16 янв. 2012 г.

Закон һәм беҙ

Штрафтар күләме артты
2012 йылдың 1 ғинуарынан Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 12-се бүлегенә индерелгән штрафтарға ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Шулай итеп, светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтамай үткән өсөн штраф күләме 1 мең һум тәшкил итә. Элек уның суммаһы 700 һумға тиң ине.

1 ғинуарҙан штрафтарҙың тағы бер яңы төрө үҙ көсөнә инде. Ул стоп-линияны инҡар итеүгә бәйле. Билдәләнгән һыҙыҡ алдында туҡтамаусыларға 800 һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Был яза юлдар киҫешкән урындар көйләнгән осраҡта ҡулланыла, ә көйләнмәгән (светофорһыҙ һ.б.) урындарҙа стоп-линияға иғтибар итмәгән өсөн штраф элеккесә ҡала – 300 һум ( 12.16-сы статья, 1-се өлөш).
Ошо уҡ статьяның 13-сө өлөшө менән юл сатынан үтеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә яңы штраф суммаһы билдәләнә. Юлдарҙа тығын барлыҡҡа килтереп, юл сатына сыҡҡан өсөн – 1 мең һум штраф (сағыштырыу өсөн – элек уның суммаһы 100 һум ине). Шуға иғтибар итергә кәрәк: водителдәр юл сатында барғанда ғына түгел, оло юлға сыҡҡанда ла, тығынға эләгеп, урам-ихаталарҙан юлды ҡаплауы мөмкин. Бында ла шул уҡ күләмдә штраф һалына. Тимәк, бынан ары ЮХХДИ инспекторҙары ихаталарҙан сыҡҡан юлдарҙа йыш дежурлыҡ ойошторасаҡ. 
Дөйөм алғанда, бик һаҡ булырға кәрәк. Үтә тығыҙ тығында ла үҙ автомобилегеҙ алдында яҡындағы территорияға барған юлды ҡапламаҫ өсөн бер ни тиклем арауыҡ ҡалдырырға онотмағыҙ.
Тағы ла бер үҙгәреш: ҡағиҙә талап иткән ваҡытта икенсе  транспорт сараһына юл бирмәгән өсөн штраф күләме 1 мең һумға (элек 100 һумдан 200 һумғаса ине) барып етте. Тимәк, йыл башынан йәйәүлегә йәки автомобилгә юл бирмәгән водителдәр тап ошо язаға тарттырыласаҡ.
Әйткәндәй, 2012 йылдың 1 июленән законға тағы ла ҡәтғирәк пункттар өҫтәләсәк. Маршрут транспорт саралары һыҙатынан хәрәкәт иткән өсөн Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында 3-әр мең һум, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында 1,5 мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Торлаҡ зоналарҙа хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә шундай уҡ штраф һалына.   
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 27-се статьяһына ярашлы, әгәр автомобилдең алғы һәм алдағы ишектәрҙәге тәҙрәләре тоноҡландырылған булһа, номерҙар сиселәсәк һәм автомобилде эксплуатациялау тыйыласаҡ.  Закон буйынса водитель бер тәүлек эсендә тәҙрәләрҙең тонировкаһын кире алдырғансы автомобилендә йөрөй ала, шунан һуң ғына номерҙары кире ҡайтарыласаҡ. Туҡталышҡа дөрөҫ туҡтамаған һәм  дөрөҫ тормаған автомобилдәрҙе туранан-тура штрафстоянкаға оҙатасаҡтар. Тимәк, туҡтау һәм туҡталыш яһау ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк буласаҡ.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.