Страницы

30 нояб. 2011 г.

Айыҡ ауыл – 2011


«Конкурста еңәсәгебеҙгә ышанабыҙ», – ти ғәҙелбайҙар

«Айыҡ ауыл» акцияһында ҡатнашырға теләк белдергән ғәҙелбайҙарға сәйәхәтебеҙ баштан уҡ ҡыуаныстарҙан башланды. Беренсенән, ҡар әҫәре күрмәгән Баймаҡтан һуң, Ғәҙелбай серле ҡар иле булып күренде. Икенсенән, Беренсе Этҡол биләмәһе халҡы ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматованың тәҡдиме менән “Һәр өйгә – “Һаҡмар” гәзите!” акцияһын иғлан итеп, район гәзитенә әүҙем яҙылыуҙы ойошторған икән. 


Гөлнур Йыһанур ҡыҙына участка полицейскийы менән берлектә рейдҡа сығып, эскән, насар йәшәгән ғаиләләрҙә йөрөп сығырға кәрәклеге тураһында белдереп, үҙем бындай рейдтарға тормош ҡыуанысынан мәхрүм булып йәшәгән кескәйҙәр өсөн кәнфит, уйынсыҡтар алырға кәрәклеге тураһында уйлайым. Ауыр уйҙар менән ауыл биләмәһе башлығының ниҙәр әйткәнен ишетмәй ҙә ҡалам. Уның Ғәҙелбайҙа «ҡара исемлек»кә ингән ғаиләләрҙең булмауы тураһында һөйләүен аңлап, аптырап ҡалдым. “Нисек инде юҡ?” – тигән һорауым саҡ телемдән ысҡынманы. Кеше яҡшыға тиҙ өйрәнә, тиһәләр ҙә, насарлыҡҡа ла күнегеп китә икән. Районыбыҙҙа уңған, эшлекле, күркәм халыҡ йәшәһә лә, араһында алама йәшәү рәүешен һайлап, балаларын ыҙалы тормошҡа дусар итеүселәр ҙә бар. Бындай ҡара күренеш Ғәҙелбайҙа ла барҙыр, тип уйлағайным.

Ғәҙелбайҙа – иң төҙөк урам!

Ауылдың старостаһы Фирғәт Байғәле улы Әсәнов менән ауыл тормошо, ауылдаштары тураһында йәнле һөйләшеү күңелемдә матур хистәр ҡалдырҙы. Фирғәт Байғәле улы – тыуған ауылында төпләнгән бәхетле кешеләрҙең береһе. Ғүмер буйы колхозда тырышып эшләп, тормош юлдашы Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы менән 4 балаға матур тәрбиә биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған. 


“Республикала “Айыҡ ауыл – 2011” конкурсы иғлан ителгәс, беҙ халыҡ менән клубҡа йыйылдыҡ. Маҡсатыбыҙ – ошо акцияға ҡушылыу ине. Төрлө яҡлап һөйләшкәндән һуң, ғәҙелбайҙарҙың был бәйгелә ҡатнашыу ғына түгел, ә еңеп сығыуы ла ихтимал тигән уртаҡ фекергә килдек. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең алда ҙур сара – Шәжәрә байрамын үткәреү бурысы бар ине. Ошо һәм “Айыҡ ауыл – 2011” конкурсын уҙғарыу өсөн махсус эш планы ҡабул иттек. Ауылыбыҙҙы тағы ла төҙөкләндерергә, матурларға кәрәк, тигән фекергә килдек. Әлбиттә, тырышлығыбыҙ, тәү сиратта, үҙебеҙ өсөн кәрәк ине. Шулай ҙа быйыл Ғәҙелбайҙың Мәктәп урамына “Райондың иң төҙөк урамы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе оло ғорурлыҡ хистәрен уята. Алты “Өлгөлө ғаилә”, алты “Өлгөлө йорт” билдәләнде. Әлбиттә, был маҡтаулы исемде алыу өсөн бар ауылдаштарым ныҡлап тырышты, конкурстарҙа дәррәү ҡатнашты. Бер кемде лә үпкәләтмәҫ өсөн, махсус комиссия төҙөп, һәр йортто ҡарап сыҡтыҡ. Кешеләр өйҙәрен төҙөкләндереп, сағыу төҫтәргә буяп, төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерҙе. Шуға күрә беҙгә еңеүселәрҙе билдәләүе бик ауыр булды”, – тип һөйләне Фирғәт Байғәле улы.

