20 дек. 2012 г.
14 нояб. 2012 г.
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр конференцияһы үтте
Полиция капитаны – Салауат Йәнбирҙин
Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәте юғары баһаланды
“Һаҡмар”ҙы – электрон почта аша!
Ауыр һәм кәрәкле хеҙмәт
Атайыбыҙға рәхмәт
Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап
Клиенттар залында |
Йәш шашкасы чемпиондар
Уйын дауам итә йәки “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!
9 нояб. 2012 г.
Яңылыҡтар
Грипҡа ҡаршы
Президент Гранты – темәстәргә!
Эстафета – Сәйғәфәрҙә
Башҡорт телендә уҡыйыҡ!
Профком рәйестәре иғтибарына!
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26, 106-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-11-71.
Мәғариф бүлеге.
Хроника
* * *
Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Ирмәкова Жанна Зөбәйер ҡыҙы тәғәйенләнде.
Ошоға тиклем район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы булып эшләгән Ишембәтов Ришат Вәкил улы биргән ғаризаһына ярашлы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.
Ауыл хеҙмәтсәне тәбрикләнәсәк
Бөгөн Өфөлә ҙур ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш була. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл хеҙмәтсәненә хөрмәт күрһәтеләсәк, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә тос өлөш индергән аграрийҙар бүләкләнәсәк.
Йорттар ремонтлана
Баймаҡ ҡалаһындағы бер нисә күп ҡатлы йорттоң ҡыйыҡтары яңыртылыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғандыр, моғайын. Улар капиталь ремонт яһау адреслы республика программаһына ингән. Йорттарҙа барған төҙөлөш эштәре менән беҙ ҙә таныштыҡ.
Юл ҡағиҙәләрен боҙһаң...
Һуңғы осор илдә, шул иҫәптән республикала ла, иҫерек килеш юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыу йыш теркәлә. Шуға күрә водителдәрҙе хәмер йоғонтоһонда авария ҡылған һәм кешенең һаулығына зыян килтергән өсөн РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы хөкөмгә тарттырыласағы тураһында иҫкәртәбеҙ. Әгәр фажиғәнең сәбәпсеһе машинала йөрөргә өйрәнеп йөрөүсе булһа, уның өсөн инструктор яуаплылыҡ тота.
Йәйәүлеләргә һөжүм башланды
Ҡыш яҡынлашҡан һайын көндәр ҡыҫҡара бара. Сәғәттең ҡышҡы ваҡытҡа күсеүенә лә өмөт һүнде. Иртәнсәк күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы. Ҡойонан ҡасып оло юлдың ситенән йүгерә-атлай мәктәпкә, эшкә ашыҡҡандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф артты. Юл уртаһына ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе машина менән төкөп китмәҫ өсөн бик һаҡ йөрөргә тура килә. Ә инде юғары тиҙлек яратыусылар, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тоймай елеүен генә белә. Мәктәптәрҙә дәресте һуңыраҡ башлау ҙа проблеманы хәл итмәйәсәк. Сәғәт 8-ҙән эшләгән ата-әсә балаһын мәктәпкә иртәрәк оҙата.
«Баймаҡ чупакабраһы»
тураһында имеш-мимештәр таралды
Һуңғы осорҙа Интернет селтәре “чупакабра” тигән бығаса билдәле булмаған йән эйәһенең ҡыҙырыуы, малға, атап әйткәндә, ваҡ малға һөжүм итеүе тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. Ярай, Интернетта ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәм ышанмаҫлыҡ юҡ-бар яҙыуҙарына беҙ күнегеп тә бөтөп барабыҙ инде. Ә бына киң мәғлүмәт сараларының да был теманы күтәреүе нисектер уйға һала, борсолдора. Хәйер, хәҙер Рәсәйҙең күп кенә матбуғат саралары ла, сенсация артынан ҡыуып, шундай шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар баҫырға әҙер генә тора.
Мал аҫраусылар иғтибарына!
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринар станцияһы белдереүенсә, урындарҙа кешеләр һәм хайуандар өсөн дөйөм айырыуса хәүефле ауырыуҙарға (бруцеллез, туберкулез, бешмә (ящур), ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе, себер язваһы, ҡотороҡ, лептоспироз) ветеринар-профилактика сараларынан тыш, ветеринария врачтарының хеҙмәте, “Түләүле ветеринария хеҙмәттәре ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 1998 йылдың 6 авгусында ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 898-се бойороғона ярашлы, түләүле. Был шулай уҡ БР Ветеринария идаралығының 2009 йылдағы бойороғона ла тап килә. Киләһе йылдан бындай төр хеҙмәттәргә хаҡтың үҙгәреүе көтөлә.
“Ғәйепһеҙгә ыҙа сиктек...”
