йыл ферма малдарын көтә. Уның тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
 
Артыҡ байлыҡ артынан сапмаһалар ҙа, матур, етеш тормошта йәшәйҙәр Булатовтар ғаиләһе. Ауыл мөхите, башҡорт халҡына хас ябайлыҡ, киң күңеллелек –  тап ошондай сифаттар биҙәй ҙә инде был ғаиләне. Күҙ нурындай күреп үҫтергән өс балаһы – ғорурлыҡтары. Ғәҙәттә, кешеләр “замана балалары” тип зарланырға ярата. Әйтерһең Булатовтарға заман елдәре ҡағылмаған! Эшһөйәр, матурлыҡҡа ғашиҡ балалары ата-әсәләре өсөн өҙөлөп тора. Хатта үҙҙәренең балаларын да улар өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр. Был үҙе үк бәхет түгелме ни?! Тап ошондай минуттар тормошта осраған ауырлыҡтарҙы оноттора ла инде. Ғирфан, Рәзидә, Зилиә – хәҙер инде үҙҙәре үк атай, әсәй. 

Алтын ғүмер юлы кисергән ауылдаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлығын күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
 
Зөлфиә Мөхәмәтйәнова,
Әбделкәрим ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

 

Таулыҡайым – алтын бишегем

Алтынсы-етенсе быуаттарҙа Урта Азияла, Мөргәбә Үҙәне буйында, Бохара оазисында, “Башкурт” тауҙары итәгендә күсмә тормошта төрки ҡәбилә йәшәгән. Уларҙы бөрйәндәр (буржандар) тип йөрөткәндәр. Бөрйән ырыуы Монаш, Ямаш, Янһары, Байһары ҡәбиләләренән торған. Улар алтынсы быуатта Урал тауҙарында төбәкләнергә ҡарар итә. Ағиҙел буйҙары көтөүлектәр өсөн бик үк уңайлы булмағанлыҡтан, бөрйәндәр Һаҡмар йылғаһы буйына килеп сыға.
 
Тәбиғәт ошо төбәктә бигерәк бай, ифрат матур була. Тирә-яҡтағы тауҙар, болондар ҡара урман менән ҡаплана. Ҡарғалы йылғаһына тиклем ҡуйы ағаслыҡ, Һаҡмар буйы тал-тирәк, муйыл, ҡарағат, туғайҙарында томбойоҡло күлдәр ялтырай. Яңы ерҙәрҙе ныҡлап үҙләштереп тә өлгөрмәйҙәр, көҙгө һыуыҡтар килеп етә. Күсмә халыҡ малын ҡыуып, кире Бөрйән яҡтарына юллана. Йәйләүе еңел булһа ла, күсенеүе ауырға тура килә.
 
Йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булған ошо төбәккә беренсе булып Ҡазыр тигән кеше урынлаша. Уның биләмәләре Ҡана урмандарынан алып Ҡыҙыл далаларына тиклем йәйелә. Тиҙҙән Ҡазырҙың Ҡаратуҡай исемле улы тыуа. Аҡыллы егет ер-һыуҙы яратып үҫә, үҙ ырыуын, яҡташтарын бергә туплай, төрлө яҡтан килгән илбаҫарҙарҙан үҙ төбәген ҡурсалай.
 
Йылдар үткәс, Ҡаратуҡай олоғая. Ләкин уның ошо биләмәне, мал-тыуарын ҡалдырыу өсөн улы булмай.
 
Ауыл аҡһаҡалдары Әширәф Исхаҡов, Шиһап Ғәлин, Усман һәм Зәйнәғәбдин Баййегетовтарҙың һөйләп ҡалдырыуҙарына ҡарағанда, Ҡаратуҡай яуҙа йөрөгән саҡта тауҙар араһында етем сабыйҙы табып ала һәм өйөнә алып ҡайта. Бер-ике йәшлек был малайға Таулыҡай тип исем ҡуша.
Таулыҡай үҫә, өйләнә. Атаһы уға Һаҡмар йылғаһы буйындағы ҡалҡыулыҡта өй һалып бирә. Балалары тыуып, ғаиләһе ишәйгәс, шул тирәлә утар, аҙаҡ ауыл барлыҡҡа килә. Башта ул Ҡолторсаҡ, Ҡотлоюл тигән исемдәр менән йөрөтөлә, ә һуңынан Таулыҡай тип атала башлай.
 