Ысынлап та, Ғәҙелбай ауылы матур, төҙөк урамдары, йорттарының ҡабатланмаҫ сағыу төҫтәре менән айырылып тора. Уларға береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтөү, сәмләнеп, дәртләнеп йәшәү хас. Бер-береһенә таяныс булып, сәмләнеп йәшәгән кешеләргә нисек һоҡланмайһың?!

«Ҡатындар эсмәһә, ирҙәр ҙә айныға...»

Ғәҙелбайҙар үҙҙәренең шәжәрәһе менән хаҡлы рәүештә ғорурланған кеүек, матур кешеләре менән дә һоҡлана. Шундай күркәм холоҡло апайҙарҙың береһе ул – Көнһылыу Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова. Ул 38 йыл фельдшер булып эшләп, әллә күпме сабыйҙарға донъяға килергә ярҙам итә, кешеләрҙең ғүмерен ҡурсалап алып ҡала. Көнһылыу апайҙың әсәһе, өләсәһе имсе, үләндәр менән дауалаусы була. Көнһылыу Зәйнулла ҡыҙы ла бәпәйгә уҙа алмаған ҡатындарға ярҙам итә, шифалы һылауы һ.б. дауалай.

Көнһылыу Зәйнулла ҡыҙын аҡыллы ҡәйнә булараҡ та өлгө итеп ҡуялар. Улар килене Миләүшә менән бына 12 йыл инде бергә ғүмер итәләр. Улы Радмир колхозда эшләй. Ейәндәре Дамир һәм Заһир ғаиләнең ҡото ла, шатлығы ла. Көнһылыу апай уңған килененә ҡыуанып бөтә алмай.

“Ҡайһы бер ауылдар “эскелек һаҙлығына баттыҡ” тип зар илағанда, ғәҙелбайҙарҙың айыҡлыҡ сере нимәлә икән?” – тигән һорауға, Көнһылыу Зәйнулла ҡыҙы: “Эскесе ҡатын-ҡыҙҙарҙың булмауында, тип уйлайым. Сөнки беҙ – донъя тотҡаһы. Әгәр ҡатын-ҡыҙ тәртипле, донъя көтөргә ынтылышы бар икән, ир кеше лә тырыша, тапҡанының тиненә тиклем йортона алып ҡайта. Хәҙерге тормош шул тиклем матур бит ул, ҡәҙерен генә бел. Бына беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар Баймаҡ баҙарына барып, һөт-ҡаймаҡ, май, ит һ.б. һатып, аҡса эшләй. Ғөмүмән, ауылдаштар мал үрсетергә, унан табыш алып йәшәргә ынтыла. Ауыл ерендә шунһыҙ булмай. Беҙ ҡайһы саҡта, ауылда йәшәп тә мал көтмәгән, һау кешеләр тураһында ишетеп-белеп, аптырайбыҙ. Ғаиләң һәр саҡ туҡ булһын, балаларың аҡтан өҙөлмәһен тиһәң, ялҡаулығыңды еңеп, эшкә тотонорға кәрәк. Ә маҡсаты булған, донъя көтөү менән мәшғүл кешенең эсергә ваҡыты ҡалмай ул. Шуға күрә Ғәҙелбайҙа урамда иҫерек ҡатынды түгел, ирҙе лә күрмәҫһең”, – тип яуап бирҙе.

Дин тотҡан, биш намаҙын ҡалдырмаған Көнһылыу апай өлгөлө әсәй һәм ҡәйнә, хәстәрлекле өләсәй, ихтирамға лайыҡ ауыл ағинәйе булып йәшәй. Ғөмүмән, матур саралар үткәргән, ауылы өсөн янып тормош көткән гүзәл заттар Ғәҙелбайҙа бик күп. Хөснә Рыҫбаева, Гөлсинә Йортбәкова, Әлиә Барлыбаева, Миңлегөл Ғәлина, Гөлнара Йәндәүләтова, Көнһылыу Байрамғолова, Зөлфирә Ҡасҡынова һ.б. нәҡ шундайҙар рәтенә инә.

Көмөшкәселәр ҡайҙа булған?

Һәр ауылда, ҡаланың һәр урамында көмөшкә һатыуҙы кәсеп иткән кешеләр барлығы мәғлүм. Уларҙы хоҡуҡ һаҡсылары тотоп, “аппаратын” тартып алыуы, штраф һалыуы, йәмәғәт ойошмаларының рейд яһап оялтыуы, эштәренең комиссияға ҡуйылыуы ла туҡтата алмай. Шуға күрә Ғәҙелбайҙа көмөшкәселәрҙең булмауы ғәжәпләндерҙе. “Бар ине бер-ике кеше. Беҙ уларҙың ҡара эшен Шәжәрә байрамы алдынан уҡ туҡтаттыҡ. Хәҙер көмөшкә һатҡандары һиҙелмәй”, – тине миңә ауыл аҡһаҡалдары.

