11 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

    Күсмә вымпел – Күсейҙә

    Ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән төҙөкләндереү буйынса конкурсҡа сираттағы йомғаҡ яһалды. Май айындағы экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡаны, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәте башлығының күсмә вымпелына Күсей ауыл биләмәһе (башлығы С.Р. Йыһаншина) лайыҡ булды.
   

    Фермерҙар кәңәшләште

    105-се һөнәрселек лицейында район фермерҙарының йыйылышы булды. Унда яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды, хәл итәһе мәсьәләләр тикшерелде. Һөйләшеүҙә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ю.Ю. Әминев, белгес-эксперты Ф.Ғ. Баййегетов, инженеры У.Р. Ғәйнуллин, юрисы Н.А. Филина сығыш яһаны. Кәңәшмә һуңында фермерҙар ассоциацияһының ойоштороу йыйылышын үткәреү һәм унда яңы рәйес һайлау, киләсәккә эш планын билдәләү тураһында килешелде.
   

    БДИ һөҙөмтәләре билдәләнде

    Ошо көндәрҙә тәүге БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды. Районда “Информатика һәм ИКТ” фәнен 37 уҡыусы тапшырып, уртаса балл 60,9% тәшкил иткән. Тарихты 48 уҡыусы һайлап (барыһы ла уңышлы тапшырған), уртаса балл 60,5% күрһәткән. Биология фәнен 160 уҡыусы тапшырған. Бында уртаса балл 46,4% тәшкил итә.
   

    Һаулыҡты хәстәрләп

    Районыбыҙҙа “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә эшләп йөрөгән граждандарҙы диспансеризациялау дауам итә. Апрель-майҙа Иҫке Сибай, I Этҡол врач участкалары ҡаралған. Баймаҡ врачтары әйтеүенсә, ошо көнгә тиклем 200 кешенең һаулығы тикшерелгән, ә йыл дауамында 600 граждан ҡараласаҡ. Был медицина сараһының төп маҡсаты—йөрәк, туберкулез, шәкәр диабеты, онкологик һ.б. сирҙәрҙе алдан билдәләү һәм иҫкәртеү.

    Саралар гөрләй

    12 июндә район китапханаһында Рәсәй көнөнә арналған сара үтәсәк. Унда 1-се мәктәп уҡыусылары өсөн ошо мөһим байрамға арналған китапхана дәресе, викторина ойоштороласаҡ. 15 июндә иһә Сыңғыҙ ауылында район китапханасылары үҙ-ара көс һынашып, һөнәре буйынса иң-иңен билдәләйәсәк.   

Ирәндек батыры – Даян Ғүмәров


    1-2 июндә Сибай ҡалаһында үткән республика спорт фестивалендә I урын яулап, “Ирәндек батыры-2012” исеменә лайыҡ булған Даян Ғүмәров бала саҡтан физик яҡтан сынығып үҫә. Уның атаһы билдәле уҡытыусы, тренер, көрәшсе Илшат Ғүмәров улында спортҡа һөйөү уята. Ҡәҙерле кешеһе был донъяларҙы иртә ташлап китһә лә, малай атаһының аманатына тоғро ҡалып, ысын көрәшсе булып үҫә. Әсәһе Гөлсәсәк Әбдрәхим ҡыҙы улының спорт менән шөғөлләнеүенә һәр яҡлап булышлыҡ итә. Йылдан-йыл ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшкән Даян Ғүмәров: “Мин бар еңеүҙәрем менән атайым һәм әсәйемә рәхмәтлемен”, –ти.  

“ЙӘШЕЛ УРАҠ-2012”

    НЫҠЛЫ АҘЫҠ БАЗАҺЫ БУЛДЫРЫЛАСАҠ

    Ленин исемендәге АХК бесән һәм сенаж әҙерләүҙе башланы

Бесәнселәр звеноһы

    БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК райондың агросәнәғәт комплексында лайыҡлы урын биләй. Был хужалыҡ төп тармаҡтарҙы, социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса йылдың-йылы юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, башҡаларға өлгө булып тора. Яҙғы баҫыу эштәрен дә кооператив игенселәре, районда иң тәүгеләр рәтендә һәм тейешле агротехник талаптар менән ҡулайлы ваҡытта атҡарып сығып, беренсе булып мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башланы. Бөгөн төп көс хужалыҡта бесән һәм сенаж әҙерләүгә йүнәлтелгән.

2012 – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

    250 тапҡыр хәрби осош яһаған СОВЕТ ЛЕТЧИГЫ

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы
Муса Гәрәевтың тыуыуына – 90 йыл


    Легендар осоусы Муса Гәрәевтың исеме республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле. Илебеҙҙең ҡаһарман улы 1922 йылдың 9 июнендә Илеш районы Иләкшиҙе ауылында ябай ғаиләлә донъяға килә. Ул Бишҡурай тулы булмаған урта мәктәбен тамамлай һәм уҡыуын Өфө тимер-юл техникумында дауам итә. Шул осорҙа авиация менән ҡыҙыҡһына башлай һәм Өфө аэроклубына йөрөй. Үҙенең осоусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Энгельс ҡалаһындағы хәрби осоусылар мәктәбенә юллана, ләкин уны тамамларға насип булмай. Ул 1942 йылдың көҙөндә Ватанды һаҡларға яу яланына китә. Хәрби осоусы Сталинград фронтына ебәрелеп, 1945 йылға тиклем Көнсығыш Пруссияғаса утлы һуғыш юлы үтә, тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә батырҙарса көрәшә. 250 тапҡыр хәрби осош яһап, ике тапҡыр  Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

    Барлыҡ йәмен йыйып донъяның...

    “Ауылда йәшәүе күңелһеҙ... Аҡса ла юҡ, эш тә.

    Көндө нисек үткәрергә белеп булмай...”


    Йәш ҡатындарҙың ошондай зар һүҙҙәрен ишеткән һайын, матур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған Байым ауылында йәшәгән уңған апай-инәйҙәр күҙ алдыма килә. Уларҙың хужабикәләр түңәрәген ойоштороуын, унда баҡсасылыҡ, ҡул эштәре, өй эштәрен алып барыу, бала тәрбиәләү һ.б. серҙәре менән уртаҡлашыуын Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Вәлиеванан бер нисә йыл элек үк ишеткәйнем. Көндәр йылынып, тупраҡ “бешеү” менән Байым хужабикәләренең бар иғтибарын емеш-еләк, йәшелсә, гөл-сәскә үҫтереүгә йүнәлтеүен ишетеп, уларға юл алдыҡ.

Ғ.СӨЛӘЙМӘНОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА – 100 ЙЫЛ

    Сәнғәт тип янды


    Мәшһүр ҡурайсы, йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновтың тыуыуына 14 июндә 100 йыл тула.