Сәйәси золом ҡорбандары... Ғәйепһеҙгә ыҙа сиккән, ниндәйҙер ошаҡсыға ярай алмаған кешеләр... Уларҙың кемеһелер заманына күрә етеш йәшәй, ә бәғзеһе бигерәк тура һүҙле була. Колхоз-совхоз активистары ла был исемлекте тулыландыра, “планды” тултырырға ярҙам итә.
Ошо көндәрҙә район китапханаһында район хакимиәте менән берлектә “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” исемле золом ҡорбандары балалары – Ғәлиә Әминева, Гөлсирә Абдуллина, Менәүрә Сәйфуллина, Хәйерниса Нурмөхәмәтова, Раҡия Кәримова, Әхәт Мостафин, Фазулла Сарин, Әхиәр Исхаҡов һәм Хәлфетдин Ишморатов менән осрашыу кисәһе үтте. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, ҡаланың 105-се профессиональ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова һәм уның студенттары ҡатнашты.
8 нояб. 2012 г.
Партияның тоғро һалдаты
...1958 йылда яңы ғына Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған ике йәш белгес – Минира һәм Тимерғәле Арыҫланғәлиндар Түбә ҡасабаһындағы 2-се һанлы башҡорт урта мәктәбенә уҡытырға киләләр. Тимерғәле Абдрахман улы – физиканан, Минира Ғәләүетдин ҡыҙы математиканан белем бирҙеләр. Мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов йәш белгестәрҙе ихлас ҡаршы алып, һәр яҡлап та ярҙам итергә тырышты.
“Ҡотҡар мине, әсәй!..”
Район-ҡалала аҙна һайын тиерлек үҙ-үҙен үлтереү йәки үлтерергә маташыу теркәлә. Улар араһында эскелеккә һабышҡан, тормош мәғәнәһен юғалтҡандар ғына түгел, ә үҫмерҙәрҙең, хатта балаларҙың да осрауы хафаға һала.
5 нояб. 2012 г.
Матбуғат – 2013
Ҡаҙҙар – Мерәҫкә осто...
Шулай итеп, Мерәҫтән М.Әйүпов – 10 ҡаҙ бәпкәһе, Йомаштан Х.З. Әбдрахманова – бер батман бал, Темәстән Альбина Дәүләтбаева – сәй сервизы, Мерәҫтән Хөрмәт Рыҫмөхәмәтов 2013 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү бәхетенә эйә булды. Уларҙың приздарын редакциянан килеп алыуы һорала. Был бүләктәрҙе Г.З. Байрамғолова, В.В. Әминев, Беренсе Этҡол биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова әҙерләгән ине.
Хөрмәтле дуҫтар! 16 ноябрҙә 5 тонна ҡырсынташ (ДРСУ), 5 центнер һоло (“Алғаҙы” ЯСЙ-һы), сәй сервизы (Түбә ауыл биләмәһе), электр ит үткәргесе (“Баймаҡ ПМК-һы”), бассейнға бушлай йөрөү өсөн абонемент (спорт комитеты), 2013 йылда “Һаҡмар” гәзитендә бушлай ҡотлау уйнатыласаҡ.
Ашығығыҙ! Гәзитебеҙгә бөгөн үк яҙылып, квитанцияғыҙҙы ебәрһәгеҙ, декабрь аҙағына тиклем елле бүләктәрҙе отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. “Һаҡмар” ҙа, приздарыбыҙ ҙа тик һеҙҙең өсөн, дуҫтар!
Ҡыуаныстарға сорналып
Депутаттарға яңы бурыстар билдәләнде
Баймаҡ телевидениеһы – иң яҡшыһы!
Телеконкурс еңеүсеһе – Әлфиә Түләкова |
Ғөмүмән, Баймаҡ телевидениһы хеҙмәткәрҙәренең эше республикала юғары баһалана һәм улар иң яҡшылар рәтендә килә. Тележурналистарыбыҙға киләсәктә лә юғары уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Байрам имен үтһен!
- Баймаҡ эске эштәр бүлегенә – 02, 2-16-54,
- дежур хеҙмәткә – 01, 3-11-62,
- ”Ышаныс телефоны”на – 8 (34751) 2-26-85, 8 (347) 128 шылтыратыуығыҙ һорала.
Һорауҙарығыҙ булһа
2012 йылда үткән көҙгө хәрби саҡырылыш буйынса һорауҙарығыҙ булһа, “ҡыҙыу линия”ның түбәндәге телефондарына шылтырата алаһығыҙ:
- БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлеге – 8 (34751) 3-16-11, 3-10-94,
- Баймаҡ муниципаль район хакимиәте – 8 (34751) 3-14-47, 3-16-47,
- Баймаҡ районының эске эштәр бүлеге – 8 (34751) 3-15-26,
- Баймаҡ районы прокуратураһы – 8 (34751) 2-26-61,
- БР Хәрби комиссариатының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы, граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу – 8 (347) 253-13-48,
- Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе – 8 (347) 228-02-92,
- Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8 (347) 250-05-10,
- Ашығыс психологик ярҙам күрһәтеү – 8 (347) 273-09-00.
