Страницы
14 нояб. 2012 г.
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр конференцияһы үтте
Полиция капитаны – Салауат Йәнбирҙин
Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәте юғары баһаланды
“Һаҡмар”ҙы – электрон почта аша!
Ауыр һәм кәрәкле хеҙмәт
Атайыбыҙға рәхмәт
Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап
Клиенттар залында |
Йәш шашкасы чемпиондар
Уйын дауам итә йәки “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!
9 нояб. 2012 г.
Яңылыҡтар
Грипҡа ҡаршы
Президент Гранты – темәстәргә!
Эстафета – Сәйғәфәрҙә
Башҡорт телендә уҡыйыҡ!
Профком рәйестәре иғтибарына!
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26, 106-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-11-71.
Мәғариф бүлеге.
Хроника
* * *
Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Ирмәкова Жанна Зөбәйер ҡыҙы тәғәйенләнде.
Ошоға тиклем район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы булып эшләгән Ишембәтов Ришат Вәкил улы биргән ғаризаһына ярашлы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.
Ауыл хеҙмәтсәне тәбрикләнәсәк
Бөгөн Өфөлә ҙур ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш була. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл хеҙмәтсәненә хөрмәт күрһәтеләсәк, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә тос өлөш индергән аграрийҙар бүләкләнәсәк.
Йорттар ремонтлана
Баймаҡ ҡалаһындағы бер нисә күп ҡатлы йорттоң ҡыйыҡтары яңыртылыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғандыр, моғайын. Улар капиталь ремонт яһау адреслы республика программаһына ингән. Йорттарҙа барған төҙөлөш эштәре менән беҙ ҙә таныштыҡ.
Юл ҡағиҙәләрен боҙһаң...
Һуңғы осор илдә, шул иҫәптән республикала ла, иҫерек килеш юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыу йыш теркәлә. Шуға күрә водителдәрҙе хәмер йоғонтоһонда авария ҡылған һәм кешенең һаулығына зыян килтергән өсөн РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы хөкөмгә тарттырыласағы тураһында иҫкәртәбеҙ. Әгәр фажиғәнең сәбәпсеһе машинала йөрөргә өйрәнеп йөрөүсе булһа, уның өсөн инструктор яуаплылыҡ тота.
Йәйәүлеләргә һөжүм башланды
Ҡыш яҡынлашҡан һайын көндәр ҡыҫҡара бара. Сәғәттең ҡышҡы ваҡытҡа күсеүенә лә өмөт һүнде. Иртәнсәк күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы. Ҡойонан ҡасып оло юлдың ситенән йүгерә-атлай мәктәпкә, эшкә ашыҡҡандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф артты. Юл уртаһына ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе машина менән төкөп китмәҫ өсөн бик һаҡ йөрөргә тура килә. Ә инде юғары тиҙлек яратыусылар, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тоймай елеүен генә белә. Мәктәптәрҙә дәресте һуңыраҡ башлау ҙа проблеманы хәл итмәйәсәк. Сәғәт 8-ҙән эшләгән ата-әсә балаһын мәктәпкә иртәрәк оҙата.
«Баймаҡ чупакабраһы»
тураһында имеш-мимештәр таралды
Һуңғы осорҙа Интернет селтәре “чупакабра” тигән бығаса билдәле булмаған йән эйәһенең ҡыҙырыуы, малға, атап әйткәндә, ваҡ малға һөжүм итеүе тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. Ярай, Интернетта ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәм ышанмаҫлыҡ юҡ-бар яҙыуҙарына беҙ күнегеп тә бөтөп барабыҙ инде. Ә бына киң мәғлүмәт сараларының да был теманы күтәреүе нисектер уйға һала, борсолдора. Хәйер, хәҙер Рәсәйҙең күп кенә матбуғат саралары ла, сенсация артынан ҡыуып, шундай шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар баҫырға әҙер генә тора.
Мал аҫраусылар иғтибарына!
