Страницы

6 июл. 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ил тарихы менән

ишелеп үҫкән яҙмыш


Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе һикһән алты йәшлек әсәйем Менәүәрә Хәйрулла ҡыҙы Сөләймәнованың ғүмер юлы ил тарихы менән ишелеп үҫеп, тормош йылдары ауыр осорҙа үткән меңәрләгән башҡорт ҡатындарының яҙмышына оҡшаған.

Менәүәрә Хәйрулла ҡыҙы 1926 йылда хәҙерге Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай (Үрге Нуғай) ауылында етеш ғаиләлә тыуған. Граждандар һуғышы тынып, «НЭП» осоро килгәс, эшһөйәр атаһы Хәйрулла Сабитовтың хужалығы бөтәйеп үҫешкән. 2 йорттан, 2 эш атынан, 3-4 һауын бейәһенән, 6-7 һыйыр малынан, 15-20-ләп һарыҡ-кәзәнән һәм 15-ләп дисәтинә һөрөнтө ерҙән торған крәҫтиән хужалығын ул, ялсы ҡулланмайынса, уландары менән тотоп килгән. Хужалыҡта ат сапҡысы, тирмәне, һабаны, иген һуҡҡысы, һөт айыртыу сепараторы ла булған. Ял көндәрендә патефон тыңлағандар. Артҡан он, ит, иген, йөн, дебет кеүек әйберҙәрҙе баҙарға сығарып һатыу уларға ҡулаҡса килтергән. 30-сы йылдар башына тиклем йәйләүгә лә сығалар. «Кейеҙ тирмәбеҙҙә Әмәндәк, Әтекәй буйҙарында йәйләүҙә ятҡаныбыҙҙы, ҡымыҙ бешкәндәрен томанлы итеп булһа ла хәтерләйем. Төндә бүре ҡурҡытып күнәк ҡаға торғайнылар», – тип иҫләй әсәйем.
Хәйрулла олатай ғүмерендә өс ҡатын алған. Тәүгеһе – Ғәйниямал исемле булған, уларҙан Сәрбиямал, Әхмәт һәм Мөхәмәт тыуған. Ғәйниямал сирҙән үлеп ҡалғас, Бәҙеғолъямалға өйләнгән. Харис исемле ул тапҡандан һуң, ул да ҡаты ауырып, түшәккә ауа. Өсөнсө ҡатыны ла Ғәйниямал исемле була. Әсәйебеҙ, Мәғәтифә, Мәүлетбикә һәм Мәғрифә апайҙарыбыҙ ошо өләсәйҙән тыуған. 1935 йылда Бәҙеғолъямал мәрхүмә булғас, ғаиләләге барлыҡ балаларға әсәй булып Ғәйниямал өләсәй ҡала. Ул эшлекле, күп һөнәр эйәһе ине. Көлдән һабын ҡайнатыу, туҡыу станогында балаҫ-келәмдәр һуғыу, быйма, кейеҙ баҫыу кеүек эштәрҙе башҡара торғайны. Өләсәйҙе тирә-йүн ауылы халҡы кендек инәһе, һылау, майлау, сыҡҡан быуындарҙы ултыртыу, үләндәр менән дауалау кеүек ысулдар менән эш итеүсе булараҡ әле лә иҫләй. Хәйрулла улдарын урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡытһа ла, үҙе ҡурайға өйрәткән. Менәүәрә лә теремек, эшһөйәр, белемгә ынтылыусы һәм дингә битараф булмаған ҡыҙ булып үҫә. Колхозлашыу осоро башланғас, эшһөйәр ғаиләләргә «кулак» мөһөрө тағыла, «раскулачивание» башлана. Хәйрулла үҙе етемлектә үҫеп, урыҫ байында малайлыкҡҡта йөрөп, донъяһын бер ат, бер һыйыр менән башлап ебәргән кеше булһа ла, 1931 йылда, «кулак» мөһөрө тағылып, һөргөнгә ебәрелә, йорт-мөлкәте тартып алына. Өләсәйебеҙ балалары менән, ике туған ҡустыһы Әбделғәлләм Вәлиевтың тырышлығы арҡаһында һөргөндән ҡотолоп ҡала. Ә. Вәлиев Мәскәүҙәге метрополитенды һалыуҙа ҡатнаша, заманында халҡыбыҙҙың тәүге юғары белемле инженерҙарының береһе була. Уның улдары ла билдәле ғалимдар: Ким Вәлиев – физика-математика фәндәре докторы, Вадим Вәлиев – техник фәндәре кандидаты.
