Иҫәп приборҙарын ҡуйҙырыусылар өсөн
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “2011– 2013 йылдарҙа һыу һәм газды ҡулланыуҙы иҫәпләүсе приборҙарҙы ҡуйҙырыусы айырым категория граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация түләү тәртибе тураһында”ғы бойороғона Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан компенсация алыусылар категорияһын киңәйтеү маҡсатында үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, һыу һәм газды ҡулланыуҙы иҫәпләүсе приборҙарҙы ҡуйҙырған, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе пенсия йәшенә еткән (ҡатын-ҡыҙҙар – 55 йәштән, ирҙәр – 60 йәштән һуң), пенсияларына социаль өҫтәмә алған (пенсия, башҡа төрлө өҫтәмәләр менән бергә килеме йәшәү минимумынан артмаған) граждандар компенсация алыу хоҡуғына эйә. Компенсация иҫәпләү приборы хаҡының 70 проценты, шулай уҡ уны ҡуйҙырыу хеҙмәтенә түләүҙең 70 проценты күләмдәрендә (әммә 6681 һумдан артыҡ түгел) билдәләнә.
Ошо категорияға ҡараған һәм быйыл һыу менән газды ҡулланыуҙы иҫәпләүсе приборҙарҙы ҡуйҙырыусы граждандарҙың тиҙ арала 10 декабргә тиклем хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итеүе һорала: Тыныслыҡ урамы, 1, 208-се бүлмә (т.3-18-84).

Т. Денисова, бүлек начальнигы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.