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринар станцияһы белдереүенсә, урындарҙа кешеләр һәм хайуандар өсөн дөйөм айырыуса хәүефле ауырыуҙарға (бруцеллез, туберкулез, бешмә (ящур), ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе, себер язваһы, ҡотороҡ, лептоспироз) ветеринар-профилактика сараларынан тыш, ветеринария врачтарының хеҙмәте, “Түләүле ветеринария хеҙмәттәре ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 1998 йылдың 6 авгусында ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 898-се бойороғона ярашлы, түләүле. Был шулай уҡ БР Ветеринария идаралығының 2009 йылдағы бойороғона ла тап килә. Киләһе йылдан бындай төр хеҙмәттәргә хаҡтың үҙгәреүе көтөлә.
“Ғәйепһеҙгә ыҙа сиктек...”
Сәйәси золом ҡорбандары... Ғәйепһеҙгә ыҙа сиккән, ниндәйҙер ошаҡсыға ярай алмаған кешеләр... Уларҙың кемеһелер заманына күрә етеш йәшәй, ә бәғзеһе бигерәк тура һүҙле була. Колхоз-совхоз активистары ла был исемлекте тулыландыра, “планды” тултырырға ярҙам итә.
Ошо көндәрҙә район китапханаһында район хакимиәте менән берлектә “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” исемле золом ҡорбандары балалары – Ғәлиә Әминева, Гөлсирә Абдуллина, Менәүрә Сәйфуллина, Хәйерниса Нурмөхәмәтова, Раҡия Кәримова, Әхәт Мостафин, Фазулла Сарин, Әхиәр Исхаҡов һәм Хәлфетдин Ишморатов менән осрашыу кисәһе үтте. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, ҡаланың 105-се профессиональ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова һәм уның студенттары ҡатнашты.
8 нояб. 2012 г.
Партияның тоғро һалдаты
...1958 йылда яңы ғына Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған ике йәш белгес – Минира һәм Тимерғәле Арыҫланғәлиндар Түбә ҡасабаһындағы 2-се һанлы башҡорт урта мәктәбенә уҡытырға киләләр. Тимерғәле Абдрахман улы – физиканан, Минира Ғәләүетдин ҡыҙы математиканан белем бирҙеләр. Мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов йәш белгестәрҙе ихлас ҡаршы алып, һәр яҡлап та ярҙам итергә тырышты.
“Ҡотҡар мине, әсәй!..”
Район-ҡалала аҙна һайын тиерлек үҙ-үҙен үлтереү йәки үлтерергә маташыу теркәлә. Улар араһында эскелеккә һабышҡан, тормош мәғәнәһен юғалтҡандар ғына түгел, ә үҫмерҙәрҙең, хатта балаларҙың да осрауы хафаға һала.
5 нояб. 2012 г.
Матбуғат – 2013
Ҡаҙҙар – Мерәҫкә осто...
Шулай итеп, Мерәҫтән М.Әйүпов – 10 ҡаҙ бәпкәһе, Йомаштан Х.З. Әбдрахманова – бер батман бал, Темәстән Альбина Дәүләтбаева – сәй сервизы, Мерәҫтән Хөрмәт Рыҫмөхәмәтов 2013 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү бәхетенә эйә булды. Уларҙың приздарын редакциянан килеп алыуы һорала. Был бүләктәрҙе Г.З. Байрамғолова, В.В. Әминев, Беренсе Этҡол биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова әҙерләгән ине.
Хөрмәтле дуҫтар! 16 ноябрҙә 5 тонна ҡырсынташ (ДРСУ), 5 центнер һоло (“Алғаҙы” ЯСЙ-һы), сәй сервизы (Түбә ауыл биләмәһе), электр ит үткәргесе (“Баймаҡ ПМК-һы”), бассейнға бушлай йөрөү өсөн абонемент (спорт комитеты), 2013 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау уйнатыласаҡ.
Ашығығыҙ! Гәзитебеҙгә бөгөн үк яҙылып, квитанцияғыҙҙы ебәрһәгеҙ, декабрь аҙағына тиклем елле бүләктәрҙе отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. “Һаҡмар” ҙа, приздарыбыҙ ҙа тик һеҙҙең өсөн, дуҫтар!
