16 янв. 2012 г.

Рәсми хәбәр

Хәүефһеҙлек режимы индерелә
Районда янғын хәүефе артыу сәбәпле һәм 2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Законға ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте район биләмәһендә 2011 йылдың 30 декабренән 2012 йылдың 20 ғинуарына тиклем янғынға ҡаршы айырым режим индереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Уға ярашлы, граждандарҙың йорттарында һәм социаль-мәҙәни объекттарҙа янғынға ҡаршы профилактик саралар алып барыу һәм халыҡ күпләп йыйылған урындарҙы кәрәкле янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Ойошма етәкселәренә үҙҙәренең ведомство объекттарында янғынға ҡаршы профилактик сараларҙы үтәүҙе тәьмин итергә, ведомство һәм муниципаль янғын һағын һәр ваҡыт әҙер тоторға ҡушылды. Муниципаль  янғын һүндереү подразделениеларында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороу, кәрәкле күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары туплау, янғын һүндереү техникаһын төҙөк тотоу, телефон бәйләнешенең тотороҡло эшләүен тәьмин итеү мотлаҡ. 
Ауыл биләмәләрендә “Торлаҡ” операцияһын үткәреү һәм халыҡ араһында ошоға бәйле аңлатыу эштәре алып барыу мөһим. Янғын сыҡҡан осраҡта халыҡты иҫкәртеү өсөн тауышлы сигнал ҡуйылырға, ҡуртымға алынған объекттарҙа ла янғын хәүефһеҙлеге саралары тулы кимәлдә үтәлергә тейеш. Муниципаль район хакимиәте ҡарарында шулай уҡ район биләмәһендә пиротехник изделиеларҙы һатыуҙы сикләү һәм контролдә тотоу маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторҙары, ирекле янғын һүндереү командалары ағзалары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәренән төркөмдәр ойоштороу кәрәклеге әйтелә.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.