Әле Таулыҡай ауылында 470-кә яҡын йорт бар, һәм унда 2800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ике ҡатлы бинала урынлашҡан ун бер йыллыҡ мәктәп, мәҙәниәт йорто, “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы, заманса йыһазландырылған фельдшерлыҡ пункты, мәсет һ.б. ауылыбыҙҙың йәме булып тора. “Иң төҙөк ауыл” республика конкурсында яуланған икенсе урын – бының төп дәлиле.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙы данлаусы билдәле шәхестәребеҙ ҙә бар. Улар – ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, йырсы Алһыу Бәхтиева, бейеүсе Нияз Баййегетов һәм башҡалар.
 
Вилә Сәйетова, БДУСИ-ның 4-се курс студенты.

 

Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә...


Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.
Рауил Бикбаев.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған хәтер кисәһе үтте. Сараның исеме “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” тип аталды. Кисә барышында шағирыбыҙҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, барлыҡ студенттарға, уҡытыусыларға күңелле ял минуттары бүләк иттек. “Йәйәүле Мәхмүт” моңһоу комедияһын сәхнәләштергәндә төп ролдәрҙә Йәмилә Аҡбулатова, Нур Юламанов, Ғәзиз Баймөхәмәтов тамашасы һөйөүен яулаһа, балалар өсөн яҙылған  “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?” хикәйәһен ҡуйғанда, Илмира Сафиуллина  Әлфиә ролен бик оҫта башҡарҙы.
 
Артабан “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” кисәһе сәхнәләштереү формаһында алып барылды. Әлфиәнең буй еткергән сағын һүрәтләп, уның иптәш ҡыҙҙары менән “Аулаҡ өй”гә йыйылғандарын күрһәттек. Ошо ваҡытта Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Сигеү сигә ҡыҙҙар” йырын йырланыҡ. Егеттәрҙең “Аулаҡ өйгә” йырлап килеп инеүҙәре, аҙаҡтан күңелле уйын ҡороуҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисәне Арыҫлан Килдейәров “Йылғалар төнөн һөйләшә” йыры менән тамамланы.
 
Сәхнәгә Мостай Кәримдең фотоһүрәтен ҡуйып, китапханасылар уның  биографияһы буйынса бик матур стенд булдырҙы. Шулай уҡ кисә барышында күренекле яҙыусыбыҙҙың наградалары, китаптары, ижад юлы тураһында мәғлүмәттәр сағылдырылды. Хәтер кисәһен музыкаль яҡтан биҙәүсе Данил Миңләхәт улына һәм Зилә Нуриман ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
“Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” хәтер кисәһенән һуң, уҡытыусылар менән анализ яһаныҡ. Ғөмүмән алғанда, был сара һәр кемгә лә оҡшаны. Уҡытыусылар тарафынан төрлө кәңәштәр булды. Мәҫәлән, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында драма түңәрәге асыу. Был   студенттарҙа башҡорт халҡының тарихына, сәнғәтенә хөрмәт, һөйөү тойғоһо тәрбиәләйәсәк.
 
Й. Аҡбулатова, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының башҡорт теле уҡытыусыһы.      

 

Гәзит уҡыусы...

...теләй

Беҙ йыл да гәзит-журналдарға әүҙем яҙылабыҙ. “Һаҡмар”ға быйыл алданыраҡ яҙылып, квитанциябыҙҙы ла ебәрҙек. Гәзит беҙгә бик ныҡ оҡшай. Бар яңылыҡтар менән танышып, башҡа мәҡәләләрҙе лә ҡыҙыҡһынып уҡып барабыҙ. Һеҙгә ысын күңелдән уҡыусыларығыҙҙың күп булып, “Һаҡмар”ҙың тиражы артҡандан-арта барыуын теләйбеҙ.
 
Мырҙагилдиндар ғаиләһе.
Ниғәмәт ауылы.
 

...хәбәр итә

Мин “Һаҡмар” гәзитен бик яратам. Уны бала саҡтан уҡ, “Ҡыҙыл Баймаҡ” сағынан, уҡыйым. Атайым мәрхүм почтальон булды. Шул гәзиттәр аша, мәктәпкә бармаҫ элек үк, уҡырға өйрәндем. “Һаҡмар” – матур йөкмәткеле, аңлайышлы баҫма, тик тәнҡит мәҡәләләре бик һирәк күренә. Элек етешһеҙлектәр тураһында яҙылһа, шунда уҡ тикшерелә һәм һөҙөмтәләре киләһе һанда бирелә ине. Мин биш-алты баҫмаға яҙылам. Шулай ҙа иң тәүҙә “Һаҡмар”ҙы ҡулға алам.
 
