Был хәлде нисек аңларға?
“Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 2012 йылдың икенсе яртыһына “Һаҡмар”ға яҙылып ҡалығыҙ!” “15 майҙан 20-һенә тиклем “Йәшлек”кә яҙылып ҡалығыҙ! ”Тағы: “Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!”
Бик матур белдереүҙәр, шулай бит, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар. Ауылдарҙа, бигерәк тә Сәйғәфәрҙә халыҡ баҫмаларға ҙур теләк менән әүҙем яҙыла. Ә бына гәзиттә гәзит-журналдарҙы ваҡытында алаһығыҙмы, яңылыҡтар менән нисек танышаһығыҙ, тигән һорауҙарҙы бер ваҡытта ла күргәнем юҡ.
Һуңғы айҙарҙа 10-12 урамдан торған Сәйғәфәр ауылында урам һайын күршеләрҙең ҡысҡырышыуы көсәйҙе. Ниндәй ҡысҡырышыу тиһегеҙме?
Бына ошондай:
– Әй, күрше! Бөгөн кесе йома, һеҙгә гәзит килдеме?
– Юҡ, үткән шәмбелә ике һанды бергә алғайным, башҡа юҡ әле.
– Ә миңә был аҙнала бер һан да килмәнесе...
Свет-газға ла түләү ҡағыҙҙары һуңлай, йә магазиндарға ҡалдырып китәләр, шунан килеп алығыҙ, тип оран һалалар. Ә бит уларына ваҡытында түләмәһәң, айҙың 20-һенә тиклем һүндерәләр, йә һүндерәбеҙ тип “ҡысҡыра” башлайҙар. Һорау тыуа – ә ҡайҙа түләргә?! Быға тиклем беҙҙең ауылдың почта таратыусыһы – Байсыуаҡова Нурбикә бик яҡшы эшләне. Ҡышын ҡар-буранда, яҙын-көҙөн бысраҡ-батҡаҡта ла гәзит-журналдар ваҡытында таратылды. Түләүҙәрҙе өйҙән йөрөп йыйып алды. Бер ниндәй тотҡарлыҡ булманы.

Ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе пенсионер – ҡарт-ҡоро, байтағы оло йәштәге әбейҙәр. Улар гәзит-журналға әүҙем яҙыла, ваҡытында түләүҙәрен дә түләй инеләр (ауыл аша төрлө түләүҙәр түләйем тип, әбей-бабайҙар Йомаш почтаһына сығып йөрөй алмай). Ә бына хәҙер ни булыр, гәзиткә яҙылырҙармы? Икеле хәл. Уйлап ҡараһаң, әле бит йәй башы ғына, ә ҡышын нишләр ауыл аша йөрөп эшләүсе почтальон? Ул бер үҙе өс ауылға – Йомаш, Сәйғәфәр, Сәмсул халҡына почта тарата, уның был хәлдә бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Ошо ҡыҫҡартыуҙы уйлап сығарған “түрәләр” ғәйепле. Бер үҙең әллә нисә ауылға почта таратып ҡара әле – бер генә лә башҡа һыйыр эш түгел, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар. Ҡыҫҡаһы, Сәйғәфәр ауылында гәзит-журналдарға яҙылып та, уларҙы ваҡытында алып булмай. Был проблема бар районға хастыр, моғайын.
Сәйғәфәр ауылы халҡы исеменән –
Шәрифйән Заманов,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы.

Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.