1934 йылда, срогын ваҡытынан алда тултырып, Хәйрулла олатай ҡайтып төшә һәм донъяһын яңынан тергеҙеү эшенә тотона. Алтын йыуыусы ла, урман ҡырҡыусы ла булып эшләй. 1935-1937 йылдарҙа ғаиләһе менән Мырҙый утарына күсә. Әммә 1937 йылдың 9 ноябрендә, Х. исемле ялыусының доносы буйынса, 70 йәшлек Хәйрулла Сабитовты «совет власы дошманы» тигән ғәйеп тағып, Өфөгә оҙаталар, 19 декабрҙә «тройка» ҡарары менән атыла. Уның яҡты исеме, башҡа меңдәрсә эшһөйәр крәҫтиәндәрҙеке менән бергә, 1989 йылдың 16 майында аҡланды. Күптәрҙең башына еткән Х. үҙе лә 1937 йылдың декабрендә ҡулға алына һәм Свердловскиҙа аслыҡтан интектереп үлтерелә.
Донъя өләсәйебеҙгә һәм балалары елкәһенә ауыр йөк булып ята, туйҙырыусыны юғалтҡас, улар Үрге Нуғайға әйләнеп ҡайта. Аслыҡ, ауырыуҙар башлана. Мәүлетбикә, Харис, Мәғәтифә һәм Зәкир Әсфәндийәровҡа тормошҡа сыҡҡан Сәрбиямал һәм уның Бүләкбай исемле кескәй улы ла ошо афәттән вафат булалар. Сәрбиямалдың өлкән улы Әнүәр ҙә өләсәй тәрбиәһенә күсә. Ул етем ҡалһа ла (атаһы Зәкир ҙә һуғыштан ҡайтмай), артабан ул тормош ҡыйынлыҡҡтарын еңеп сығып, тарихсы-ғалим, БДУ профессоры Әнүәр Әсфәндиәров булараҡ киң билдәлелек таба.
Һуғыш әсәйемдең Әхмәт ағаһын да йота. Кесе сержант Ә. Сабитов Башҡорт атлы дивизияһында һуғыша, 1942 йылдың 1 сентябрендә геройҙарса вафат була. «Йыр-моң яратырҙар ине, береһе ҡурайҙа, икенсеһе мандолинала һәм гармунда өҙҙөрөп уйнарҙар, йырларҙар ине», – тип Харис һәм Әхмәт ағаларын һағынып иҫләй әсәйем.
Шулай итеп, әсәйемдең бала, үҫмер саҡтары ҡот осҡос ваҡиғаларға тулы заманға тура килә. Белем алыу ҙа еңел булмай: «Һуғыш йылдарында уҡыу эләкмәне инде, яҙын-көҙөн барыбыҙҙы ла баҫыуға ҡыуа торғайнылар, айҙар дауамында ҡара эштәрҙә эшләү үҙәккә үткән инде», – тип һөйләй әсәйем. Әммә тырыш Менәүәрә Темәс педучилищеһына уҡырға китә, 1944 йылда уның 10 айлыҡ курсын тамамлай һәм Матрай районы Әбделкәрим ауылында урынлашҡан етемдәр йортонда тәрбиәсе булып урынлаша. 1946 йылда яралар алып һуғыштан ҡайтарылған, Матрайҙан хәрби әҙерлек уҡытыусыһы, йәш фронтовик, атайым Мырҙағәле Сөләймәнов менән танышып, уға тормошҡа сыға. Артабан әсәйем ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙ эшен намыҫлы, еренә еткереп башҡара. 1946-1947 йылдарҙа ул Матрайҙа башланғыс класс балаларын уҡыта, ә 1947-1957 йылдарҙа ирле-ҡатынлы Сөләймәновтар Юлдыбайҙа һатыусы булып эшләйҙәр. 1957 йылда улар Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылында – атайыбыҙҙың тыуған төйәгендә төпләнәләр.
