Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы
«Матур парҙар менән һоҡланабыҙ...»
Ғаиләне балаларыбыҙ өсөн һаҡлайыҡ... Ошо исем аҫтында район ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы, беренсенән, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналһа, икенсенән, йәмғиәттә никахтарҙың күпләп тарҡалыуы, тере етемдәр артыуына ишара ла булды. Шуныһы әһәмиәтле, үҙенсәлекле сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Төхвәт улы Бикбаев та ҡатнашты.
«Матур парҙар менән һоҡланабыҙ...»
Ғаиләне балаларыбыҙ өсөн һаҡлайыҡ... Ошо исем аҫтында район ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы, беренсенән, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналһа, икенсенән, йәмғиәттә никахтарҙың күпләп тарҡалыуы, тере етемдәр артыуына ишара ла булды. Шуныһы әһәмиәтле, үҙенсәлекле сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Төхвәт улы Бикбаев та ҡатнашты.
Сараның тәүге өлөшөндә “Ғаиләне балаларыбыҙ өсөн һаҡлайыҡ” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үтте. Унда район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһап, Баймаҡ ерлегендә күп балалы ғаиләләр, уларҙы һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында сығыш яһаны. Илшат Хәмит улы: “Районыбыҙҙа матур йолаларҙы йәшәү рәүеше иткән, бар булмышы менән балаларына ғына түгел, башҡаларға ла үрнәк булған ғаиләләребеҙ менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ”, – тине.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Л.В. Хисмәтуллина йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. “Эскән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлығы, уларҙың кескәйҙәрҙе яҙмыш еленә ташлауы аяныслы. Шулай уҡ тыуғас та сабыйҙарынан баш тартҡан әсәләрҙең булыуы күңелде әрнетә. Ә бит улар араһында юғары белемле ҡатындар ҙа бар”, –тине ул.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина ойошманың башҡарған эштәре, үткәрелгән тәрбиәүи саралар тураһында бәйән итте. “Әгәр заман ауырлығына һылтанып, күрше-тирәлә генә йәшәгән, ауыр хәлдән үҙе сыға алмаған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙмаһаҡ, өлгөлө ғаиләләребеҙ миҫалында йәш быуынды тәрбиәләмәһәк, беҙҙе киләсәк ғәфү итмәҫ тип уйлайым. Сөнки бар изгелектең башында ҡатын-ҡыҙ тора, улар ир-егеттәрҙе тик яҡшылыҡҡа ғына этәрергә тейеш”, – тине ул.
Ун бала тәрбиәләп үҫтергән Мөршиҙә апай Йәндәүләтованың ғаилә татыулығының сере бер-береңде күҙ ҡарашынан аңлап йәшәү булыуын, ә Таулыҡай ауылынан килгән Хәлиҙә инәйҙең ҡәйнә менән йәшәү һәм ҡәйнә булыу серҙәре менән уртаҡлашыуын зал көслө алҡыштарға күмде.
Конференцияның резолюцияһы ла ҡабул ителде. Унда йәмғиәттең иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү, кесе йома көнөн “Изгелек эшләү көнө” итеп иғлан итеү, 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөндә – магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу кеүек тәҡдимдәр бар ине.
Билдәле булыуынса, районыбыҙҙа “Уңған килендәр, сабыр ҡәйнәләр” конкурсы һәр зонала юғары кимәлдә үтте. Ауылдарҙа йәшәгән өлгөлө ғаиләләрҙең сығышы, аш-һыу, ҡул эштәре серҙәре менән уртаҡлашыуын һәр кем һоҡланып ҡарағайны. Конференцияла был уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр бүләкләнде, Рауил Бикбаевтың ҡулынан бүләк алыу бәхетенә иреште. Уларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, Урал аръяғы яҙыусылар ойошмаһын етәкләүсе билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Э.Р. Байрамғолова, йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Яҡшығолова һ.б. тәбрикләне. Килен-ҡәйнәләр үҙ сиратында йыр-моңға маһирлығын күрһәтте, Рауил Бикбаевтың шиғри юлдарға һалған хәҙистәрен яттан һөйләп ҡыуандырҙы.
Китаптарын яратып уҡыған яҙыусыбыҙ Рауил Төхвәт улынан саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтенгәс, ул: “Бындай үҙенсәлекле сараны мотлаҡ республика кимәленә сығарырға кәрәк. Конкурсты ойошторған Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советына оло рәхмәтемде бедерәм. Бөгөн күтәрелгән проблемаларҙы, ә ул Баймаҡҡа ғына түгел, бар республикаға хас, мотлаҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай иғтибарына ла сығарасаҡмын. Баймаҡта минең ижадымды яратыусылар, уны өйрәнеүселәр, хатта яттан белеүселәр булыуы ҡыуандырҙы. Мин бар баймаҡтарға ысын күңелдән тик изге теләктәремде еткергем килә”, – тине.
Ысынлап та, Рауил Бикбаевтың тамашасыларға үҙенең шиғырҙарын һөйләп ишеттереүе иң тулҡынландырғыс мәл булғандыр. Уның һуғышта почта ташыған малай, тормош тураһындағы шиғырҙарын барыһы ла тетрәнеп тыңланы. Күренекле шағирға киләсәктә лә ижади ҡомары һүрелмәүен, беҙҙе яңынан-яңы шиғырҙар менән ҡыуандырыуын теләге килә.
Эйе, сираттағы район ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһы һәр кем өсөн иң ғәзиз һәм ҡәҙерле булған балаларға, ғаиләгә арналыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Киләсәктә районыбыҙҙа бәхетле, йәшәйеше менән һәр кемгә үрнәк булған, аҡыллы, көслө рухлы киләсәк үҫтергән парҙар тағы ла күбәйер, тип ышанабыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.Автор фотоһында: Байыштан Вәлиевтар ғаиләһе сығыш яһай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.