Х. Хәмитов, БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы.
Документтар ҡабул ителә
Муниципаль район хакимиәтенең 101-се кабинетына мөрәжәғәт итергә, тел. 3-17-46.
Проблемаларҙың хәл ителешен көтәбеҙ
Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһы үҙенең олпат юбилейын билдәләйәсәк. Беҙ оло тантананы ҡаршы алырға әҙерме? Был олпат датаны билдәләүгә ниндәй өлөш индерәсәкбеҙ? Тағы ла ниндәй эштәрҙең башҡарылыуын теләр инегеҙ? Ошо һорауҙарҙы баймаҡтарға йүнәлттек.
Ә.З. Сәйғәфәров, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе:
– Баймаҡ бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә. 1971 йылда ҡалаға күсеп килгәндә, саң-туҙандар уйнап тора ине, үҫеп ултырған ағастар ҙа булманы. Бөгөн ул бөтөнләй икенсе һулыш менән йәшәй. Йорттар ҡалҡып сыға, юлдар төҙөлә, йәшелләндереү буйынса ла байтаҡ саралар күрелә.
Бәлә булмаһын өсөн
“Газ-Сервис” ААЙ-һы газ менән хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса сираттағы айлыҡты үткәрә. Уға ярашлы, ҡыш алдынан көнкүрештә “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланыу, газ ҡоролмаларын дөрөҫ эксплуатациялау мөһимлеге тураһында иҫкәртәбеҙ.
Намыҫлы тормош юлы
Байым ауылы үҙенең бай тарихы, атаҡлы шәхестәре менән дан тота. Ғалим һәм яҙыусы Мөхтәр Байымов, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Абдрахман Зарипов, БР-ҙың атҡаҙанған механизаторы Рәсүл Мөхәмәтйәнов, мәшһүр ҡурайсы һәм бил бирмәҫ көрәшсе Шәкирйән Ғәлин, производствоны оҫта ойоштороусы Рәсих Байымов кеүек арҙаҡлы уҙамандары менән билдәле был төбәк.
Эш хаҡы түләмәһәләр
– Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн етәксе тотҡарлаған сумманы процент менән ҡайтарып бирергә тейеш. Проценттар эш биреүсенең ғәйеп кимәленә ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ хеҙмәткәр эш хаҡын алғанға тиклем эшен туҡтатыу хоҡуғына ла эйә. Бының хаҡта РФ Хеҙмәт кодексының 142-се статьяһында әйтелгән. Шулай уҡ ошо Кодекстың 5.27-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, етәксегә бындай хоҡуҡ боҙған өсөн административ штраф һалына. Бынан тыш эш хаҡын ваҡытында түләмәгән өсөн енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған. Граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән Баймаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт итә ала.
Балаларҙы һаҡлайыҡ!
Районда “Иғтибар – балалар!” профилактик операцияһы бара
Баймаҡ районында балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул ваҡытында күҙәтелә. Балаларҙың буш ваҡыты күп булыуы, уны нисек үткәрергә белмәүе, ата-әсәләрҙең уларҙы контролдә тотмауы төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә-ҡазаға килтерә.
Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы юл-транспорт хәл-ваҡиғаларынан һаҡлау өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төрлө профилактик саралар үткәрә. Шуларҙың береһе – 24 октябрҙән 8 ноябргә тиклем иғлан ителгән “Иғтибар – балалар!” операцияһы.
Балағыҙ имен-һау булһын, төрлө аварияларға тарымаһын өсөн уны мәктәпкә тиклем оҙатығыҙ. Әгәр үҙегеҙҙең ваҡытығыҙ булмаһа, быны туғандарығыҙ, өлкән класс уҡыусылары эшләһен. Машина юлын үткәндә бәләкәскә һәр саҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, иғтибарлы булырға саҡырығыҙ. Балағыҙ алдында, машина юҡлығына һылтанып, светофорҙа ҡыҙыл ут янғанда юлды үтмәгеҙ. Кескәй быны шунда уҡ күңеленә һеңдерәсәк һәм һеҙ янында булмағанда хәүефле аҙымығыҙҙы ҡабатлаясаҡ.
Ғаиләгеҙҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү, өйрәтеүгә ҙур иғтибар биреү ғәзиз балаларығыҙҙы бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалыр.
Р. АҠҠУЖИН, ЮХХДИ инспекторы.
1 нояб. 2012 г.
