Эстафета тапшырылған
Байыш ауылының “Атайсал” клубы һәм ағинәйҙәре Әхмәр ауылында 1812 йыл-ғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған эстафетаны тапшырған. Байыштар әхмәрҙәрҙе үҙ ауылының тарихы менән таныштырған, мөнәжәттәр, ҡурай моңо яңғыраған. Эстафетаны ҡабул иткән Әхмәр аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре тыуған ауылында тыуып-үҫкән 1812 йылғы яугирҙар тураһында һөйләгән, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре сығыш яһаған. Кисә барышында балалар баҡсаһы, мәк-тәп буйынса экскурсия ойошторолған. Артабан мәсеттә яугирҙарҙың рухына аят бағышланған.
Баймаҡ табиптары – беренсе!
Ошо көндәрҙә “2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы”на арналған һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министр-лығы иғлан иткән “Ныҡлы һаулыҡ ғүмерҙе оҙайта” республика конкурсына йомғаҡ яһалған. Ярышҡа 455 санитар бюллетень тапшырылған. Һаулыҡ һаҡ-лау министры урынбаҫары А.А. Афанасьев етәкләгән жюри бар эштәрҙе йөкмәт-кеһе, биҙәлеше, халыҡ өсөн мөһимлеге яғынан ҡа-рағандан һуң, “Матур булып олоғайыу—оло бәхет” тип аталған Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының санитар бюллетенен еңеүсе тип иғлан иткән. Беренсе урын яулаған Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә киләсәк-тә лә уңыштар насип булһын!
Икенсе бинаға күстек
«Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы икенсе бинаға күсте. Халыҡтың Азанов урамы, 37 адресы бу-йынса мөрәжәғәт итеүе һорала. Телефон һандары элеккесә ҡалды.
Һәмәндә – урам байрамы
14 июндә Һәмән ауылының Туҡмаҡ урамында йә-шәүселәр урам байрамы үткәрҙе. Бер нисә йыл рәт-тән үткәрелеп килгән был сара ҡәйнәле-киленле Рәй-лә һәм Зимфира Кинйә- булатоваларҙың ихатаһында ойошторолдо. Сараға саҡырылған инәй-апайҙар матур теләктәр теләне, төрлө йылдарҙағы йырҙарҙы йырланы, балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде. Әйткәндәй, ауылдың "Ағинәй", ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла тап ошо урамда йәшәй. Бер мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Бындай байрам саралары йыш булһын, татыулыҡҡа ни етә, ти һәмәндәр.
Р. Булатова.
Билал ауылы.
Р. Булатова.
Билал ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.