Ҡыуаныстарға сорналып
Бәхетле Әфләтуновтар ғаиләһе |
Депутаттарға яңы бурыстар билдәләнде
Баймаҡ телевидениеһы – иң яҡшыһы!
Телеконкурс еңеүсеһе – Әлфиә Түләкова |
Ғөмүмән, Баймаҡ телевидениһы хеҙмәткәрҙәренең эше республикала юғары баһалана һәм улар иң яҡшылар рәтендә килә. Тележурналистарыбыҙға киләсәктә лә юғары уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Байрам имен үтһен!
- Баймаҡ эске эштәр бүлегенә – 02, 2-16-54,
- дежур хеҙмәткә – 01, 3-11-62,
- ”Ышаныс телефоны”на – 8 (34751) 2-26-85, 8 (347) 128 шылтыратыуығыҙ һорала.
Һорауҙарығыҙ булһа
2012 йылда үткән көҙгө хәрби саҡырылыш буйынса һорауҙарығыҙ булһа, “ҡыҙыу линия”ның түбәндәге телефондарына шылтырата алаһығыҙ:
- БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлеге – 8 (34751) 3-16-11, 3-10-94,
- Баймаҡ муниципаль район хакимиәте – 8 (34751) 3-14-47, 3-16-47,
- Баймаҡ районының эске эштәр бүлеге – 8 (34751) 3-15-26,
- Баймаҡ районы прокуратураһы – 8 (34751) 2-26-61,
- БР Хәрби комиссариатының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы, граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу – 8 (347) 253-13-48,
- Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе – 8 (347) 228-02-92,
- Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8 (347) 250-05-10,
- Ашығыс психологик ярҙам күрһәтеү – 8 (347) 273-09-00.
Х. Хәмитов, БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы.
Документтар ҡабул ителә
Муниципаль район хакимиәтенең 101-се кабинетына мөрәжәғәт итергә, тел. 3-17-46.
Проблемаларҙың хәл ителешен көтәбеҙ
Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең олпат юбилейын билдәләйәсәк. Беҙ оло тантананы ҡаршы алырға әҙерме? Был олпат датаны билдәләүгә ниндәй өлөш индерәсәкбеҙ? Тағы ла ниндәй эштәрҙең башҡарылыуын теләр инегеҙ? Ошо һорауҙарҙы баймаҡтарға йүнәлттек.
Ә.З. Сәйғәфәров, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе:
– Баймаҡ бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә. 1971 йылда ҡалаға күсеп килгәндә, саң-туҙандар уйнап тора ине, үҫеп ултырған ағастар ҙа булманы. Бөгөн ул бөтөнләй икенсе һулыш менән йәшәй. Йорттар ҡалҡып сыға, юлдар төҙөлә, йәшелләндереү буйынса ла байтаҡ саралар күрелә.
Бәлә булмаһын өсөн
“Газ-Сервис” ААЙ-һы газ менән хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса сираттағы айлыҡты үткәрә. Уға ярашлы, ҡыш алдынан көнкүрештә “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланыу, газ ҡоролмаларын дөрөҫ эксплуатациялау мөһимлеге тураһында иҫкәртәбеҙ.
Намыҫлы тормош юлы
Байым ауылы үҙенең бай тарихы, атаҡлы шәхестәре менән дан тота. Ғалим һәм яҙыусы Мөхтәр Байымов, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Абдрахман Зарипов, БР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Рәсүл Мөхәмәтйәнов, мәшһүр ҡурайсы һәм бил бирмәҫ көрәшсе Шәкирйән Ғәлин, производствоны оҫта ойоштороусы Рәсих Байымов кеүек арҙаҡлы уҙамандары менән билдәле был төбәк.