Акция дауам итә
Хөрмәтле дуҫтар!
Яңылыҡтар
Эльмира – БР Президенты стипендиаты!
Башлыҡ кубогына ярыштар
А.ИШНАЗАРОВ.
Уҡыуҙар башланды
Әмирхан Абыҙгилдин,
имам-хатип.
Иман нуры өләшә
Д. Яхина,
ауыл китапханасыһы.
Ҡорбандарҙы иҫкә алып
Ҡотлайбыҙ!
* * *
Шәрәфетдинов Айрат Алик улы – “Шәрәфетдинов” КФХ-һы башлығы,
Миңлебаев Барис Фәйрүз улы – “Миңлебаев” КФХ-һы башлығы.
Хеҙмәт ярышында еңеүселәр
Предприятиеның хеҙмәт алдынғыларынан бер төркөм хужалыҡ рәйесе А.Б. Шәрипов менән |
Көҙгө баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса “Рассвет” АХК-һы еңеүсе тип табылды һәм Диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде. Хужалыҡтың бер төркөм хеҙмәт алдынғылары төрлө кимәлдәге хөрмәттәргә лайыҡ булды.
Ҡалабыҙ матур булһын!
Социаль карта алығыҙ
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-8180 (бушлай) телефоны буйынса белешергә мөмкин.
“Туған теленән оялған балалар үҫтереүҙән тыйылайыҡ...”
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Унда район-ҡала советы депутаттары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, предприятие-ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, дин әһелдәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының бүлек мөдире, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Г.Г. Янбаеваның да килеүе, был ултырыштың мөһимлеген билдәләне.
1 ноябрь – суд приставтары көнө
Үҙ эшенең оҫтаһы булған ханым
Суд приставтары – дәүләт ҡоролошо өсөн бик тә кәрәкле, әммә ҙур көсөргәнешлекте талап иткән хеҙмәт. Хөкүмәт, граждандар алдында бурысы йыйылған кешеләр менән һөйләшеү, уларҙы закон буйынса яуапҡа тарттырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, ял-байрам тимәй, район буйлап рейдтарға сығыу... Был беҙгә ауыр хеҙмәттең күренгән генә өлөшө. Ә инде ҡағыҙ мәшәҡәттәре, отчеттар, һәр ҡарар өсөн яуап биреү һ.б. был эштә физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ кешеләр генә эшләй алыуын дәлилләй. Ошо йәһәттән беҙҙең Баймаҡ суд приставтарын тик ыңғай яҡтан телгә алырға була. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан һәм уның мөһимлеген аңлаған кешеләр эшләй.
Маҡсатыбыҙ – ауыл хужалығын үҫтереү
“Россельхозбанк” ААЙ-һы капитал һәм актив суммалары күләме буйынса – дүртенсе, ә илебеҙҙең иң ҙур банктары араһында ышаныслылыҡ кимәле буйынса икенсе урынды биләй. Уның төбәктәрҙә 78 филиалы эшләй.
“Һеҙҙән яңы китаптар көтәбеҙ...” тине кисәлә ҡатнашыусылар
Азамат Тажетдинов сығышы менән шәхестәргә бай төбәк Алдар батыр, Хәмит сәсән, шағир-сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиевтар тыуған II Этҡол ауылынан. Ул һуғыш алып килгән донъялағы иң ауыр ҡайғыны – атайһыҙлыҡты татып үҫһә лә, донъя ауырлығы алдында баш эймәй. Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Азамат Әғзәм улы “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” исеменә, Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була. Ул – тыуған яҡтың тарихын, халҡын өйрәнеүсе, яҡташтарының исемен мәңгеләштереүсе. Китап уҡыусыларға Азамат Әғзәм улының “Беҙ – байымдар”, “Ел-дауылдар аша”, “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән”, “Шәһәрғәзе сәсән Ғәбдиев”, “Сәсәндәр иленә сәйәхәт”, “Ғүмерем ағыштары–ғаиләм яҙмыштары” китаптары яҡшы таныш. 2012 йылда иһә Юлыҡ ауылы халҡына ҙур бүләк булып “Оло юлда Юлыҡ” китабы донъя күрҙе.
Биттәрендә – данлы тарих эҙе
Ҡунаҡтар хәтирәләре менән уртаҡлаша. |
Үткән аҙнала Ҡолсора ауылында ошо ерҙә тыуып үҫкән ир уҙаманы, арҙаҡлы шәхес, хеҙмәт ветераны, "Һаҡмар" һәм "Башҡортостан" гәзиттәренең тоғро дуҫы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың "Данлы, ырыҫлы төйәгем" исемле китабының исем туйы үтте.
Матур итеп ойошторолған кисәгә баҫмала тасуирланған кешеләр, шулай уҡ мәрхүм булған Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, хеҙмәт батырҙарының вариҫтары, күренекле шәхестәр саҡырылды.