Беҙҙе ҡапсыҡта йәшереп булмаған кеүек, ауылда ла аҫтыртын эштәр алып барып булмайҙыр. ул. Шуға күрә Ғәҙелбайҙа, ысынлап та, ауылдаштарын ағыулап, байырға ынтылыусылар юҡтыр.

Килендәрен ҡыҙындай күреп

“Был ауылда килендәрен – ҡыҙы, ҡәйнәләрен әсәһе кеүек ҡабул иткән ҡатындар йәшәй. Шуға күрә мин ғәҙелбайҙар өсөн һәр саҡ тынысмын. Тәрбиә, ҙур тормошҡа дөрөҫ юл һайлау – ғаиләлә башлана. Ә олоно – оло, кесене – кесе тип белгән ғаиләләрҙә, әлбиттә, матур балалар үҫә. Шуға күрә ғәҙелбайҙарҙың яҡшыға, айыҡ аҡылға ынтылыуы тик хуплау һүҙҙәренә лайыҡ”, – тине Г.Й. Азаматова.

Ысынлап та, татыу ауыл кешеләре төрлө саралар үткәреп (мәҫәлән, тиҙҙән уларҙа “Ҡәйнә һәм килен” конкурсы үтәсәк), ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй. Беҙ унда барып, көндөҙ ауыл мәктәбе халыҡ менән тулы булыуына ғәжәпләндек. Баҡһаң, ҡаланан фотограф саҡыртып, ауыл ағинәйҙәрен стенд өсөн фотоһүрәткә төшөрөү менән мәшғүлдәр.

Мәктәп директоры Ибраһим Исҡужа улы Фәйзуллин балаларҙың уҡырға ынтылышы, алдарына маҡсат ҡуя белеүҙәре менән айырылып тороуын билдәләп китте. “Эскесе ғаиләлә тәрбиәләнгән бала шунда уҡ күҙгә ташланыр ине. Уларҙың дәресе әҙерләнмәй, өҫ-башы бысраҡ була бит инде. Юҡ беҙҙә ундай уҡыусылар. Һәр ата-әсә балаһының яҡшы өлгәшеүе өсөн тырыша. Төрлө саралар, ярыштар үткәргәндә өлкәндәр үҙҙәре ярышҡандай сәмләнеп китә”, – тине.

Әлбиттә, “Айыҡ ауыл” акцияһы сиктәрендә Ғәҙелбайҙа төрлө профилактик саралар, матур эстәлекле, фәһемле кисәләр ҙә үткәрелә. Мәктәп уҡыусыларына ла хәмер, наркотиктар, тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында аңлатыла. Ә һәр ауылда бар изге эштәрҙең башланғысында уҡытыусылар, клуб хеҙмәткәрҙәре йөрөй.

Миңлегөл Дәүләткирәй ҡыҙы Ғәлина ауыл йәштәре менән әүҙем эш алып бара. Кешелектең киләсәге булһын өсөн ҡыҙҙар һәм егеттәр һау-сәләмәт йәшәргә тейеш икәнлеген аңлата ул.

Оҙайлы йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән Хөснә Әнүәр ҡыҙы Рыҫбаева ла ауылдаштарының “Айыҡ ауыл – 2011” конкурсына ҡушылыуына шатланыуын белдерҙе. “Әлбиттә, бындай мөһим саралар кәрәк. Кешеләрҙең сәмен уятып булһа ла, уларҙы хәмерһеҙ кәйеф-сафа ҡорорға өйрәтеү мөһим. Өлкәндәрҙән бигерәк, йәштәрҙе иҫерткес эсемлектәрҙән һаҡларға кәрәк. Әле телевизорҙан ҡарап, хатта үҙебеҙҙең район гәзитен уҡып, хафаға ҡалырға тура килә. Бигерәк бәйһеҙләнеп киткән кешеләр бар икән. Аллаға шөкөр, беҙҙең ауылда ундайҙар юҡ һәм булмаҫтыр ҙа, тип ышанам”, – тине.

Бер ҡалаҡ дегет...

Күңелле генә сәфәрем ваҡытында бер кешенең уйламағанда: “Хәҙерге ваҡытта айыҡ ер бармы, йөрөйһөгөҙ кеше аптыратып”, – тиеүе кәйефте ҡырҙы.