Атайым менән әсәйем матур ғүмер кисерҙе. Ғаиләлә барлығы 9 бала донъяға килә, әммә икәүһе кескәй саҡтарында сәсәктән мәрхүм булған. Сәлим ауылын әсәйебеҙ тик йылы һүҙҙәр менән иҫләй. Бөрйән ырыуы «бүкәндәр» араһы ҡыҙы Түңгәүер «бүреләре» менән уртаҡ тел табып йәшәйҙәр. Атайыбыҙ Мырҙағәле Баязит улы совхозда эшләй: хисапсы, ферма бригадиры, тимерсе, балта оҫтаһы кеүек эштәрҙе башҡара, халыҡҡа тәҙрә рамдары, ҡапҡастары, семәрләп өҫтәлдәр, шкафтар, этажеркалар эшләп, мейес сығарып кәсеп тә итә. Ул һуғыш ветераны ине. 17 йәшендә генә  һуғышҡа алынып, 2 айлыҡ кесе командирҙар әҙерләү курсынан һуң фронтҡа ебәрелә. Отделениеһын атакаға күтәргән мәлдә ҡаты яралар алып, һушын юғалта. Осраҡлы рәүештә генә уның терелеген күреп ҡалған яуҙаштары госпиталгә оҙаталар. 11 ай түшәктә ята: штык күкрәкте үтә тишеп, үпкәне яралаған, ҡулдың уң суғына пуля инеп ултырған, аяҡтарҙа һәм эстә граната ярсыҡтары, контузия. Әммә ул льготалар даулап йөрөмәне, инвалидлыҡ тейеш булһа ла, баш тартып, һәр саҡ эштә булды. Ауыр яралар, әлбиттә, үҙенекен эшләгәндер – 1975 йылда ҡапыл вафат булды. Ете баланың тик олоһо – Фәрит кенә ғаиләле булып өлгөргәйне әле, ҡалғандарын тәрбиәләп, уҡытып, аяҡҡа баҫтырыу еңел булмағандыр әсәйемә. Атайһыҙ ҡалһаҡ та, бер ҙә етемлекте тоймай үҫтек. Һәр саҡ өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булды. Ҡаты ауырып китһә лә ул эшен ташламаны, донъя көттө, беҙҙе уҡытты. Өлкән ағайымдар (хәҙер мәрхүмдәр)  Фәрит –  юғары разрядлы электр менән иретеп йәбештереүсе,  Хәлит – юғары класлы водитель һөнәрле инеләр. Апайҙарым Гөлнур – һатыусы һөнәренә эйә, Гөлйемеш – тарих уҡытыусыһы, Хәлиҙә – бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙе. Морат ағайым да юғары юридик белемле, оҙаҡ йылдар Йылайырҙа, Баймаҡта эске эштәр бүлеге начальнигы булып эшләне.
Ғөмүмән, һәр беребеҙҙең белем алып, кәрәкле һәм үҙебеҙгә оҡшаған һөнәрле булып йәшәүебеҙ менән иң тәү сиратта әсәйебеҙҙең уңғанлығына, тырышлығына, беҙгә дөрөҫ тәрбиә биреүенә бурыслыбыҙ.
Әйтергә кәрәк, әсәйем үҙе билдәләүенсә, тормошонан ҡәнәғәт, Аллаға рәхмәтле, биш намаҙын ҡалдырмай, ата-бабалар диненә тоғро. «Бигерәк тә балаларымдың ғаиләләре менән тиң, татыу, балалар үҫтереп йәшәүҙәре минең өсөн ҡыуаныс һәм ысын бәхет», – ти ул. Бөгөнгө көндә әсәйебеҙ 30-ға яҡын ейән-ейәнсәргә, бүләсәргә өләсәй кеше. 
Әсәйебеҙ күптән инде хаҡлы ялда. Пенсияға уны Йылайыр районының иң алдынғы һатыусыһы икәнен билдәләп, оло хөрмәт күрһәтеп оҙаттылар. Ул 20 йыл тиерлек ваҡыт эсендә дәүләт планын бер өҙлөкһөҙ үтәп барған икән! Менәүәрә Хәйрулла ҡыҙының күкрәген хаҡлы рәүештә «Хеҙмәт ветераны» һәм һуғыш йылдарындағы хеҙмәте өсөн бирелгән миҙалдар биҙәй. Күп бала табып үҫтергәне өсөн «Әсәлек даны» миҙалдары уның өсөн бигерәк тә ҡәҙерле, сөнки уның өсөн донъяла иң ҡәҙерле байлыҡ – Аллаһ бүләге – балалары. Улдарының һәм ҡыҙҙарының үҫеп, кеше булыуҙарына, дин юлында ла йөрөүҙәренә әсә кеше ҡыуанып бөтә алмай.

Фуат Сөләймәнов, тарих фәндәре кандидаты, доцент.
Сибай ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.