Колледжда тормош гөрләй!
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора. Уҡыу студенттарҙан сыҙамлылыҡты, иғтибарлылыҡты, теүәллекте талап итеүгә ҡарамаҫтан, улар бар сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә студенттар икенсе ҡалалағы уҡыу йорттарында булып өлгөрҙө, белемдәрен олимпиада һәм конференцияларҙа һынап ҡараны. Учалы ҡалаһында информатика буйынса үткән ярышта В.Грязев, И.Йәнбәков, Өфө ҡалаһында “Метрология, стандарт һәм сертификат” фәне буйынса конференцияла Урал Аллаяров ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. Ә Софья Собина менән Гөлсимә Хөбөтдинова Стәрлетамаҡта “Инженер графикаһы” фәненән үткән олимпиадала белемдәрен күрһәтеп, Почет грамотаһына эйә булды.
31 окт. 2012 г.
Иғтибар! Конкурс!
Приздар һаны арта
Бушлай ҡырсынташ йәки һоло кемгә кәрәк?
“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акция-конкурсы дауам итә. Редакциябыҙ почтаһына квитанциялар ҙа “яуа” ғына. Ә приздар фонды, әйтеп үтелгәнсә, көндән-көн тулылана бара. Баймаҡ ДРСУ-һы (етәксеһе Д.Ғ. Арсланов) акцияға ихлас ҡушылып, гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн хәтәр шәп бүләк әҙерләне – 5 тонна ҡырсынташ (щебень) вәғәҙә итте. Ә бына “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры С.Ғ. Урманов иһә бүләккә 5 центнер һоло әҙерләгән. Әйткәндәй, Сәғитулла Ғиззәт улы үҙ хужалығында эшләгән 15 кешенең барыһына ла “Һаҡмар” гәзитен яҙҙыртҡан. Афарин!
Билдәле булыуынса, акция 5 этапта ойошторола һәм уның тәүгеһе 2 ноябрҙә үткәрелә. Тәүге отошҡа түбәндәге приздар ҡуйыла:10 ҡаҙ бәпкәһе (спонсоры Г.З. Байрамғолова), сәй сервизы (1-се Этҡол ауыл биләмәһе), бер батман бал (В.В. Әминев), Һаҡмар гәзитенә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү хоҡуғы.
Киләһе ярты йылға “Һаҡмар”ға яҙылып, квитанцияларҙы редакцияға ебәрегеҙ һәм шәп приздар отоғоҙ. Алдағы һандарҙа тағы ла еллерәк приздар тураһында хәбәр итербеҙ.
Яңылыҡтар
Морапталовтар – беренсе!
Нисек ял итәбеҙ?
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһында биш көнлөк эш көнө булған осраҡта 2012 йылдың 3, 4 һәм 5 ноябре – ял көндәре булып иҫәпләнә.
“45 йәштән ололарға”
Ижад кисәһе үтә
Лилиә ТАКАЕВА.
Фермерҙар грант алды
Сертификат алыусылар. |
Беҙҙең райондан яңы эш башлаусы фермерҙар: Түбәнге Таһирҙан Р.Н. Әлибаев, Темәстән С.Х. Ғәзизов, Икенсе Этҡолдан Ш.Х. Хисаметдинов, Таулыҡайҙан И.Д. Күсәрбаев, Беренсе Этҡолдан Ю.А. Азаматов, Ғүмәр ауылынан А.С. Йәрмөхәмәтов грант алыу бәхетенә иреште. Ә ”Ғаилә һөтсөлөк фермалары” программаһы буйынса Яраттан КФХ етәксеһе А.Ш. Мырҙаҡаев дәүләт ярҙамы алды. Сертификаттарҙы БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин тапшырҙы.
Азамат Мөхәмәтшин.
Иғтибар: “Тура бәйләнеш!”
Үҙ эшеңде нисек үҫтерергә?
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған?
Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса ниндәй дәүләт программалары эшләй?
Үҙ эшеңде үҫтереү өсөн нисек субсидия алырға?
Асылова Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы, муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире, тел. 3-17-46;
Хеҙмәт ярышында еңеүселәр
- Әхмәтшина Вәлимә Далха ҡыҙы – “Йылайыр” ЯСЙ-һының баш иҡтисадсыһы,
- Баййегетов Марсель Әхмәтдин улы – МТС-тың Баймаҡ филиалы менеджеры,
- Зайцев Василий Трофимович – “Богачевка” ЯСЙ-һы механизаторы,
- Осипов Сергей Александрович – “Рассвет” АХК-һы механизаторы,
- Исхаҡов Ишморат Фәтих улы – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының производство белеме биреү мастеры,
- Ишкинин Морат Хәбибрахман улы – Ленин исемендәге АХК-ның профком рәйесе,
- Кайниев Мөнир Ғәйнетдин улы – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы,
- Урманов Сәғитулла Ғиззәт улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры,
- Хамматова Гөлниса Әхмәт ҡыҙы – ауыл хужалығы бүлегенең баш бухгалтеры,
- Хәсәнов Шаһбал Муллағәле улы – “Таналыҡ” АХК-һы механизаторы.
