16 янв. 2012 г.

Ауыл хужалыҡтарында

Һөт етештереү арта
“Байҡара”ла миҙгел ойошҡанлы бара
...
Төш мәле. ”Байҡара” агрофирмаһының төп производство участкаһында – һөтсөлөк фермаһында, һауын мәле булмаһа ла, эш етерлек. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Д.Ә. Йәнбәков малсылар Баязит Ҡашҡаров, Хәбир менән Миңлебай Йәнбәковтарҙың йәш малды тәрбиәләүҙәренә күҙ һалып, эштәренән ҡәнәғәт ҡалды. Уларға үҙенең теләк-талаптарын еткерҙе лә, 3-сө һауын көтөүе аҫралған базаға йүнәлде. Унда һауынсылар Миңниса Шәйәхмәтова, Әлмира Тотманова һәм Гөлйемеш Сапарова моциондан ҡайтҡан малдарҙы бәйләү эштәре менән мәшғүл ине. Дәүләтбай Әһел улын беҙ тап шул мәлдә тап иттек.

Баш белгес оҙатыуында малсылыҡ комплексының барлыҡ участкалары менән яҡындан танышып, производство конвейерының тотороҡло эшләүенә тағы бер ҡат шаһит булырға тура килде.
Ысынлап та, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Д.Ә. Йәнбәков етәкләгән был тармаҡ агрофирма иҡтисадының нигеҙен билдәләй һәм бөгөн дә ул табыш алыуҙың төп сығанағы булып тора. Малсылыҡты маҡсатлы үҫтереү, зоотехния-селекция, тоҡомсолоҡ, яһалма ҡасырыу эшен яйға һалыу арҡаһында байҡаралар  был өлкәлә районда лайыҡлы урын биләп тора һәм күптәргә өлгө. Яңы миҙгелгә лә хужалыҡ быйыл яҡшы әҙерләнде: 800 тонна бесән, 3300 тонна сенаж һәм силос, 250 тонна һалам, 470 тонна фураж тупланы. Дәүләтбай Әһел улы әйтеүенсә, был 654 һыйыр малын, шул иҫәптән 300 һауын һыйырын, ҡыш имен сығарыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, баш белгес мал ҡышлатыу барышы менән ҡәнәғәт.
– Миҙгел ойошҡанлы бара, – ти ул, – әлегә көндәлек тулайым һауым 1,5 тонна, уртаса һауым – 5,3 кг. Һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланды, тимәк, һөт етештереү ҙә арта. Мәҫәлән, быйыл йыл башынан 24  быҙау алдыҡ. Ай аҙағына тағы ла 40 баш көтөлә.
Рационға килгәндә, һауын һыйырҙарына 20-шәр кг силос, 4-әр кг бесән, 3-әр кг фураж, 2-шәр кг һалам һәм 2-шәр кг жом бирәбеҙ. Йәш малға 15-әр кг силос, 4-әр кг бесән, 2-шәр кг һалам һәм 2-шәр кг фураж таратыла. Быҙауҙарға Баймаҡ ҡатнаш аҙыҡ заводында етештерелгән махсус аҙыҡты бешереп ашатабыҙ.
Малсылыҡ производствоһындағы уңыштарҙа алдынғы һауынсылар Мәүсирә Иҫәндәүләтова, Миңниса Шәйәхмәтова, Нәзирә Кейекҡужина, Динә Төхвәтуллина, һауын гурты малсылары Әхәт Йәнбәков, Риза Горшенин, Ринат Исламов һәм Ислам Ҡаҙаҡҡолов, йәш малды тәрбиәләүселәр Баязит Ҡашҡаров, Хәбир һәм Миңлебай Йәнбәковтар, Илдус Сапаров, Самат Йәнбәков һәм Илһам Мидеевтарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур. Техник-осеменатор Айрат Тотманов һәм зоотехник-селекционер Эльвира Ишмырҙинаның үҙ эштәренә яуаплы ҡарауы быҙау алыу һәм тоҡомсолоҡто яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Һәр хәлдә, был белгестәрҙең эшенән агрофирма етәкселеге ҡәнәғәт.
Әйтеп үтелгәнсә, хужалыҡта малды яһалма ҡасырыу, зоотехния-селекция эше яҡшы ҡуйылған. Орлоҡ туранан-тура Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһынан алына. Бөгөн 75 тана ҡасырылған да инде. Уларҙың быҙаулау осоро август-сентябрь айҙарына тура килә. Тимәк, хужалыҡ малды әкренләп көҙгө-ҡышҡы осорҙа быҙаулатыуға күсә һәм был үҙ һөҙөмтәләрен бирәсәк.
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: һауынсылар М.Шәйәхмәтова, Ә.Тотманова һәм Г.Сапарова.


Һөт һауыу
(13 ғинуарға ҡарата көндәлек һауым, килограмдарҙа.)
Хужалыҡтар
2011
2012
Ленин ис.
9,1
9,5
Рассвет”
3,2
6,4
Байҡара”
4,1
5,3
Баймаҡ”
4,2
4,2
Октябрь”
2,6
3,8
Уңыш”
2,5
3,3
Йылайыр”
3
3,2
Мырҙаҡаев”
2,5
3
Таналыҡ”
3
2,8
Союз”
0,9
2
Салауат ис.
2,2
1,7
Аҡморон”
1,7
1,3
Район буй.
3,2
4


Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, көндәлек тулайым һауым 154 центнер тәшкил итә, был үткән осорға ҡарағанда 8 центнерға кәмерәк. Тик Ленин исемендәге (47 ц), “Байҡара” (14,7 ц), “Рассвет” (16,1 ц) хужалыҡтары ғына был өлкәлә үҫешкә өлгәшә. “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Уңыш” АХК-һында ла күрһәткестәр яҡшы.
Көндәлек уртаса һауым буйынса Ленин исемендәге АХК лидерлыҡты ҡулынан ысҡындырмай. “Рассвет”, “Байҡара” хужалыҡтары, “Баймаҡ” ҒПБ-һы ла һөҙөмтәле эшләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.