Кеше яҙмышы океандағы кәмә кеүек. Тормош
тулҡындарында йондоҙҙар, елдәр һәм ағымдар ыңғайына йөҙә лә йөҙә.
Ауырлыҡтарға тура ҡарағандарға ғына уңыш йылмая, йондоҙҙар юл күрһәтә,
ыңғай елдәр елкән кирә, ғорур хыялдар арҡалаш була. Элек-электән һәр
быуындың замандаштарына намыҫ өлгөһө булып хеҙмәт иткән ихтирамлы һәм
абруйлы кешеләре булған.
Ихласлығы, күңел байлығы һәм рух ҡөҙрәте
менән кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра белгән шәхестәребеҙҙең береһе – ул
Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина.
Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы 1942 йылдың 31 мартында донъяға килгән. Атаһы һуғышҡа киткәндә әсәһе Йәмилә апай дүрт бала менән тороп ҡала. Дәүләтша ағай һуғыштан ҡайтҡанда инде Зәһүрәгә 4 йәш булып киткән була. Әсәһенең тырышлығын, уңғанлығын күреп үҫә. Һәр саҡ ике ҡустыһына, биш һеңлеһенә терәк, таяныс булып тормош юлынан ғорур атлай ул.
Хеҙмәт юлын 17 йәштә I Этҡол урта мәктәбендә өлкән
пионервожатый булып башлай. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия
институтының филология факультетын тамамлап, ошо уҡ мәктәпкә рус теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Тиҙҙән мәктәп директорының
тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп билдәләнә. Күп тә үтмәй Сыңғыҙ
мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә.
Баймаҡ район советының башҡарма
комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайланғас, донъяға һәр саҡ киң ҡараш
ташлап, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, йөҙөп йөрөп эшләй ул.
Халыҡтың социаль-көнкүреш мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итергә
тырыша, райондың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә
күп көс һала.
Зәһүрә апайҙың ғүмере туған халҡына, мәғрифәткә,
балаларға арналған. Баймаҡ, Сибай ҡалаларының 29-сы, 24-се һөнәрселек
училищелары, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжында студенттарҙа башҡорт
теленә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләй. Бындағы музей үҙе бер
биҙәк булып тора. Ул киләсәк өсөн, ғөмүмән, йәшәйеш өсөн кәрәк булған
милли рухты һаҡлай.
Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙының хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре”, “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы” исемдәре менән баһаланған. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә өс тапҡыр Башҡортостан уҡытыусылары съезына делегат итеп һайланды, Бөтә Рәсәй педагогик йәмғиәте съезы эшендә лә ҡатнашты.

“Тормошта
үҙем ынтылған үрҙәргә мендем. Әйләнә-тирәләгеләрҙән көнләшмәнем, кешене
һоҡландырырлыҡ итеп йәшәргә тырыштым. Дуҫтарым күп, күңелемдә асыу
һаҡлай белмәйем. Һәр көн минең өсөн байрам. Йәшәүемдән, тормошомдан
ҡәнәғәт булып, һәр таңды һөйөнөп ҡаршы алам.
Кешелекле һәм кеселекле булыу – һәр кем өсөн иң оло сифат тип уйлайым. Йәштәргә ошоно һеңдерергә кәрәк,” – тип ҡабатларға ярата З.Д. Байтурина. Күп һәләттәр бирелгән уға: йор һүҙле, моңло тауышлы, сихри ҡарашлы ябай ҙа, бөйөк тә башҡорт ҡыҙы. Хәҙер ул Сибай ҡала башҡорттар ҡоролтайында ең һыҙғанып эшләп йөрөй.

Зәһүрә апай тормош юлдашы Ҡорбанғәле Хөсәйен улы Райманов менән ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе: ҡыҙҙары Гөлназ менән кейәүҙәре Дамир уларға Йәмилә исемле ейәнсәр бүләк итте. Зәһүрә апайҙың әсәһенең исеме өр-яңы быуында, өр-яңы тормош юлын башлай.
Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтуринаның оло юбилейы уңайынан яҙылған был яҙмамды уның күңелгә үтеп инерлек шиғри юлдары менән тамамлағым килә:
Бал ҡортондай мин биҙәкләп барам
Ғүмер умартамдың кәрәҙен.
Устарыма ҡуҙҙар аламын да,
Уты һүнгән кешеләрҙең шаҡыйым
Боҙ ҡаплаған күңел пәрҙәһен...
Рәсимә Рыҫмөхәмәтова.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.