Ғәйшә Аллабирҙина, мәғариф ветераны.
 

...рәхмәт әйтә

Бар мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләгәндә, Аҡморонда ла байрам юғары кимәлдә үтте. Бының өсөн “Аҡморон” АХК-һы көр тана бүләк итте. Ауылыбыҙ ашханаһында был көндө етмешкә яҡын кеше йыйылды. Шулай уҡ биләмәгә ҡараған Мәмбәт, Аҡтау, Ҡаратал, Сәйғәфәр ауылдарында, халыҡ иҫәбенә ҡарап, ҡорбан ите таратылды. Ошондай изге байрамдар киләсәктә лә һәр ауылда матур һәм юғары кимәлдә үтһен ине.

Гөлназ АЗАМАТОВА,
ауыл биләмәһе башлығы.        
 
* * *
 
...Беҙ, Ишбирҙе ауылынан бер төркөм пенсионерҙар, йәмле Ирәндек тауы буйында ултырған өлкәндәр һәм инвалидтар дауаханаһында дауаланып ҡайттыҡ. Унда йәш һөйкөмлө табип Салауат Йыһангир улы Азаматов эшләй. Ул йәш булһа ла, шул тиклем ауырыуҙарҙы ентекләп ҡарай, кәңәштәрен бирә, дарыуҙарҙың кәрәклеһен генә яҙа. Артабан шәфҡәт туташтары шифалы ҡулдары менән кешеләрҙе дауалай. Был дауаханала дарыу-уколдар менән генә түгел, шифалы һүҙҙәр, матур мөғәмәлә менән дауалайҙар. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, бар хеҙмәткәрҙәр ҙә иғтибарлы, кешелекле-кеселекле булыуы менән айырылып тора. Шундай миһырбанлы кешеләрҙең барыһына ла ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
Гөлсирә ВӘЛИЕВА. 

...әрней

Урамда көн дә осраған ташландыҡ бесәй балаларын күреп күңел әрней. Кешеләрҙең миһырбанһыҙлығы йөрәкте өтә. Моғайын, бик тырышҡанда, шул мәхлүктәргә хужа табып булыр ине. Юҡ, киреһенсә, күҙе лә асылмаған йән эйәләрен юлға сығарып ырғыталар. Һеҙ шул рәүешле балаларҙы ҡаты бәғерлеккә, шәфҡәтһеҙлеккә өйрәтеүегеҙҙе аңламайһығыҙмы? Кескәй генә балалар бесәйҙәрҙе йәлләһә, һыйпарға ынтылһа, ҙурыраҡтары уларҙы типкесләп китә бит. Хайуандарҙы өлкәндәр урамға сығарып ташлағас, бәләкәйҙәр уларҙы шулай интектерергә ярай, тип уйлап үҫә. Артабан бындай ҡанһыҙ балалар кешегә лә, хатта ата-әсәһенә лә ҡул күтәрәүе ихтимал бит.
 
Зәлиә ӘМИРОВА.

 Яңылыҡтар

Юл яҡшырған

 Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Г.М. Азаматова әйтеүенсә, Баймаҡ ДРСУ-һының көсө менән Ҡаратал –Аҡморон юлы ремонтланған. Ике ауыл халҡы ла ошондай яҡшы эште башҡарған ДРСУ хеҙмәткәрҙәренә бик тә рәхмәтле. “Ремонтланған юлдан йөрөүе лә еңел, күңелдәр ҙә тыныс”, – ти кешеләр.
 

Ишмырҙала...

 Ишмырҙала Ҡорбан ғәйете ауылдың имам-хатибы Әмирхан Абыҙгилдиндың намаҙға саҡырыуынан, артабан вәғәздәр һөйләүенән башланды. Унан халыҡ Ҡорбан ашына йыйылды. Байрамды үткәреүҙә “Байҡара” агрофирмаһы, ауыл биләмәһе, урындағы эшҡыуарҙар—аҡсалата, табын әҙерләүҙә Таңһылыу Һағынбаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Табынға килә алмаған ҡарттар, ғәрип балаларға аш-һыу йорттарына таратылды.
 

...Хәсәндә – байрам 

 Хәсән ауылында Ҡорбан ғәйетен үткәреүгә БДУСИ директоры З.Ғ. Йәрмөхәмәтов ҙур ярҙам күрһәтте. Ул тыуған ауылында иман йорто төҙөү өсөн дә күп көс һала. Мәсетте төҙөкләндереү, газ үткәреү һ.б. уйҙар менән янған, мосолман байрамдарына ҙур иғтибар биргән З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа хәсәндәр бик тә рәхмәтле. 
 

