“Баймаҡ” ҒПБ-һының бер төркөм хеҙмәт алдынғылары
(уртала – предприятие директоры М.Б. Салихов). |
2012 йылдың урып-йыйыу эштәре һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса район хеҙмәт ярышына йомғаҡ яһалды һәм унда түбәндәге хужалыҡтар еңеүселәр тип табылды:
- Ленин исемендәге АХК (рәйесе Ғ.Б. Сәлимов),
- “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (директоры М.Б. Салихов),
- “Рассвет” АХК-һы (рәйесе А.Б. Шәрипов),
- Октябрь ауылынан “Шәрәфетдинов” КФХ-һы (етәксеһе Шәрәфетдинов Айрат Алик улы),
- Сосновканан “Дилә” ЯСЙ-һы (етәксеһе Ғөбәйҙуллин Илдар Хәләф улы),
- Төркмәндән “Кәримов” КФХ-һы (етәксеһе Кәримов Мөҙәрис Йәноҙаҡ улы).
Коллективтарға Диплом һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.
Ю.П. Моряков исемендәге приз “Рассвет” АХК-һының баш агрономы Рәсүлев Радик Ғәйнислам улына тапшырылды. Уға күсмә кубок һәм аҡсалата премия бирелде.
Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге призға “Уңыш” АХК-һы механизаторы Нурдәүләтов Кинйәбай Хафиз улы лайыҡ булды.
Көҙгө ер эшкәртеү айлығы йомғаҡтары буйынса түбәндәге хужалыҡ етәкселәре Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде:
- Сәлимов Ғәлим Булат улы – Ленин исемендәге АХК рәйесе,
- Салихов Марат Булат улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы директоры,
- Шәрипов Азат Булат улы – “Рассвет” АХК-һы рәйесе,
- Пономарев Александр Петрович – “Толпар” ЯСЙ-һы директоры,
- Трушин Николай Александрович – “Богачевка” ЯСЙ-һы директоры.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.