Эш хаҡы түләмәһәләр
– Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн етәксе тотҡарлаған сумманы процент менән ҡайтарып бирергә тейеш. Проценттар эш биреүсенең ғәйеп кимәленә ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ хеҙмәткәр эш хаҡын алғанға тиклем эшен туҡтатыу хоҡуғына ла эйә. Бының хаҡта РФ Хеҙмәт кодексының 142-се статьяһында әйтелгән. Шулай уҡ ошо Кодекстың 5.27-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, етәксегә бындай хоҡуҡ боҙған өсөн административ штраф һалына. Бынан тыш эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған. Граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән Баймаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт итә ала.
Балаларҙы һаҡлайыҡ!
Районда “Иғтибар – балалар!” профилактик операцияһы бара
Баймаҡ районында балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул ваҡытында күҙәтелә. Балаларҙың буш ваҡыты күп булыуы, уны нисек үткәрергә белмәүе, ата-әсәләрҙең уларҙы контролдә тотмауы төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә-ҡазаға килтерә.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы юл-транспорт хәл-ваҡиғаларынан һаҡлау өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төрлө профилактик саралар үткәрә. Шуларҙың береһе – 24 октябрҙән 8 ноябргә тиклем иғлан ителгән “Иғтибар – балалар!” операцияһы.
Балағыҙ имен-һау булһын, төрлө аварияларға тарымаһын өсөн уны мәктәпкә тиклем оҙатығыҙ. Әгәр үҙегеҙҙең ваҡытығыҙ булмаһа, быны туғандарығыҙ, өлкән класс уҡыусылары эшләһен. Машина юлын үткәндә бәләкәскә һәр саҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, иғтибарлы булырға саҡырығыҙ. Балағыҙ алдында, машина юҡлығына һылтанып, светофорҙа ҡыҙыл ут янғанда юлды үтмәгеҙ. Кескәй быны шунда уҡ күңеленә һеңдерәсәк һәм һеҙ янында булмағанда хәүефле аҙымығыҙҙы ҡабатлаясаҡ.
Ғаиләгеҙҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү, өйрәтеүгә ҙур иғтибар биреү ғәзиз балаларығыҙҙы бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалыр.
Р. АҠҠУЖИН, ЮХХДИ инспекторы.
1 нояб. 2012 г.
Акция дауам итә
Хөрмәтле дуҫтар!
Яңылыҡтар
Эльмира – БР Президенты стипендиаты!
Башлыҡ кубогына ярыштар
А.ИШНАЗАРОВ.
Уҡыуҙар башланды
Әмирхан Абыҙгилдин,
имам-хатип.
Иман нуры өләшә
Д. Яхина,
ауыл китапханасыһы.
Ҡорбандарҙы иҫкә алып
Ҡотлайбыҙ!
* * *
Шәрәфетдинов Айрат Алик улы – “Шәрәфетдинов” КФХ-һы башлығы,
Миңлебаев Барис Фәйрүз улы – “Миңлебаев” КФХ-һы башлығы.
Хеҙмәт ярышында еңеүселәр
Предприятиеның хеҙмәт алдынғыларынан бер төркөм хужалыҡ рәйесе А.Б. Шәрипов менән |
Көҙгө баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса “Рассвет” АХК-һы еңеүсе тип табылды һәм Диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде. Хужалыҡтың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары төрлө кимәлдәге хөрмәттәргә лайыҡ булды.
Ҡалабыҙ матур булһын!
БРСУ эшселәре ҡала урамын таҙарта |
Бөгөн ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылауға тулы әҙерлек бара. Байрамға әҙерлек сиктәрендә Баймаҡта ҙур эштәр көтөлә. Беҙ, баймаҡтар, уға ниндәй өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ?
Социаль карта алығыҙ
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-8180 (бушлай) телефоны буйынса белешергә мөмкин.
“Туған теленән оялған балалар үҫтереүҙән тыйылайыҡ...”
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Унда район-ҡала советы депутаттары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, предприятие-ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, дин әһелдәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының бүлек мөдире, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Г.Г. Янбаеваның да килеүе, был ултырыштың мөһимлеген билдәләне.