Сәләмәт булғың килһә

 Ҡала бассейны һәм “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында кешеләргә һау-сәләмәт тормош алып барыу өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Көнитмешен спортһыҙ күҙ алдына килтерә алмағандар өсөн махсус абонемент тәҡдим ителә. Уның буйынса бассейнға, тренажер залдарына йөрөү арзаныраҡҡа төшә. 
 

Күңелле саралар көтөлә

 Ноябрҙә ҡаланың предприятие-ойошмалары араһында КВН уйындары үтәсәк. Ул Баймаҡтың – 75 һәм ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә. Күңелле сарала ҡатнашырға теләүселәр 1 ноябргә тиклем район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә заявка бирергә тейеш. Белешмә өсөн телефон – 3-16-37. 
 Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Мәсет төҙөлә

 Мерәҫ мәсетенә нигеҙ һалырға һәм төҙөргә ярҙам иткән “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаевҡа, МТС-тың Баймаҡ филиалы директоры А.Р. Хөсәйеновҡа, Баймаҡ урман хужалығы директоры Д.Д. Абдуллинға ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Уртаҡ көс, изге теләк-ниәт менән беҙҙең ауылда ла аҙан тауышы яңғырар.
 Хәмзә ХАФИЗОВ.

Ҡотлайбыҙ!

 Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Әбдрәхимов Шәүкәт Тәүфиҡ улы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Республика Хөкүмәте аппаратында – яңы состав


 


Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында башҡарма власть органдарын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башкортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары эшмәкәрлеге менән дә етәкселек итә.

Иман нурҙарын өләшкән тантана

 Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин вәғәз һөйләй.
Мосолмандарҙың изге, төп байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете район-ҡалала йыл һайын киң билдәләнә. Был матур көндө кешеләр ҡорбан сала, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, ярлы-фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтә.

ХЕҘМӘТ ЯРЫШЫНДА ЕҢЕҮСЕЛӘР

“Баймаҡ” ҒПБ-һының бер төркөм хеҙмәт алдынғылары
 (уртала – предприятие директоры М.Б. Салихов).
 
 2012 йылдың урып-йыйыу эштәре һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса район хеҙмәт ярышына йомғаҡ яһалды һәм унда түбәндәге хужалыҡтар еңеүселәр тип табылды:
  •  Ленин исемендәге АХК (рәйесе Ғ.Б. Сәлимов),
  •  “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (директоры М.Б. Салихов),
  •  “Рассвет” АХК-һы (рәйесе А.Б. Шәрипов),
  •  Октябрь ауылынан “Шәрәфетдинов” КФХ-һы (етәксеһе Шәрәфетдинов Айрат Алик улы),
  •  Сосновканан “Дилә” ЯСЙ-һы (етәксеһе Ғөбәйҙуллин Илдар Хәләф улы),
  •  Төркмәндән “Кәримов” КФХ-һы (етәксеһе Кәримов Мөҙәрис Йәноҙаҡ улы).
 Коллективтарға Диплом һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.

 Ю.П. Моряков исемендәге приз “Рассвет” АХК-һының баш агрономы Рәсүлев Радик Ғәйнислам улына тапшырылды. Уға күсмә кубок һәм аҡсалата премия бирелде.

 Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге призға “Уңыш” АХК-һы механизаторы Нурдәүләтов Кинйәбай Хафиз улы лайыҡ булды.

 Көҙгө ер эшкәртеү айлығы йомғаҡтары буйынса
түбәндәге хужалыҡ етәкселәре Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде:
  •  Сәлимов Ғәлим Булат улы – Ленин исемендәге АХК рәйесе,
  •  Салихов Марат Булат улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы директоры,
  •  Шәрипов Азат Булат улы – “Рассвет” АХК-һы рәйесе,
  •  Пономарев Александр Петрович – “Толпар” ЯСЙ-һы директоры,
  •  Трушин Николай Александрович – “Богачевка” ЯСЙ-һы директоры.

АВТОТРАНСПОРТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨНӘ

Йырҙы-моңдо юлдаш иткән ғаилә


 Баймаҡ автотранспорт предприятиеһында Морапталовтар ғаиләһе айырым урын биләй. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡына яҙыу мөмкин дә түгел. Һәр ғаилә ағзаһының яҙмышы был предприятие менән тығыҙ бәйле. Хужабикә Венера Ғиниәт ҡыҙы АТП-ла шәфҡәт туташы булып эшләй. Йорт хужаһы Шәфҡәт Ирғәле улы ла ошонда тиҫтә йылдар водитель булып эшләгәндән һуң, предприятиеның һынылыш осоронда ситкә эшкә сығып китергә мәжбүр була. Бөгөн ул «Башмедьстрой» ЯСЙ-һында водитель.
 
