1 нояб. 2012 г.

Акция дауам итә

Хөрмәтле дуҫтар!


“Һаҡмар”гәзитенә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы дауам итә. Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса уйыныбыҙҙың шарттарын тағы ла аңлатабыҙ. Бының өсөн иң яҡын урынлашҡан почта бүлексәһенә йүгереп барып, “Һаҡмар” гәзитенә яҙылырға һәм уның квитанцияһын беҙгә ебәрергә генә кәрәк. Артабан һеҙ беҙҙең бағыусыларыбыҙ әҙерләгән елле бүләктәрҙең отошонда ҡатнашасаҡһығыҙ. Һеҙҙең квитанцияғыҙ һәр уйында ҡатнашып, декабрь аҙағына тиклем бүләк отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ашығығыҙ! Беҙҙең менән бергә ҡалһағыҙ, төрлө мәғлүмәттәргә бай гәзиткә яҙылыуҙан тыш, бүләктәр алып та ҡыуанырһығыҙ.

Яңылыҡтар

Эльмира – БР Президенты стипендиаты!

10 октябрҙә Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетының тантаналар залында 2012/13 йылға исемле стипендиялар һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһын алыусылар наградланды. Исемлеккә уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттар, аспиранттар һәм докторанттар инде. БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетында “Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит” һөнәре буйынса 4-се курста уҡыған  Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы Эльмира Фәнил ҡыҙы Харрасова ла БР Президенты стипендиаты исеменә лайыҡ булды.

Башлыҡ кубогына ярыштар

Был аҙнаның шәмбеһендә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙенә волейболсыларҙы йыясаҡ. Бында хакимиәт башлығы кубогына волейбол буйынса район беренселеге уҙғарыла. Ярышта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 
А.ИШНАЗАРОВ.

Уҡыуҙар башланды

Ишмырҙа ауылының мәсетендә Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса уҡыуҙар башланды. Унда күбеһенсә мәктәп уҡыусылары белем ала. Сүрәләр, ғәрәпсә әлифба һәм намаҙ шарттарын өйрәтеүҙе бына бер нисә йыл инде хаҡлы ялдағы уҡытыусы Таңһылыу Яҡуп ҡыҙы Әфләтунова үҙ өҫтөнә алды.
Әмирхан Абыҙгилдин,
имам-хатип.

Иман нуры өләшә

Мерәҫ ауылында Ҡорбан ғәйете юғары кимәлдә үтте. Ҙур булмаған ауылда өс тиҫтәнән ашыу ғаилә ҡорбан салды. Мәктәп ашханаһында ауыл биләмәһе башлығы Т.М. Хафизова ярҙамы менән табын ойошторолдо. Ауыл халҡы һәр дини байрамды юғары кимәлдә үткәргән, йәштәргә, өлкәндәргә иман өләшкән имам-хатип Хәмзә Хафизовҡа бик тә рәхмәтле.
Д. Яхина,
ауыл китапханасыһы.

Ҡорбандарҙы иҫкә алып

Ишмырҙа мәҙәниәт йортонда сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған сара үткән. Унда Ярат, Ҡуянтау, Йылайыр, Бөрйәнйылға китапханасылары ла ҡатнашҡан. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәйәси репрессияға эләккән яҡташтарының яҙмышын тетрәндергес итеп сәхнәләштергән. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан фәһемле сара юғары кимәлдә үткән.

Ҡотлайбыҙ!

Ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендәге уңыштары өсөн Салауат исемендәге АХК механизаторы Кәримов Рәйес Хәмзә улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

* * *
Иген культуралары үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн РФ Ауыл хужалығы министрлығының Дипломы һәм бронза миҙалы менән бүләкләнделәр:
Шәрәфетдинов Айрат Алик улы – “Шәрәфетдинов” КФХ-һы башлығы,
Миңлебаев Барис Фәйрүз улы – “Миңлебаев” КФХ-һы башлығы.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Предприятиеның хеҙмәт алдынғыларынан
бер төркөм хужалыҡ рәйесе А.Б. Шәрипов менән

Көҙгө баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса “Рассвет” АХК-һы еңеүсе тип табылды һәм Диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде. Хужалыҡтың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары төрлө кимәлдәге хөрмәттәргә лайыҡ булды.
 
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Ҡалабыҙ матур булһын!


БРСУ эшселәре ҡала урамын таҙарта

Бөгөн ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылауға тулы әҙерлек бара. Байрамға әҙерлек сиктәрендә Баймаҡта ҙур эштәр көтөлә. Беҙ, баймаҡтар, уға ниндәй өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ?
 

Социаль карта алығыҙ


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 ғинуарында ҡабул иткән Ҡарары буйынса 1 ноябрҙән “Башавтотранс” ДУП-ының социаль транспорт карталары үҙ көсөн юғалта. Ошо көндән алып берҙәм юл йөрөү билеты тик Башҡортостан социаль картаһы буйынса рөхсәт ителәсәк.
 