- Нәҙербаев Рафиҡ Рәфҡәт улы – Мерәҫ ауыл Советы депутаты, МТС-тың Баймаҡ филиалы инженеры,
- Уразбаев Нияз Рәжәп улы – Таулыҡай ауыл Советы депутаты, “Уразбаев” ШП-һы етәксеһе,
- Юнысбаев Вәкил Шәфҡәт улы – Бикеш ауыл Советы депутаты, “Баймаҡ” ҒПБ-һының техник-осеменаторы.
- Әлибәков Самат Азамат улы – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы,
- Ғәлимйәнов Наил Раил улы – район-ҡала ветеринария станцияһы начальнигы,
- Передельская Валентина Петровна – “Рассвет” АХК-һы бухгалтеры,
- Үҙәнбаев Марсель Фәрит улы – “Байҡара” агрофирмаһы директоры,
- Демышева Ольга Федоровна – Баймаҡ икмәк заводының производство начальнигы.
- Әхмәтйәнов Урал Әбүбәкир улы – Ленин исемендәге АХК-ның баш агрономы,
- Божеховский Петр Максимович – “Толпар” ЯСЙ-һының баш агрономы,
- Буранбаев Хәбир Әхәт улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һының баш инженеры,
- Дәрминева Әнисә Сафа ҡыҙы – Ленин исемендәге АХК-ның баш бухгалтеры,
- Иҫәнбаев Фәнил Кәбир улы – “Уңыш” АХК-һының баш агрономы,
- Лукьянов Юрий Андреевич – МТС-тың эксплуатациялау буйынса инженеры,
- Мичунов Михаил Иванович – БНИИСХ-ның Баймаҡ подразделениеһы директоры,
- Мусин Әнүәр Харис улы – “Октябрь” АХК-һы бригадиры,
- Никитин Петр Николаевич – “Рассвет” АХК-һының келәт мөдире,
- Байғотлина Лилиә Нух ҡыҙы – ауыл хужалығы бүлегенең баш иҡтисадсыһы,
- Сәйфуллина Альбина Ришат ҡыҙы – “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең әйҙәүсе зоотехнигы,
- Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы – Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы урынбаҫары.
- Әхмәтов Вәлит Хәлит улы – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
- Баймөхәмәтов Марсель Минғәле улы – БНИИСХ-ның Баймаҡ подразделениеһы,
- Балхин Закир Ғаҡиф улы – Ленин исемендәге,
- Ғәббәсов Ислам Хәсән улы – МТС-тың Йылайыр бүлексәһе,
- Дерябин Владимир Николаевич – “Аҡморон” АХК-һы,
- Иҫәндәүләтов Мирғәле Закир улы – “Мырҙаҡаев” КФХ-һы,
- Ишмырҙин Сәлим Гәрәй улы – “Байҡара” агрофирмаһы,
- Ҡасҡынов Азат Хәйҙәр улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы,
- Күсеев Айрат Нуретдин улы – Салауат исемендәге АХК,
- Лотфуллин Мансур Миҙәхәт улы – “Уңыш” АХК-һы,
- Маликов Азат Абдулла улы – “Новатор-Баймаҡ”,
- Половой Юрий Васильевич – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
- Рассадников Михаил Александрович – “Рассвет” АХК-һы,
- Салихов Рәмил Фазулла улы – “Аҡморон” АХК-һы,
- Тарасов Юрий Иванович – “Богачевка” ЯСЙ-һы,
- Уразбаев Морат Нур улы – “Союз” ЯСЙ-һы,
- Хәлилов Рим Зиннур улы – “Толпар” ЯСЙ-һы,
- Хренов Александр Леонидович – “Күлтабан” МУП-ы,
- Хөсәйенов Рәмил Вәкил улы – “Уңыш” АХК-һы,
- Ямантаев Өлфәт Рәфҡәт улы – “Таналыҡ” АХК-һы,
- Данилов Алексей Сергеевич – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
- Ғәйнетдинов Булат Мәхейән улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы.