 Венера Ғиниәт ҡыҙы бала саҡта һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған. Үҙ эшенең оҫтаһы ул. Рейсҡа сыҡҡан һәр водитель һәм кондукторға медицина күҙәтеүе үткәрә. Улар пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы икәнен яҡшы аңлай. 
 Матур, татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ “Башавтотранспорт” ДУП-ының Өфө автотранспорт предприятиеһында кассир булып эшләй. Гүзәлиә менән Айгөл, улдары Ирназар ҡаланың 1-се мәктәбенең алдынғы уҡыусылары. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулап, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торалар.
 
 Йыр-моңдо юлдаш иткән матур ғаилә – сәхнә йондоҙҙары ла. Шәфҡәт ағайҙың баянда, синтезаторҙа уйнағанын, Венера апайҙың моңло тауышы менән йырлағанын күптәр һоҡланып, яратып тыңлай. Морапталовтарҙың ғаилә сығышын Баймаҡ, күрше район һәм республика сәхнәләрендә йыш күрергә мөмкин. Районда даими уҙып килгән төрлө конкурстарҙа ла улар алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө конкурс лауреаттары, дипломанттары. Яулаған уңыштарының кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре булған бихисап Почет грамоталары, Дипломдары өй түрен биҙәй. Шуларҙың береһе улар өсөн бигерәк тә ҡәҙерле: 2011 – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған район конкурсында ҡатнашып, еңеү яулағандары өсөн муниципаль район хакимиәте тарафынан тапшырылған Почет грамотаһы.
 
 Морапталовтар бөгөн дә сәхнәлә. Улар 24 октябрҙә Учалы ҡалаһында Автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған төбәк-ара конкурста Баймаҡ АТП-һы намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ғаилә 1-се урынды яуланы. Кисә Морапталовтар республика буйынса конкурста ҡатнашты.
 
 Венера Ғиниәт ҡыҙы уңған хужабикә лә. Ҡыҙҙары ла әсәһенә оҡшап уңған, егәрле. Ҡул эштәренә оҫта, бәйләргә яраталар. Ихатала ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Йорт-ҡуралары ла һәр саҡ бөхтә, йәмле. Был йортта шатлыҡ-ҡыуаныс мәңгелек ҡунаҡ.
 
 Йырҙы-моңдо юлдаш иткән Морапталовтар ғаиләһенә һүнмәҫ ижади ҡомар, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.

 Л. РАЗГИЛЕВА.
 Автор фотоһы.
 

Хеҙмәттәренән халыҡ ҡәнәғәт


  Районда Урал Хунафиндың исеме яҡшы таныш. Ул пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһендә 2008 йылдан алып яҡшы ғына уңыштарға өлгәшкән һәм тәжрибә туплаған эшҡыуар. 

ИҒТИБАР: ФЕДЕРАЛЬ КОНКУРС!

Конкурста ҡатнашығыҙ

 
 Моноҡалаларға ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Төбәкте үҫтереү министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 10 авгусында донъя күргән күрһәтмәһе буйынса “Төбәк – тотороҡло үҫеш” федераль проект-инвестиция конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итә. Конкурс “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-һы, Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы һәм башҡа ойошмалар тарафынан ойошторола. Конкурста торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу-канализация хужалыҡтары, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ауыл хужалығы, сәнәғәт, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләгән компаниялар ҡатнаша ала.

Пай еренә аҙ түләйҙәр...

Быйылғы шарттарҙа был насар түгел

 
 “Һеҙгә Урғаҙа ауылынан пенсионерҙар ғаиләһе – Буранбаевтар мөрәжәғәт итә. Һеҙгә үкенесле лә, үтенесле лә хат яҙырға булдыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә 2 йыл инде пай еребеҙҙе фермерҙар Илдус Ҡадыров менән Сынтимер Ибраһимовҡа ышаныс менән биргәйнек. Был егеттәр бигерәк әрһеҙләшеп киттеләр – һәр пай өсөн 3-әр центнер иген бирергә булдылар. Беҙ быға бер ҙә риза түгелбеҙ. Мал, ҡош-ҡорт көтәбеҙ, ә ашлыҡты һатып алырға тейешбеҙ. 
 Һуңғы осорҙа халыҡтың эскелеккә һабышыуы хафаға һала. Күптәр төшөнкөлөккә бирелеп, донъяһын да йүнләп көтмәй, малдарын да татарҙарға һатып бөттө. Был хәлгә кем сик ҡуйыр?