Эйе, был конкурс иғлан ителгәс тә, унан көлөүселәр күп булды. Сөнки был эштә беҙ беренсебеҙ. Рәсәйҙең бер төбәгендә лә әлегә ундай конкурс иғлан ителгәне юҡ. Шуға күрә мөһим сараны үткәреүҙә ҡайҙандыр таяныс тойоп та, тәжрибә уртаҡлашып та булмай. Әммә көмөшкәселәрҙең әҙәйеп, бер нисә йорттоң айнығыуын да ҙур еңеүгә тиңләргә була бит? Әлбиттә!

Ғәҙелбайҙа урамда сал сәсле әбей-бабайҙарҙың иҫереп ятмауы, эшһеҙ эскесе ирҙәрҙең урлашып йөрөмәүе, әсәләрҙең сабыйҙар пособиеһын көмөшкә итеп эсеп бөтөрмәүе, балаларҙың ас-яланғас булып, бер телем икмәккә зар-интизар булып илап ултырмағаны өсөн генә лә, уны айыҡ ауыл рәтенә индереп булалыр, тигән уйҙамын. Шуға күрә кемдеңдер ауылдың конкурста ҡатнашыуын шик аҫтына ҡуйыуын ысынбарлыҡҡа алманым. Арабыҙҙа бар нәмәнең тик ҡара яғын күреп, һәр саҡ ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөгән әҙәм балалары ла бар шул.

Ғәҙелбайға ситтән күсеп килгән бер ғаиләнең эскелек менән мауыға башлауын ишетеп, бар ауыл аптырай. Сөнки уларҙың нәҫел-тамырына хас түгел бындай алама ғәҙәт. Уҡытыусылар был ғаиләлә тәрбиәләнгән баланың бөхтә кейенеүенә, дәрестәрен әҙерләп килеүенә ҡарап, эштең бик үк мөшкөл түгеллеген аңлай. “Әгәр ҙә был ғаиләнең, ысынлап та, эсеүен һиҙеп ҡалһаҡ, беҙ сараһын күрәсәкбеҙ”, – ти ғәҙелбайҙар. Ағинәйҙәр әсә кешене “тәрбиәгә” алырға тәҡдим итте.

Муллыҡ – уңғанлыҡ билгеһе

“Айыҡ ауыл – 2011” конкурсының һөҙөмтәләре буйынса һөйләшеүҙә район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина һәм Баймаҡ телевидениеһында “Фатиха” тапшырыуын алып барған Р.Ш Базикова ла ҡатнашты.

“Ғәҙелбайҙа үҙенсәлекле халыҡ йәшәй. Иң мөһиме – бында бик матур, өлгөлө әсәйҙәр күп. Шуға күрә ауылдың киләсәге лә өмөтлө. Ир кешене ҙурайтҡан да, оялтҡан да ҡатын, тигән боронғолар. Шуға күрә Ғәҙелбайҙа һәр саҡ тәртип булыр, тип ышанам”, – тине Л.Ҡ. Дәүләтшина.

Рауилә апай Базикова ислам диненең иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыуын, эскелектең бик ҡурҡыныс күренеш булыуын аңлатып үтте. “Йәмғиәткә алама ғәҙәттәр хас булмаһын өсөн рухи тәрбиә кәрәк. Ә рухи тәрбиәне дин яҡшы бирә. Әлбиттә, ете тиҫтә йылдан ашыу диненән айырылған, мәсеттәре емерелгән халыҡты ҡапыл ғына тәрбиәләп булмай. Шулай ҙа ололарҙың үҙ-үҙен күркәм тотоуы йәштәргә иң яҡшы өлгө булыр ине”, – тине ул.

Һәр өйгә тиерлек телефон үткән, Интернет селтәренә тоташҡан, матур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған Ғәҙелбай ауылы, уның эшсән халҡы күңелдә йылы хистәр ҡалдырҙы. “Матур миҙгелгә лә килеп еттек: ҡаҙ өмәләре башланды, һуғым аштары көтөлә. Ә был муллыҡ – эшһөйәрлек билдәһе. Юҡҡа ғына, эшләгән – тешләгән, тип әйтмәгәндәр. Икенсе йыл ауылыбыҙҙың оло юбилейы көтөлә. Шуға күрә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Тәү сиратта, зыяратыбыҙҙы тәртипкә килтерергә кәрәк”, – тип ҙур хыялдар менән йәшәгән халыҡ менән нисек һоҡланмайһың?!

Иң мөһиме, уларҙың ошондай көслө йәшәү дәрте бер ҡасан да һүрелмәһен, һәр көндәре тағы ла яҡшыраҡ йәшәүгә ынтылыш менән үтһен.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.