28 нояб. 2011 г.

Гәзит уҡыусы...

...ҡыуана
Етәкселәрҙең кешелеклелеге хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарына булған иғтибарҙа сағылалыр ул. Баймаҡ интернатында эшләп хаҡлы ялға сығыусылар һаны ҡырҡтан ашыу. Улар төрлө ваҡытта фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, янып торған кешеләр булһа, хәҙер проблемалары  етерлек. Бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, лицей-интернат хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ветерандарын да онотмай. Мәктәп уҡыусылары тәрбиәселәре, класс етәкселәре менән берлектә үҙҙәренә беркетелгән пенсионерҙарҙың өйҙәренә барып хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Уҡыусылар өлкәндәрҙе хөрмәт итеп, улар менән осрашыуҙар ойошторолоуы ҡыуаныслы. Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, тормоштоң матурлығын күрә беләйек, йәш быуынға үрнәк булып, тәрбиә биреп йәшәйек.
Гөлкәй ЯҠУПОВА, йәмәғәт хәбәрсеһе.

...рәхмәт белдерә
“Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт районда һәм күрше ҡала-райондарҙа киң төҙөлөш эштәре алып барыуы менән билдәле. Кешеләрҙе матур йорттар һәм башҡа социаль объекттар төҙөп ҡыуандыра беҙҙең төҙөүселәр. Шулай уҡ төрлө йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай улар. Мәҫәлән, ПМК ҡаланың 3-сө мәктәбен шефлыҡҡа алған һәм йыл һайын мәктәпкә төрлөсә ярҙам күрһәтә. Изге ғәмәлдәре өсөн мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр исеменән “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаевҡа рәхмәт белдереп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Ата-әсәләр комитеты рәйесе И.Тайбугин.
* * *
Депутат булғас, Ишбирҙе ауыл Советы депутаттары кеүек булһын ул! Депутаттарыбыҙ Шәкир Дәүләткилдин, Мөнир Халиҡовтар тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә була. Лиза Оморҙаҡова, Мирғәле Хәсәновтарҙың да һәр ваҡыт оло хәстәрен тоябыҙ. Улар мәктәпкә төрлө матди ярҙам күрһәтә.
Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Уҙған йылда Мөнир Халиҡов 5 пар саңғы бүләк иткәйне, быйыл Шәкир Дәүләткилдин менән Лиза Оморҙаҡова мәктәпкә 8 парта алып биреп ҡыуандырҙы. Ауылыбыҙ кураторы “БИП-Комфорт Плюс” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Мырҙабаевтың да ярҙамы ҙур. Шундай депутаттарыбыҙ, ата-әсәләребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Р. Атанова,
Ишбирҙе мәктәбе директоры.

Юбилейҙар

Күсейҙә тәүге уҡыу йорто асылыуға 130 йыл

 XIX быуаттың аҙағында Башҡортостанда йәҙитселек ысулы менән эшләгән  мәҙрәсәләр, мәктәптәр барлыҡҡа килә. Районыбыҙҙа тәүге мәҙрәсәләр  Муллаҡайҙа (1837), Таулыҡайҙа (1893), Темәстә (1874), Беренсе Этҡолда (1897), Билалда (1897), Юлыҡта (1897), Баймаҡта (1906),  Күсейҙә (1881) асыла. Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем алыусылар тыуған ауылдарына ҡайтып мөҙәристәр, мөғәллимдәр, имам-хатиптар булып эшләгән.

1880 йылда миллионер Рәмиевтар беҙҙең Күсей ауылында мәҙрәсә төҙөтә. Ул 1881 йылда асыла. Дини һабаҡтар менән берлектә яңы дәрестәр ҙә индерелә. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ҡоролоп,  грамотаға өйрәтеүгә, тәрбиә  эшенә иғтибар бүленгән. Был 1920 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссариаты статистик бүлеге тикшеренеүҙәрендә күрһәтелгән.