 
 Был хатҡа рәсми яуап алыу өсөн беҙ муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә һәм Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Улар бына нимә тип яуап бирҙе: 
 – Пайға килгәндә, уның хужаһы ерен кемгә биреү-бирмәүҙе үҙе хәл итә. Әгәр ҙә Буранбаевтар атап үтелгән фермерҙар ҡуйған хаҡ менән риза түгел икән, алдағы йыл улар пайын икенсе кешегә эшкәртеүгә бирә ала. Ә барыһы ла алдан төҙөлгән килешеү нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Быйылғы йылдың ҡоролоғон иҫәпкә алғанда, һәр пай өсөн 3 центнер иген бер ҙә насар түгел, киреһенсә, бик һәйбәт.

 “Икенсе мәсьәләгә килгәндә, һәр кем үҙ донъяһын үҙе төҙөй, электән эсеү менән мауыҡҡан бер үк кешеләр һаман да шуның менән булыша, – шулай тип яуап бирҙеләр урындағы ауыл биләмәһендә. – Беҙҙә, мәҫәлән, эшһеҙлек көслө тип әйтмәҫ инек. Урындағы хужалыҡта ла, МТС бүлексәһендә лә, фермерҙарҙа ла эшләргә була. Тырыштар электән аҡсаһын да тапты, донъяһын да көттө. Ғөмүмән, һәр нәмә кешенең үҙенән тора. Шуға ынтылайыҡ, киләсәгебеҙҙе үҙебеҙ төҙөйөк”.

ҒҮМЕР БУЙЫ УНЫ ЮҠҺЫНЫП, ТЕРЕЛӘРГӘ АРЫ БАРАҺЫ...

Район китапханаһында билдәле табип
Ф.Ш. Хисмәтуллинға арналған Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһе үтте

     
Һәр ғүмерҙең үҙ яҙмышы була,  
Һәр кемдең дә була тәҡдире,
Ахры тәҡдир үҙе ҡушҡанғалыр, 
Халҡың күңелендә һин тере. 
   
 Алпамышалай кәүҙәле ирҙең, нескә генә тәүге яҙ сәскәләрен тотоп, ҡот уйнап торған ишек алдында “Умырзая” йырын башҡарыуы ситтән күҙәткән кешегә сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та булып тойолор ине. Эйе, яттарға, ә Хисмәтуллиндар ғаиләһен белгәндәр был илаһи күренештән яҙ килеүен, Баймаҡ районының данлыҡлы хирург-табибы Фирғәт Шаһиғәле улының өҙөлөп яратҡан, нисәмә йылдар бергә йәшәгән Раҡия Саҙретдин ҡыҙына шул рәүешле мөхәббәтен белдереүен аңлап, һоҡланып баш сайҡап ҡуя. Рыцарҙар заманы әллә нисәмә быуаттар төпкөлөндә ҡалһа ла, Фирғәт ағай үҙенең тормош юлдашын ҡәҙерләй ҙә, һаҡлай ҙа белде. Эйе, белде, сөнки йөҙәрләгән кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, уларҙы әжәл ҡулынан тартып алып, яңы һулыш бүләк иткән Фирғәт Шаһиғәле улы ике йыл элек бар кешеләрҙе оло, уңалмаҫ ҡайғыларға һалып, ҡапыл вафат булды. 

Ғаиләм – ҡәлғәм

Розалина Ҡотлоғолова.
   Ошо көндәрҙә ҡаланың 105-се һөнәрселек лицейының тамашалар залында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Йәш ғаилә – 2012” конкурсы үтте. Унда ҡаланың иң өлгөр, һәр яҡтан алдынғы булып һаналған йәш ғаиләләре йыйылған ине.

Милли кейемдә – быуаттар сағылышы

Ҡурсаҡтарҙың кейеме һоҡландырҙы.
  Һәр халыҡтың йөҙөн уның тарихы ғына түгел, ә милли кейеме лә сағылдыра. Ата-бабаларыбыҙ, мәҫәлән, кешенең өҫ-башына ҡарап уның ниндәй ҡатламдан булыуын, баймы-ярлымы икәнлеген шунда уҡ билдәләгән.