Шуға күрә социаль ярҙам алған граждандарҙың был карталарҙы эшләтеү өсөн хеҙмәт һәм социаль яҡлау бүлегенә йәки “УралСиб” банкына мөрәжәғәт итеүе һорала. Ҡалған кешеләр шулай уҡ “УралСиб” банкына мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың социаль картаһын алыуы мөмкин.
 
Карта алыу өсөн паспорт, ИНН, мотлаҡ медицина страховкалауы полисы, пенсия страховкалауы таныҡлығы (СНИЛС), пенсия таныҡлығы, әгәр булһа, льготаға хоҡуҡ булыуын раҫлаған документтар һәм эске эштәр хеҙмәткәренең таныҡлығын алып килергә кәрәк.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-8180 (бушлай) телефоны буйынса белешергә мөмкин.

“Туған теленән оялған балалар үҫтереүҙән тыйылайыҡ...”


Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Унда район-ҡала советы депутаттары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, предприятие-ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, дин әһелдәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының бүлек мөдире, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Г.Г. Янбаеваның да килеүе, был ултырыштың мөһимлеген билдәләне.

1 ноябрь – суд приставтары көнө

Үҙ эшенең оҫтаһы булған ханым


Суд приставтары – дәүләт ҡоролошо өсөн бик тә кәрәкле, әммә ҙур көсөргәнешлекте талап иткән хеҙмәт. Хөкүмәт, граждандар алдында бурысы йыйылған кешеләр менән һөйләшеү, уларҙы закон буйынса яуапҡа тарттырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, ял-байрам тимәй, район буйлап рейдтарға сығыу... Был беҙгә ауыр хеҙмәттең күренгән генә өлөшө. Ә инде ҡағыҙ мәшәҡәттәре, отчеттар, һәр ҡарар өсөн яуап биреү һ.б. был эштә физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ кешеләр генә эшләй алыуын дәлилләй. Ошо йәһәттән беҙҙең Баймаҡ суд приставтарын тик ыңғай яҡтан телгә алырға була. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан һәм уның мөһимлеген аңлаған кешеләр эшләй.   

Маҡсатыбыҙ – ауыл хужалығын үҫтереү


“Россельхозбанк” ААЙ-һы капитал һәм актив суммалары күләме буйынса – дүртенсе, ә илебеҙҙең иң ҙур банктары араһында ышаныслылыҡ кимәле буйынса икенсе урынды биләй. Уның төбәктәрҙә 78 филиалы эшләй.

“Һеҙҙән яңы китаптар көтәбеҙ...” тине кисәлә ҡатнашыусылар


Азамат Тажетдинов сығышы менән шәхестәргә бай төбәк Алдар батыр, Хәмит сәсән, шағир-сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиевтар тыуған II Этҡол ауылынан. Ул һуғыш алып килгән донъялағы иң ауыр ҡайғыны – атайһыҙлыҡты татып үҫһә лә, донъя ауырлығы алдында баш эймәй. Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Азамат Әғзәм улы “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеменә, Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була. Ул – тыуған яҡтың тарихын, халҡын өйрәнеүсе, яҡташтарының исемен мәңгеләштереүсе. Китап уҡыусыларға Азамат Әғзәм улының “Беҙ – байымдар”, “Ел-дауылдар аша”, “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән”, “Шәһәрғәзе сәсән Ғәбдиев”, “Сәсәндәр иленә сәйәхәт”, “Ғүмерем ағыштары–ғаиләм яҙмыштары” китаптары яҡшы таныш. 2012 йылда иһә Юлыҡ ауылы халҡына ҙур бүләк булып “Оло юлда Юлыҡ” китабы донъя күрҙе.

Биттәрендә – данлы тарих эҙе

Ҡунаҡтар хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Үткән аҙнала Ҡолсора ауылында ошо ерҙә тыуып үҫкән ир уҙаманы, арҙаҡлы шәхес, хеҙмәт ветераны, "Һаҡмар" һәм "Башҡортостан" гәзиттәренең тоғро дуҫы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың "Данлы, ырыҫлы төйәгем" исемле китабының исем туйы үтте.
Матур итеп ойошторолған кисәгә баҫмала тасуирланған кешеләр, шулай уҡ мәрхүм булған Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, хеҙмәт батырҙарының вариҫтары, күренекле шәхестәр саҡырылды.

Колледжда тормош гөрләй!


Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора. Уҡыу студенттарҙан сыҙамлылыҡты, иғтибарлылыҡты, теүәллекте талап итеүгә ҡарамаҫтан, улар бар сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә студенттар икенсе ҡалалағы уҡыу йорттарында булып өлгөрҙө, белемдәрен  олимпиада һәм конференцияларҙа һынап ҡараны. Учалы ҡалаһында информатика буйынса үткән ярышта В.Грязев, И.Йәнбәков, Өфө ҡалаһында “Метрология, стандарт һәм сертификат” фәне буйынса конференцияла Урал Аллаяров ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. Ә Софья Собина менән Гөлсимә Хөбөтдинова Стәрлетамаҡта “Инженер графикаһы” фәненән үткән олимпиадала белемдәрен күрһәтеп, Почет грамотаһына эйә булды.