Яҙ һәм Хеҙмәт тантана итте
Көндөң һыуытып, ямғырлап тороуы ла байрам кәйефен төшөрмәне. Иртә менән ҡулдарына шар, сәскәләр тотҡан халыҡ ҡаланың үҙәк майҙанына – 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын билдәләргә йыйылды.
Тантананың рәсми өлөшөн муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов башлап:
– Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлап, изге теләктәремде еткерәм, – тине. – Ошондай уҡ ҡотлау сәләмдәренә ситтә йәшәгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҙә ҡушыла. Районда фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән хөрмәт, абруй ҡаҙанғандар бик күп. Уларҙың һәр береһенең хеҙмәте оло баһаға лайыҡ.
Артабан тәбрикләү һүҙҙәре менән Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов та телмәр тотто. Унан һуң сәхнәгә үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары, халыҡ ижады үҙәге артистары күтәрелде һәм матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Үҙәк майҙанда сауҙа нөктәләре лә эшләне. Һалҡын көндә һәр кем эҫе сәй, бәлештәр, шешлек менән һыйланды.
Киске Баймаҡты эстрада йондоҙҙарының сағыу йыр-моңдары биҙәне. Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Иҙел Нурғәлин, Рәил Өмөтбаев, Рафаэль Сәғитов, Юнир Һағынбаевтар тамашасыларға дәртле йырҙарын, бейеүҙәрен бүләк итеп, күңелдәрҙе күтәрҙе.
Лилиә ТАКАЕВА.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.