1 ноябрь – суд приставтары көнө
Үҙ эшенең оҫтаһы булған ханым
Суд приставтары – дәүләт ҡоролошо өсөн бик тә кәрәкле, әммә ҙур көсөргәнешлекте талап иткән хеҙмәт. Хөкүмәт, граждандар алдында бурысы йыйылған кешеләр менән һөйләшеү, уларҙы закон буйынса яуапҡа тарттырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, ял-байрам тимәй, район буйлап рейдтарға сығыу... Был беҙгә ауыр хеҙмәттең күренгән генә өлөшө. Ә инде ҡағыҙ мәшәҡәттәре, отчеттар, һәр ҡарар өсөн яуап биреү һ.б. был эштә физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ кешеләр генә эшләй алыуын дәлилләй. Ошо йәһәттән беҙҙең Баймаҡ суд приставтарын тик ыңғай яҡтан телгә алырға була. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан һәм уның мөһимлеген аңлаған кешеләр эшләй.
Маҡсатыбыҙ – ауыл хужалығын үҫтереү
“Россельхозбанк” ААЙ-һы капитал һәм актив суммалары күләме буйынса – дүртенсе, ә илебеҙҙең иң ҙур банктары араһында ышаныслылыҡ кимәле буйынса икенсе урынды биләй. Уның төбәктәрҙә 78 филиалы эшләй.
“Һеҙҙән яңы китаптар көтәбеҙ...” тине кисәлә ҡатнашыусылар
Азамат Тажетдинов сығышы менән шәхестәргә бай төбәк Алдар батыр, Хәмит сәсән, шағир-сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиевтар тыуған II Этҡол ауылынан. Ул һуғыш алып килгән донъялағы иң ауыр ҡайғыны – атайһыҙлыҡты татып үҫһә лә, донъя ауырлығы алдында баш эймәй. Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Азамат Әғзәм улы “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеменә, Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була. Ул – тыуған яҡтың тарихын, халҡын өйрәнеүсе, яҡташтарының исемен мәңгеләштереүсе. Китап уҡыусыларға Азамат Әғзәм улының “Беҙ – байымдар”, “Ел-дауылдар аша”, “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән”, “Шәһәрғәзе сәсән Ғәбдиев”, “Сәсәндәр иленә сәйәхәт”, “Ғүмерем ағыштары–ғаиләм яҙмыштары” китаптары яҡшы таныш. 2012 йылда иһә Юлыҡ ауылы халҡына ҙур бүләк булып “Оло юлда Юлыҡ” китабы донъя күрҙе.
Биттәрендә – данлы тарих эҙе
Ҡунаҡтар хәтирәләре менән уртаҡлаша. |
Үткән аҙнала Ҡолсора ауылында ошо ерҙә тыуып үҫкән ир уҙаманы, арҙаҡлы шәхес, хеҙмәт ветераны, "Һаҡмар" һәм "Башҡортостан" гәзиттәренең тоғро дуҫы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың "Данлы, ырыҫлы төйәгем" исемле китабының исем туйы үтте.
Матур итеп ойошторолған кисәгә баҫмала тасуирланған кешеләр, шулай уҡ мәрхүм булған Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, хеҙмәт батырҙарының вариҫтары, күренекле шәхестәр саҡырылды.
Колледжда тормош гөрләй!
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора. Уҡыу студенттарҙан сыҙамлылыҡты, иғтибарлылыҡты, теүәллекте талап итеүгә ҡарамаҫтан, улар бар сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә студенттар икенсе ҡалалағы уҡыу йорттарында булып өлгөрҙө, белемдәрен олимпиада һәм конференцияларҙа һынап ҡараны. Учалы ҡалаһында информатика буйынса үткән ярышта В.Грязев, И.Йәнбәков, Өфө ҡалаһында “Метрология, стандарт һәм сертификат” фәне буйынса конференцияла Урал Аллаяров ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. Ә Софья Собина менән Гөлсимә Хөбөтдинова Стәрлетамаҡта “Инженер графикаһы” фәненән үткән олимпиадала белемдәрен күрһәтеп, Почет грамотаһына эйә булды.