Страницы

30 нояб. 2011 г.

Рәсми хәбәрҙәр

Диалог ике яҡҡа ла оҡшаны
Ошо кесаҙна муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы кураторы, яҡташыбыҙ И.А. Тажетдинов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары менән осрашыуға 17 кеше килде.

Әйтергә кәрәк, был диалогтан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Илшат Азамат улы яҡташтарының үтенестәрен иғтибар менән тыңлап, уларҙың һәр береһен ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Шәхси характерҙағы һорауҙар менән бер рәттән, экология, эсәр һыу, торлаҡ, ауылдарға газ үткәреү, Түбәлә теген производствоһын тергеҙеү проблемалары күтәрелде.
Калинин халҡы исеменән урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Орҡоя Шәкирова килеп, ауылдағы киҫкен экологик хәл, эсәр һыу мәсь-әләләрен ыңғай хәл итеүҙә ярҙам һо-раны. Орҡоя Рәшит ҡыҙы әйтеүенсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы ҡалдыҡтары, ҡаланың көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, эзбиз карьерының, дамбаның үтә яҡын булыуы ауыл халҡы өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Киҫкен экологик хәл арҡаһында кешеләр төрлө сирҙәргә дусар. Бынан тыш, һыу, юл, газ үткәреү буйынса хәл ителмәгән проблемалар бар. Ауылға автобус йөрөмәй, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла уйланаһы бар. 
– Һис шикһеҙ, беҙ был ҙур проблеманы ыңғай хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине ныҡлы ышаныс менән вице-премьер. – Эсәр һыу, юл мәсьәләһендә ярҙам итербеҙ, башҡаларын да уйларбыҙ.
 Түбәлә теген производствоһын тергеҙеү эшен башлаған эшҡыуар Г.Р. Солтанованың проектын Илшат Азамат улы бик хуплап ҡаршы алды. Гөлшат Радмил ҡыҙы ауылға газ үткәреү мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙе һораны. Уның әйтеүенсә, производствоны ойоштороуҙа газ яғыулығы ҙур роль уйнай. 
– Предприятиела нисә кешегә эш урыны буласаҡ һәм ул ниндәй продукция етештерәсәк?
– Беҙҙә 100-ҙән ашыу кешегә эш урыны асыласаҡ. Предприятиела балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр кейемдәре, махсус кейем тегеләсәк. 
– Мин һеҙҙең был башланғысығыҙҙы хуплайым һәм килеп тыуған проблемаларығыҙҙы хәл итергә вәғәҙә бирәм. Ә газ үткәреү мәсьәләһендә ярҙам итербеҙ.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарының граждандарҙы ҡабул итеүе бына ошондай диалог формаһында үтте, ул ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Үҙ сиратында, Илшат Азамат улы яҡташтарының кәйефен, райондағы хәлдәрҙе һорашырға ла онотманы. Әйткәндәй, вице-премьер  һуңғы осорҙа ҡалала һәм районда барған ыңғай үҙгәрештәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып, беҙҙең төбәкте үҫтереүгә республика Президенты һәм Хөкүмәтенең  даими иғтибар йүнәлтеүен билдәләне. Уның әйтеүенсә, ҡаланың – 75, заводтың 100 йыллыҡ юбилейҙарын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында беҙҙә ҙур проекттар тормошҡа ашырыласаҡ. 

Азамат Мөхәмәтшин.
З. Сафина фотоһы.


Инвесторҙар йәлеп итеү мотлаҡ
24 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Р.Хәмитов Күгәрсен районының үҙәге Мораҡта республиканың көньяҡ өлөшө – Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты. 
 Президент халыҡтың проблемаларын хәл итеү өсөн муниципалитеттарҙы, ауыл биләмәләрен етерлек күләмдә финанс ресурстары менән тулыландырыуҙы бурыс итеп ҡуйҙы. 
– Дәүләт тарафынан был йәһәттән тәүге аҙымдар яһалды ла инде. 819 ауыл биләмәһенә 100 мең һумлыҡ беренсе транш өсөн 81 млн 900 мең һум аҡса бүленде. Унан һуң шул уҡ күләмдә икенсе транш тапшырылды. Был финанс сығанаҡтары биләмәләрҙең тәү сиратта торған проблемаларын хәл итеүгә тәғәйенләнде. Киләһе йыл бюджетында квартал һайын бындай ярҙам бүлеү ҡараласаҡ. Юл, транспорт, төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу, газ тәьминәте буйынса мәсьәләләр хәл ителергә тейеш, – тине ул. – Беҙ был власть кимәлен күтәрергә тейешбеҙ. Шулай уҡ бюджетты тулыландырыуҙы, һеҙгә тейешле килемдең өлөшөн үҙегеҙҙә ҡалдырыуҙы хәл итергә кәрәк. Ауыл биләмәләренә инвесторҙар йәлеп ителергә, һөт һәм унан продукция етештереү, ағас эшкәртеү яйға һалынырға, малсылыҡ тармағы предприятиелары ойошторолорға тейеш.
Р.З. Хәмитов Күгәрсен районында ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү фермаһын асҡан Мәскәү эшҡыуарҙарының эшмәкәрлеген маҡтап үтте: «Бындай кешеләр килһен, эшләһен өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк. Шуның менән бергә улар ҙа халыҡҡа эш урындары булдырыу, төҙөкләндереү йәһәтенән аныҡ бурыстар үтәргә тейеш. Яңы производстволар асылһа, ауыл биләмәләренә лә ярҙам итәсәк, тимәк, ресурстар ҙа барлыҡҡа киләсәк, кешеләргә яҡшы йәшәү өсөн барыһы ла буласаҡ». 
Артабан биләмә башлыҡтары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Күсей ауыл биләмәһе башлығы С.Р. Йыһаншина һалынасаҡ Сибай - Асҡар асфальт юлының Күсей йүнәлешенән үтеүен һораны.     
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты шулай уҡ Күгәрсен районы һәм күрше райондар граждандарын ҡабул итте. Ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде.
А. Ишназаров. 
Баймаҡ – Мораҡ – Баймаҡ.



Район Советы ултырышы була
29 ноябрҙә сәғәт 10-да район хакимиәтенең ултырыштар залында Баймаҡ районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы була. Унда түбәндәге һорауҙар ҡарала:
1. «Баймаҡ районы муниципаль районы Уставына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы ҡарар проекты хаҡында.
2. 2012 йылға ҡайһы бер эшмәкәрлек төрҙәре өсөн килемгә берҙәм һалым тураһында.
Ултырышҡа муниципаль район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырыла.


Иғтибар: «Ҡыҙыу бәйләнеш»
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы үткәреү осоронда һайлаусыларға мәғлүмәт биреү һәм һайлау процесын контролдә тотоу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусылар менән “Ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора. 2011 йылдың 28 ноябренән 3 декабренә тиклем сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ғаса, 4 декабрҙә сәғәт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем күп каналлы телефонға – 8 800 347 54 54 шылтыратырға мөмкин.
Һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.