Тармаҡ – үҫеш юлында
Районда сауҙа һәм халыҡты көнкүреш
хеҙмәтләндереүе торошо тураһында
Сауҙа өлкәһе – районыбыҙ иҡтисадының иң мөһим тармаҡтарының береһе һанала. 2012 йылдың 1 сентябренә ҡарата районда 793 эшҡыуар һәм 55 предприятие теркәлгән. Хәҙерге көндә 429 берәмләп һатыу предприятиеһы, шул иҫәптән 275 магазин, 60 киоск, 91 павильон, 3 күмәртәләп һатыу базаһы, 13 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы бар. Ағымдағы йылдың алты айында берәмләп һатыуҙа тауар әйләнеше 845 миллион һум тәшкил итһә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында был күрһәткес 66 миллион һумға тиң.
Мөрәжәғәт ваҡытында ҡаралһын
Хыялдарға хыянат итмәгеҙ
Баймаҡта дельтапланеристар
командаһы талап ителә
Баймаҡ күген дельтапланда гиҙгәндәрен күргәнегеҙ бармы? Әлбиттә, барҙыр. Бәлки, минең һымаҡ көнләшеүселәр ҙә осрар. Ни тиһәң дә күк йөҙөн иңләү, ҡош бейеклегенән донъяны байҡау һәр кемгә лә тәтемәй. Шуның өсөн дә бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалып, был шөғөлөн бөгөн дә ташламаған Урал Салихов менән осрашып, бихисап һорауҙарымды бирмәй булдыра алманым.
Редакция почтаһына күҙәтеү
Бергә ҡалайыҡ!
хаттар һәм социаль тормош бүлеге мөдире.
Алтын ғүмер юлы
Алтын ғүмер юлы кисергән ауылдаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлығын күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Әбделкәрим ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Таулыҡайым – алтын бишегем
Таулыҡай үҫә, өйләнә. Атаһы уға Һаҡмар йылғаһы буйындағы ҡалҡыулыҡта өй һалып бирә. Балалары тыуып, ғаиләһе ишәйгәс, шул тирәлә утар, аҙаҡ ауыл барлыҡҡа килә. Башта ул Ҡолторсаҡ, Ҡотлоюл тигән исемдәр менән йөрөтөлә, ә һуңынан Таулыҡай тип атала башлай.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙы данлаусы билдәле шәхестәребеҙ ҙә бар. Улар – ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, йырсы Алһыу Бәхтиева, бейеүсе Нияз Баййегетов һәм башҡалар.
Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә...
Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.Рауил Бикбаев.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған хәтер кисәһе үтте. Сараның исеме “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” тип аталды. Кисә барышында шағирыбыҙҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, барлыҡ студенттарға, уҡытыусыларға күңелле ял минуттары бүләк иттек. “Йәйәүле Мәхмүт” моңһоу комедияһын сәхнәләштергәндә төп ролдәрҙә Йәмилә Аҡбулатова, Нур Юламанов, Ғәзиз Баймөхәмәтов тамашасы һөйөүен яулаһа, балалар өсөн яҙылған “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?” хикәйәһен ҡуйғанда, Илмира Сафиуллина Әлфиә ролен бик оҫта башҡарҙы.
Гәзит уҡыусы...
...теләй
Ниғәмәт ауылы.
...хәбәр итә
...рәхмәт әйтә
Гөлназ АЗАМАТОВА,
ауыл биләмәһе башлығы.
...әрней
Яңылыҡтар
Юл яҡшырған
Ишмырҙала...
...Хәсәндә – байрам
Сәләмәт булғың килһә
Күңелле саралар көтөлә
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.
Мәсет төҙөлә
Хәмзә ХАФИЗОВ.
Ҡотлайбыҙ!
Республика Хөкүмәте аппаратында – яңы состав
Иман нурҙарын өләшкән тантана
ХЕҘМӘТ ЯРЫШЫНДА ЕҢЕҮСЕЛӘР
“Баймаҡ” ҒПБ-һының бер төркөм хеҙмәт алдынғылары
(уртала – предприятие директоры М.Б. Салихов). |
2012 йылдың урып-йыйыу эштәре һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса район хеҙмәт ярышына йомғаҡ яһалды һәм унда түбәндәге хужалыҡтар еңеүселәр тип табылды:
- Ленин исемендәге АХК (рәйесе Ғ.Б. Сәлимов),
- “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (директоры М.Б. Салихов),
- “Рассвет” АХК-һы (рәйесе А.Б. Шәрипов),
- Октябрь ауылынан “Шәрәфетдинов” КФХ-һы (етәксеһе Шәрәфетдинов Айрат Алик улы),
- Сосновканан “Дилә” ЯСЙ-һы (етәксеһе Ғөбәйҙуллин Илдар Хәләф улы),
- Төркмәндән “Кәримов” КФХ-һы (етәксеһе Кәримов Мөҙәрис Йәноҙаҡ улы).
Ю.П. Моряков исемендәге приз “Рассвет” АХК-һының баш агрономы Рәсүлев Радик Ғәйнислам улына тапшырылды. Уға күсмә кубок һәм аҡсалата премия бирелде.
Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге призға “Уңыш” АХК-һы механизаторы Нурдәүләтов Кинйәбай Хафиз улы лайыҡ булды.
Көҙгө ер эшкәртеү айлығы йомғаҡтары буйынса түбәндәге хужалыҡ етәкселәре Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде:
- Сәлимов Ғәлим Булат улы – Ленин исемендәге АХК рәйесе,
- Салихов Марат Булат улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы директоры,
- Шәрипов Азат Булат улы – “Рассвет” АХК-һы рәйесе,
- Пономарев Александр Петрович – “Толпар” ЯСЙ-һы директоры,
- Трушин Николай Александрович – “Богачевка” ЯСЙ-һы директоры.
АВТОТРАНСПОРТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨНӘ
Йырҙы-моңдо юлдаш иткән ғаилә
Венера Ғиниәт ҡыҙы бала саҡта һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған. Үҙ эшенең оҫтаһы ул. Рейсҡа сыҡҡан һәр водитель һәм кондукторға медицина күҙәтеүе үткәрә. Улар пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы икәнен яҡшы аңлай.
Матур, татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ “Башавтотранспорт” ДУП-ының Өфө автотранспорт предприятиеһында кассир булып эшләй. Гүзәлиә менән Айгөл, улдары Ирназар ҡаланың 1-се мәктәбенең алдынғы уҡыусылары. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулап, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торалар.
Л. РАЗГИЛЕВА.
Автор фотоһы.
Хеҙмәттәренән халыҡ ҡәнәғәт
ИҒТИБАР: ФЕДЕРАЛЬ КОНКУРС!
Конкурста ҡатнашығыҙ
Моноҡалаларға ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Төбәкте үҫтереү министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 10 авгусында донъя күргән күрһәтмәһе буйынса “Төбәк – тотороҡло үҫеш” федераль проект-инвестиция конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итә. Конкурс “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-һы, Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы һәм башҡа ойошмалар тарафынан ойошторола. Конкурста торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу-канализация хужалыҡтары, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ауыл хужалығы, сәнәғәт, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләгән компаниялар ҡатнаша ала.
Пай еренә аҙ түләйҙәр...
Быйылғы шарттарҙа был насар түгел
“Һеҙгә Урғаҙа ауылынан пенсионерҙар ғаиләһе – Буранбаевтар мөрәжәғәт итә. Һеҙгә үкенесле лә, үтенесле лә хат яҙырға булдыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә 2 йыл инде пай еребеҙҙе фермерҙар Илдус Ҡадыров менән Сынтимер Ибраһимовҡа ышаныс менән биргәйнек. Был егеттәр бигерәк әрһеҙләшеп киттеләр – һәр пай өсөн 3-әр центнер иген бирергә булдылар. Беҙ быға бер ҙә риза түгелбеҙ. Мал, ҡош-ҡорт көтәбеҙ, ә ашлыҡты һатып алырға тейешбеҙ.
Һуңғы осорҙа халыҡтың эскелеккә һабышыуы хафаға һала. Күптәр төшөнкөлөккә бирелеп, донъяһын да йүнләп көтмәй, малдарын да татарҙарға һатып бөттө. Был хәлгә кем сик ҡуйыр?”
Был хатҡа рәсми яуап алыу өсөн беҙ муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә һәм Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Улар бына нимә тип яуап бирҙе:
– Пайға килгәндә, уның хужаһы ерен кемгә биреү-бирмәүҙе үҙе хәл итә. Әгәр ҙә Буранбаевтар атап үтелгән фермерҙар ҡуйған хаҡ менән риза түгел икән, алдағы йыл улар пайын икенсе кешегә эшкәртеүгә бирә ала. Ә барыһы ла алдан төҙөлгән килешеү нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Быйылғы йылдың ҡоролоғон иҫәпкә алғанда, һәр пай өсөн 3 центнер иген бер ҙә насар түгел, киреһенсә, бик һәйбәт.
“Икенсе мәсьәләгә килгәндә, һәр кем үҙ донъяһын үҙе төҙөй, электән эсеү менән мауыҡҡан бер үк кешеләр һаман да шуның менән булыша, – шулай тип яуап бирҙеләр урындағы ауыл биләмәһендә. – Беҙҙә, мәҫәлән, эшһеҙлек көслө тип әйтмәҫ инек. Урындағы хужалыҡта ла, МТС бүлексәһендә лә, фермерҙарҙа ла эшләргә була. Тырыштар электән аҡсаһын да тапты, донъяһын да көттө. Ғөмүмән, һәр нәмә кешенең үҙенән тора. Шуға ынтылайыҡ, киләсәгебеҙҙе үҙебеҙ төҙөйөк”.